Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НЕФТЕКАМА БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ

НЕФТЕКАМА БЫРАУЛАУ ЭШТӘРЕ ИДАРАЛЫҒЫ. Нефть һәм газ эҙләүһәм разведкалау, скважиналар (ш. иҫ. һыу скважиналары) төҙөү һәм ремонтлау, ситтәге үҙәктәрҙе быраулау (ш. иҫ. горизонталь йүнәлештә), скважиналар быраулау һәм ремонтлау өсөн ҡорамалдар һәм инструменттар етештереү м‑н шөғөлләнгән. 1970 й. “Башнефть”...

НЕФТЕКАМА ИКМӘК КОМБИНАТЫ

НЕФТЕКАМА ИКМӘК КОМБИНАТЫ, ААЙ. Составына 2‑се (1965 й. асылған), 3‑сө (1992), 4‑се (1993) икмәк з‑дтары, “Икмәк йорто” магазиндар селтәре (1993) инә. 2012 й. 390 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм Удмуртияла һатыла. 1959 й. Н.и.к. булараҡ ойошторола, 1994 й. хәҙ. статусын ала. 2004 й. башлап “Интеграл”...

НЕФТЕКАМА ИТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

НЕФТЕКАМА ИТ‑КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, 1964 й. ойошторола, 1994 й. алып ААЙ, 2007 й. ябыла. Комб‑т составында һуғым, ит‑май, колбаса (ҡеүәте тәүлегенә 15 т), консерва (айына 400 туба) цехтары, һыуытҡысы һ.б. булған. Ит, ит консервалары, колбаса ризыҡтары, ыҫланған аҙыҡ, иттән ярым фабрикаттар, аҡ май, аҙыҡ...

НЕФТЕКАМА КҮН-ГАЛАНТЕРЕЯ ФАБРИКАҺЫ

НЕФТЕКАМА КҮН‑ГАЛАНТЕРЕЯ ФАБРИКАҺЫ, ААЙ. Сумка, портфель, папка, ранец, рюкзак, янсыҡ, бумажниктар һ.б. етештерә. Составында бесеү, 2 тегеү цехы, һынау участкаһы бар. 2012 й. 116 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1971 й. Өфө күн‑галантерея фабрикаһының Нефтекама цехы...

НЕФТЕКАМА ҠАЛА ҺӨТ ЗАВОДЫ

НЕФТЕКАМА ҠАЛА ҺӨТ ЗАВОДЫ, “Аллат” ЯАЙ (Өфө) филиалы. Айыртылмаған һөт һәм майһыҙ продукция, адыгей сыры, иретелгән сыр, мал майы, майлы эремсек етештерә. Составына ҡабул итеү‑аппарат (һөт һәм һөт продукттарын ҡойоу), эремсек ризыҡтары эшләү цехтары инә. 2012 й. 236 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм...

НЕФТЕКАМА МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ КОЛЛЕДЖЫ

НЕФТЕКАМА МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ КОЛЛЕДЖЫ, 1984 й. машиналар эшләү техникумы булараҡ асыла, 2009 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлексәләрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: иретеп йәбештереү производствоһы, йылылыҡ тәьминәте һәм йылытыу техникаһы ҡорамалы, машиналар эшләү...

НЕФТЕКАМА МУЗЕЙЫ

НЕФТЕКАМА МУЗЕЙЫ. 1967 й. ойошторола. 1994 й. алып Милли музей филиалы, 2007 й. Нефтекама тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында 10 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. палеонтологик табылдыҡтар, таксидермист П.К.Павликовтың хайуан толоптары, ҡулдан һуғылған мари һәм удмурт ҡатын‑ҡыҙкейеме,...

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ КОЛЛЕДЖЫ, 1962 й. Октябрьский нефть техникумының (ҡара: Октябрьский нефть колледжы) Арлан киске бүлексәһе базаһында киске нефть техникумы булараҡ асыла, 1994 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: нефть һәм газ скважиналарын...

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ ПРОМЫСЛАҺЫ ҠОРАМАЛДАРЫ ЗАВОДЫ, ЯСЙ. Нефть промыслаһы һәм энергия ҡорамалдарын (ш. уҡ уларҙың запас частарын), нефть промыслаһы инструментын яһау, уларға ағымдағы һәм капиталь ремонт үткәреү, сервис ярҙамы күрһәтеү пр‑тиеһы; насос‑компрессор һәм нефть үткәргес торбалар, полиэтилен торбалар,...

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

НЕФТЕКАМА НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ МАШИНАЛАРЫ ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, 1979 й. ойошторола, 1987 й. Нефтекама быраулау инструменттары з‑ды булараҡ файҙаланыуға индерелә, 1990 й. алып “Бур” ҠП, 1997 й. — Н.н.һ.г.м.э.з. ААЙ, 2001 й. завод скважиналарҙы ремонтлау өсөн махсус техника етештереүгә күсә (автомобилдәр һәм тракторҙар...

НЕФТЕКАМА ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

НЕФТЕКАМА ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1988 й. пед. училище булараҡ асыла, 2001 й. хәҙ. статусын ала. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: мәктәпкәсә белем, сит тел (инглиз), башланғыс кластарҙа уҡытыу, туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт, ғәмәли информатика. Китапханаһы,...

