Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РАХМАНҠОЛОВ Дилүс Лотфулла улы

РАХМАНҠОЛОВ Дилүс Лотфулла улы (20.8.1939, Чкалов өлк. Яңы Муса а. — 9.8.2008, Өфө), химик- органик. БР ФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1975), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1980). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1962) Өфө нефть техникумында уҡыта. 1968 й. алып ӨДНТУ‑ла: 1971—93 йй....

РАХМАНҠОЛОВА Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы

РАХМАНҠОЛОВА Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы (27.6.1959, Өфө ҡ.), үҫемлектәр физиологы. Биология фәндәре докторы (2002), профессор (2003). БДУ-ны тамамлаған (1983). 1991–94 йй. Биология институтында, бер үк ваҡытта БДУ-ла (2003 й. алып үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире) эшләй. 2011 й. алып Мәскәү ҡ.: РФА‑ның...

РАХМАНОВ Әсғәт Лотфулла улы

РАХМАНОВ Әсғәт Лотфулла улы [19.6.1926, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Абдулла а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 22.2.1995, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың (1980), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. агрономы. Т.Л. Рахмановтың ҡустыһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Илеш р‑нында эшләй: 1944 й. тиклем “Ҡыҙыл Байраҡ”...

РАХМАНОВ Тәлғәт Лотфулла ул

РАХМАНОВ Тәлғәт Лотфулла улы [15.7.1920, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Абдулла а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) — 24.8.2010, ш. уҡ р‑ндың Үрге Йәркәй а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1995), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1981). Ә.Л.Рахмановтың ағаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946 й. алып КПСС‑тың...

РАХМАНОВИЧ Анисим Наумович

РАХМАНОВИЧ Анисим Наумович (8.8.1905, Елизаветград ҡ. — 10.3. 1985, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1948), проф. (1950). М.В.Ломоносов ис. Мәскәү механика ин‑тын тамамлаған (1930). 1933— 49 йй. Мәскәүҙә эшләй (өҙөклөктәр м‑н): П.И.Баранов ис. Үҙәк авиация моторҙары эшләү ин‑ты конструкторы, 1945...

РАЩЕПКИН Константин Егорович

РАЩЕПКИН Константин Егорович [14.11.1926, Ырымбур губ. Сорокин а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны) — 8.11.1978, Өфө], инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте (1969), нефть сәнәғәте (1972) отличнигы. Бөйөк Ватан...

РАЯНОВ Фәнис Мансур улы

РАЯНОВ Фәнис Мансур улы (12.12.1938, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Туҡтағол а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), юридик ф. д‑ры (1982), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Нуриман...

РӘ, йылға

РӘ, йылға, Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) уң ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Скобелевка а. төньяҡ‑көнбайыш ситендә башлана. Бәләбәй һәм Йәрмәкәй р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Ыҡ й. (тамағынан 458 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 57 км, басс. майҙаны 755 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына....

РӘЖӘП, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

РӘЖӘП, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Рәжәп а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 85 км алыҫлыҡта Сәкәш й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1007 кеше; 1920 — 1348; 1939 — 777; 1959 — 875; 1989 — 622; 2002 — 600; 2010 — 532 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

РӘЖӘПОВ Мөхәмәт Солтан улы

РӘЖӘПОВ Мөхәмәт Солтан улы [25.7.1908, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Мөҡсин а. (БР-ҙың Ауырғазы р-ны) — 18.6.1971, Өфө], инженер- электрик. БАССР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1958). Рәжәповтар нәҫеленән. Мәскәү элемтә электротехник ин-тын тамамлағандан һуң (1933) Өфө үҙәк электростанцияһында эшләй,...

РӘЖӘПОВ Шифа Ғарифулла улы

РӘЖӘПОВ Шифа Ғарифулла улы (15.1.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Йәнәби‑Урсай а., хәҙ. БР‑ҙың Миәкә р‑ны, — 11.10.2011, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941—90 йй. Миәкә р‑нында эшләй: 1943 й. тиклем “Юлдаш” к‑зы механизаторы, 1944 й. алып Елдәр МТС‑ы, 1958 й. — “Дим”...

