Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ОРФОГРАФИЯ

ОРФОГРАФИЯ (гр. orthoјs – дөрөҫ һәм ...графия), телмәрҙе яҙыу аша биреү алымының бер төрлөлөгөн билдәләгән, тарихи яҡтан формалашҡан ҡағиҙәләр системаһы; ошо ҡағиҙәләрҙе өйрәнгән һәм тикшергән тел ғилеме бүлеге. О. ҡағиҙәләре теге йәки был график тамғаны яҙыу мөмкинлеген биргән төрлө принциптарға нигеҙләнә....

ОРФОЭПИЯ

ОРФОЭПИЯ (гр. orthos – дөрөҫ һәм epos – телмәр), 1) мәғәнә берәмектәренең (морфемалар, һүҙҙәр, һөйләмдәр) дөрөҫ әйтелешен тәьмин иткән милли тел нормаларының йыйылмаһы; әйтелеш, баҫым һәм интонация нормаларын үҙ эсенә ала; 2) тел ғилеменең ошо нормаларҙы өйрәнгән бүлеге. Башҡорт теле О. формалашыуы...

ОРХОН-ЙӘНӘСӘЙ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ ТЕЛЕ

ОРХОН-ЙӘНӘСӘЙ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ ТЕЛЕ, Төрки ҡағанаты һәм Ҡырғыҙ ҡағанаты (6 б. 2‑се ярт. – 13 б. башы) дәүере ҡомартҡыларындағы боронғо төрки телдәрҙең береһе (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре). Байтаҡ төрки ҡәбиләләр өсөн диалекттан өҫтөн булған койненың яҙма формаһы итеп ҡулланылған, тип...

ОСАДЧЕНКО Иван Романович

ОСАДЧЕНКО Иван Романович (21.9.1912, Дон ғәскәре өлкәһенең Мартыновка биҫтәһе — 21.5.2007, С.‑Петербург), инженер- технолог. СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1940). 1929 й. алып Баҡыла, Мәскәүҙә эшләй. 1940 й. башлап Өфө НЭЗ‑ында:...

ОСАР ТЕЙЕН

ОСАР ТЕЙЕН, я р ы л ы т е й е н (Pteromys volans), кимереүселәр отрядының осар тейендәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр. Евразия урмандарында таралған. Кәүҙә оҙонлоғо 13—20 см, массаһы 160 г тирәһе. Төҫө ҡышын һоро, йәйен көрәнһыу төҫмөрлө асыҡ‑һоро, ҡорһағы аҡ төҫтә. Йөнө ҡуйы, йомшаҡ. Башы йомро, күҙҙәре...

ОСЕТРОВ Пётр Петрович

ОСЕТРОВ Пётр Петрович (22.6.1913, Мәскәү губ. Канаево а. — 10.1.1987, Белорет ҡ.), инженер‑металлург. Мәскәүҙең “Ураҡ һәм Сүкеш” завод‑втузын тамамлаған (1938). 1931 й. алып Мәскәүҙә, 1940 й. — Германияла эшләй. 1941 й. алып Белорет металлургия комб-тында: цех нач. урынбаҫары, 1942 й. — цех нач., 1951 й. —...

ОСИНОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл

ОСИНОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Осиновка а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 15 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 720 кеше; 1920 — 820; 1939 — 650; 1959 — 317; 1989 — 963; 2002 — 1055; 2010 — 980 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта һәм музыка мәктәптәре, балалар...

ОСИПЕНКО Леонид Иокинфович

ОСИПЕНКО Леонид Иокинфович (17.3.1918, Харбин ҡ., Ҡытай — 24.5.1989, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре, инженер‑технолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1958). 1935 й. алып Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1940 й. алып яғыулыҡ‑һынау станцияһы нач., 1951 й. — цех нач., 1953 й. — катализаторҙар...

ОСИПОВ Виктор Иванович

ОСИПОВ Виктор Иванович (15.4.1937, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Яңы Михайловка а.), геолог‑гидрогеолог. РФА акад. (1991), БР ФА‑ның почётлы акад. (1998), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1977), проф. (1980). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1959) 1999 й. тиклем шунда уҡ эшләй: Мещера уҡытыу‑ғилми базаһы нач., 1965—69 йй....

ОСИПОВ Константин Иванович

ОСИПОВ Константин Иванович (1873—?), Ырымбур губернаһынан 2‑се Дәүләт думаһы (1907) депутаты. Крәҫтиәндәрҙән. Силәбе өйәҙенең Кислянское а. министрлыҡ мәктәбен тамамлаған. Думала кадеттар фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж. М.Х.Хужин  ...