НЕФТЕКАМА ТОРЛАҠ ТӨҘӨҮ КОМБИНАТЫ

НЕФТЕКАМА ТОРЛАҠ ТӨҘӨҮ КОМБИНАТЫ, 1975 й. Нефтекама эре панелле торлаҡ төҙөү з‑ды булараҡ ойошторола, 1978 й. алып Н.т.т.к., 1988 й. — “Башнефтегазстрой” проект-төҙөлөш берекмәһе, 1991 й. — “Стронег” ААЙ‑ның “Н.т.т.к.” бүлендек ЯСЙ, 1997 й. ябыла. Комбинат составына форма эшләү, арматура, бетон бутағыс,...

НЕФТЕКАМА ФИЛАРМОНИЯҺЫ

НЕФТЕКАМА ФИЛАРМОНИЯҺЫ. 1998 й. 8 ғин. Башҡорт филармонияһының филиалы булараҡ асыла, 2005 й. Нефтекама дәүләт филармонияһы. Н.ф. тәүге ижади коллективы “Һарына” (етәксеһе Р.С.Вәлмөхәмәтов) башҡ., “Эльян” (етәксеһе — БР‑ҙың һәм Мари Эл Респ. атҡ. артисы П.И.Итальева) мари концерт бригадалары, “Түңгәүер”...

НЕФТЕКАМА ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

НЕФТЕКАМА ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Ағиҙел, Нефтекама, Яңауыл ҡҡ., ш. уҡ Асҡын, Балтас, Борай, Краснокама, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Тәтешле, Яңауыл р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Нефтекама автозаводын, Нефтекама күн‑галантерея фабрикаһын, Нефтекама яһалма күн производство берекмәһен электр энергияһы м‑н тәьмин...

НЕФТЕКАМА ЯҺАЛМА КҮН ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ

НЕФТЕКАМА ЯҺАЛМА КҮН ПРОИЗВОДСТВО БЕРЕКМӘҺЕ, “И с к о ж”, ААЙ. Төрлө тәғәйенләнешле яһалма күн; поливинилхлорид һәм полиэтилен плёнкалар; термик елемле һәм полиэфир ҡатлаулы, трикотаж, тышлыҡ материалдар; ир‑егеттәр, ҡатын‑ҡыҙҙар һәм балалар өсөн трикотаж әйберҙәр һ.б. етештерә. Составына поливинилхлорид...

НЕФТЕКАМА, ҡала

НЕФТЕКАМА, БР‑ҙағы ҡала һәм т. юл станцияһы. Өфөнән төньяҡ-көнбайышҡа табан 220 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 147,2 км2. Халҡы (мең кеше): 1959 й. — 2,9; 1989 — 108,1; 2002 — 119,1; 2010 — 121,7. Милли составы: татарҙар — 31,5%, урыҫтар — 29,7%, башҡорттар — 25,8%, мариҙар — 9,6%. Ҡала составында:...

НЕФТЕХИМ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ

НЕФТЕХИМ ТӘЖРИБӘ ЗАВОДЫ, ЯАЙ. Нефть, тәбиғи газ табыу, ташыу һәм эшкәртеү ваҡытында ҡулланылған химик продукттарҙы эшкәртә, производствоға индерә, күп күләмләп етештерә һәм улар м‑н һатыу итә; ҡоролмаларҙы проектлай, монтажлай һ.б. Өфөлә урынлашҡан. Составына проект‑конструкторлыҡ бүлеге, тәж.‑эксперименталь,...

НЕФТЕХИМИЯ АППАРАТТАРЫН ТӨҘӨҮ

НЕФТЕХИМИЯ АППАРАТТАРЫ ТӨҘӨҮ, ауыр машиналар эшләү сәнәғәте тармағының иретеп йәбештерелгән табаҡтарҙан, торбанан эшләнгән тоташтырғыс деталдәрҙән, үткәргес торба арматураһынан һ.б. торған һыйышлыҡ конструкцияларын яһау б‑са төрө. Хәҙерге Н.а.т. төп технологик операциялары булып форманы үҙгәртеү (металдарҙы...

НЕФТЕХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ

НЕФТЕХИМИЯ СӘНӘҒӘТЕ, эшкәртеү сәнәғәте тармағы, унда етештереү процестары продукттарҙың нефтехимия синтезына нигеҙләнгән. Синтетик каучук производствоһы, мөһим органик синтез продукттары етештереүҙе, техник углерод производствоһы, резина‑асбест сәнәғәтен, шин сәнәғәтен үҙ эсенә ала. Нефть һәм газ углеводородтары...

НЕФТЕХИМИЯ СИНТЕЗЫ

НЕФТЕХИМИЯ СИНТЕЗЫ, нефть углеводородтары һәм углеводород газдар нигеҙендә ҙур күләмдә органик һәм органик булмаған сеймал етештереү. Сәнәғәттә Н.с. юлы м‑н 5 меңдән ашыу химик продукттар алына: бутил спирттары, химик сүстәр, синтетик каучуктар, метил спирты, поливинилхлорид, полипропилен, сополимерҙар...