Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДЕРКАЧ Василий Павлович

ДЕРКАЧ Василий Павлович (31.5.1954, Өфө – 4.1.2006, шунда уҡ), тренер. Шайбалы хоккей б-са РСФСР-ҙың атҡ. тренеры (1991). Киев физик культура ин‑тын тамамлаған (1978). 1979—95 йй. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ы тренеры. Д. етәкс. “Салауат Юлаев” СДЮСШОР‑ының үҫмерҙәр командаһы СССР беренселегенең бронза...

ДЕРМАТИТТАР

ДЕРМАТИТТАР (гр. derma — тире), механик, физик, химик һәм биол. сығышлы ҡуҙғытҡыстар тәьҫире арҡаһында тире шешеү ауырыуҙары. Ябай (ҡуҙғытҡыс агенттарҙың билдәле бер көсө һәм оҙайлы тәьҫирен- дә һәр кешелә барлыҡҡа килә) һәм аллергик (ҡуҙғытҡыстарға һиҙеүсәнлеге юғары булған кешеләрҙә); тәьҫир иткән...

ДЕРМАТО...

ДЕРМАТО... (гр. derma, эйәлек килештә dermatos — тире), ҡушма һүҙҙәрҙең “тирегә, тире ауырыуҙарына ҡағылышлы” мәғәнәһен белдереүсе өлөшө (мәҫ., дерматовенерология, дерматоглифика). Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

ДЕРМАТОВЕНЕРОЛОГИЯ

ДЕРМАТОВЕНЕРОЛОГИЯ (дермато..., лат. Venus — һөйөү алиһәһе һәм ...логия), медицинаның тире ауырыуҙарын һәм башлыса енси юл м‑н йоға торған инфекцияларҙы өйрәнгән бүлеге. Республикала Д. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 1930 й. Башҡ‑н тире‑венерология ҒТИ‑нда (ҡара: Тире‑венерология диспансеры), 1936 й. БДМИ‑ның...

ДЕРМАТОГЛИФИКА

ДЕРМАТОГЛИФИКА (дермато... һәм гр. glypho — һырлайым, гравёрлайым), ус һәм табандың тире рельефын өйрәнеү; антропология ысулдарының береһе. Дерматоглифик тикшеренеүҙәр папилляр һыҙыҡтар һәм биҙәктәрҙең билдәле бер үҙенсәлектәренә нигеҙләнә: йәшкә ҡарап һәм тирә‑яҡ мөхит тәьҫиренән үҙгәрмәй, индивидуаль...

ДЕСИКАНТТАР

ДЕСИКАНТТАР (лат. desicco — ҡоротам), пестицидтар төркөмөнән химик препараттар, а.х. үҫемлектәренең өлгөрөүен тиҙләтеү һәм уңышты урып‑йыйыуҙы еңеләйтеү маҡсатында үҫемлектәрҙе бер аҙ киптереү өсөн ҡулланыла. Химик яҡтан органик (фосфоний к‑талары нигеҙендә алынған глифосат һәм глюфосинат, бипиридилий...

ДЕТКИН Павел Иванович

ДЕТКИН Павел Иванович [30.12.1886, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ореховая Гора а. (Пермь крайы Чернушка р-ны) — 1943 й. авг., Сталинск ҡ.], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү сауҙа акад. тамамлаған (1929). 1908—13 йй. урыҫ хәрби‑диңгеҙ флотында, 2‑се...

ДЕТРИТОФАГТАР

ДЕТРИТОФАГТАР (лат. detritus — ҡырылған һәм гр. phagos – ҡомһоҙланып ашаусы), детрит (сереп тарҡалған хайуандарҙың, үҫемлектәрҙең һәм бәшмәктәрҙең микроорганизмдары м‑н бергә ваҡ өлөшсәләре) м‑н туҡланған ҡоро ер һәм һыу хайуандары. Д. араһында умыртҡаһыҙ хайуандар күп. Һыу Д. грунт ашаусылар һәм сестонофагтар...

ДЕФЕКТОСКОПИЯ

ДЕФЕКТОСКОПИЯ (лат. defectus — етешһеҙлек һәм гр. skopeo — ҡарайым), материалдарҙың һәм изделиеларҙың (башлыса иретеп йәбештерелгән урындарының, ҡойоу һәм штамплау юлы м‑н яһалған деталдәренең) бөтөнлөгө йәки бер төрлөлөгө боҙолған урындарын табыу маҡсатында, уларҙы емермәйенсә, сифатын тикшереү ысулдары...

ДЕФОЛИАНТТАР

ДЕФОЛИАНТТАР (де... һәм лат. folium — япраҡ), пестицидтар төркөмөнән химик препараттар, урыпйыйыу алдынан культуралы үҫемлектәрҙең япраҡтарын ҡойҙороу өсөн файҙаланыла. Үҫемлектәргә тәьҫир итеү механизмы б‑са йомшаҡ (трибутилтритиофосфат нигеҙендә алынған бутифос, 2‑меркаптобензотиазол нигеҙендә — бутилкаптакс,...