ОСИПОВ Николай Иванович

ОСИПОВ Николай Иванович (18.3. 1952, Куйбышев өлк. Яңы Әҙеләк а. — 23.5.2015, Өфө р‑ны Зубово а., Өфөлә ерләнгән), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1994), БАССР‑ҙың атҡ. (1991) артисы. Куйбышев мәҙәниәт ин‑тын тамамлаған (1975; педагогы Г.Я.Власенко). 1976—96 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле...

ОСИПОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл

ОСИПОВКА, Благовещен р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 77 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 93 км алыҫлыҡта Уҫы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 163 кеше; 1920 – 210; 1939 – 169; 1959 – 158; 1989 – 445; 2002 – 425; 2010 – 364 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта...

ОСИПЬЯН Юрий Андреевич

ОСИПЬЯН Юрий Андреевич (15.2. 1931, Мәскәү — 10.9.2008, шунда уҡ), физик. РФА акад. (1981), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), физика-матем. ф. д‑ры (1971), проф. (1970). Соц. Хеҙмәт Геройы (1986). Мәскәү ҡорос һәм иретмәләр ин‑тын (1955), МДУ‑ны (1957) тамамлаған. 1955—62 йй. Үҙәк ҡара металлургия ҒТИ‑ның...

ОСКОЛКОВ Константин Владимирович

ОСКОЛКОВ Константин Владимирович (8.5.1923, Алтай губ. Озёрное а. — 18.7.2013, Ишембай ҡ.), конструктор. БАССР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1988). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Алтай а.х. машиналары эшләү ин‑тын тамамлаған (Барнаул ҡ., 1954). 1947 й. алып Алтай трактор, 1963 й. — машиналар эшләү з‑дтарында...

ОСОКИНДАР

ОСОКИНДАР, завод хужалары. Крепостной крәҫтиәндәрҙән. 18 б. башында иген сауҙаһы м‑н шөғөлләнәләр, Ҡазанда буҫтау мануфактураһы һәм Балахна тоҙ приискылары хужалары булалар. Нәҫелде башлап ебәреүселәр — ике туған Пётр Игнатьевич һәм Гавриил Полуэктович О., 1728 й. Түб. Ирген з‑дына (ҡара: Ирген заводтары),...

ОСОРГИН Михаил Андреевич

ОСОРГИН (Ильин) Михаил Андреевич (7.10.1878, Пермь ҡ. – 27.11.1942, Шабри ҡ., Франция), яҙыусы. Өфө дворяндары Ильиндар нәҫеленән. 1906—16 йй. һәм 1922 й. алып эмиграцияла була. Революцияға тиклем һәм революциянан һуңғы Мәскәү тормошо т‑да “Сивцев вражек” (1928), эсер‑террорсыларҙың революциянан (1905—07)...

ОСОРГИН, Өфө р‑нындағы ауыл

ОСОРГИН, Өфө р‑нындағы ауыл, Таптыков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Йоматау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 15 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 772 кеше; 1920 – 972; 1939 – 1167; 1959 – 490; 1989 – 128; 2002 – 185; 2010 – 238 кеше. Урыҫтар йәшәй...

ОСРАҠЛЫ ПРОЦЕСС

ОСРАҠЛЫ ПРОЦЕСС (ихтимал, йәки стохастик), ваҡыт үтеү м‑н ниндәй ҙә булһа бер системаның торошо ихтималлыҡ законлыҡтарына ярашлы үҙгәреүе процесы. Гаусстың, Марктың О.п., стационар О.п. һ.б. айыралар. Төп бурыстары – О.п. ҡиммәттәрен прогнозлау һәм интерполяциялау, төрлө үҙгәртеүҙәрҙе өйрәнеү, процестарҙың...

ОСТЕОМИЕЛИТ

ОСТЕОМИЕЛИТ (гр. osteјon — һөйәк, myeloјs — мейе), електең һөйәк ярыһы, көпшәк һәм компакт матдәһе м‑н бер юлы шешеүе. О. специфик булмаған (башлыса коктар тыуҙырған) һәм специфик (туберкулёз, сифилис һ.б. тыуҙырған); гематоген (эндоген) һәм гематоген булмаған (операциялар, травмалар һ.б. һөҙөмтәһендә);...

ОСТЕОХОНДРОЗ

ОСТЕОХОНДРОЗ (гр. osteon — һөйәк һәм chondros — кимерсәк), умыртҡалыҡтың мультифакториаль дистрофик үҙгәреүе. О. неврологик билдәләре микротравмалар, умыртҡа‑ара дискыларының һәм умыртҡаның дуға һымаҡ үҫентеләренең кимерсәк туҡымаһында матдәләр алмашыныуы боҙолғанда барлыҡҡа килә, улар организмдың аутосенсибилизацияһына...