Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПАРАДИГМА

ПАРАДИГМА (гр. parádeigma — миҫал, өлгө), бер‑береһенә ҡапма‑ҡаршы ҡуйылған һәм ш. уҡ ваҡытта дөйөм билдәләре йәки ассоциатив мөнәсәбәттәренең барлығы б‑са берләшкән лингв. берәмектәр класы. Тел кимәленә А.В.Панфилов бәйле П. морфол., лексик, һүҙьяһалыш һәм синтаксик төрҙәре айырыла. Морфол. П. — грамматик...

ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР

ПАРАЗИТАР АУЫРЫУҘАР, кешенең, хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең паразиттар тыуҙырған ауырыуҙар төркөмө. Кешенең П.а. Медицинала П.а. иң ябайҙар (протозойлылар йәки протозооздар), гельминттар (гельминтоздар), ш. уҡ быуынтығаяҡлылар (энтомоздар һәм акароздар) тыуҙырған ауырыуҙар инә. Тыуҙырыусының ауырыу...

ПАРАЗИТОЛОГИЯ

ПАРАЗИТОЛОГИЯ (паразиттар һәм ...логия), паразиттарҙы, уларҙың хужалары һәм тирә‑яҡ мөхит м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен, ш. уҡ паразитар ауырыуҙарҙы һәм улар м‑н көрәш сараларын өйрәнгән фән. Паразиттарҙың булмышына ҡарап, фитопаразитология (паразит үҫемлектәрҙе, вирустарҙы, бактерияларҙы, бәшмәктәрҙе һәм...

ПАРАЗИТТАР

ПАРАЗИТТАР (гр. parásitos — әрәмтамаҡ), икенсе төрҙәр иҫәбенә йәшәгән организмдар. П. облигат, йәки мотлаҡ (вирустар, переноспоралылар, таҫма ҡорттар, тут бәшмәктәре һ.б.), һәм факультатив, йәки мотлаҡ булмаған (күп һанлы бактериялар, дейтеромицеттар һ.б.), ваҡытлыларға, хужаға туҡланыу өсөн һөжүм итеүсе...

ПАРАЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ

ПАРАЛИМПИЯ УЙЫНДАРЫ, терәк‑хәрәкәт аппараты зарарланған һәм күреү һәләтен юғалтҡан инвалидтар өсөн бөтә донъя спорт ярыштары. Олимпия уйындарынан һуң ш. уҡ спорт ҡоролмаларында үткәрелә. Тәүге йәйге паралимпия уйындары Италияла (Рим, 1960), ҡышҡыһы Швецияла (Эрншёльдсвик ҡ., 1976) уҙғарыла. 1964 й....

ПАРАМЕТРҘАРҘЫ БАҺАЛАУ

ПАРАМЕТРҘАРҘЫ БАҺАЛАУ, билдәһеҙ параметрҙы үлсәү хаталарының ихтимал бүленеше т‑дағы фараздар моделен файҙаланып, һайланманың ҡиммәттәре б‑са яҡынса билдәләү. П.б. маҡсаты — осраҡлы яңылышыуҙарға дусар булған бер иш күҙәтеүҙәрҙең һөҙөмтәләре б‑са физик, техник, иҡт. һ.б. параметрҙарҙы билдәләү. П.б....

ПАРАМОНОВ Константин Ефимович

ПАРАМОНОВ Константин Ефимо‑ вич [3.6.1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Милисоновка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 26.11.1943, Украина ССР‑ының Разумовка а.], лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота уч‑щеһын, офицерҙар курстарын тамамлаған. БАССР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Приют...

ПАРАПРОКТИТ

ПАРАПРОКТИТ (гр. pará — эргәһендә, ҡырында, тышында һәм prōktós — арт юл), тура эсәк тирәләй күҙәнәкле туҡыманың шешеүе. Процестың активлығына ҡарап киҫкен, инфильтратив, хроник П. (тура эсәктең бөтәү яраһы); килеп сығышына ҡарап — баналь, специфик, травманан һуңғы П.; урынына ҡарап тире аҫты, тиресә...

ПАРАФИН

ПАРАФИН (нем. Paraffin), нефть продукты, башлыса мол. м. 300— 400 булған нормаль төҙөлөшлө туйынған C18—C35углеводородтар ҡатышмаһы. П. составында ш. уҡ изопарафин, нафтен‑ароматик, нафтен углеводородтары бар. Төҫһөҙ кристалл (tиреү 45—65°C, тығыҙлығы 880—915 кг/м3) йәки шыйыҡлыҡ (tҡайнау 180—360°C);...

ПАРАФИНҺЫҘЛАШТЫРЫУ

ПАРАФИНҺЫҘЛАШТЫРЫУ, ҡатыу т‑раһы түбән булған нефть продукттарын алыу өсөн туйынған алифатик углеводородтарҙы (углерод атомы һаны 10 йәки унан күберәк) нефть фракцияларынан алып ташлау. Физик, химик һәм микробиологик ысулдар м‑н башҡарыла. П. физик ысулдарына карбамид П. (карбамидтың клатрат барлыҡҡа...

