Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИҘРИС, Әлшәй р-нындағы ауыл

ИҘРИС, Түбәнге Сураҡай, Әлшәй р-нындағы ауыл, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Шафран т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡорҫаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 612; 1939 — 583; 1959 — 613; 1989 — 462; 2002 — 445; 2010 — 389 кеше. Башҡорттар...

ИҘРИС, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

ИҘРИС, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 18 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 31 км алыҫлыҡта Обуховка й. (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 290 кеше; 1920 — 483; 1939 — 363; 1959 — 382; 1989 — 263; 2002 — 205; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар...

ИҘРИС, Салауат р‑нындағы ауыл

ИҘРИС, Краснополье, Салауат р‑нындағы ауыл, Әлкә а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 19 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Күлекле й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 156 кеше; 1920 — 157; 1939 — 194; 1959 — 228; 1989 — 184; 2002 — 188; 2010 —...

ИҘРИСИ

ИҘРИСИ [Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Мөхәммәт ибн Абдулла ибн Иҙрис әл-Иҙриси; 1100, Сеута ҡ., Әлмөрәбиҙәр дәүләте — 1161 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1165), Сеута ҡ., Әлмөхиҙәр дәүләте], ғәрәп сәйәхәтсеһе, географ. Кордова ҡ. (Әлмөрәбиҙәр дәүләте) уҡый. 12 б. башында Төньяҡ Африка, Үҙәк Европа, Кесе Азия буйлап...

ИҘРИСОВ Ғилемхан Иҙрис улы

ИҘРИСОВ Ғилемхан Иҙрис улы [16.9.1913, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Абзан а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 5.2.1977, Күмертау ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Тыуған ауылында, 1932—36 йй. Ленинград ҡ., 1940 й. алып Стәрлетамаҡ ҡ. эшләй. 1937—39 йй. һәм 1942 й. башлап Ҡыҙыл...

ИҘРИСОВ Миңдулла Сәлимйән улы

ИҘРИСОВ Миңдулла Сәлимйән улы (17.1.1948, БАССР‑ҙың Ғафури районы Йөҙимән а.), актёр. РФ‑тың атҡаҙанған (2010), БР‑ҙың халыҡ (2003), БАССР‑ҙың атҡаҙанған (1979) артисы. Өфө сәнғәт училищеһын (1972; Л.В.Вәлиев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) тамамлағандан һуң 1985 й. тиклем һәм 1998—2021 йй. Салауат башҡорт драма...

ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы

ИҘРИСОВ Мөхәмәт Рамаҙан улы (18.2.1920, АСБР-ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны 2‑се Мырҙа а. – 4.2.2012, Өфө), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1955). БАССР‑ҙың халыҡ (1953) һәм атҡ. (1945) артисы. 1941—63 йй. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы....

ИҘРИСОВ Роберт Хәбиб улы

ИҘРИСОВ Роберт Хәбиб улы [13.4.1944. Чкалов өлк. Домбаровск ҡсб (Ырымбур өлк.)], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2002). СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) ӨМЭЗ‑дә эшләй; 1972—74 йй. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу,...

ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы

ИҘРИСОВ Фәрит Фәтих улы (12.7.1954, Ырымбур ҡ.), дирижёр. БР‑ҙың халыҡ артисы (1997). Мәскәү консерваторияһын тамамлағандан һуң (1980, В.С.Петров класы) 1985 й. тиклем Ульяновск юғары хәрби команда элемтә училищеһы оркестры дирижёры, 1986—99 йй. Өфө юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы оркестрының...

ИҘРИСОВА Александра Николаевна

ИҘРИСОВА Александра Николаевна (1.6.1922, Өфө губернаһының шул уҡ исемле өйәҙе Морозов утары — 22.6.2012, Өфө ҡ.), бейеүсе. 1931—61 йй. Башҡ. дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле) солисы. И. башҡарыу оҫталығы кәүҙәләндереү алымдарының килешле булыуы...

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы

ИҘРИСОВА Лиә Түләк ҡыҙы (24.5.1963, Октябрьский ҡ.), невролог, физиотерапевт. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2002). БДМИ‑ны тамамлаған (1986). 1988 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй, 1992 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. 2002 й. алып Мәскәүҙә: “РЖД” ААЙ-ның Үҙәк поликлиникаһында бүлек мөдире,...

