Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы

ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы (21.1.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы 1‑се Моҡас а.— 28.4.2020, Өфө ҡ.), халыҡ музыканты, йырсы. БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). 1959 й. алып Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет, 1979—2003 йй. Бәләбәй уҡыу‑производство предприятиеларында эшләй, бер үк ваҡытта...

ЙӘНЕКӘЕВ Вил Ғүмәр улы

ЙӘНЕКӘЕВ Вил Ғүмәр улы (16.10.1936, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1984), проф. (1985). РФ-тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1994), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1996). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БАХИ‑ны тамамлаған (1959), 1962—64 йй. шунда уҡ уҡыта. 1967 й. алып С.‑Петербург...

ЙӘНЕКӘЕВ Ғайса Хәмиҙулла улы

ЙӘНЕКӘЕВ Ғайса Хәмиҙулла улы (2.7.1864, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 1931 й. марты, Өфө), Ҡазан губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты, Ырымбур губернаһынан 4‑се Дәүләт думаһы (1912—17) депутаты. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. Ырымбур...

ЙӘНЕКӘЕВ Дамир Әхмәт улы

ЙӘНЕКӘЕВ Дамир Әхмәт улы (1.1.1939, Өфө), патофизиолог. Мед. ф. д‑ры (1988), проф. (1989). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1993), СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1985). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, С.Ә.Йәнекәеваның ағаһы. БДМИ‑ны тамамлаған (1963), 1965 й. алып шунда уҡ эшләй: 1987 й. башлап патофизиология каф....

ЙӘНЕКӘЕВ Дәрд Ғәли улы

ЙӘНЕКӘЕВ Дәрд Ғәли улы (21.3.1925, Бәләбәй ҡ. — 13.4.2016, Мәскәү ҡ.), психиатр. Медицина фәндәре докторы (1979), профессор (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) республиканың дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында эшләй, 1966 й. алып БДМИ‑ла уҡыта....

ЙӘНЕКӘЕВ Заршат Дәүләтша улы

ЙӘНЕКӘЕВ Заршат Дәүләтша улы (29.3.1932, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Сафар а. — 28.6.2011, Өфө), хоҡуҡ белгесе. Юридик ф. д‑ры (1992), проф. (1992). РФ‑тың (2000) һәм БАССР‑ҙың (1981) атҡ. юрисы, БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан...

ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы

ЙӘНЕКӘЕВ Зөфәр Ирғәли улы (4.3.1951, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 1‑се Моҡас а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (2012), юридик ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. юрисы (2001). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) БАССР‑ҙың прокуратура органдарында эшләй, 1978 й. алып Сибай ҡала халыҡ депутаттары...

ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ

ЙӘНЕКӘЕВ Р. ИСЕМЕНДӘГЕ АУЫЛ ХУЖАЛЫҒЫ ПРОИЗВОДСТВО КООПЕРАТИВЫ. Дүртөйлө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Гөблөкөсөк ауылы. Составында һыйыр малының 2 һөтсөлөк фермаһы бар. 2012 й. 61 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 3799 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр  — 2525 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген...

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Ғизетдин улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Ғизетдин улы (10.1.1942, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а. — 27.7.1993, Өфө), педиатр. Мед. ф. д‑ры (1990), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1987). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире була....

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Исхаҡ улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Исхаҡ улы (16.3.1962, Ҡаҙаҡ ССР‑ы Тогус а.), травматолог‑ортопед. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1997). БР-ҙың атҡ. табибы (2015). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) 1986 й. тиклем һәм 1989 й. алып ш. уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1997 й. алып Һуғыш ветерандары өсөн...

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рафаэль Сәлихйән улы (12.2.1932, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 16.8.2007, Өфө, Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. ерләнгән), селекционер. БССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1992), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1986). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ҡустыһы. БАХИ-ны...

ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы

ЙӘНЕКӘЕВ Ринат Радик улы (17.11.1984, Октябрьский ҡ.), спортсы. Билбау көрәше буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2007), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2009). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2007). Стәрлетамаҡ физик культура институтын тамамлаған (2008). 1‑се ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (Октябрьский ҡ.,...

ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы

ЙӘНЕКӘЕВ Рифҡәт Сәлих улы (9.5.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Яңы Мортаза а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны, — 17.4.2000, БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Иванай а.), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1971). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Р.С.Йәнекәевтең ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Саҡмағош, Дүртөйлө,...

ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы

ЙӘНЕКӘЕВ Таң Ғүмәр улы (1.10.1948, Өфө ҡ.), сценограф. РФ‑тың халыҡ рәссамы (2021), РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1980) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Рәссамдар союзы ағзаһы (1977), Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1979). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. В.И.Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған...

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы

ЙӘНЕКӘЕВ Фәрит Усман улы (22.1.1960, Өзгөн ҡ.), инженер‑физик. Техник ф. д‑ры (2000). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем СССР ФА БФ‑тың Физика һәм математика бүлегендә, 1988 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (1995 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р),...

ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы

ЙӘНЕКӘЕВ Хәсән Кәрим улы (29.1.1910, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы Ҡарғалы а., хәҙ. БР‑ҙың Благовар р‑ны Үрге Ҡарғалы а., — 17.12.1984, Мәскәү), селекционер. Биол. ф. д‑ры (1958), проф. (1960). РСФСР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1982). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән. И.В.Мичурин ис. Йәшелсә-емеш ин‑тын тамамлаған...

ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы

ЙӘНЕКӘЕВА Зәриә Муса ҡыҙы (23.11.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй а. — 25.9.2003, Өфө ҡ.), педиатр. Медицина фәндәре докторы (1999), профессор (2000). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (1997). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) 1970 й. тиклем Шишмә үҙәк район дауаханаһында эшләй (1969 й. алып бүлек мөдире),...

ЙӘНЕКӘЕВА Светлана Әхмәт ҡыҙы

ЙӘНЕКӘЕВА Светлана Әхмәт ҡыҙы (10.4.1946, Өфө), аллерголог‑иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1991), проф. (1996). БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1986), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1981). Дворян Йәнекәевтәр нәҫеленән, Д.Ә.Йәнекәевтең һеңлеһе. БДМИ-ны (1971), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (1998) тамамлаған....

ЙӘНЕКӘЕВТӘР

ЙӘНЕКӘЕВТӘР, 1) кенәздәр нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Йәнекәй Тенишев, кенәз Бейхан нәҫеленән. 16 б. 2‑се ярт. Ҡасим ханлығының Темников ҡалаһында кенәз һәм воевода була. Пётр I 1713 й. 3 нояб. указы нигеҙендә мосолман мырҙалар м‑н бер рәттән Й. дворян дәрәжәһенән мәхрүм ителә. Императрица Екатерина II...

ЙӘНЕКӘЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ЙӘНЕКӘЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Байым а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 74 км һәм Мораҡай т. юл ст. Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Биҙгенде й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 186 кеше; 1920 — 379; 1939 — 174; 1959 — 194; 1989 — 275; 2002 — 301; 2010 — 293 кеше. Башҡорттар...