ПАРАШЮТ СПОРТЫ

ПАРАШЮТ СПОРТЫ, авиация спорты төрө, осоу аппараттарынан (самолёт, аэростат һ.б.) яңғыҙ һәм төркөмдә парашют м‑н һикереү. П.с. парашют классикаһы, пара‑ски, парашют‑атлетик күпбәйге, төркөм һәм көмбәҙле акробатика һ.б.инә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан үҫешә (ҡара: Авиация‑техник спорт клубтары)....

ПАРАЩЕНКО Владимир Михайлович

ПАРАЩЕНКО Владимир Михайлович (16.10.1936, Невель ҡ. — 23.9.2021, Өфө ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Техник фәндәр кандидаты (1989). БР‑ҙың атҡаҙанған машиналар эшләүсеһе (1994). ӨАИ‑ны тамамлаған (1966). 1960 й. алып ӨНИ‑лә. 1962 й. башлап ӨМЭПБ‑ла эшләй: 1965 й. — өлкән мастер, 1967 й. — цех начальнигы урынбаҫары,...

ПАРИКМАХЕРСКИЙ

ПАРИКМАХЕРСКИЙ, б ө ҙ р ә х а н а, сәсте (сәс алыу, йыуыу, буяу, бөҙрәләтеү), тырнаҡты (маникюр, педикюр), бит һәм тән тиреһен ҡарау б‑са хеҙмәттәр күрһәткән, сәстән изделиелар яһау эше (парик, яһалма мыйыҡ, һаҡал эшләү һәм йүнәтеү) м‑н шөғөлләнгән предприятие. Матурлыҡ салоны, салон‑П. һәм П. айырыла....

ПАРКТАР ҺӘМ БАҠСАЛАР

ПАРКТАР ҺӘМ БАҠСАЛАР, махсус ултыртылған йәки тәбиғи йәшеллектәре, аллеялары, күлдәре, махсус ҡоролмалары булған, саф һауала йөрөү, ял итеү, уйындар һ.б. өсөн тәғәйенләнгән ер биләмәләре. Өфөлә П.һ.б. үҫтереү ҡаланың губерна үҙәгенә әүерелеүе м‑н бәйле. 1883 й. сауҙәгәр Н.К.Блохин (ҡара: Блохиндар)...

ПАРЛАМЕНТ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ

ПАРЛАМЕНТ ТАРИХЫ МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 2002 й. БР парламенты тарихы музейы булараҡ ойошторола. Музей фондында 2 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. С.П. Балахонцев, Ш.Ә.Ҡолбәков, М.М. Рәмиев, Ғ.Ш.Сыртланов, М.М.Туҡаев һ.б. т‑да, Башҡорт мәркәз шураһы, Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты эшмәкәрлегенә...

ПАРОДИЯ

ПАРОДИЯ ә ҙ ә б и ә т т ә, әҫәрҙән йәки авторҙан көлөү маҡсаты м‑н уны юмористик йәки сатирик юҫыҡта әйләндереү. П. танылырға тейеш. Художестволы ижадтың етешһеҙлектәренән көлөп, П. үҙ өҫтөнә әҙәби тәнҡит бурыстарын ала. П. үҫеше, ғәҙәттә, күсеү осорона тура килә, был ваҡытта әҙәби йүнәлештәр, төркөмдәр...

ПАРОДОНТИТ

ПАРОДОНТИТ (гр. pará — эргәһендә, янында, тышында һәм odús, odóntos — теш), теш тамырын уратып алған тоташтырғыс туҡыманың һәм яңаҡтың альвеоляр үҫентеһе һөйәк туҡымаһының көсәйгән деструкцияһы. Киң таралыш алған (ысын), системалы (аутоиммун ауырыуҙар ваҡытында) һәм локаль (пародонттың сикләнгән бер...

ПАРОНИМДАР

ПАРОНИМДАР (гр. paraЈ – эргәһендә, янында, тыш һәм оЈnyma — исем), морфема структураһы һәм яңғырашы б‑са яҡын, әммә мәғәнәләре б‑са айырылған бер тамырлы һүҙҙәр. Башҡорт телендә паронимик рәттәрҙең күбеһен бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр: “ҡорал” – “ҡорамал”, “һөйөклө” – “һөйкөмлө”, “тәгәрлә-” –...

ПАРОТИТ

ПАРОТИТ (гр. paraј — эргәһендә, янында, тышында һәм uјs — ҡолаҡ), эпидемик паротит, ҡабаҡҡолаҡ, киҫкен инфекцион ауырыу. Paramyxoviridae ғаиләһенә ҡараған РНК‑лы вирус тыуҙыра. П. бигерәк тә мәктәп йәшендәге балалар бирешә. Ауырыу башлыса һауа аша йоға. Инкубация осоро — 18 (11—21) көн. Төп билдәләре:...

ПАРСА

ПАРСА (фарсы — өҙөк, өлөш), миниатюра, ҙур булмаған художестволы деталгә нигеҙләнеп төҙөлгән һәм композицион, тематик бөтөнлөк м‑н характерланған, күләме б‑са ҙур булмаған шиғри йәки прозаик әҫәр. П., ғәҙәттә, фәлс. һәм өгөт-нәсихәт бирелә; афористик фекерҙе үҙ эсенә ала. 19—20 бб. башы башҡорт әҙәбиәтендә...