Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАДЕР Отто Николаевич

БАДЕР Отто Николаевич (29.6.1903, Полтава губ. Александровский а. — 2.4.1979, Мәскәү), археолог. Тарих ф. д‑ры (1964). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1926) ш. уҡ ун‑ттың Антропология ин‑тында, 1933 й. алып Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. Мәскәү бүлегендә эшләй. 1944 й. башлап Түбәнге Тагил тыуған яҡты...

БАДИКОВ Юрий Владимирович

БАДИКОВ Юрий Владимирович (12.8.1950, Могилёв ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д‑ры (2002). Ленинград туҡыу һәм еңел сәнәғәт ин‑тын тамамлаған (1972). 1975 й. Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй, 1976 й. — Өфө синтетик спирт з‑дында. 1977 й. башлап Бөтә Союз нефть сәнәғәте машиналарын эшләү ҒТИ‑ның Өфө...

БАДМИНТОН

БАДМИНТОН (ингл. badminton), спорт төрө, майҙансыҡта сетка аша ракеткалар м‑н волан ташлашыу уйыны. Респ. 20 б. 60‑сы йй. башынан үҫешә. Б. өсөн майҙансыҡтар “Юлдаш” физик культура йортонда, БДУ, БДМУ, БДПУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ‑ла, Комаров В.М. исемендәге балалар ижады һарайында, Өфөнөң 35‑се урта мәктәбендә,...

БАҘАЛ, һырт

БАҘАЛ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Бөрйән р‑нында Аҡбейек тауы (888 м) итәгенән Ағиҙел й. киңлек ағымына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 25 км; төньяҡ киңлеге 4 км, үҙәк өлөшө 5 км, көньяҡ өлөшө 7 км; абс. бейеклеге 878 м. Һыртта 5 түбә айырылып тора (бейеклектәре 708, 868,...

БАҘАНСАТ, Асҡын р‑нындағы ауыл

БАҘАНСАТ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡышлауйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 52 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Баҙан й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 305 кеше; 1939 — 433; 1959 — 389; 1989 — 328; 2002 — 303; 2010 — 245 кеше. Башҡорттар,...

БАҘАР ИҠТИСАДЫ

БАҘАР ИҠТИСАДЫ, тауар-аҡса мөнәсәбәттәренә, милек формалары төрлөлөгөнә, үҙ эшсе көсөнөң милекселәре булған етештереүселәр һәм граждандарҙың ирекле конкуренцияһына нигеҙләнгән милли иҡтисадты ойоштороу системаһы. Ирекле хаҡтар, һорау һәм тәҡдимдең үҙгәреп тороуы һәм дәүләт яғынан миним. контроль йоғонтоһонда...

БАҘАР КОНЪЮНКТУРАҺЫ

БАҘАР КОНЪЮНКТУРАҺЫ, аныҡ бер тауар, хеҙмәт йәки етештереү факторы баҙарында билдәле бер осорҙа барлыҡҡа килгән иҡт. хәл. Б.к. уңайлы, ҡәнәғәтләнерлек йәки уңайһыҙ булараҡ баһаланырға мөмкин. Был баһа даими йәки ваҡытлыса, тиҙләтеүсе йәки тотҡарлаусы характерҙа булған күп факторҙарға бәйле. Б.к. төп...

БАҘАРҒОЛ ЮНАЕВ

БАҘАРҒОЛ ЮНАЕВ, Бәҙәрғол Ю., Исәт провинцияһы башҡорттарынан Уложенный комиссия депутаты. Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв ген.-фельдмаршалы. Себер даруғаһы Мәкәтин улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы (1760), ш. уҡ даруғаның Мәкәтин, Һеңрән һәм Шуран улустары старшинаһы....

БАҘАРҘАР

БАҘАРҘАР, хеҙмәт күрһәтеү, тауар һәм ресурстар м‑н алмашыуға бәйле баҙар мөнәсәбәттәрен тормошҡа ашырыу сфераһы. Хосуси милекселәр тейешле Б. аша фирмаларға иҡт. ресурстарын (хеҙмәт, капитал, сеймал һ.б.) һата; етештереүселәр һатып алынған ресурстарҙы тауар етештереү һәм хеҙмәт күрһәтеүҙе ойоштороу...

