Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТОРАТАУ, археологик ҡомартҡыһы

ТОРАТАУ, б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт., 8—9 бб., 13—14 бб. археологик ҡомартҡыһы. Торатау түбәһендә урынлашҡан. 1770 й. И.И.Лепёхин тарафынан тасуирлана, 1951 й. В.П.Викторов, 2000 й. А.Л.Сметанин тикшерә. Ғибәҙәтханалар иҫәбенә инә. Ҡомартҡының көнсығыш өлөшөндә тупраҡтан яһалған тәпәш ур м‑н...

ТОРАТАУ, шихан

ТОРАТАУ, Ш и х а н, шихан, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай ҡ. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 9,6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 406,0 м, оҙонлоғо 1,2 км, киңлеге 0,8 км. Формаһы трапецияға оҡшаш. Битләүҙәренең аҫҡы өлөшө текә. Көнбайыш һәм көньяҡ‑көнбайыш битләүҙәренең өҫкө...

ТОРИК Борис Яковлевич

ТОРИК Борис Яковлевич (26.5.1932, Мариинск ҡ. – 9.10.2015, Омск ҡ.), йырсы (бас), сценограф. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1981). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы (1953), Халыҡ‑ара муз. эшмәкәрҙәре союзы (1996) ағзаһы. 1955 й. Ленинград консерваторияһында уҡыған. Новосибирск консерваторияһын тамамлаған...

ТОРЛАҠ

ТОРЛАҠ, кеше тарафынан йәшәү һәм эшмәкәрлек итеү өсөн яраҡлаштырылған, йәмғиәттең функциональ, конструктив, эстетик талаптарына ярашлы итеп төҙөлгән ҡоролма. Т. стеналарҙың, түбәнең, тәҙрә һәм ишек уйымдарының билдәле бер конструкцияһы, ҙурлығы, төҙөү материалы, эске ҡоролошо м‑н айырыла. Көньяҡ Уралда...

ТОРЛАҠ КООПЕРАЦИЯҺЫ

ТОРЛАҠ КООПЕРАЦИЯҺЫ, физик шәхестәрҙең торлаҡҡа ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсаты м‑н ирекле рәүештә ағза булып берләшеүе. Торлаҡ‑ҡуртым һәм торлаҡ-төҙөлөш (ҡала һәм дача) кооперациялары айырыла. Торлаҡ‑ҡуртым кооператив ширҡәттәренең эшмәкәрлеге үҙенең пайсыларына ҡуртымға торлаҡ биналары биреүҙән ғибәрәт....

ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨ ФОНДЫ

ТОРЛАҠ ТӨҘӨЛӨШӨ ФОНДЫ, ДУП. Торлаҡ һәм уға бәйле объекттар төҙөлөшөнөң инвесторы, заказсы‑төҙөүсеһе, генераль подрядсыһы функцияларын үтәй; торлаҡ төҙөлөшөн финанслай; һәр кем алырлыҡ торлаҡ баҙарын формалаштырыуға, йорттар төҙөүҙең производство базаһын үҫтереүгә, яңы технологияларҙы, фән һәм техника...

ТОРЛАҠ ФОНДЫ

ТОРЛАҠ ФОНДЫ, торлаҡ биналар йыйылмаһы. Күп фатирлы һәм шәхси торлаҡ йорттарҙы, махсус йорттар һәм фатирҙарҙы, эштәге һәм йәшәүгә яраҡлы йорттарҙағы башҡа торлаҡ урындарын үҙ эсенә ала. Милек формаһы б‑са дәүләт, муниц., шәхси, йәмәғәт, ш. уҡ ҡатнаш формаларға бүленә. Т.ф. иҫәпкә алыуҙың төп күрһәткесе...

ТОРЛАҠ‑ГРАЖДАНЛЫҠ ТӨҘӨЛӨШӨ

ТОРЛАҠ‑ГРАЖДАНЛЫҠ ТӨҘӨЛӨШӨ, төҙөлөштөң производствоға ҡарамаған өлкә объекттарын — торлаҡ йорттар, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары, адм. биналар, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү пр‑тиелары, спорт ҡоролмалары һ.б. төҙөүгә һәм реконструкциялауға махсуслашҡан тармағы....

ТОРЛАҠ‑КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ

ТОРЛАҠ‑КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ, торлаҡ фондын булдырыу һәм хеҙмәтләндереү м‑н бәйле иҡтисад тармаҡтары комплексы. Торлаҡ хужалығы, газ, йылылыҡ, һыу, энергия м‑н тәьмин итеү, ағынты һыуҙарҙы түгеү, юл‑күпер һәм ҡунаҡхана хужалығы пр‑тиеларынан тора. Революцияға тиклем Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр урындағы...

