Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОЛОЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл

ОЛОЙЫЛҒА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 55 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Олойылға й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 166 кеше; 1920 — 197; 1939 — 246; 1959 — 281; 1989 — 251; 2002 — 195; 2010 —...

ОЛОЙЫЛҒА, Белорет р‑нындағы ауыл

ОЛОЙЫЛҒА, Белорет р‑нындағы ауыл, Ишле а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Көнб. 50 км алыҫлыҡта Һүренйәк й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 272 кеше; 1959 — 382; 1989 — 612; 2002 — 504; 2010 — 453 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ОЛОКҮЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ОЛОКҮЛ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡарлыман а/с үҙәге; Ҡарлыман т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 949 кеше; 1920 — 1114; 1939 — 1366; 1959 — 2635; 1989 — 4007; 2002 — 4537; 2010 — 4546. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....

ОЛОТАУ СВИТАҺЫ

ОЛОТАУ СВИТАҺЫ, девондың урындағы стратиграфик бүлексәһе. Л.С.Либрович тарафынан айырып күрһәтелә (1936). Киңлеге 5—35 км тәшкил иткән О.с. ултырмалары Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш битләүендә, Ирәндек (Уча‑ лы р‑ны), Көркәк, Ҡырҡтытау, Ирәндек (Баймаҡ, Хәйбулла, Әбйәлил р‑ндары) һырттарынан...

ОЛОТАУ, һырт. Архангел һәм Ғафури р‑ндары

ОЛОТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағыһырт. Архангел һәм Ғафури р‑ндары буйлап Оло Ҡурғаш й. (Инйәр й. басс.) тамағының киңлегенән алып Еҙем й. киңлек бүлеменә тиклем субмеридиональ йүнәлештәһуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 30 км, киңлеге 2—5 км, абс. бейеклеге 657 м. 323—657 м бейеклектәге 13 түбәһе айырылып...

ОЛОТАУ, һырт. Ишембай һәм Бөрйән р‑ндары

ОЛОТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай һәм Бөрйән р‑ндары буйлап Ишембай р‑ны Кәбәс а. киңлегенән Ҡалғасау й. (Үрек й. ҡушылдығы) киңлек ағымына тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Ҡалыу һәм Оло Ҡалыу һырттары араһында ята. Оҙонлоғо яҡынса 15 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге яҡынса...

ОЛОЯЛАН, Илеш р‑нындағы ауыл

ОЛОЯЛАН, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫәнбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 23 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 130 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 275 кеше; 1959 — 194; 1989 — 140; 2002 — 134; 2010 — 88 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Иҫәнбай төп мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ...

ОЛЬКОВ Павел Леонтьевич

ОЛЬКОВ Павел Леонтьевич (12.8. 1931, БАССР‑ҙың Благовещен р‑ны Каменная Поляна а. — 3.7.2007, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1978), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1975). ӨНИ‑не тамамлағандан...

ОЛЬХОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

ОЛЬХОВКА, А к т а ш, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 34 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 74 км алыҫлыҡта Сиҙәк й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 336 кеше; 1989 — 249; 2002 — 221; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Дим...

ОЛЬХОВЫЙ, Өфө р‑нындағы ауыл

ОЛЬХОВЫЙ, 119‑сы йылҡысылыҡ заводының үҙәк усадьбаһы, Өфө р‑нындағы ауыл, Ольховка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 35 км һәм 24‑се км т. юл разъезынан Т.‑Көнс. табан 1 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 510 кеше; 1959 — 517; 1989 — 721; 2002 — 790; 2010 — 889 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). О. Йылҡысылыҡ...

ОМОНИМДАР

ОМОНИМДАР (гр. homoјs — бер төрлө һәм oЈnyma — исем), әйтелеше б‑са тап килгән, әммә мәғәнәһе б‑са бер‑береһенә бәйләнмәгән һүҙ йәки һүҙ өлөштәре. Телдең тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә телдә һүҙҙәрҙең фонетик яҡтан үҙгәреүе, ш. уҡ үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең, һүҙьяһалыштарҙың һәм һүҙҙәрҙең үҙгәреү процестары,...

ОМСК ӨЛКӘҺЕ

ОМСК ӨЛКӘҺЕ, РФ субъекты. Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяғында Иртыш й. басс. урынлашҡан. Төмән өлкәһе, Ново‑ сибирск, Томск өлк., Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Омск ҡалаһы. 1934 й. ойошторолған (хәҙ. Төмән өлк. терр‑яһы, Ҡурған өлкәһенең һәм Свердловск өлкәһенең өлөштәре ингән), 1943 й. алып хәҙ....