РӘЖӘПОВТАР

РӘЖӘПОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Рәжәп, Темников өйәҙе мишәре. Уның улдары: Әбдесәләм (Сәли) һәм Солтан Р. 1735 й. алып керҙәш сифатында Ҡазан даруғаһының Ҡаңлы улусы Дүсмәт а. (хәҙ. Благовар р‑ны) йәшәгәндәр. Әбдесәләм Р. билдәле улдары: Мөҡсин Әбдесәләм улы Р. (Мөҡсин Әбдесәләмов),...

РӘИМ АЛИЕВ

РӘИМ АЛИЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Башҡорт (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, татар). Ихтилалға 1774 й. июнендә ҡушыла. Башҡорт, мари, татар һәм удмурттарҙан торған отряд (1000‑дән ашыу кеше) башында Ҡазан даруғаһының Ирәкте, Уҫы даруғаһының Уран улустарында, Ҡазан...

РӘИМОВ Риф Мөҡсин улы

РӘИМОВ Риф Мөҡсин улы [30.12. 1904, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Ҡуян а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) — 15.2.1953, Мәскәү], тарихсы. Тарих ф. д‑ры (1950). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә (1915—18), уҡытыусылар семинарияһында (Өфө, 1919—20) уҡыған. 1937—41 йй. һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа СССР ФА‑ның...

РӘЙЕМҒУЖИНА Зилиә Мөхәмәтйән ҡыҙы

РӘЙЕМҒУЖИНА Зилиә Мөхәмәтйән ҡыҙы (17.8.1946, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Мөҡсин а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2010). Горький сит телдәр ин‑тын тамамлаған (1978). 1968—2002 йй. (өҙөклөк м‑н) Ғафури һәм Илеш р‑ндары, Өфө мәктәптәрендә уҡыта, 1981—83 йй. 3‑сө балалар йорто (Өфө) дир., 1998 й. БР Халыҡ...

РӘМЗИ Морат

РӘМЗИ Морат [10.10.1854 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25.12.1855), Ырымбур губ. Минзәлә өйәҙе Әлмәт а. (ТР‑ҙың Сарман р‑ны) — 2.4.1934, Чугучак ҡ., Ҡытай], тарихсы, дин әһеле. “Мәржәниә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) уҡыған. 1877 й. алып Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәт иткән, Мәккә ҡ. Нәҡшбәндиә тәриҡәтенә инә. “Тәлфик...

РӘМИЕВ Мәзит Кәлимулла улы

РӘМИЕВ Мәзит Кәлимулла улы [3.1.1930, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 11.6.1999, Өфө], инженер‑технолог. Техник ф. канд. (1980). БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1985), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1982). ӨАИ‑ны тамамлаған (1963)....

РӘМИЕВ Мөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы

РӘМИЕВМөхәмәтзакир Мөхәмәтсадиҡ улы [23.11.1859, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡөйәҙе Ергән а. (БР‑ҙың Мәләүез р‑ны) — 9.10.1921, Орск ҡ.], шағир, Ырымбур губернаһының 1‑се Дәүләт думаһы депутаты (1906), алтын приискыһы хужаһы. Рәмиевтәр нәҫеленән. Муллаҡай мәҙрәсәһен тамамлаған, уҡыуын Истанбулда дауам иткән...

РӘМИЕВ Сәғит Лотфулла улы

РӘМИЕВ Сәғит Лотфулла улы [12.2. 1880, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ибрай а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 17.3. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 16.3.) 1926, Өфө], шағир. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1902) 1905 й. тиклем шунда уҡ уҡыта. 1906 й. алып “Тан йолдызы” (“Таң йондоҙо”), “Баянельхак” (“Хәҡиҡәтте...

РӘМИЕВТАРҘЫҢ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ

РӘМИЕВТӘРҘЕҢ АЛТЫН ПРИИСКЫЛАРЫ. Хәнифә Әлмөхәмәт ҡыҙы Рәмиева тәүге Р.а.п. хужаһы була, ул 1870 й. 30 ғин. Орск өйәҙе Бөрйән улусы аҫаба башҡорттары м‑н алтын сығарыу т‑да контракт төҙөй; 80‑се йй. Мөхәмәтсадиҡ Әбделкәрим улы (уның ире), 1890—1900 йй. улдары Мөхәмәтзакир һәм Мөхәмәтшакир Рәмиевтәр (ҡара:...