Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАҒАЗОВ Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы

МАҒАЗОВ Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы [?, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Асҡар а. (Ҡурған өлк. Әлмән р‑ны) — 1921, Һамар губ. Кинәле ҡ. (Һамар өлк.) ерләнгән], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ғ.С.Мағазовтың туғаны. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт хөкүмәте ағзаһы. 1918 й. Башҡорт ғәскәрен ойоштороуҙа...

МАҒАЗОВА Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы

МАҒАЗОВА Хазина Нурмөхәмәт ҡыҙы (5.5.1916, Байкал аръяғы өлк. Шелебенгуй ҡсб – 10.5.1998, Өфө), бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1991), БАССР‑ҙың халыҡ (1949) һәм атҡ. (1945) артисы. Башҡ‑н индустриаль техникумын тамамлаған (Өфө, 1936). 1939 й. алып Башҡ. халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров...

МАҒАШ, Архангел р‑нындағы ауыл

МАҒАШ, Архангел р‑нындағы ауыл, Ҡыҙыл Еҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Приуралье т. юл ст. К.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 374 кеше; 1959 — 521; 1989 — 244; 2002 — 203; 2010 — 162 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). 20 б. 30‑сы йй. Сталинский а. булараҡ нигеҙ һалына....

МАҒАШ, Урал алдындағы һырт

МАҒАШ, Башҡортостандың Урал алдындағы һырт. Архангел р‑ны буйлап Мағаш а. алып Еҙем й. тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 7 км, киңлеге яҡынса 5 км, абс. бейеклеге 409 м. Көньяҡ‑көнбайыш һәм көнсығыш битләүҙәре текә, төньяҡ‑көнсығыш һәм төньяҡ‑көнбайышы — һөҙәк. Аҫҡы триас ҡомташтарынан,...

МАҒАШЛЫ-АЛМАНТАЙ, Балтас р‑нындағы ауыл

МАҒАШЛЫ-АЛМАНТАЙ, Ҡ а б ы р ғ а, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Һикеяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 15 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 49 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 542 кеше; 1920 — 542; 1939 — 424; 1959 — 392; 1989 — 293; 2002 — 293; 2010 — 248 кеше. Мариҙар йәшәй (2002)....

МАДЖАР Сергей Владимирович

МАДЖАР Сергей Владимирович (14.2.1958, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2013). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ уҡыта, 1983—88 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте рәссамы, 1992—94 йй. “Светлячок” (“Баҙлауыҡ”) ж. художество мөхәррире, 2002 й. алып Өфө сәнғәт уч‑щеһында,...

МАДЖУГА Анатолий Геннадьевич

МАДЖУГА Анатолий Геннадьевич (22.7.1970, Чимкент ҡ.), педагог, психолог. Психология ф. д‑ры (2006), пед. ф. д‑ры (2011). Ҡаҙағстан Респ. мәғариф отличнигы (1995). Шымкент пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1992) Шымкенттың 50‑се урта мәктәбендә уҡыта. 1993 й. алып Көньяҡ Ҡаҙағстан ун‑тында (Шымкент): 1999...

МАЗИН Михаил Павлович

МАЗИН Михаил Павлович (26.2. 1925, Минск), архитектор. БАССР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1975). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1955). Мәскәү архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1949) “БашНИПИнефть” ин‑ты архитекторы, 1954 й. алып проекттарҙың баш инженеры, 1965—88 йй. баш архитекторы, бер үк ваҡытта 1949—60...

МАЗОВ Николай Юрьевич

МАЗОВ Николай Юрьевич (13.7. 1969, Нея ҡ.—31.1.2014, Өфө), тренер. Филос. ф. д‑ры (2009). Грек‑рим көрәше б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2003), СССР‑ҙың спорт мастеры (1991) һәм халыҡ‑ара категориялы судья (1996). БР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (2008), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (1997)....

МАЗУНИН МӘҘӘНИӘТЕ

МАЗУНИН МӘҘӘНИӘТЕ, тимер быуат археологик мәҙәниәте. Б.э. 3—5 бб. ҡарай. Мазунин а. (Удмуртия) янындағы ҡәберлек исеме б‑са аталған. Башҡортостан терр‑яһында М.м. ҡомартҡылары Кама й. һәм Ағиҙел й. түбәнге ағымы басс. тупланған (Баръяҙы ҡаласығы, Бөрөҡәберлегенең иртә осор ҡәберҙәре, Иҫке Ҡабан ҡәберлеге,...

