Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МИКРООРГАНИЗМДАР

МИКРООРГАНИЗМДАР, м и к р о б т а р, микроскоп аҫтында ғына күреп булған бик бәләкәй, башлыса бер күҙәнәкле организмдар. Бөтә экологик мөхиттәрҙә, ш. иҫ. башҡа организмдар үҫешә алмағандарында ла, йәшәйҙәр. М. араһында прокариоттар (актиномицеттар, бактериялар, зәңгәрһыу йәшел ылымыҡтар, микоплазмалар)...

МИКРОПРОЦЕССОР

МИКРОПРОЦЕССОР, бер йәки бер нисә ҙур интеграль схема рәүешендәге үҙ аллы йәки электрон хисаплау машинаһы составына ингән мәғлүмәт эшкәртеү һәм тапшырыу ҡоролмаһы. Универсаль һәм махсуслаштырылған, схема һәм микропрограмма м‑н идара ителгән, секциялы һәм бер кристаллы М. айыралар. Арифметик һәм логик...

МИКРОРОБОТОТЕХНИКА

МИКРОРОБОТОТЕХНИКА, фән һәм техниканың микророботтар конБструкцияларын тикшереү, улар м‑н идара итеү өсөн ярҙамсы технологик ҡорамалдарҙы, ҡоролмаларҙы һәм алгоритмдарҙы уйлап табыу б‑са йүнәлеше. Микророботтарға үлсәмдәре (оҙонлоғо, бейеклеге, киңлеге) 1 см кәмерәк булған йәки хәрәкәт итеү һәм манипуляциялар...

МИКРОСКОП

МИКРОСКОП (микро... һәм гр. skopeјо — ҡарайым), ябай күҙгә күренмәгән объекттарҙың ҙурайтылған һүрәтләнешен алыу өсөн тәғәйенләнгән прибор. Микрообъекттарҙың формаһын, үлсәмдәрен, структураһын һ.б. үҙенсәлектәрен билдәләргә мөмкинлек бирә. Тәғәйенләнеше б‑са — биол., металлография, поляризацион, үлсәгес,...

МИКРОСПОРИДИЯЛАР

МИКРОСПОРИДИЯЛАР (Mycrosporidia), иң ябайҙар тибы. Яҡынса 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Умыртҡаһыҙҙарҙың һәм умыртҡалыларҙың күҙәнәк эсе паразиттары. БР‑ҙа бал ҡорто ноземаһы табылған. Ваҡ (оҙонлоғо 4— 6 мкм) организм. Спораһы овал, алғы осона ҡарай йоҡарған ике йәки өс ҡатлы тышса м‑н...

МИКРОСПОРИЯ

МИКРОСПОРИЯ, ҡ ы р ҡ ы л с а н, кеше һәм хайуандарҙың башлыса тән тиреһе һәм сәстәре зарарлана торған бәшмәк ауырыуы. М. төп ике төр тыуҙырыусыны айыралар: Microsporum canis, кешеләр һәм хайуандар ауырыуын тыуҙыра (зоофил М.) һәм Microsporum ferrugineum, фәҡәт кешене зарарлай (антропофил М.). Башҡортостанда...

МИКРОЭЛЕКТРОНИКА

МИКРОЭЛЕКТРОНИКА, электрониканың микроминиатюр электрон ҡоролмалар төҙөү м‑н шөғөлләнгән өлкәһе. М. 20 б. 2‑се ярт. ҡаты есем физикаһы өлкәһендәге фундаменталь фән ҡаҙаныштарына, квант электроникаһы теорияһы барлыҡҡа килеүгә бәйле үҫешә. М. ҡулланыу өлкәһе: авиация һәм йыһан аппараттары, иҫәпләү ҡоролмалары,...

МИКРОЭЛЕМЕНТТАР

МИКРОЭЛЕМЕНТТАР, организмдарҙа аҙ миҡдарҙа (массаһы б‑са 0,001% һәм кәмерәк) булған химик элементтар. Кәрәкле (баҡыр, бром, иод, кобальт, марганец, тимер, фтор, цинк) һәм кәрәк булған (алюмин, молибден, никель, селен, стронций) М.; металл һәм металл булмағандарға бүленә. Улар үҫемлектәргә — тупраҡ (актив...

МИКСОСПОРИДИЯЛАР

МИКСОСПОРИДИЯЛАР, л а й л а л ы с п о р о в и к т а р (Myxosporidia), иң ябайҙар тибы. 2 класҡа (актиномиксидиялар һәм миксоспоралылар) ҡараған 870‑тән ашыу төрө билдәле. Бөтә ерҙә таралғандар. Умыртҡаһыҙҙарҙың һәм ябай төҙөлөшлө умыртҡалыларҙың (башлыса балыҡтарҙың һәм һөйрәлеүселәрҙең) паразиттары....

МИЛӘҮШӘ

МИЛӘҮШӘ (Viola), миләүшә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 450—500 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың һәм Көньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 16 төрө үҫә. Күп, һирәгерәк бер йыллыҡ үләндәр, бейеклеге 5—60 см. Һабаҡтары төҙ йәки йәйенке, улар...

