Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҮТӘШ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ҮТӘШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡубыяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 128 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 816 кеше; 1920 — 823; 1939 — 548; 1959 — 380; 1989 — 316; 2002 — 268; 2010 — 182 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ҮТӘШЕВ Марат Мөхәр улы

ҮТӘШЕВ Марат Мөхәр улы (1.11. 1938, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а.), политолог. Юридик ф. канд. (1983), сәйәсәт ф. д‑ры (1996), проф. (1998). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) БАССР Прокуратураһында эшләй. 1968 й. алып КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑ты инструкторы, 1971 й. — КПСС‑тың Киров...

ҮТӘШЕВ Марат Мөхәр улы

ҮТӘШЕВ Марат Мөхәр улы (1.11.1938, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а.), политолог. Юридик ф. канд. (1983), сәйәсәт ф. д‑ры (1996), проф. (1998). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) БАССР Прокуратураһында эшләй. 1968 й. алып КПСС‑тың Өфө ҡала ком‑ты инструкторы, 1971 й. — КПСС‑тың Киров...

ҮТӘШЕВ Фәрит Зәйнулла улы

ҮТӘШЕВ Фәрит Зәйнулла улы (15.11. 1947, Калининград өлк. Советск ҡ.), инженер‑механик. БР ФА‑ның мөхбир ағҙаһы (2012), техник ф. д-ры (1992). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1972), 1974 й. алып шунда уҡ эшләй: 1982 й.башлап “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһының...

ҮТӘШЕВ Фуат Шәрип улы

ҮТӘШЕВ Фуат Шәрип улы (12.11. 1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Әбдрәшит а., — 6.5.1998, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. СССР‑ҙың атҡ. пилоты (1965), Аэрофлот отличнигы (1952). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тамбов граждандар флоты авиация мәктәбен (1940), Ленинград юғары партия...

ҮТӘШЕВ Хөрмәтулла Ғаззали улы

ҮТӘШЕВ Хөрмәтулла Ғаззали улы (23.11.1959, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Солтанғужа а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Таштуғай а.), актёр. РФ‑тың халыҡ (2008) һәм атҡаҙанған (1998) артисы, БР‑ҙың халыҡ (1995) һәм атҡаҙанған (1992) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1991). ӨДСИ‑не (1986; Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы),...

ҮТКӘЛ, Белорет р-нындағы ауыл

ҮТКӘЛ, Белорет р-нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 27 км һәм Белорет т. юл ст. К. табан 25 км алыҫлыҡта Үткәл й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 129 кеше; 1920 — 189; 1939 — 323; 1959 — 298; 1989 — 380; 2002 — 387; 2010 — 396 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп,...

ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ

ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ, үткәргес торбаның стандарт элементтары, төп ҡорамалдар составына инмәгән, ләкин ташыла торған мөхит (газ хәлендәге, газ-шыйыҡса, шыйыҡ һ.б.) м‑н идара итеү өсөн кәрәк булған ярҙамсы ҡоролмалар. Тәғәйенләнеше б‑са Ү.т.а. бикләй торған (затворҙар), көйләй торған (дросселдәр),...

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫ

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫ, шыйыҡ, газ хәлендәге йәки ҡаты продукттарҙы үткәргес торбалар буйлап ташыуҙы тәьмин иткән транспорт төрө. Тәғәйенләнеше һәм урынлашыу терр‑яһы б‑са магистраль (магистраль газ торбалары, нефть үткәргестәр, нефть продукттарын үткәргестәр) һәм сәнәғәт Ү.т.т. (технологик үткәргес...

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫНЫҢ ГИДРАВЛИКА ҮҘӘГЕ

ҮТКӘРГЕС ТОРБА ТРАНСПОРТЫНЫҢ ГИДРАВЛИКА ҮҘӘГЕ, БР ФА‑ға ҡарай, 2005 й. Өфөлә ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: үткәргес торба транспорты өсөн аномаль шыйыҡсаларҙы реофизик тикшереү ысулдарын камиллаштырыу; статик көсөргәнеш аҫтындағы торбалар металының емерелеү механизмын өйрәнеү; үткәргес...

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР, газ хәлендәге, шыйыҡ һәм бөртөклө матдәләрҙе һыу йәки һауа м‑н ҡатнаштырып торбаның арҡыры киҫелешендәге баҫымдарҙың айырмаһы тәьҫирендә ташыу өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары; бер‑береһенә механик йәки иретеп йәбештереү юлы м‑н тоташтырылған торбаларҙан ҡорола. Ташыла торған...

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРҘЫ ИЗОЛЯЦИЯЛАУ

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРҘЫ ИЗОЛЯЦИЯЛАУ, коррозиянан һаҡлау өсөн металл үткәргес торбаларҙы ҡаплауҙар м‑н көпләү. Үткәргес торбаның тәғәйенләнешенә бәйле гидроизоляция (тупраҡ, һыу, атмосфера коррозияһынан һаҡлау) һәм йылылыҡтан изоляциялау (торбаның өҫкө йөҙө м‑н тирә‑яҡ мөхит араһында йылылыҡ алмашыуҙы кәметеү)...

ҮТКЕН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҮТКЕН, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Һыуыҡҡул а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 11 км һәм Өфө т. юл ст. Т.-Көнб. табан 121 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 485 кеше; 1920 — 521; 1939 — 513; 1959 — 285; 1989 — 115; 2002 — 131; 2010 — 143 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 1736 й....