Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НЕЙРОДЕРМИТ

НЕЙРОДЕРМИТ, д и ф ф у з д е р м а т и т (нейро... һәм гр. derma — тире), тән тиреһенең нәҫелдән килеү сәбәпле хроник ҡабатланып торған шешеү ауырыуы. Сикле һәм диффуз Н. айырыла. Булышлыҡ итеүсе факторҙар: аллергик реакцияларға нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, экзо‑ һәм эндоген ярһытҡыстар тәьҫире, нервы...

НЕЙРОЛИНГВИСТИК ПРОГРАММАЛАУ

НЕЙРОЛИНГВИСТИК ПРОГРАММАЛАУ, психотерапия һәм ғәмәли психология йүнәлеше. Нейрофизиология, психолингвистика, кибернетика һ.б. ҡаҙаныштарын файҙалана. 20 б. 70‑се йй. үҫеш ала. Н.п. нигеҙендә кеше мейеһе һәм компьютер функциялары оҡшашлығында төҙөлгән кешенең психик процестары һәм тәртибенең моделе...

НЕЙРОХИРУРГИЯ

НЕЙРОХИРУРГИЯ (нейро... һәм хирургия), медицинаның үҙәк һәм периферик нервы системаһы ауырыуҙарын һәм зарарланыуын өйрәнеүсе, уларҙы диагностикалау һәм хирургик дауалау ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда тәүге нейрохирургик операциялар 20 б. 30‑сы йй. аҙ. Өфө физиатрия ғилми‑тикшеренеү ин‑тында...

НЕКРАСОВ Виктор Борисович

НЕКРАСОВ Виктор Борисович (14.7.1925, Өфө — 26.7.2019, шунда уҡ), тренер. Спорт гимнастикаһы б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1993), халыҡ‑ара (1997), бөтә Союз (1978) һәм  респ. (1961) категориялы судья. БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1987), СССР‑ҙың физик культура отличнигы (1966). Б.В. һуғышында...

НЕКРАСОВА Ольга Николаевна

НЕКРАСОВА Ольга Николаевна (5.6.1979, Өфө), спортсы. Туплы хоккей (1998) һәм бобслей (2003) б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры. Рәсәй физик культура акад. Иркутск филиалын тамамлаған (Мәскәү, 2001). 10‑сы ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (туплы хоккей б‑са тренеры В.Б.Рязанов), 2002—03 йй. Юғары спорт...

НЕКРОБАКТЕРИОЗ

НЕКРОБАКТЕРИОЗ, н е к р о б а ц и л л ё з, йорт һәм ҡырағай хайуандарҙың инфекцион ауырыуы, туҡымаларҙың, башлыса ослоҡтарҙың аҫҡы өлөшөнөң, эренле‑некрозлы зарарланыуы хас. Ауырыуҙы Bacterium necrophorum бактерияһы тыуҙыра. Н. м‑н а.х. малдары араһынан йышыраҡ һарыҡ, һыйыр малы, сусҡа, йылҡы ауырый;...

НЕЛИДОВ Григорий Васильевич

НЕЛИДОВ Григорий Васильевич (?—9.12.1826, Өфө), дәүләт эшмәкәре. Действительный статский советник. Дворяндарҙан. 1822—26 йй. Ырымбур граждан губернаторы. 1824 й. 16—18 сент. Өфөлә император Александр I ҡабул итеүҙә, Изге Благоверный кенәз Александр Невский ҡорамына (ҡара: Александр сиркәүе) нигеҙ һалыуҙа...

НЕЛЮБИН Иван Яковлевич

НЕЛЮБИН Иван Яковлевич [29.6. 1914, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Кондрашин Лоб а., хәҙ. БР‑ҙың Благовещен р‑ны Арамелевка а., — 8.3. 1945, Янош‑Шаморе а. (Венгрия) ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Әшә ҡ. эшләй. 1940 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июленән...

НЕМАТОДАЛАР

НЕМАТОДАЛАР, й о м р о с е л ә ү с е н д ә р (Nematoda), беренсел ҡыуышлы селәүсендәр класы. 10 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Үҫемлек һәм хайуандарҙың паразиттары (аскаридалар, ҡамсығорттар, ҡыл селәүсендәр һ.б.), ҡайһы берҙәре тупраҡта, һыу ятҡылыҡтары төбөндә йәшәй. БР‑ҙа 350‑нән...

НЕМЕЦ ТЕЛЕ

НЕМЕЦ ТЕЛЕ, герман телдәренең береһе (көнбайыш герман төркөмсәһе). Австрия, Германия, Лихтенштейндың рәсми теле; Бельгия, Люксембург, Швейцарияның рәсми телдәренең береһе. Шулай уҡ АҠШ, Италия, Канада, Румыния, РФ, Францияның айырым өлкәләрендә, Көньяҡ Американың ҡайһы бер дәүләттәрендә таралған. Һөйләшеүселәр...