ТОРМА Йожеф

ТОРМА Йожеф (5.11.1943, Кечкемет ҡ., Венгрия — 23.4.2000, Будапешт), венгр төркиәтсеһе. Филол. ф. д‑ры (1998). Сегед ун‑тын тамамлаған (Венгрия, 1967). 1969 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Аҙыҡ‑түлек сәнәғәте ин‑тында уҡыта, 1986 й. — Мед. ун‑тының Сит телдәр ин‑ты (икеһе лә — Сегед ҡ.) мөдире, 1991 й. башлап...

ТОРМАЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

ТОРМАЙ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Ямғырсы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 69 км алыҫлыҡта Кесе Ҡайраҡты й. (Стәрле й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 350 кеше; 1920 — 592; 1939 — 631; 1959 — 422; 1989 — 383; 2002 — 434; 2010 — 378 кеше. Татарҙар...

ТОРМОШ‑КӨНКҮРЕШ ЖАНРЫ

ТОРМОШ‑КӨНКҮРЕШ ЖАНРЫ, көндәлек (рәссам йәшәгән осорға хас булған) шәхси һәм ижт. тормошҡа арналған һынлы сәнғәт жанры. Т.‑к.ж. рәсем сәнғәте төп урынды алып тора. Тормош‑көнкүреш мотивтары ш. уҡ графикалатаралған, скульптура һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә киң ҡулланыла. Т.‑к.ж. ысынбарлыҡты сағылдырыу...

ТОРНА БОРСАҒЫ

ТОРНА БОРСАҒЫ (Lathyrus), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Урта диңгеҙ буйында, Көньяҡ Америка тауҙарында һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 10 төрө — аҡһыл Т.б., болон Т.б., яҙ Т.б. һ.б. үҫә. Күп һәм бер йыллыҡ үләндәр....

ТОРНА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТОРНА, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Урғыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 39 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 124 км алыҫлыҡта Мерәсем й. (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 718 кеше; 1920 — 928; 1939 — 576; 1959 — 376; 1989 — 195; 2002 — 103; 2010 — 77 кеше. Татарҙар...

ТОРНАЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ

ТОРНАЛЫ ҠАЛАСЫҒЫ, б.э.т. 1‑се мең йыллыҡтың башы, б.э. 13—15 бб. археологик ҡомартҡыһы. Салауат р‑ны Торналы а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Әй й. уң ярындағы Ҡалатау морононда урынлашҡан. 1964 й. Н.А.Мәжитов тарафынан асыла һәм 1968—69 йй., 1971 й., 1980 й. тикшерелә. 900 м2 яҡын ер ҡаҙылған....

ТОРНАЛЫ, Салауат р‑нындағы ауыл

ТОРНАЛЫ, П е р м я к т а р, Салауат р‑нындағы ауыл, Торналы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 56 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 252; 1939 — 345; 1959 — 205; 1989 — 214; 2002 — 835; 2010 — 819 кеше. Башҡорттар, урыҫтар,...

ТОРНАҺАҘ, һаҙлыҡ

ТОРНАҺАҘ, Сөн й. басс. һаҙлыҡ. Илеш р‑ны Тыпый а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Маты й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 106,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0 м, эшкәртелмәгән торф запасы 118,0 мең т. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Аҡ ҡайын,...

ТОРНОВ Василий Иванович

ТОРНОВ (Персианинов) Василий Иванович (1737, Мәшхәд ҡ., Фарсы иле — 10.1.1775, Мәскәү), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. 1756 й. алып Рәсәйҙә. Ихтилалға 1773 й. окт. ҡушыла, Т.И.Падуров отряды составында Ырымбур ҡ. янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Дек. Пугачёв тарафынан...

ТОРОН

ТОРОН, үҫемлектәрҙең торон бәшмәктәре тыуҙырған инфекцион ауырыуы. Иң ҙур зыянды иген культураларына килтерә. Емшәндәрен, башаҡтарын, һеперткеләрен, сәкәндәрен, һабаҡтарын, япраҡтарын зарарлай, улар споралы ҡара массаға әүерелә. Башҡортостанда бойҙайҙың, арпаның, һолоноң саң һәм ҡаты Т.; арыштың һабаҡ...

ТОРОН БӘШМӘКТӘРЕ

ТОРОН БӘШМӘКТӘРЕ (Ustilaginales), базидиомицеттар класына ҡараған бәшмәктәр тәртибе. 40 заты, яҡынса 1300 төрө билдәле, бөтә ерҙә лә таралған. Башҡортостанда бер нисә тиҫтә төрө табылған. Спораларының шытыу ысулы б‑са устиляго һәм тиллеция һымаҡтар ғаиләләренә бүленә. Мицелийы дикариотик, еп рәүешле,...