Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХАЛЫҠ‑АРА БӘЙЛӘНЕШТӘР

ХАЛЫҠ‑АРА БӘЙЛӘНЕШТӘР, Башҡортостан Республикаһының Х.-а.б. РФ һәм БР Конституциялары, “Рәсәй Федерацияһы субъекттарының халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәрен координациялау тураһында” РФ Законы (1999), Халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте м-н Башҡортостан...

ХАЛЫҠ‑АРА ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ

ХАЛЫҠ‑АРА ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ ИНСТИТУТЫ. Мәскәүҙә урынлашҡан. Белорет ҡ. филиалы 1993 й. вәкиллек булараҡ асыла, 1998 й. алып филиал. Филиал составына юридик, иҡтисад һәм идара итеү ф-ттары, уҡытыу-методика бүлеге, ин-т кафедраларының 7 бүлексәһе инә. Китапханаһы, интернет-класы бар. Уҡытыу ситтән тороп...

ХАЛЫҠ‑АРА КРЕДИТ

ХАЛЫҠ‑АРА КРЕДИТ, ваҡытлыса бирелеү, кире ҡайтарыу һәм проценттар түләү шарты м-н бер дәүләт субъектының икенсе дәүләт субъектына бирә торған кредиты. Халыҡ-ара кредитлау килешеүен дәүләт органдары, халыҡ-ара финанс ойошмалары, физик һәм юридик шәхестәр төҙөй ала. Коммерция һәм финанс Х.-а.к. айырыла....

ХАЛЫҠ‑АРА СТАНДАРТТАР

ХАЛЫҠ‑АРА СТАНДАРТТАР, стандартлаштырыу объектына ҡуйылған нормаларҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм талаптарҙы билдәләгән документтар. Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһы, Халыҡ-ара электр-техника комиссияһы, Халыҡ-ара электр элемтәһе союзы һәр ил тарафынан танылған. Халыҡ-ара стандартлаштырыу ойошмаһының сифат...

ХАЛЫҠ‑АРА ШАШКА УЙЫНДАРЫ

ХАЛЫҠ‑АРА ШАШКА УЙЫНДАРЫ, йөҙ шаҡмаҡлы шашка, спорт төрө, шашка уйнауҙың бер төрө. Башҡортостанда Х.-а.ш.у. үҫеше 20 б. 60-сы йй. башында Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионда урыҫ һәм халыҡ-ара шашкалар секцияһы асылыуға бәйле (етәксеһе Ю.Г. Огородников). 1982 й. Ишембай ҡ. Пионерҙар һарайында шашка түңәрәге...

ХАЛЫҠ‑СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ПАРТИЯҺЫ

ХАЛЫҠ‑СОЦИАЛИСТИК ХЕҘМӘТ ПАРТИЯҺЫ, халыҡ социалистары, энестар, 1906—18 йй. Рәсәйҙә сәйәси партия. Социал‑революционерҙар партияһында уң ҡанат барлыҡҡа килеүгә бәйле Ойоштороу конференцияһында (Финляндия, нояб.) булдырыла. Ойоштороу йыйылышын саҡырыу, конституция ҡабул итеү, алпауыт ерҙәрен дәүләт тарафынан...

ХАЛЫҠТАР АССАМБЛЕЯҺЫ

ХАЛЫҠТАР АССАМБЛЕЯҺЫ, БР-ҙың йәмәғәт ойошмаһы, БР-ҙа һәм РФ-та милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыу маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. 2000 й. июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), БР-ҙың Сыуаштар канашы (съезы), Башҡортостан урыҫтары соборы, Башҡортостан татарҙары конгресы...

ХАЛЫҠТАР АССАМБЛЕЯҺЫ

ХАЛЫҠТАР АССАМБЛЕЯҺЫ, БР-ҙың йәмәғәт ойошмаһы, БР-ҙа һәм РФ-та милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыу маҡсатында ойошторола. Өфө ҡ. урынлашҡан. 2000 й. июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), БР-ҙың Сыуаштар канашы (съезы), Башҡортостан урыҫтары соборы, Башҡортостан татарҙары конгресы...

ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ЙОРТО

ХАЛЫҠТАР ДУҪЛЫҒЫ ЙОРТО, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә тотороҡлолоҡто һаҡлау һәм нығытыу, респ. терр-яһында йәшәгән халыҡтарҙың рухи ҡиммәттәрен тергеҙеү, һаҡлау һәм рациональ ҡулланыу б-са милли‑мәҙәни берекмәләр һәм тарихи‑мәҙәни үҙәктәр эшмәкәрлеге өсөн шарттар тыуҙырыу маҡсатында ойошторолған дәүләт...

ХАЛЫҠТАРҘЫҢ БӨЙӨК КҮСЕНЕШЕ

ХАЛЫҠТАРҘЫҢ БӨЙӨК КҮСЕНЕШЕ, б.э. 1-се мең йыллығында Евразия терр-яһында халыҡтарҙың күпләп күсенеүенең шартлы исеме. Төп миграция 4 б. 70-се йй. Көнсығыш Европаға һундарҙың баҫып инеүенә, сарматтарҙы, аландарҙы, готтарҙы һ.б. ҡәбиләләрҙе ҡыйратыуға бәйле башлана. Һундарҙың Көнбайышҡа күсенеүе, үҙ сиратында,...

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА КИЛЕМЕ

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА КИЛЕМЕ, халыҡтың алған һәм йыйған аҡсаһы. Халыҡтың бөтә категорияларының эш хаҡы; эшҡыуарлыҡ, шәхси ярҙамсы хужалыҡ продукттарын һатыу һәм шәхси хеҙмәт эшмәкәрлегенән, милектән (дивидендтар, күсемһеҙ милекте һатыу һ.б.) килгән килемдәр; соц. тәьминәт һәм халыҡты соц. яҡлау б-са аҡсалата...