НЕМЕЦТАР

НЕМЕЦТАР (үҙ атамаһы дойче), халыҡ, Германияның төп халҡы. Н. һаны 1989 й. РСФСР‑ҙа — 842 мең, 2002 й. РФ‑та — 597,2 мең, 2010 й. 394,1 мең кеше. БАССР‑ҙа 1989 й. 11 мең Н. йәшәгән, БР‑ҙа 2002 й. — 8,2 мең, 2010 й. — 5,9 мең. БР‑ҙа (2010 й. мәғлүмәттәре б‑са; кеше) Н. айырыуса Өфө (1638), Октябрьский...

НЕМКОВА Татьяна Ивановна

НЕМКОВА Татьяна Ивановна (22.11. 1937, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Үҙән а. — 9.3.2012, Белорет ҡ.), Хеҙмәт Даны орд. тулы кавалеры. 1956 й. алып Белорет металлургия комб‑тында арҡан ишеү б‑са машинист, 1981— 92 йй. 25‑се юғары ПУ‑ла (Белорет) производствоға өйрәтеү мастеры. БАССР ЮС‑ының 7‑се саҡырылыш депутаты....

НЕМЦОВ Александр Александрович

НЕМЦОВ Александр Александрович (12.12.1951, Мәскәү — 1.11.2008, Өфө), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003). К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1974) Мәскәүҙә эшләй: Бөтә Союз кибернетика ҒТИ‑нда (1976 й. алып өлкән иҡтисадсы), 1977 й. башлап Бөтә Рәсәй тоҡомсолоҡ эше ҒТИ‑нда (1987 й. —...

НЕМЧИНОВ Александр Михайлович

НЕМЧИНОВ Александр Михайлович [15.11.1919, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Воскресенка а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 3.10.1985, Чернигов ҡ.], майор. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1949). 1937 й. алып Воскресенка элемтә бүлексәһендә эшләй. 1939 й. башлап...

НЕО...

НЕО... (гр. neos — яңы), ҡушма һүҙҙәрҙең “яңы” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., неоген, неологизмдар). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

НЕОГЕН, кайнозойҙың бүлексәһе

НЕОГЕН (нео... һәм ...генез), н е о г е н с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың икенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 23 млн йыл, тамамланыуы — 2,6 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1853 й. М.Гёрнес тарафынан айырып күрһәтелә. Ике бүлектән тора: аҫҡыһы — миоцен һәм өҫкөһө — плиоцен. Н....

НЕОЛИТ

НЕОЛИТ (нео... һәм лит...), таш быуаттың тарихи‑мәҙәни осоро. Б.э.т. 6—4 мең йыллыҡтарға ҡарай. Н. осоронда Көньяҡ Уралда Ағиҙел буйы мәҙәниәте, Ағиҙел мәҙәниәте (Урал буйында) һәм Ташбулат мәҙәниәте (Урал аръяғында) барлыҡҡа килә. Иң билдәле археологик ҡомартҡылар: Ғүмәр тораһы II, Дәүләкән, Елшанка...

НЕОЛОГИЗМДАР

НЕОЛОГИЗМДАР (нео... һәм гр. lo¼gos — һүҙ), билдәле бер осорҙа ниндәй ҙә булһа телдә барлыҡҡа килгән һүҙҙәр, һүҙҙәр бәйләнеше йәки уларҙың мәғәнәһе. Яңы предметтарҙың, төшөнсәләрҙең һәм уларҙың сифатына атама биреү кәрәклеге арҡаһында барлыҡҡа килә. Н. пассив лексика фондына ҡарай, әммә улар актив фондҡа...

НЕОНАТОЛОГИЯ

НЕОНАТОЛОГИЯ (лат. neonatus — яңы тыуған бала һәм ...логия), яңы тыуған балаларҙың физиол. һәм патология үҙенсәлектәрен, баланың торошона йөклөлөк һәм бала табыу барышының тәьҫирен өйрәнеүсе һәм беренсе 28 тәүлеген йәшәгән балаларҙы тәрбиәләп һауыҡтырыу, уларҙың ауырыуҙарын диагностикалау, дауалау һәм...

НЕОТТИАНТА

НЕОТТИАНТА (Neottianthe), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенәҡараған үҫемлек заты. 6 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ҡалпаҡлы Н. үҫә. Бейеклеге 10—25 см булған, бөрө рәүешендәге бүлбеле күп йыллыҡүлән. Һабағы төҙ, нескә, ҡырлы. Һабаҡтың төбөндәге 2 япрағы эллипс йәки йомортҡа‑эллипс...