ОМФАЦИТ, минерал

ОМФАЦИТ (гр. omphax — бешмәгән виноград), силикаттар класы минералы, пироксен, (Ca, Na)(Mg, Fe+2, Fe+3, Al)[Si2O6]. Моноклин сингонияһында кристаллана. Кристалдары радиаль‑нурлы. Агрегаттары энәле, призматик; айырып алыу формаһы: бөртөктәр. Төрлө төҫмөрлө йәшел төҫтә; быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5—6;...

ОН ҠУҢЫҘҘАРЫ

  ОН ҠУҢЫҘҘАРЫ, ҡаты ҡанатлылар отрядының ҡыбырҙауыҡтар ғаиләһенең Tenebrio һәм Tribolium затына ҡараған төрҙәре. Бер нисә мең төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 30‑ға яҡын төрө, ш. иҫ. оло (ҡырҡыу насар еҫле) һәм бәләкәй О.ҡ., бар. Кәүҙәһе оҙонса, оло О.ҡ. (оҙонлоғо 12—16 мм) ҡара йәки...

ОН ТАРТЫУ, ЯРМА ҺӘМ ҠАТНАШ МАЛ АҘЫҒЫ СӘНӘҒӘТЕ

ОН ТАРТЫУ, ЯРМА ҺӘМ ҠАТНАШ МАЛ АҘЫҒЫ СӘНӘҒӘТЕ, иген культуралары аҙығын әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү б‑са сәнәғәт тармағы. Он, ярма, ҡатнаш мал аҙығы, аҡһымлы-витаминлы өҫтәмәләр һ.б. эшләп сығара. 19 б. аҙ. Өфө губернаһында башлыса түбән сифатлы он тарттыра торған постав тибындағы кустар тирмәндәр...

ОНГОН

ОНГОН (монголса), ғаилә йәки ырыу башлығының рухы, уның изге һынланышы. Ҡайһы бер монгол һәм төрки халыҡтарҙың традицион рухи мәҙәниәтендә таралған. Башҡорттарҙа тотем хайуан, ҡош йәки ағас (ҡара: Тотемизм); исламға тиклемге дини инаныуҙарҙың традицион элементы. Оран һәм тамға м‑н бер рәттән ырыу-ҡәбиләнең...

ОНДАТРА

ОНДАТРА (Ondatra zibethicus), кимереүселәр отрядының ирләндәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Төньяҡ Америкала таралған, Евразия климатына яраҡлаштырылған. Кәүҙә оҙонлоғо 40 см, массаһы 1,5 кг тиклем. Йөнө ҡыҫҡа, ҡуйы, һирәк ҡылсыҡ йөндәре һәм йомшаҡ мамыҡ м‑н, төҫө асыҡ‑көрәндән алып ҡараға тиклем, ҡорһағы...

ОНИКС

ОНИКС (гр. оnyx — тырнаҡ), 1) аҡыҡтың бер төрө. Башлыса ҡара һәм аҡ төҫтәге сиратлашҡан яҫы параллель ҡатлауҙарҙан тора. Төрҙәре: сардоникс — һоро һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙарҙың сиратлашыуынан ғибәрәт, карнеол‑оникс — ҡыҙыл һәм аҡ төҫтәге ҡатлауҙар сиратлаша. 2) Мәрмәр О. — йәшкелт, һарғылт һәм алһыу төҫтәге...

ОНКОЛОГИЯ

ОНКОЛОГИЯ (гр. oјnkos — масса, күләм, күбеү һәм ...логия), шештәрҙең барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, үҫеү механизмдарын, клиник сағылышын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе медицина һәм биология өлкәһе. Башҡортостанда О. проблемалары б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б....

ОНКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ

ОНКОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ, һаулыҡ һаҡлау дәүләт учреждениеһы. Шештәрҙе иҫкәртеү, диагностикалау һәм дауалау б‑са Башҡортостандағы төп махсуслаштырылған үҙәк. Өфөлә урынлашҡан. Составына көнөнә 313 кеше ҡабул итерлек 2 поликлиника һәм 632 урынға иҫәпләнгән стационар инә. Стационарҙа дөйөм онкология, торакаль,...