МАЗУНОВ Виктор Александрович

МАЗУНОВ Виктор Александрович (4.5.1942, Омск өлк. Исилкүл стан‑ цияһы ҡсб — 4.3.2011, Өфө), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), физика‑матем. ф. д‑ры (1992), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1966 й. алып РФА Өфө ФҮ‑лә эшләй: 1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. — Физика һәм матем. бүлеге...

МАЗУНОВА Лидия Константиновна

МАЗУНОВА Лидия Константинов‑ на (23.10.1945, Андижан ҡ.), педа‑ гог-методист. Пед. ф. д‑ры (2006), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1997). Андижан телдәр пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ уҡыта. 1969 й. алып БДУ‑ла (1997 й. башлап башҡа тел‑ дәрҙә белем биреү методикаһы һәм икенсе сит...

МАЗУНОВА Лидия Константиновна

МАЗУНОВА Лидия Константинов‑ на (23.10.1945, Андижан ҡ.), педа‑ гог-методист. Пед. ф. д‑ры (2006), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1997). Андижан телдәр пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) шунда уҡ уҡыта. 1969 й. алып БДУ‑ла (1997 й. башлап башҡа тел‑ дәрҙә белем биреү методикаһы һәм икенсе сит...

МАЗУТ

МАЗУТ (төрк.), нефть йәки уның икенсел эшкәртеүҙән алынған про‑ дукттарынан бензинлы, кәрәсинле һәм дизелле фракцияларҙы ҡыуғандан һуң барлыҡҡа килгән ҡалдыҡ. Химик составы һәм үҙенсәлектәренә ҡарап (ҡара: табл.) шыйыҡ ҡаҙанлыҡ яғыулығы итеп ҡулланыла ала. М. вакуумда ҡыуып, вакуум газойле (каталитик...

МАЙ

МАЙ, башҡорт аш‑һыуының традицион һөт аҙығы. Башҡорттар М. ҡаймаҡтан яһай, ш. уҡ, башлыса үҙәк, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарҙа, ҡаймаҡ һәм ойотолған һөт ҡатышмаһынан аҡ төҫтәге күбек М. эшләйҙәр. Һөттө бот күнәктә (ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк‑ярағы) йәки ағас гөбөләрҙә (ҡара: Ағастан эшләнгән...

МАЙ БИРЕҮСЕ КУЛЬТУРАЛАР

МАЙ БИРЕҮСЕ КУЛЬТУРАЛАР, ҡуйы май алыр өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.б.к. төрлө ғаиләләргә ингән үҫемлектәр ҡарай: астра һымаҡтар (көнбағыш, сафлор); баллыбабай һымаҡтар (перилла, ляллеманция); зәйтүн һымаҡтар (зәйтүн); ҡуҙаҡлылар (арахис, соя); һөтлөгән һымаҡтар (кенә уты); әүернә һымаҡтар (шипкән,...

МАЙ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

МАЙ ЭШКӘРТЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, май биреүсе культуралар орлоҡтарын эшкәртеү һәм майҙарҙы гидрогенизациялау б‑са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. Үҫемлек майҙары, саломастар (ҡатырылған майҙар), маргарин продукцияһы, майонез, май нигеҙендә эшләнгән синтетик йыуыу саралары, глицерин, стеарин, натураль әлифтәр һ.б....

МАЙ-СЫР ЯҺАУ ҺӘМ ҺӨТ СӘНӘҒӘТЕ

МАЙ, СЫР ЯҺАУ ҺӘМ ҺӨТ СӘНӘҒӘТЕ, һөт эшкәртеү б-са аҙыҡ-түлек сәнәғәте тармағы. Һыйыр майы, сырҙар, айыртылмаған һәм әсетелгән һөт продукцияһы, киптерелгән һөт, киптерелгән һөт өҫтө һәм ҡатышмалар, һөт консервалары, туңдырма һ.б. эшләп сығара. 20 б. башында Өфө губернаһында һыйыр майын етештереү м-н...

МАЙҒАҘЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

МАЙҒАҘЫ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Майғаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Майғаҙы й. (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 605 кеше; 1959 — 840; 1989 — 947; 2002 — 879; 2010 — 672 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...

МАЙҘАН

МАЙҘАН, башҡорттарҙың традицион байрамы. Ырыу‑ҡәбилә берләшмәләренең халыҡ йыйылыштарына барып тоташа (ҡара: Йыйын). Май аҙағында (сәсеү тамамланғандан һуң) аҡланда йәки ҡалҡыу урында уҙғарылған. М. бер йәки бер нисә ҡәрҙәш ауыл кешеләре йыйылған. Байрам башланғанға тиклем байрамға саҡырыусылар билдәләнгән,...