Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАТЫШ, күл

ТАТЫШ, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Илеш р‑ны Иҫке Татыш а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,38 км2, оҙонлоғо яҡынса 4 км, макс. киңлеге 360 м. Иҫке үҙән, соҡоро даға һымаҡ (көньяҡҡа табан тарая). Тымыҡ күл. Тирә‑яҡ ландшафы аллювиаль, һаҙ тупраҡтарындағы һаҙланған болондарҙан,...

ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ

ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ, таулы һәм тау буйындағы райондарҙа а.х. культураларын үҫтереү алымдары системаһы. Башҡортостандың тау‑урман зонаһында 90,1 мең га һөрөнтө ер урынлашҡан (2011). Т.и. үҙенсәлектәре: рельефтың бүлгеләнгәнлеге, төрлөлөгө, а.х. ерҙәренең көтөүлек дигрессияһына һәм тупраҡ эрозияһына дусар...

ТАУ ОКРУГТАРЫ

ТАУ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. тау ведомствоһының тау сәнәғәте пр‑тиелары урынлашҡан адм.‑терр. берәмеге; 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында уның составына тик шәхси тау сәнәғәте пр‑тиелары ингән. Тау өлкәләренә ҡарағандар (ҡара: Уралтау өлкәһе). Заводтарҙы, рудниктарҙы, приискыларҙы, урмандарҙы һ.б. ерҙәрҙе,...

ТАУ САҢҒЫҺЫ СПОРТЫ

ТАУ САҢҒЫҺЫ СПОРТЫ, ҡапҡалар м‑н билдәләнгән махсус трассалар б‑са саңғыла ваҡытҡа тауҙан төшөү. Тиҙлеккә төшөү, слалом, слалом‑гигант, супергигант һәм күпбәйге б‑са ярыш төрҙәре айырыла. Башҡортостанда Т.с.с. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Белорет ҡ. үҫеш ала. 1959 й. Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә Т.с.с. бүлеге,...

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ, 17 б. — 20 б. башында Рәсәй иҡтисадының бер тармағы. Башҡортостанда 17 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Тәүҙә Ҡазан һарайы приказы (Өфө өйәҙе), Себер приказының Верхотур һәм Тубыл разрядтары (Урал аръяғы), 1719 й. 10 дек. Берг-привилегия һәм 1739 й. 3 мартындағы Берг-регламентҡа ярашлы — Берг-коллегия...

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ КРӘҪТИӘНДӘРЕ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә 17—19 бб. төп һалымдарын тау заводтарында эшләп түләгән крәҫтиәндәр. Башлыса батша һарайы крәҫтиәндәре, дәүләт крәҫтиәндәре, алпауыт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, ялланма эшселәрҙән торған. Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәргә һәм посессион крәҫтиәндәргә бүленгәндәр....

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә 18—19 бб. тау заводтары эргәһендә асылған һәм тау сәнәғәтенә квалификациялы эшселәр, техниктар әҙерләгән уҡыу йорттары. Дөйөм белем биреү м‑н шөғөлләнгәндәр, ш. уҡ проф.‑техник белем биреүгә башланғыс һалғандар. Тау ведомствоһы ҡарамағында булғандар,...

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ ОКРУГТАРЫ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында тау ведомствоһының ҡаҙна тау сәнәғәте пр‑тиелары урынлашҡан адм.‑терр. берәмеге. Тау өлкәләренә ингән (ҡара: Урал тау өлкәһе). 18 б. башында тәүге заводтар төҙөлөү м‑н барлыҡҡа килә башлай. Завод, рудник, прииск, урман һ.б. ерҙәрҙе, 1861...

ТАУ ТОҠОМДАРЫ

ТАУ ТОҠОМДАРЫ, ер ҡабығының үҙ аллы геологик есемдәрен барлыҡҡа килтергән билдәле составлы тәбиғи минерал агрегаттары. Т.т. төп характеристикалары: минераль һәм химик состав, тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ, электр, магнит һәм башҡа үҙенсәлектәр. Барлыҡҡа килеүе буйынса ултырма, магматик һәм метаморфик Т.т....

ТАУ ТУПРАҒЫ

ТАУ ТУПРАҒЫ, тауҙарҙа барлыҡҡа килгән тупраҡтарҙың геогр. төркөмө. Т.т. тигеҙлек тупрағынан ҡалынлығы (бигерәк тә текә битләүҙәрҙә), ҡырсынташтар булыуы, составында беренсел минералдарҙың күплеге, тупраҡ профиле м‑н айырылып тора. Тауҙарҙа тигеҙлектәрҙә формалашҡан барлыҡ генетик төрҙәге тупраҡтар осрай....

