Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘБҮБӘКЕР, Б а ш ҡ о р т А т и н г ә н е, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ӘБҮБӘКЕР, Б а ш ҡ о р т А т и н г ә н е, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Фёдоровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 18 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 74 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 304 кеше; 1920 — 286; 1939 — 283; 1959 — 346; 1989 — 508;...

ӘБҮБӘКЕРОВ Риза Вәхит улы

ӘБҮБӘКЕРОВ Риза Вәхит улы [10.10.1902, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Күҫәләр а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 10.7.1938], дәүләт эшмәкәре. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. уҡыған (1925—27). 1919—21 йй. Дыуан кантонында эшләй. 1928 й. алып РСФСР Мәғариф ХК‑ның милли мәктәптәр б‑са инспекторы, 1929 й. — “Башҡортостан”...

ӘБҮЛӘЙЕС, Е р г ә й е ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ӘБҮЛӘЙЕС, Е р г ә й е ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Әбүләйес а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 64 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Әбүләйес й. (Ҡаҫмарт й. басс.) буйында урынлашҡан.Халҡы:1900 й. — 417 кеше; 1920 — 525; 1939 — 426; 1959 — 338; 1989 — 307; 2002 —...

ӘБҮС (ысын исеме Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы)

ӘБҮС [ысын исеме Суфиянов Сабит Әбүсуфиян улы; 27.12.1904, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Сәфәр а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) – 12.1.1974, Өфө], шағир, журналист. Ырымбур башҡорт (1923–28) һәм Өфө пед. (1928–29) техникумдарында уҡый. 1930 й. алып “Ударсы” Учалы район гәз., 1934 й. – “Һәнәк” ж. яуаплы секретарь....

ӘБҮТАЛИП, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ӘБҮТАЛИП, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Әртәкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 45 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 76 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 530 кеше; 1920 — 615; 1939 — 616; 1959 — 472; 1989 — 344; 2002 — 303; 2010 — 261 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ӘГЕРТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ӘГЕРТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Әгер й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 729 кеше; 1920 — 864; 1939 — 789; 1959 — 506; 1989 — 332; 2002 — 504; 2010 — 610 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ӘҒӘҘУЛЛИНА Лиза Ҡиям ҡыҙы

ӘҒӘҘУЛЛИНА Лиза Ҡиям ҡыҙы (1.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Түб. Ҡыйғы а.), педагог. РФ‑тың (2016) һәм БР‑ҙың (2008) халыҡ уҡытыусыһы, РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. уҡытыусыһы, РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2004). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) Салауат р‑нының Малаяҙ урта...

ӘҒЗӘМИ (Әғзәмов) Эдуард Лотфи улы

ӘҒЗӘМИ (Әғзәмов) Эдуард Лотфи улы (5.11.1937, БАССР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Арғымаҡ а.), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Журналистар союзы (1991), Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) “Ҡыҙыл таң” гәз. эшләй, 1965— 2008 йй. БР‑ҙың Нефтекама ҡ. һәм төньяҡ‑көнбайыш райондары...

ӘҒЗӘМОВ Фәрит Әкрәм улы

ӘҒЗӘМОВ Фәрит Әкрәм улы (28.11. 1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Саҡмағош а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1998) атҡ. фән эшмәкәре. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй: 1993 й. алып тау‑нефть ф‑ты деканы, 1999—2010 йй. нефть һәм газ скважиналарын...

ӘҒЛӘМОВ Нәғим Харислам улы

ӘҒЛӘМОВ Нәғим Харислам улы (15.8.1932, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Оло Шаҙы а. — 24.12.2008, Яр Саллы ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1977). РСФСР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1973). 1951—92 йй. Чита өлк., Силәбе, Өфө, Яр Саллы ҡҡ. төҙөлөш һәм монтаж ойошмаларында, 1985—87 йй. Вьетнамда эшләй. Павловка ГЭС‑ын, Кама автомобиль...

ӘҒЛИУЛЛИНА Клара Ишбулды ҡыҙы

ӘҒЛИУЛЛИНА Клара Ишбулды ҡыҙы (5.12.1968, БАССР‑ҙың Архангел районы Максим Горький а.),географ. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2022). Журналистар союзы ағзаһы (2014). БДУ‑ны тамамлаған (1996). 1986 й. алып уҡытыусы булып эшләй. 2002 й. октябренән башлап Ә.‑З.Вәлиди исемендәге Милли китапхананың...

