Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАҘАРМА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

ҠАҘАРМА, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 29 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 1202 кеше; 1920 – 1552; 1939 – 1360; 1959 – 885; 1989 – 533; 2002 – 524; 2010 – 510 кеше. Татарҙар...

ҠАҘАЯҠ

ҠАҘАЯҠ (Pteridium), гиполепис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. 8 төрө билдәле, сүллек, дала һәм поляр райондарҙан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай Ҡ. үҫә. Бейеклеге 50—120 см булған оҙон тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Япрағы (вайялары) оҙон һаплы, асыҡ йәшел төҫтә, тиресәле,...

ҠАҘАЯҠ, Иглин р‑нындағы ауыл

ҠАҘАЯҠ, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай; Куйбышев т. юлы разъезы (Өфө—Златоуст участкаһы). Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 165 кеше; 1939 – 275; 1959 – 1271; 1989 – 627; 2002 – 712; 2010 – 878 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

ҠАҘҘАР

ҠАҘҘАР, ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡоштар. 30 төрө билдәле, Европала, Азияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. БР‑ҙа 8 төрө осрай (аҡ маңлайлы ҡаҙ, аҡ ҡаҙ, сыбар ҡаҙ, ала ҡаҙ, аҡ яңаҡлы ҡаҙ, этала ҡаҙ, ҡара ҡаҙ; сәңкелдәк ҡаҙ). Кәүҙә оҙонлоғо 60—100 см, ауырлығы яҡынса...

ҠАҘИР, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ҠАҘИР, Ҡалмаҡ, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Волостновка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Мәнеү й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 180 кеше; 1920 — 219; 1939 — 154; 1959 — 165; 1989 — 129; 2002 — 140; 2010 — 127 кеше....

ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ

ҠАҘМАШ УРТА МӘКТӘБЕ, Әбйәлил р‑нында урынлашҡан. 1907 й. яңы ысуллы мәктәп булараҡ асыла. 1930 й. башлап 7 йыллыҡ, 1957 й. — башланғыс, 1964 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1989 й. хәҙ. статусын ала. Ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы бар. 1930 й. алып мәктәпте 2 меңдән ашыу кеше тамамлаған...

ҠАҘМАШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ҠАҘМАШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 22 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 74 км алыҫлыҡта Оло Ҡаҙмаш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 387 кеше; 1920 – 747; 1939 – 630; 1959 – 461; 1989 – 465; 2002 – 333; 2010 –...

ҠАҘТУҒАН ЙЫРАУ

ҠАҘТУҒАН ЙЫРАУ, Ҡаҙтуған Һөйөнөс улы, шағир‑импровизатор. Ҡ.й. тормошо т‑да документаль мәғлүмәттәр юҡ. Күп кенә башҡ., ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ ғалимдары (М.Х.Иҙелбаев, К.Мәмбәтов, Г.Муштак, Х.Суйыншәлиев һ.б.) фекеренсә, Ҡ.й. яҡынса 1420 й. Волга буйҙарында (Әстерхан өлк. Ҡыҙыл Яр а. эргәһендә) тыуған. Сығышы...

ҠАҘЫ

ҠАҘЫ, ҡаҙылыҡ, башҡорт аш-һыуының традицион ит аҙығы. Малсылыҡ м‑н шөғөлләнгән күп халыҡтарҙа осрай. Башҡорттарҙа Ҡ. йылҡы итенән әҙерләнә; туралған йәки йоҡа итеп теленгән иткә йылҡы майы, тоҙ ҡушып, йылҡы эсәгенә тултыралар, артабан, остарын бәйләп, ҡаҡлау өсөн ҡояшҡа эләләр. Ҡайһы ваҡыт Ҡ. усаҡ төтөнөндә...

ҠАҘЫ-ЙӘЛДӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҠАҘЫ-ЙӘЛДӘК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Ҡыҙылкүл (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 583 кеше; 1920 – 711; 1939 – 620; 1959 – 358; 1989 – 225; 2002 – 244; 2010 – 273 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ҠАҘЫРҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ҠАҘЫРҒОЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙырғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 185 кеше; 1920 – 256; 1939 – 313; 1959 – 203; 1989 – 181; 2002 – 255; 2010 – 234 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Яңы...

ҠАҘЫРША, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ҠАҘЫРША, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Һабыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 137 км алыҫлыҡта Бирмәҫбаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 418 кеше; 1920 – 472; 1939 – 370; 1959 – 198; 1989 – 127; 2002 – 124; 2010 – 105 кеше. Башҡорттар...