ИҘРИСОВА Миләүшә Абрар ҡыҙы

ИҘРИСОВА Миләүшә (Лилиә) Абрар ҡыҙы (28.12.1961, Өфө), муз. белгесе. Сәнғәт ғилеме канд. (2014). БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2006). Журналистар союзы (2002), Композиторҙар союзы (2006) ағзаһы. Н.Һ.Аллаярованың, А.Х.Ғабдрахмановтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1986) БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Никольский а....

ИЖАДИ-ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ

ИЖАДИ-ПРОИЗВОДСТВО КОМБИНАТЫ. 1930 й. “Башхудожник” ширҡәте булараҡ ойошторола; 1953 й. алып СССР‑ҙың Художество фонды (1958 й. башлап РСФСР‑ҙың, 1992 й. — БР‑ҙың Рәссамдар союзы) эргәһендәге Башҡ‑н бүлеге; 1977 й. — Башҡ‑н художество-производство оҫтаханалары, 1980 й. — Башҡ‑н ижади-производство комб‑ты....

ИЖАУ

ИЖАУ, йомро, һирәгерәк яҫы төплө, оҙонса бәләкәй моронло һәм һырлы тотҡалы ағас сүмес (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Ғәҙәттә ҡайын, һирәгерәк саған олононоң тамырға яҡын өлөшөнән йәки ороһонан эшләгәндәр, ерек ҡабығы ҡайнатмаһында буяғандар һәм май һеңдергәндәр. И. тотҡаһын семәрләп уйып (геом.,...

ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ

ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ ҺӘМ ХОҠУҠИ ТИКШЕРЕНЕҮҘӘР ИНСТИТУТЫ, 2009 й. Өфөлә БР ФА-ның Ижт. һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәге (2004 й. нигеҙләнгән) базаһында РБФА‑ның И‑с.һ.х.т.и. булараҡ ойошторола, 2012 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: Башҡортостан Республикаһының соц.‑иҡт., дәүләт‑хоҡуҡи...

ИЗАФЕТ

ИЗАФЕТ (ғәр. аль-идафату – ҡушылыу, өҫтәлеү), ҡайһы бер төрки телдәрҙә, ш. иҫ. башҡорт телендә, ш. уҡ иран телдәре һәм ғәрәп телдәрендә аныҡлаусы конструкциялар тибы. Төркиәттә ике компоненты ла исемдән килгән һүҙбәйләнеш И. тип атала. И. 3 төрө айырыла: 1‑сеһе — йәнәшәлек нигеҙендә барлыҡҡа килгән...

ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ

ИЗГЕ ИХТЫЯР УЙЫНДАРЫ, ҡыҫҡа халыҡ‑ара ярыштар, 4 йылға 1 тапҡыр үткәрелгән. Уйындарҙың девизы: “Спортта дуҫлыҡтан — Ерҙәге тыныслыҡҡа!”. Тәүге йәйге И.и.у. — Мәскәү ҡ. (1986), ҡышҡыһы АҠШ‑та (Лейк-Плэсид ҡ., 2000) үтә. Уйындарҙа ҡатнашыусы Башҡортостан спортсылары араһында С.В.Үлмәҫова — 3000 м һәм...

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР

ИЗГЕ САУҠАЛЫҠТАР, доға ҡылыу сауҡалыҡтары, мәжүсилек динен тотоусы мариҙар һәм удмурттарҙың төп дини йолаларын, ғибәҙәттәрен ҡылыу урындары. Ғаилә, ырыу, дөйөм ауыл, бер нисә ауыл, бөтә мари, бөтә удмурт И.с.; табыныу объектына ҡарап, бер йәки бер нисә илаһҡа бағышланған И.с. айырыла. Йолалар, ғибәҙәттәр...

ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ

ИЗГЕ СЕРГИЙ КАФЕДРАЛЬ СОБОРЫ. Өфөлә урынлашҡан. 1868 й. сиркәү булараҡ төҙөлә, изге Сергий Радонежский хөрмәтенә епископ Филарет тарафынан изгеләндерелә. 1774 й. янған ағас сиркәү (16 б. нигеҙ һалынған) урынына һалына. 1933 й. собор статусын ала. Собор ағастан, бер көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы...

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ

ИЗГЕ ТРОИЦА СОБОРЫ. Бөрө ҡ. урынлашҡан. 1835—41 йй. А.Р.Ватлашев һәм мәхәллә халҡы хәйеренә төҙөлә, 1841 й. изгеләндерелә. Классицизм стилендәге собор таштан бер көмбәҙле итеп һалына, ҡыңғырауҙары (төп ҡыңғырау 333 бот тартҡан) булған 3 яруслы сиркәү манараһы була, таш нигеҙгә ҡоролған суйын ҡойма м‑н...