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА СЫҒЫМЫ

ХАЛЫҠТЫҢ АҠСА СЫҒЫМЫ, халыҡтың үҙ ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә тотонған аҡсаһы. Ҡулланыу сығымдары (тауар һатып алыу һәм торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ, мәғариф, элемтә, медицина системалары, пассажирҙар транспорты һ.б. хеҙмәттәр өсөн түләү) һәм ҡулланыу м-н бәйләнмәгән (һалым, йөкләмә һ.б. мотлаҡ түләүҙәр,...

ХАЛЫҠТЫҢ БЕЛЕМ ҺӘМ ПРОФЕССИОНАЛЬ КИМӘЛЕ

ХАЛЫҠТЫҢ БЕЛЕМ ҺӘМ ПРОФЕССИОНАЛЬ КИМӘЛЕ, халыҡты тамамлаған уҡыу йорттарының тибы б-са төркөмләү. Х.б.һ.п.к. төп күрһәткестәре булып халыҡтың грамоталылыҡ (15 йәштән алып төп дөйөм белеме булған кешеләрҙең өлөшө) һәм иҡт. әүҙем халыҡтың белем кимәлдәре тора. Өлкәндәрҙең грамоталылыҡ кимәленән тыш балаларҙы,...

ХАЛЫҠТЫҢ ЕНЕС‑ЙӘШ БУЙЫНСА СТРУКТУРАҺЫ

ХАЛЫҠТЫҢ ЕНЕС‑ЙӘШ БУЙЫНСА СТРУКТУРАҺЫ, енес һәм йәш б-са халыҡ һаны нисбәте. Иҡт., соц. һәм демографик факторҙар йоғонтоһонда формалаша; тыуған ваҡытта ир бала һәм ҡыҙ бала, ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар үлеме, мигранттар араһындағы ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар нисбәтенә бәйле була; тыуымға, үлемгә, никахлылыҡҡа...

ХАЛЫҠТЫҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ

ХАЛЫҠТЫҢ ЙӘШӘҮ КИМӘЛЕ, билдәле бер илдә йәки төбәктә социаль төркөмдәрҙең, халыҡтың физик, рухи, матди ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелеү дәрәжәһен билдәләгән комплекслы күрһәткес. Йән башына тура килгән килем (ҡара: Халыҡтың аҡса килеме), ҡулланылған матди байлыҡ һәм хеҙмәттәрҙең дөйөм күләме (ш. иҫ. торлаҡ...

ХАЛЫҠТЫҢ МӘШҒҮЛЛЕГЕ

ХАЛЫҠТЫҢ МӘШҒҮЛЛЕГЕ, граждандарҙың үҙ (шәхси) һәм йәмәғәт ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергән һәм, ҡағиҙә булараҡ, килем килтергән эшмәкәрлеге. Беренсел һәм икенсел (бер нисә урында эшләү), тулы һәм өлөшләтә мәшғүллек айырыла. Иҡтисадта мәшғүл кешеләр иҫәбенә түләнгән эше булған, ш. уҡ ғаилә пр-тиеларында...

ХАЛЫҠТЫҢ МИЛЛИ СОСТАВЫ

ХАЛЫҠТЫҢ МИЛЛИ СОСТАВЫ, халыҡтың этник составы, халыҡты милләте (этник яҡтан) б-са бүлеү. Х.м.с. асыҡлау өсөн халыҡ иҫәбен алыу, киң статистик иҫәптең башҡа формалары б-са милләт т-да тура мәғлүмәттәр, ш. уҡ тел ассимиляцияһына төҙәтмәләр м-н туған тел т-да мәғлүмәттәр ҡулланыла. Шулай уҡ йәнле һөйләү...

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ КИЛЕМЕ

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ КИЛЕМЕ, халыҡтың натуралата һәм реаль ҡулланырлыҡ аҡсалата килеме, ш. уҡ халыҡҡа бушлай йәки льготалы шарттарҙа хеҙмәт күрһәткән төрлө ойошмаларҙың матди сығымдары суммаһы. Х.р.к. — милли килемдең халыҡ ҡулланыу йәки аҡса йыйыу өсөн файҙаланған бер өлөшө; ваҡлап һатыу хаҡтарының һәм һалым...

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ ҠУЛЛАНЫРЛЫҠ АҠСАЛАТА КИЛЕМЕ

ХАЛЫҠТЫҢ РЕАЛЬ ҠУЛЛАНЫРЛЫҠ АҠСАЛАТА КИЛЕМЕ, ҡулланыу хаҡтары индексына яраҡлаштырылған (төп тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙең ошо ваҡытта фактик билдәләнгән йыйылмаһы хаҡының базис ваҡытындағы хаҡына ҡарата үҙгәрешен билдәләй) ошо ваҡыттағы һалымдар һәм йөкләмәләрҙән, мотлаҡ түләүҙәрҙән (страховкалау, кредит...

ХАЛЫҠТЫҢ ТАРАЛЫП УЛТЫРЫУЫ

ХАЛЫҠТЫҢ ТАРАЛЫП УЛТЫРЫУЫ, халыҡтың билдәле бер төбәктә урынлашыу процесы һәм уны кеше йәшәгән урындар (ауыл, ҡала һ.б.)системаһы рәүешендә терр.ойоштороу. Халыҡтың урынлашыуын һәм тығыҙлығын, кеше йәшәгән урындарҙың функциональ терр. бәйләнештәрен һәм халыҡ миграцияһын үҙ эсенә ала. Х.т.у. соц.-иҡт.,...