Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ

ЙӘРМӨХӘМӘТ ХАЖИЕВ (? — 3.6.1740), башҡорт ихтилалдары (1735—40) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1739 й. көҙөндә Ҡараһаҡал, Мәндәр Ҡарабаев һәм Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин м‑н берлектә яңы ихтилал ойоштороуға тотона. 1740 й. ғин. алып Себер даруғаһында...

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ярат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 37 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 78 км алыҫлыҡта Мағаш й. (Һаҡмар й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 305 кеше; 1920 — 448; 1939 — 156; 1959 — 186; 1989 — 193; 2002 — 205; 2010 —182 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл

ЙӘРМӨХӘМӘТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Оло Нөгөш й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1480 кеше; 1920 — 1574; 1939 — 1431; 1959 — 943; 1989 — 764; 2002 — 709; 2010 — 651 кеше. Башҡорттар...

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Зиннур Ғөбәйҙулла улы

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3.2.1948, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Хәсән а. — 20.6.2022, Мәскәү ҡ.), иҡтисадсы. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005). БР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998). Магнитогорск тау‑металлургия институтының тау (1976) һәм иҡтисад (1979) факультеттарын...

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Рөстәм Зиннур улы

ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Рөстәм Зиннур улы (27.2.1976, Сибай ҡ.), иҡтисадсы. Юридик ф. канд. (2002), иҡт. ф. д‑ры (2007). З.Ғ.Йәрмөхәмәтовтың улы. БДУ‑ның юридик (1998) һәм иҡт. (2002) ф‑ттарын тамамлаған. 2002 й. алып БДУ‑ның Сибай ин‑тында уҡыта (2004 й. башлап дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарихы каф. мөдире)....

ЙӘРМӨХӘМӘТОВТАР

ЙӘРМӨХӘМӘТОВТАР, цирк артистары, акробаттар. Салауат Фәтхелислам улы Й. [19.5.1948, БАССР‑ҙың Абҙан р‑ны Ағурҙа а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны)], БАССР‑ҙың халыҡ (1989) һәм атҡ. (1984) артисы. Өфө циркы эргәһендәге Башҡ. цирк студияһын тамамлағандан һуң (1973) Башҡ. цирк коллективы, 1991—2000 йй. Вернадский...

ЙӘРМӨХӘММӘТ ҠӘҘЕРМӘТОВ

ЙӘРМӨХӘММӘТ ҠӘҘЕРМӘТОВ, Йәркәй Ҡ. (1721; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1722—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Ишбулды а. (Яңауыл р‑ны) типтәре. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушыла. Дек. аҙағында Й.Ҡ. м‑н Ҡаранай Моратов отрядтары Ҡазан губернаһының Сарапул а....

ЙӘСӘҮИ Әхмәт

ЙӘСӘҮИ Әхмәт (Хужа Әхмәт; 1105 й. тиклем тип фараз ителә, Испиджаб ҡ., Урта Азия — 1166, Яса ҡ., шунда уҡ), төрки суфый шағиры, шәйех. Бохара ҡ. уҡый, Яса ҡ. йәшәй (псевдонимы шуға бәйле). “Йәсәүиә” тәриҡәтенә (ҡара: Суфыйсылыҡ), төрки әҙәбиәтендә суфыйсылыҡ шиғриәтенә нигеҙ һалыусы. Әүлиә булараҡ танылыу...

ЙӘСӘҮИЕВ Вәсих Хамат улы

ЙӘСӘҮИЕВ Вәсих Хамат улы (7.2.1953, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Оло Баҙраҡ а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2002), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй: 2003—14 йй. авиация приборҙары төҙөү ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 2011 й. башлап мәғлүмәт‑үлсәү...

ЙӘТСӘ

ЙӘТСӘ (Mustela nivalis), һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 13—28 см, ауырлығы 40—100 г. Кәүҙәһе оҙон, һығылмалы. Төҫө ҡышын аҡ, йәйен арҡаһы көрән, ҡорһағы аҡ. Йөнө ҡуйы, ҡыҫҡа. Башы бәләкәй, муйыны оҙон. Ҡолағы ҡыҫҡа, киң....

ЙӘҺҮДТӘР

ЙӘҺҮДТӘР (үҙ атамаһы йегудим), халыҡ, Израилдең төп халҡы. Й. һаны 1989 й. СССР‑ҙа — 1449,0 мең, РСФСР-ҙа — 550,7 мең; 2002 й. РФ‑та — 233,4 мең, 2010 й. — 157,7 мең кеше. Башҡортостанда 1989 й. — 4911 кеше; БР‑ҙа 2002 й. — 2367 кеше, 2010 й. — 1900 кеше. Айырыуса Өфөлә (2010 й. — 1605 кеше) тупланып...