МИЛӘШ, мышар

МИЛӘШ (Sorbus), м ы ш а р, роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 84 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай М. һәм себер М. үҫә. 200—300 йылға тиклем йәшәгән япраҡ ҡойоусы ағастар йәки ҡыуаҡ. Сатыры йәйенке, үренделәре төклө. Олононоң бейеклеге 15—20 м,...

МИЛЕК

МИЛЕК, матди һәм матди булмаған байлыҡтарҙы үҙләштереү—тартып алыу сәбәбе б-са һәм процесында субъекттар (индивидуаль, коллектив, ойошма, дәүләт) араһындағы мөнәсәбәттәр. Конкрет субъектта аҡса м-н баһаланған матди (мөлкәт, тәбиғәт ресурстары, продукция һ.б.) һәм матди булмаған (эшсе көс, сауҙа маркаһы,...

МИЛЛӘТ МӘҖЛЕСЕ

МИЛЛӘТ МӘЖЛЕСЕ, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандары мәҙәни- милли автономияһының закон сығарыу органы. 1917 й. 22 июлендә Ҡазанда 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары хәрби съезы, 2‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы һәм Бөтә Рәсәй мосолман руханиҙары съезының (ҡара: Мосолман съездары) берлектәге ултырышында ойошторола....

МИЛЛӘТТӘР ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ КОМИССАРИАТЫ

МИЛЛӘТТӘР ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ КОМИССАРИАТЫ, совет власының милли дәүләт төҙөлөшөнә етәкселек иткән үҙәк дәүләт органы. 1917 й. 26 окт. 2‑се Бөтә Рәсәй Советтар съезында ойошторола. Мәскәүҙә урынлашҡан. Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ына буйһона. Коллегиянан, 11 урындағы комиссариаттан һәм 8 бүлектән...

МИЛЛЕР Герард Фридрих

МИЛЛЕР Герард Фридрих (18.10. 1705, Херфорд ҡ., Вестфалия — 11.10.1783, Мәскәү), тарихсы. Проф. (1731). Ринтельн (1722—24) һәм Лейпциг (1724—25) ҡҡ. ун‑ттарында, 1725 й. алып Петербург ФА‑ла уҡыған. 1728 й. башлап “Санкт-Петербургские ведомости” (“Санкт-Петербург хәбәрҙәре”) гәз. 1‑се мөхәррире. 1733—43...

МИЛЛИ АРХИВ

МИЛЛИ АРХИВ, 2015 й. Үҙәк тарих архивын һәм Йәмәғәт берекмәләренең үҙәк архивын берләштереү һөҙөмтәһендә БР‑ҙың М.а. булараҡ ойошторола. Дир.: Р.З.Ширғәзин (2015 й. алып), Ғ.Ғ.Хәйретдинов (2017 й.). Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

МИЛЛИ АТ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ

МИЛЛИ АТ СПОРТЫ УЙЫНДАРЫ, башҡорттарҙа элек‑электән физик тәрбиә биреүҙең айырылғыһыҙ бер өлөшөн тәшкил итә һәм барлыҡ халыҡ байрамдарының төп өлөшө булып тора. Киң таралған М.а.с.у. түбәндәгеләр ҡарай: Ауҙарыш. Ике һыбайлы ҡатнаша. Кем 10—15 минут эсендә көрәштәшен эйәрҙән тартып төшөрә йәки ергә...

МИЛЛИ ӘҘӘБИ МУЗЕЙ

МИЛЛИ ӘҘӘБИ МУЗЕЙ. Өфөлә урынлашҡан. 1996 й. БР‑ҙың Әҙәби музейы булараҡ ойошторола, 2002 й. алып БР‑ҙың Милли әҙәби музейы исемен йөрөтә. 5 филиалы бар: Аҡмулла М. музейы, Бабич Ш. музейы, Ғафури М. мемориаль йорт‑музейы, Мөбәрәков А. музейы, Өмөтбаев М. музейы. Музей фондында 8 меңдән ашыу һаҡлау...

МИЛЛИ БАЙЛЫҠ

МИЛЛИ БАЙЛЫҠ, илдең финанс йөкләмәләре ҡиммәтенә кәметелгән иҡт. активтары йыйылмаһы. Иҡт. активтар — институциональ берәмектәрҙең милек хоҡуғы булып, уларға эйә булыуҙан йәки улар м‑н файҙаланыуҙан табыш алынған иҡт. объекттар (схеманы ҡара). СССР барлыҡҡа килгәндән һуң тәүге йылдарҙа Үҙәк статистика...

МИЛЛИ БАНК

МИЛЛИ БАНК, Башҡортостан терр‑яһында РФ‑тың Үҙәк банкыһы функцияларын, ш. иҫ. түләү системалары эшенең һөҙөмтәлелеген тәьмин итеүҙе, аҡса‑кредит көйләнешен, банк күҙәтеүен, ҡулдағы аҡса әйләнешен ойоштороуҙы һ.б., башҡарған учреждение. Өфөлә урынлашҡан. Составында БР‑ҙың ҙур ҡалаларында урынлашҡан 7...