ҠАЗАН БОЖЬЯ МАТЕРЬ СОБОРЫ

ҠАЗАН БОЖЬЯ МАТЕРЬ СОБОРЫ, Стәрлетамаҡ ҡ. Сиркәү майҙанында урынлашҡан була. 1837 й. Ырымбур губ. архитекторы Я.И.Алфеев проекты б‑са мәхәлләгә йөрөгән кешеләр аҡсаһына һәм урындағы сауҙагәрҙәрҙең хәйриә аҡсаһына сиркәү итеп нигеҙ һалына. 1834 й. янған Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә һалынған ағас...

ҠАЗАН ГУБЕРНАҺЫ

ҠАЗАН ГУБЕРНАҺЫ, 1708 й. Ҡазан һарайы приказы ҡарамағындағы территорияның бер өлөшөндә ойошторола. Губернаға Урта һәм Түбәнге Волга буйы (37 ҡала һәм 34 биҫтә), ш. иҫ. Өфө өйәҙе (Бөрө, Зәй, Минзәлә, Табын биҫтәләре менән Өфө ҡ., батша һарайы ауылы Ҡаракүл) инә. Губерна реформаһы башҡорт ихтилалы (1704—11)...

ҠАЗАН ДАРУҒАҺЫ

ҠАЗАН ДАРУҒАҺЫ, 16 б. һуңғы сирегендә Өфө өйәҙе, 18 б. башында Өфө провинцияһы, 1744 й. Ырымбур губернаһы составына ингән (ҡара: Даруға). 17 б. аҙағында төньяҡ‑көнсығышта — Уҫы даруғаһы, көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта — Нуғай даруғаһы, көнбайышта һәм төньяҡ‑көнбайышта Ҡазан өйәҙе менән сиктәш була....

ҠАЗАН ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ

ҠАЗАН ЙӘШЕРЕН КОМИССИЯҺЫ, Крәҫтиәндәр һуғышы (1773— 75) осоронда Рәсәйҙәге тәфтиш һәм суд учреждениеһы. 1773 й. дек. императрица Екатерина II 1773 й. 29 нояб. указы м‑н ойошторола. Ҡ.й.к. Сенаттың Йәшерен экспедицияһы ҡарамағында була, хәрби командование һәм Ҡазан, Ырымбур губ. хакимиәттәре һ.б. м‑н...

ҠАЗАН ХАНЛЫҒЫ

ҠАЗАН ХАНЛЫҒЫ, 1445 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1438) — 1552 йй. Урта Волга һәм Түб. Кама буйындағы дәүләт. Алтын Урҙа тарҡалғандан һәм Ҡазан ҡ. Алтын Урҙа ханы Олуғ Мөхәммәт (өҙөклөк м‑н 1419— 37 йй. идара итә) яулап алғандан һуң барлыҡҡа килгән. Баш ҡалаһы — Ҡазан. Дәүләт башында Сыңғыҙхан нәҫеле араһынан...

ҠАЗАН ҺАРАЙЫ ПРИКАЗЫ

ҠАЗАН ҺАРАЙЫ ПРИКАЗЫ, Ҡазан һарайы, Мещера һарайы, 16 б. уртаһы — 18 б. башында Рәсәйҙең үҙәк дәүләт учреждениеларының береһе. Ҡ.һ.п. дума дьягы етәкселек иткән. Башҡортостанда (Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы ваҡытынан алып), Ҡазан өйәҙендә, Мещерала (Елатьма, Кадом, Ҡасим, Муҡшы, Темников,...

ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ

ҠАЗАН ЭРГӘҺЕ МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 16—9 бб. ҡарай. Башҡортостанда Ҡ.э.м. ҡомартҡылары Кама й. түбәнге ағымында, Ағиҙел й. басс. тупланған (Кәкрекүл торамаһы, Иҫке Ҡабан торамаһы II һ.б.). Торамалар ҡалҡыу урында урынлашҡан. Күп камералы, ағас бағаналы конструкциялы һәм...

ҠАЗАН ЯРУСЫ

ҠАЗАН ЯРУСЫ (Ҡазан губернаһы исеменән), пермдең өҫкө бүлегенең аҫҡы бүлексәһе. Уржум һәм өфө ярустары араһында урынлашҡан. А.В.Нечаев айырып күрһәтә (1915). Аҫҡы һәм өҫкө ярым ярустарға бүленә. Диңгеҙ һәм континенталь ултырмаларҙан тора. Диңгеҙ ултырмаларына фораминиферҙар, гастроподтар, ҡабырсаҡтар,...