ЙӘҺҮҘИН Ғимат Йыһангир улы

ЙӘҺҮҘИН Ғимат Йыһангир улы [1898 й. ғинуары, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Туҙлыҡыуыш а. (хәҙер БР‑ҙың Бәләбәй районы) — 10.7.1938, Өфө ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1916 й. алып Соҡаҙытамаҡ улус идаралығында йомошсо, һуңынан күсереп яҙыусы, 1918 й. — өйәҙ ревкомы тат.‑башҡ....

ЙӘҺҮҘИН Марат Әғләм улы

ЙӘҺҮҘИН Марат Әғләм улы (15.7.1948, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Бәләкәй Учалы ҡсб, хәҙ. Учалы ҡ.), тау инженеры. БР‑ҙың атҡ. шахтёры (2006). Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тын тамамлаған (1973). 1964—68 йй. һәм 1973—2008 йй. (өҙөклөк м‑н) Учалы тау‑байыҡтырыу комб‑тында эшләй: слесарь, 1973 й. алып мастер,...

ЙӘҺҮҘИНДӘР

ЙӘҺҮҘИНДӘР, Өфө сауҙагәрҙәре. Иң билдәлеләре: Сәйфулла Мөхәм‑мәтвәли улы Й., Өфө биржа ком‑ты ағзаһы; Фәтҡулла Абдулла улы Й., Өфө биржа ком‑ты ағзаһы, Өфө ҡала думаһы депутаты. 20 б. башында Й. 2 күн заводында хужа була. Өфөнөң эре иген һатыусылары (1913 й. йылға буйлап Ярослав губ. Рыбинск ҡ. 471,8 мең...

ЙӘШ МАЛ АЛИМЕНТАР АНЕМИЯҺЫ

ЙӘШ МАЛ АЛИМЕНТАР АНЕМИЯҺЫ, ҡан яһаусы органдарҙың функцияһы боҙолоу арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыу. Йышыраҡ 5—30 көнлөк сусҡа балаларында, башлыса көҙгө‑ҡышҡы йәки яҙғы осорҙа күҙәтелә. Мал организмына микроэлементтарҙың (тимер, баҡыр, кобальт һ.б.) ыуыҙ, һөт һәм өҫтәмә туҡландырыу м‑н тейешле кимәлдә...

ЙӘШ МАЛ ДИСПЕПСИЯҺЫ

ЙӘШ МАЛ ДИСПЕПСИЯҺЫ, хайуандарҙа матдәләр алмашыныу, аш һеңдереү боҙолоуы м‑н барған ауырыу. Йышыраҡ 1—7 көнлөк быҙауҙар, һирәгерәк — сусҡа балалары, бәрәстәр, ҡолондар ауырый. Й.м.д. түбән сифатлы аҙыҡ ашатҡанда быуаҙ малдың матдәләр алмашыныуы боҙолоу булышлыҡ итә, был хәлһеҙ, түбән резистентлы үрсем...

ЙӘШ МАЛ ҮҪТЕРЕҮ

ЙӘШ МАЛ ҮҪТЕРЕҮ, юғары продуктлы мал алыуға йүнәлтелгән зоотехник саралар комплексы. Башҡортостанда Й.м.ү. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Ауыл хужалығы институтында һ.б. алып барыла. Респ. хужалыҡтарында, уларҙың махсуслашыуын иҫәпкә алып, Й.м.ү. төрлө схемаларын ҡулланалар. Йәш һыйыр...

ЙӘШ ТАМАШАСЫ ТЕАТРЫ

ЙӘШ ТАМАШАСЫ ТЕАТРЫ. Өфө дәүләт Йәш тамашасы театры 1936—41 йй. эшләй. Беренсе баш реж. – Ф.Н.Платонов. Репертуар уҡыусыларҙың йәш төркөмөнә ҡарап төҙөлә: кесе йәштәгеләр [Г.Л.Владычина һәм О.Г.Нечаеваның “Иванушка һәм Василиса Премудрая тураһында әкиәт” (“Сказка об Иванушке и Василисе Премудрой”),...

ЙӘШӘЙЕШ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ИНСТИТУТЫ

ЙӘШӘЙЕШ ХӘҮЕФҺЕҘЛЕГЕ ИНСТИТУТЫ, ДУП. Өфөлә урынлашҡан. 1993 й. Нефть производствоһының ғәмәли экологияһы проблемалары ин‑ты базаһында Ғәмәли экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу проблемалары ин‑ты булараҡ ойошторола, 1998 й. алып БР‑ҙың Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ исемен һәм хәҙ. статусын йөрөтә. Эшмәкәрлегенең...

ЙӘШӘҮ МИНИМУМЫ

ЙӘШӘҮ МИНИМУМЫ, ҡулланыусылар кәрзиненең хаҡы, ш. уҡ мотлаҡ түләүҙәр һәм йыйымдар. Соц. программалар эшләгәндә һәм уларҙы тормошҡа ашырғанда, бюджетты төҙөгәндә халыҡтың йәшәү кимәлен баһалау өсөн йән башына квартал һайын билдәләнә. 1991 й. алып миним. ҡулланыусылар бюджеты (250‑нән ашыу тауар һәм хеҙмәт...