Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШТАЙГЕР Готлиб Христианович

ШТАЙГЕР Готлиб Христианович (28.11.1924, Одесса өлк. Первомайский ҡсб — 16.11.2017, Белорет ҡ.), төҙөүсе. РСФСР‑ҙың проф.‑техник белем биреү отличнигы (1965). 1941—93 йй. (өҙөклөк м‑н) “Башуралстрой” тресында төҙөлөш‑монтаж идаралығы ташсыһы, 1972 й. алып ташсы‑монтажсы, 1973 й. башлап 2‑се төҙөлөш...

ШТАМПЛАУ

ШТАМПЛАУ, машиналар эшләүҙә металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү төрө, деталь йәки уның әҙерләмәһе сығанаҡ әҙерләмәне штамп ярҙамында пластик деформациялау юлы м‑н яһала. Сығанаҡ әҙерләмәнең төрө б‑са күләмле һәм табаҡлы; әҙерләмәнең һәм штамптың йылыныу т‑раһы һәм деформацияланыу тиҙлеге режимы б‑са...

ШТӘНДЕ, Балтас р‑нындағы ауыл

ШТӘНДЕ, И т ә ү ә ш, Балтас р‑нындағы ауыл, Штәнде а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Итәүәш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 807 кеше; 1920 — 891; 1939 — 915; 1959 — 757; 1989 — 686; 2002 — 657; 2010...

ШТЕГМАН Вильгельм Христианович

ШТЕГМАН Вильгельм Христианович (1866, Лифляндия губ. Пернов ҡ. — 1942, Өфө), пианист, органсы, педагог. Штутгарт консерваторияһын тамамлағандан һуң (Германия, 1892; орган класы б‑са педагогы И.Файст, фп. — Д.Прукнер) Псков, Ҡазан ҡҡ. концерт һәм пед. эшмәкәрлек алып барған. 1916 й. башлап Өфөлә: Урыҫ...

ШТЕЙН Владимир Михайлович

ШТЕЙН Владимир Михайлович (3.2. 1940, Мәскәү — 14.10.2000, шунда уҡ), режиссёр. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). ГИТИС эргәһендәге Юғары режиссёрҙар курстарын тамамлаған (1968; етәксеһе С.В.Образцов). 1958 й. алып төрлө үҙешмәкәр театр коллективтарының художество етәксеһе, 1970 й. — С.В.Образцов...

ШТЕЙНБЕРГ Валерий Эмануилович

ШТЕЙНБЕРГ Валерий Эмануилович (1.5.1944, Термез ҡ.), педагог. Техник ф. канд. (1980), пед. ф. д‑ры (2001), проф. (2004). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1979), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). Э.С.Штейнбергтың улы. ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Технология һәм двигателдәр производствоһын ойоштороу...

ШТЕЙНБЕРГ Исаак Захарович

ШТЕЙНБЕРГ Исаак (Исаак‑Нахман) Захарович (13.7.1888, Витебск губ. Динабург ҡ. — 2.1.1957, Нью‑Йорк ҡ., АҠШ), революция хәрәкәте эшмәкәре. Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы. Гейдельберг ун‑тын тамамлаған (Германия, 1910). 1911 й. алып Мәскәүҙә присяжный ярҙамсыһы, 1915 й. ғин. “Наша жизнь” (“Беҙҙең...

ШТЕЙНБЕРГ Эмануил Соломонович

ШТЕЙНБЕРГ Эмануил Соломонович (15.3.1919, Одесса ҡ. – 2.6. 1973, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. элемтәсеһе. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Одесса элемтә инженерҙары ин‑тын тамамлаған. 1942 й. алып Үзбәк ССР‑ының Радиотрансляция селтәрҙәре дирекцияһында эшләй: Сурхан‑Даръя филиалы...

ШТЕХЕР Геннадий Гиляриевич

ШТЕХЕР Геннадий Гиляриевич (6.10. 1891, Өфө — 24.5.1970, шунда уҡ), педагог, халыҡ мәғарифы эшмәкәре. Пед. ф. канд. (1954). Мәскәү ун‑тын тамамлаған (1917). 1920 й. алып Өфө халыҡ мәғарифы ин‑тының уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са про­ректоры, 1924 й. башлап Өфө физика ин‑тының биология бүлеге, 1929 й. — Һамар...

ШТОК‑РОЗА

ШТОК‑РОЗА (Alcea), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, Урта диңгеҙ буй­ында, Урта, Үҙәк һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла һәм уларға сиктәш булған Евразия һәм Африка терр‑яларында таралған. Башҡортостанда йыйырсыҡлы Ш.‑р. үҫә. Йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ,...

