Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЯҢЫБАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ЯҢЫБАЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Исҡуш й. (Әй й. басс.) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 705; 1939 — 689; 1959 — 728; 1989 — 817; 2002 — 907; 2010 — 844 кеше. Башҡорттар...

ЯҢЫБАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ЯҢЫБАЙ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Яңыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 102 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта Ҡоруйыл й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 251 кеше; 1920 — 558; 1939 — 477; 1959 — 464; 1989 — 522; 2002 — 605; 2010 — 592...

ЯҢЫБИРҘЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ЯҢЫБИРҘЕ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рәжәп а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 86 км алыҫлыҡта Кеүәш й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 890 кеше; 1920 — 1139; 1939 — 1002; 1959 — 836; 1989 — 362; 2002 — 364; 2010 — 324 кеше. Башҡорттар,...

ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ

ЯҢЫРА ТОРҒАН ЭНЕРГИЯ СЫҒАНАҠТАРЫ, өҙлөкһөҙ яңырып торған энергия сығанаҡтары. 2 төркөмгә бүленә. Беренсе төркөмгә тирә‑яҡ мөхиттә кеше эшмәкәрлегенән тыш яңырған Я.т.э.с.: һыу ағымы, ел, Ҡояш нурланышы, Ер аҫтында барған химик реакциялар һәм радиоактив тарҡалыу; икенсе төркөмгә кеше эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе...

ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ

ЯҢЫРТЫП ЕТЕШТЕРЕҮ, ниндәй ҙә булһа бер системаның — биол. (мәҫ., зат, популяция, экосистема) йәки соц. (мәҫ., индивид, ғаилә, ил) — өҙлөкһөҙ хәрәкәте һәм йәшәү процесын яңырта барыуы. Иҡтисадта Я.е. ябай, сикләнгән, киңәйтелгән булырға мөмкин һәм уға етештереүҙең ярашлы рәүештә үҙгәрмәгән, бәләкәйләнә...

ЯПАРҺАҘ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ЯПАРҺАҘ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 63 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 107 кеше; 1939 — 116; 1959 — 196; 1989 — 289; 2002 — 284; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Матрай урта мәктәбе филиалы),...

ЯПОНИЯ

ЯПОНИЯ, Көнсығыш Азиялағы утрауҙа урынлашҡан дәүләт. Майҙаны — 372,8 мең км2. Баш ҡалаһы — Токио. Дәүләт башлығы — император. Халҡы — 126,9 млн кеше (2016): 98,5%‑ы — япондар. Рәсми тел — япон теле. Диндарҙарҙың күпселеге — синтоистар, буддистар. БР‑ҙың Я. м‑н бәйләнештәре РФ һәм Я. мөнәсәбәттәре сиктәрендә...

ЯППАР‑ЙӘНБӘК, М и ш к ә, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ЯППАР‑ЙӘНБӘК, М и ш к ә, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай‑Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 89 кеше; 1920 — 169; 1939 — 148; 1959 — 194; 1989 — 110; 2002 — 117; 2010 — 79 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

ЯПРАҠ КЛАДОНИЯ

ЯПРАҠ КЛАДОНИЯ (Cladonia foliacea), кладония һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Горизонталь (беренсел) талломы ҡуйы кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән 0,5— 2 см оҙонлоҡтағы һуҙынҡы бармаҡ кеүек теленмә тәңкәләрҙән ғибәрәт. Тәңкәләре һарғылт йәшел, аҫҡы яҡта тоноҡ һары, төбөндә ҡарараҡ төҫтә, урыны...

ЯПРАҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ

ЯПРАҠ ҠУҢЫҘҘАРЫ, япраҡ кимергестәр (Chrysomelidae), ҡаты ҡанатлылар отрядына ҡараған бөжәктәр ғаиләһе. Яҡынса 50 мең төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. БР‑ҙа яҡынса 100 төрө осрай: горчица япраҡ мыры, имән бөрсәһе, колорадо картуф ҡуңыҙы һ.б. Кәүҙәһе оҙонса түңәрәк, оҙонлоғо 1,2—20 мм. Төҫө...

ЯПРЫҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ЯПРЫҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Илсембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Көнб. табан 17 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1052 кеше; 1920 — 1385; 1939 — 970; 1959 — 830; 1989 — 698; 2002 — 659; 2010 — 755 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

ЯР ҠАРЛУҒАСЫ

ЯР ҠАРЛУҒАСЫ, к е р ә ш ә (Apus apus), яр ҡарлуғасы һымаҡтар отрядының керәшәләр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса һыҙатында таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 16—18 см, ауырлығы 30—56 г, ҡанат йәйеме 42—48 см. Ҡауырһыны тығыҙ, ҡара‑көрән төҫтә, тамағы аҡһыл. Башы ҙур, яҫы. Суҡышы ҡара, ҡыҫҡа,...

ЯР‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл

ЯР‑БИШҠАҘАҠ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Урман‑Бишҡаҙаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 25 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 418 кеше; 1920 — 396; 1939 — 447; 1959 — 435; 1989 — 468; 2002 — 504; 2010 — 539 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Мәҙәниәт...

ЯРАН

ЯРАН 1) (Geranium), яран һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 350‑нән ашыу төрө билдәле, күбеһенсә Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 11 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк бер йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары тарбаҡлы, төҙ, күтәрелеүсән, һирәк осраҡта түшәлеүсән,...

ЯРАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЯРАТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ярат а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 30 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 71 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 150 кеше; 1920 — 183; 1939 — 132; 1959 — 459; 1989 — 564; 2002 — 599; 2010 — 516 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар...

ЯРҒАНАТТАР

ЯРҒАНАТТАР (Chiroptera), имеҙеүселәр отряды. 18 ғаиләһе, 900‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда 12 төрө осрай. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Я. 8 төрө индерелгән: эңер ярғанаты, һыу төн күбәләге, этбаш төн күбәләге, яр төн күбәләге, ваҡҡолаҡ ярғанат, киске ваҡ ҡолаҡ ярғанат, ҡара шымаморон, төн шымамороно. А.Г.Яковлев...

ЯРҘАМСЫ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ

ЯРҘАМСЫ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ, пр‑тиеның, ойошманың, учреждениеның а.х. продукцияһын етештереүҙе арттырыу, хеҙмәт коллективтары ағзаларының өҫтәлмә аҙыҡ‑түлеккә ихтыяжын тәьмин итеү (ашханаларҙы, балалар баҡсаларын, лагерҙарҙы, ял базаларын тәьмин итеү, хеҙм‑рҙәргә һатыу) маҡсатында булдырылған һәм юридик шәхес...

ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ

ЯРҘАМСЫ ЭНЕРГИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, бәләкәй үлсәмдәге газ турбиналы двигатель. Компрессор м‑н ҡыҫылған һауа алыу, ш. уҡ даими һәм үҙгәреүсән ток генераторҙары булыуы хас. Ҡыҫылған һауа — төп двигателдәрҙе эшләтеп ебәреү, кондициялау системаларын, электр генераторҙарының приводтарын тәьмин итеү өсөн самолёт...

ЯРКАЛОВ Алексей Назарович

ЯРКАЛОВ Алексей Назарович [ысын исеме Йәркәев Хөснулла Хәбибназар улы; 28.12.1920, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Инйылға а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 1972, Дүшәнбе], Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Төньяҡ, Ленинград, 3‑сө Балтик буйы һәм 2‑се...

ЯРЛЫ КӘРИМ

ЯРЛЫ КӘРИМ [ысын исеме Кәримов Ғабдулла Әхмәтвәли улы; 1901, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыт а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 1937, Өфө], шағир. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Ф.Кәримдеңағаһы. Төрлө мәҙрәсәләрҙә, Көнсығыш хеҙмәтсәндәренең коммунистик ун‑тында (Мәскәү, 1921—22) уҡый. Граждандар һуғышы йылдарында...