ДЖАЗ

ДЖАЗ (ингл. jazz), муз. сәнғәте төрө. 19 б. аҙ. – 20 б. башында АҠШ‑тың көньяғында негр халҡы араһында Көнбайыш Африка һәм Европа муз. мәҙәниәттәренең үҙ‑ара йоғонтоһо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Д. формаһын булдырыусы сара булып импровизация, тауыш сығарыуҙың һәм интонация м‑н башҡарыуҙың акад. булмаған...

ДЖЕЙХАНИ

ДЖЕЙХАНИ, Джайхани (Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Әхмәт әл-Джейхани; ? — 941, Бохара), Урта Азия ғалимы. Сәмәрҡәнд әмире һарайында вәзир булып хеҙмәт итә (яҡынса 913—14 йй.). Гардизи, Ибн Руста һ.б. хеҙмәттәренән билдәле булған “Китаб әл‑мәсалик вәл-мәмалик” (“Юлдар һәм илдәр китабы”) хеҙмәтенең авторы....

ДЖЕМИЛЕВ РЕАКЦИЯҺЫ

ДЖЕМИЛЕВ РЕАКЦИЯҺЫ, этилмагнийбромид йәки диэтилмагний ярҙамында каталитик күләмдә цирконий тоҙҙары ҡатнашлығында α‑олефиндарҙы этилмагнийлау. Д.р. туйындырылмаған берләшмәләрҙән, бер үк ваҡытта этил төркөмөнөң α‑олефиндарын β‑торошона индереп, юғары Гриньяр реактивтарын алырға мөмкинлек бирә. Органик...

ДЖЕМИЛЕВ Усеин Меметович

ДЖЕМИЛЕВ Усеин Меметович (15.5.1946, Үзбәк ССР‑ы Осман Йосопов а.), химик-органик. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1990), БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1977), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984). Ҡаҙаҡ химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА-ның Химия фәндәре ин‑тында...

ДЗЮДО

ДЗЮДО (япон. дзю — йомшаҡлыҡ, до — юл), спорт төрө, ике спортсының бер‑береһенең тән өлөштәренә һәм кейеменә тотоноп, ташлау, тотоп тороу, быуыу, ауырттырыу ысулдарын эшләргә тырышҡан бергә‑бер алышы. Башҡортостанда Д. 20 б. 60‑сы йй. аҙ. Күмертау, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. үҫеш ала; 70‑се йй. Өфөлә...

ДИАБАЗ

ДИАБАЗ (грекса diabasis — күсеү), һелте составлы палеотиплы эффузив йәки интрузив магмалы тау тоҡомо. Химик һәм минералогик составы буйынса базальтҡа оҡшаған. Структураһы диабазлы (офитлы), ваҡтан алып эре бөртөклөгә тиклем. Төҫө ҡуйы һоро йәки йәшкелт ҡара. Йыйырсыҡлы өлкәләрҙә һәм платформаларҙа үҫешкән,...

ДИАГНОСТИКА

ДИАГНОСТИКА, (гр. diagnostikos — асыҡлауға һәләтле), медицинала: 1) ауырыуҙы асыҡлау өсөн ауырыған кешене тикшереү процесы. 2) Диагноз ҡуйыу һәм тейешле дауа тәғәйенләү маҡсатында ауырыуҙы асыҡлау принциптарын һәм ысулдарын өйрәнгән мед. фәне бүлеге. Табип-диагностика техникаһы, семиология, диагноз...

ДИАЛЕКТИКА

ДИАЛЕКТИКА (гр. dialegomai — әңгәмәләшәм), тәбиғәт, йәмғиәт һәм кеше аңының үҫеш закондарын аңлатыу һәм тасуирлауҙың фәнни‑филос. ысулы. Д. метафизикаға (әйбер һәм күренештәрҙе үҙгәрешһеҙ, бербереһенә бәйләнмәгән тип фекерләү алымы) ҡаршы ҡуйыла. Диалектик концепция Боронғо Грецияла барлыҡҡа килеп,...

ДИАЛЕКТОЛОГИЯ

ДИАЛЕКТОЛОГИЯ, башҡорт тел ғилеменең башҡ. теле диалекттарын һәм һөйләштәрен өйрәнеүсе бүлеге. Тасуири һәм тарихи диалекттарға бүленә. Тасуири Д. — хәҙ. диалекттарҙы һәм уларҙың үҙенсәлектәрен, тарихи Д. тәғәйен тел тарихында диалекттар үҫешен өйрәнеүгә арналған. Башҡ. Д. барлыҡҡа килеүе 19 б. 2‑се...

ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы

ДИАНОВ Вәлиәхмәт Диан улы (13.3.1930, Түбәнге Новгород крайы Новомочалино а. — 1981, Мәскәү), график. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1969). Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Мәскәү полиграфия ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) 1971 й. тиклем Башҡ‑н китап нәшриәтенең баш художество мөхәррире. Китап графикаһы һәм...