БАҘҒЫЯ, Шаран р‑нындағы ауыл

БАҘҒЫЯ, Шаран р‑нындағы ауыл, Баҙғыя а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 17 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Баҙғыя й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 663 кеше; 1920 — 862; 1939 — 899; 1959 — 735; 1989 — 456; 2002 — 490; 2010 — 465 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

БАҘЛЫҠ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

БАҘЛЫҠ, Послок, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Баҙлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 7 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Баҙлыҡ й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1730 кеше; 1920 — 2017; 1939 — 878; 1959 — 1251; 1989 — 1049; 2002 — 1023; 2010 — 916 кеше. Сыуаштар...

БАҘЫ‑ҠУЯН, Илеш р‑нындағы ауыл

БАҘЫ‑ҠУЯН, Ҡуян, Илеш р‑нындағы ауыл, Дөмәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 89 км алыҫлыҡта Читкурго й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 591 кеше; 1920 — 779; 1939 — 607; 1959 — 418; 1989 — 154; 2002 — 133; 2010 — 122 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

БАҘЫ, йылға

БАҘЫ, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Шаран р‑ны Михайловка а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Көньяҡтан төньяҡҡа табан Шаран, Саҡмағош, Илеш, Дүртөйлө р‑ндары буйлап аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 110 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 123 км, басс. майҙаны 1590 км2, дөйөм түбәнәйеүе 150 м. Башлыса...

БАҘЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл

БАҘЫҠ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Борон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Ҡуғанаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта Баҙыҡ й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 669 кеше; 1920 — 873; 1939 — 714; 1959 — 461; 1989 — 282; 2002 — 238; 2010 — 206 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

БАҘЫҠАЙ

БАҘЫҠАЙ (Epipactis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразияла, Африкала һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Оҙон, йәйелеүсән йәки ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 50—80 см. Япраҡтары оҙонса йәки ҡыяҡ формаһында,...

БАҘЫҠОВ Рәйеф Карам улы

БАҘЫҠОВ Рәйеф Карам улы (25.1.1946, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Исламбаҡты а.), фоторәссам. РФ‑тың (2002) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы (1985), Фоторәссамдар союзы (1991) ағзаһы. 1963 й. алып 3‑сө төҙөлөш тресында (Өфө) эшләй, 1980 й. — “Вечерняя Уфа” гәз., 1983 й. — “Республика...

БАҘЫҠОВ Рәшит Ғәзиз улы

БАҘЫҠОВ Рәшит Ғәзиз улы (20.07.1932, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Митрәй‑Әйүп а.), онколог. Мед. ф. д‑ры (2000). РСФСР‑ҙың (1985) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡ. табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1973). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Туймазы р‑нының Ҡандра участка дауаханаһында эшләй. 1960 й. алып Респ....

БАҘЫТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

БАҘЫТАМАҠ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 142 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1033 кеше; 1920 — 1139; 1939 — 1066; 1959 — 965; 1989 — 728; 2002 — 718; 2010 — 666 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002)....

БАЖАЙКИН Станислав Георгиевич

БАЖАЙКИН Станислав Георгиевич (9.1.1944, Амур өлк. Завитая ҡсб), механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2008). Урал ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1969) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1983 й. алып лаб. мөдире, 1993 й. — бүлек мөдире, 2002 й. — ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үҙәктән ҡыуыусы һәм винтлы...

БАЖАНОВ Олег Сергеевич

БАЖАНОВ Олег Сергеевич (13.4.1968, Өфө), актёр. РФ‑тың атҡ. артисы (2004). РФ‑тың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1996). Волгоград сәнғәт уч‑щеһын (1987; К.М.Дубинин курсы), Ырымбур пед. ун‑тын (2008) тамамлаған. 1985 й. алып — Волгоград, Красноярск, Минск ҡҡ. театрҙары, 1994 й. — Ырымбур драма театры,...