ШТОКМАН Георгий фон

ШТОКМАН Георгий фон, хәрби эшмәкәр. Ген.‑майор (1739). Ихтилалды (1747) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Яңы Кама аръяғы сик һыҙығында ландмилиция ҡарамағында хеҙмәт итә. 1742 й. июленән Ырымбур экспедицияһында (1734–44) ҡатнаша, уның барышында Ырымбур ҡ. нигеҙ һалыуға һәм төҙөүгә етәкселек итә. 1747 й. Ырымбур...

ШТРИТЕР Виктор Альфредович

ШТРИТЕР Виктор Альфредович (6.11.1898, С.‑Петербург—22.1.1971, Өфө), микробиолог. Мед. ф. д‑ры (1941). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1941). 1‑се Ленинград мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1923) Ленинградтың мед. учреждениела­рында эшләй. 1931 й. алып Бөтә Союз эксперименталь мед. ин‑тында: өлкән ғилми...

ШУБЕРТ Карл Богданович

ШУБЕРТ Карл Богданович (25.2. 1811, Магдебург ҡ., Германия — 10.6. 1863, Цюрих ҡ., Швейцария), виолончелист, ком­позитор. Ф.Дотцауэр уҡыусыһы. 1835 й. алып Рәсәйҙә: Каменный (Ҙур) театр (С.‑Петербург) оркестры, Урыҫ музыка йәмғиәтенең С.‑Петербург бүлексәһендә ҡыллы квартет солисы, 1842 й. башлап С.‑Петербург...

ШУБИН Георгий Иванович

ШУБИН Георгий Иванович [28.8. 1918, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Петровка а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 4.3.1945, Данциг ҡ., Польша], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1935 й. алып БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Түбә эшселәр ҡасабаһында машинист булып эшләй. 1942 й. мартынан Ленинград һәм...

ШУВАЛОВТАР

ШУВАЛОВТАР, завод хужалары, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре. Иң билдәлеләре: Александр Иванович Ш. (1710—1771), граф (1746), ген.‑фельдмаршал (1761). 1741 й. дәүләт түңкәрелешендә ҡатнаша. 1742—62 йй. Йәшерен эҙләү эштәре канцелярияһы начальнигы. Нуғай даруғаһының Һыуын‑Ҡыпсаҡ һәм Үҫәргән улустары башҡорттарынан...

ШУЛҒАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл

ШУЛҒАН, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Шулған а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 40 км алыҫлыҡта Гәрәй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1168 кеше; 1920 — 1278; 1939 — 1282; 1959 — 1272; 1989 — 1059; 2002 — 1038; 2010 — 925 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ШУЛЬМАН Филипп Евгеньевич

ШУЛЬМАН Филипп Евгеньевич (6.10.1980, Өфө), спортсы. Биатлон б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2001). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2005). Биатлон б‑са СДЮШОР тәрбиәләнеүсеһе, 2000 й. алып “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте (Өфө; тренеры В.В.Малинский), 2005—08 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе һәм...

ШУЛЬЦ Эльвира Эдуардовна

ШУЛЬЦ Эльвира Эдуардовна (30.1. 1953, Макинск ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1994), проф. (2005). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) “Башпромбелок” ПБ‑нда эшләй (БАССР‑ҙың Благовещен ҡ.). 1979 й. алып Органик химия ин‑тында (1988 й. – өлкән ғилми хеҙм‑р), 1995 й. – РФА Себер бүлексәһенең Н.Н.Ворожцов...

ШУМЕЙКО Григорий Григорьевич

ШУМЕЙКО Григорий Григорьевич (12.12.1923, Стәрлетамаҡ ҡ. — 1.5. 1977, Киев), танкист, полковник. Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сталинград танк уч‑щеһын (1944), В.М.Молотов ис. Ленинград юғары офицерҙар бронетанк мәктәбен (1945), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1966) тамамлаған....

ШУМИЛОВ Олег Александрович

ШУМИЛОВ Олег Александрович (18.12.1950, Ҡурған ҡ.), актёр. БР‑ҙың халыҡ (2017) һәм атҡ. (1998) артисы. Воронеж сәнғәт ин‑тын тамамлағандан һуң (1977; А.К.Дундуков курсы)А.П.Чехов ис. Таганрог драма театры, 1980 й. алып М.Ю.Лер­монтов ис. Грозный урыҫ драма театры, 1981 й. — БР Урыҫ драма театры (Өфө)...