ӘДҮТОВТАР, кантон башлыҡтары

ӘДҮТОВТАР, кантон башлыҡтары. Уҫы өйәҙе Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. (Пермь өлк. Барҙы р‑ны) башҡорттары. Мөхәмәҙи Ә. (1754—?) билдәле, 1820 й. тиклем 1‑се башҡорт кан­тоны башлығы була. Уның улдары: Баһауетдин Ә., зауряд‑яҫауыл, 1820—31 йй.1‑се башҡорт кантоны башлығы,2 йыл Иркутск губ. дистанция башлығы булып...

ӘҘӘБИ ЖАНР

ӘҘӘБИ ЖАНР, әҙәби әҫәрҙәрҙең тарихи яҡтан ойошҡан, тотороҡло төрө. Ә.ж. билдәле осорға, геогр. һәм тел даирәһенә ҡараған байтаҡ әҫәрҙәр төркөмөнә хас булған һыҙаттарҙы үҙендә дөйөмләштерә. Әҫәрҙең ниндәй әҙәби төргә ҡарағанлығынан сығып, түбәндәге Ә.ж. айырыла: эпик (роман, повесть, хикәйә һ.б.), лирик...

ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР

ӘҘӘБИ КОНКУРСТАР, иң яҡшы әҙәби әҫәрҙе асыҡлау маҡсаты м‑н үткәрелгән бәйгеләр. Башҡорт әҙәбиәте тарихында әйтеш Ә.к. тәүге формаһы булып тора. Рәсми рәүештә Ә.к. 1920 йй. 2‑се ярт. үткәрелә башлай. Ойоштороусылары – дәүләт органдары, йәмәғәт ойошмалары, ижади союздар (Башҡортостан пролетар яҙыусылар...

ӘҘӘБИ РЕЦЕНЗИЯ

ӘҘӘБИ РЕЦЕНЗИЯ, әҙәби тәнҡит жанры, художестволы әҫәргә баһа биреү, тәнҡитле тикшереү һәм баһалау.Ә.р. китапты библиографик яҡтан тасуирлай, эстәлеге, композицияһы, күтәрелгән проблемалары, ҡулланылған материал т‑да бер ни тиклем мәғлүмәт бирә; китаптың әҙәби процеста тотҡан роле һәм урыны, ш. уҡ осорҙоң...

ӘҘӘБИ ТӘНҠИТ, ҡара: Әҙәбиәт ғилеме.

ӘҘӘБИ ТӘНҠИТ, ҡара: Әҙәбиәт ғилеме.  

ӘҘӘБИ ТЕЛ

ӘҘӘБИ ТЕЛ, башҡорт теленең тарихи яҡтан ойошҡан ҡулланылыш формаһы, уға нығынған яҙыу, диалекттан өҫтөн булыу, нормаға һалыныу һ.б. хас. Башҡорт Ә.т. тарихы билдәле тарихи осорҙа һәм телдәрҙең ҡулланылыу шарттарында системаның үҙ аллы үҫеше процесы булып тора. Башҡорт Ә.т. тарихында милләткә тиклемге...

ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ

ӘҘӘБИӘТ ҒИЛЕМЕ, нәфис әҙәбиәтте, уның асылын һәм спецификаһын, килеп сығышын, йәмғиәттәге функцияһын, тарихи‑әҙәби процесс законлыҡтарын өйрәнгән фән тармағы. 3 төп йүнәлеше бар: әҙәбиәт теорияһы – әҙәби ижадтың төп элементтарының (шиғри тел, әҙәби жанрҙар,шиғыр төҙөлөшөһ.б.) асылын һәм функциональ...

ӘҘӘБИӘТ ТЕОРИЯҺЫ, ҡара: Әҙәбиәт ғилеме.

ӘҘӘБИӘТ ТЕОРИЯҺЫ, ҡара: Әҙәбиәт ғилеме. 

ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ

ӘҘӘБИӘТ ҺӘМ СӘНҒӘТ ДЕКАДАЛАРЫ ҺӘМ КӨНДӘРЕ, әҙәбиәт һәм сәнғәт ҡаҙаныштарын күрһәтеү; милли мәҙәниәтте пропагандалау һәм ижади бәйләнештәрҙе нығытыу формаларының береһе. Уларҙы ойоштороу традицияһы СССР‑ҙа 20 б. 30‑сы йй. 2‑се ярт. барлыҡҡа килә. Яҙыусыларҙың, композиторҙарҙың, рәссамдарҙың ижади союздары,...