ТАУ ЭШЕ

ТАУ ЭШЕ, 1) ер аҫтын үҙләштереү б‑са кеше эшмәкәрлеге өлкәһе. Ер ҡабығына техноген йоғонтоноң бөтә төрҙәрен үҙ эсенә ала. Боронғо дәүерҙә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан терр‑яһында энеолитта халыҡ балсыҡ, ҡом, йәшмә, кремний, эзбизташ, мәрмәр, таштоҙ, гипс, тальк, слюда, гранит, һалҡын килеш эшкәртеү...

ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Т.э.б.б. барлыҡҡа килеүе 1745 й. Ырымбурҙа инженерҙар мәктәбе асылыу м‑н бәйле; унда арифметика, геометрия, фортификация, инженерҙар эше өйрәнелә һәм төҙөлөш мастерҙары...

ТАУ‑УРМАН ЗОНАҺЫ

ТАУ‑УРМАН ЗОНАҺЫ, Белорет, Бөрйән, Йылайыр (көнсығыш өлөшөнән тыш) р‑ндары, Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез р‑ндарының көнсығыш өлөшө, Баймаҡ, Учалы, Әбйәлил р‑ндарының көнбайыш өлөшө а.х. терр‑яларын үҙ эсенә ала. Ер майҙаны (мең га): 1594,0, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр— 34,7, сабынлыҡтар—...

ТАУ‑ҮҘӘН ЕЛДӘРЕ

ТАУ‑ҮҘӘН ЕЛДӘРЕ, таулы райондарҙа урындағы елдәр, тәүлек эсендә даими иҫеп тора: көндөҙ һауа ағымы үҙән һәм тау битләүҙәре буйлап өҫкә күтәрелә (үҙән елдәре), төндә — киреһенсә (тау елдәре). Барлыҡҡа килеүенең сәбәбе булып атмосфералағы һауаның (тигеҙлек һәм тау битләүҙәре өҫтөндә бер үк бейеклектә)...

ТАУ, Иглин р‑нындағы ауыл

ТАУ, У р т а  Л ә м ә ҙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Ләмәҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 73 км һәм Оло Теләк т. юл ст. К.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Новь й. (Ләмәҙ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 365 кеше; 1959 — 328; 1989 — 204; 2002 — 184; 2010 — 174 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ТАУ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ТАУ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Мәсәғүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 441 кеше; 1920 — 486; 1939 — 394; 1959 — 365; 1989 — 255; 2002 — 231; 2010 — 194 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб...

ТАУАР БИРЖАҺЫ

ТАУАР БИРЖАҺЫ, Ө ф ө   т а у а р   б и р ж а һ ы, а.х. продукцияһы (арыш, бойҙай), ағас, нефть, нефть продукттары һ.б. м‑н биржала сауҙа итеү б‑са килешеүҙәрҙе теркәгән. 1905 й. ойошторола, 1914 й. ябыла (ҡара: Биржа). Төп бурыстары: күмәртәләп һатыуҙы һәм сәнәғәт производствоһын үҫтереүгә булышлыҡ...

ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ

ТАУАРҘЫҢ КОНКУРЕНЦИЯҒА ҺӘЛӘТЛЕЛЕГЕ, тауарҙың баҙарҙа башҡа етештереүселәрҙең шундай уҡ тауарҙары м‑н конкуренция алып барыу һәләте; конкурентлыҡ өҫтөнлөктәре, йәғни тәғәйен һатып алыусыны ҡыҙыҡһындырырлыҡ һәм уның аныҡ ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек билдәләре булыуы. Т.к.һ. кимәле тауарҙың ҡулланыу үҙенсәлектәре...

ТАУБАШ-БАҘРАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ТАУБАШ-БАҘРАҠ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Өсбүлә а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 155 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 464 кеше; 1920 — 502; 1939 — 386; 1959 — 232; 1989 — 172; 2002 — 167; 2010 — 142 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...

ТАУБЕ Фёдор Фёдорович

ТАУБЕ Фёдор Фёдорович (Арнольд Отто Фридрих) фон (15.6.1857, Лифляндия губ. Венден өйәҙе — 23.2. 1911, Новочеркасск ҡ.), барон, дәүләт эшмәкәре. Ген.‑лейтенант (1909). 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында ҡатнашҡан. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1884) 1875 й. алып рус армияһында. 1890—99...