Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАЮПОВА Ольга Ивановна

ТАЮПОВА Ольга Ивановна (6.12. 1953, Златоуст ҡ.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2006), проф. (2016). БДУ‑ны (1976), В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑ты эргәһендәге Юғары пед. сит тел уҡытыусылары курстарын (1981) тамамлаған. 1976 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) Бөрө пед. ин‑тында, 1989 й. — БДПИ‑ла уҡыта, 1996—98...

ТАЯНОВИЧ Вениамин Игоревич

ТАЯНОВИЧ Вениамин Игоревич (6.4.1967, Өфө), спортсы. Йөҙөү б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1986), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1992). Урал физик культура ун‑тын тамамлаған (Силәбе ҡ., 2006). 18‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары О.В. Михайлова, Н.П.Самойлов), 1985—92 йй. армия спорт...

ТӘБӘНӘК ӘШӘЛСӘ

ТӘБӘНӘК ӘШӘЛСӘ (Herminium), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Евразияла таралған. Башҡортостанда бүлбеле Т.ә. үҫә. Яңғыҙ, шар һымаҡ йәки йомортҡа рәүешле тамыр-бүлбеле күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 4—10 см. Ике ҡапма‑ҡаршы, һабаҡ төбөнә яҡын урынлашҡан...

ТӘБИҒӘТ ЗОНАЛАРЫ

ТӘБИҒӘТ ЗОНАЛАРЫ, ф и з и к - г е о г р а ф и к   з о н а л а р, л а н д ш а ф т  з о н а л а р ы, Ерҙең геогр. ҡабығындағы ҙур бүлексәләр, тәбиғәт‑климат ҡанундарына буйһонған билдәле бер арала бер‑береһен алыштырып торалар. Тауҙарҙа ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә. Башҡортостан рельефының...

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ

ТӘБИҒӘТ ҠОМАРТҠЫЛАРЫ, һирәк осрай торған, алмаштырыу мөмкин булмаған, экология, фән, мәҙәниәт һәм эстетика яғынан ҡиммәтле булған тәбиғәт комплекстарын һәм уларҙың компоненттарын, шулай уҡ тәбиғи һәм яһалма барлыҡҡа килгән объекттарҙы үҙ эсенә алған махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы....

ТӘБИҒӘТ РЕСУРСТАРЫ

ТӘБИҒӘТ РЕСУРСТАРЫ, т ә б и ғ и р е с у р с т а р, кешелек йәшәйешенең тәбиғәт шарттары һәм тирә‑яҡ мөхит компоненттары йыйылмаһының бер өлөшө, йәмғиәттең матди һәм мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн ижт. етештереү процесында ҡулланыла. Барлыҡҡа килеүе б‑са — минераль ресурстар, һыу ресурстары,...

ТӘБИҒӘТТЕ ФАЙҘАЛАНЫУ

ТӘБИҒӘТТЕ ФАЙҘАЛАНЫУ, тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу юлы м‑н кешелек ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлек өлкәһе. Маҡсаты б‑са сәнәғәтле, а.х., рекреацион (ҡара: Рекреацион ресурстар) төрҙәренә бүленә. Рациональ һәм рациональ булмаған Т.ф. айырыла. Рациональ Т.ф. тәбиғәт ресурстарын...

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ

ТӘБИҒИ БЕРЛӘШМӘЛӘР ХИМИЯҺЫ, үҫемлек, хайуан һәм микроб күҙәнәктәренән бүленеп алынған органик берләшмәләрҙе (башлыса ҡатмарлы структуралы) өйрәнгән фән. Биохимия, биоорганик химия, молекуляр биология м‑н тығыҙ бәйле. Т.б.х. төп маҡсаттары: тәбиғи берләшмәләрҙе табыу (организмдар йәшәйешенең аралаш йәки...

ТӘБИҒИ ГАЗДАР

ТӘБИҒИ ГАЗДАР, ер ҡабығының ултырма ҡапламаһында осраған метан рәте углеводородтарының һәм углеводород булмаған берләшмәләренең тәбиғи янар ҡатнашмаһы. Тау тоҡомдарында күҙәнәктәрҙе һәм бушлыҡтарҙы тултыра, нефттә һәм ҡатлам һыуҙарында эретелә. Т.г. башлыса метандан (98%‑ҡа тиклем) һәм уның гомологтары...

ТӘБИҒИ КАУЧУК

ТӘБИҒИ КАУЧУК, (C5H8)n составлы юғары молекулалы углеводород, изопрендың полимеры булараҡ ҡарала. Каучуклы үҫемлектәрҙең (башлыса бразилия гевеяһы) һөт һымаҡ һутында йәки уларҙың ҡабығы һәм япраҡтарының күҙәнәктәрендә айырым ҡушымта сифатында бар. Т‑ра ‑70°С булғанда һығылмалылығын юғалта, 80°С ирей...

ТӘБИҒИ КИСЛОТАЛАР

ТӘБИҒИ КИСЛОТАЛАР, үҫемлектәрҙә булған органик кислоталар. Т.к. алифатик (туйындырылған һәм туйындырылмаған) һәм ароматик (гидроароматик һәм феноллы) рәтендәге органик к‑талар; ароматик Т.к. оксибензой (n‑оксибензой, салицил, β‑резорцил, протокатех, гентизин, ванилин, галл, сирень к‑талары), мүк (6‑метилрезорцил...

ТӘБИҒИ МАЛ АҘЫҒЫ ЕРҘӘРЕ

ТӘБИҒИ МАЛ АҘЫҒЫ ЕРҘӘРЕ, тәбиғи үҫемлектәр япмаһы булған мал аҙығы ерҙәре (сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр). Башҡортостанда Т.м.а.е. майҙаны 3,4 млн га ашыу тәшкил итә, шуларҙан сабынлыҡтар — яҡынса 1,2 млн га, көтөүлектәр — 2,2 млн га ашыу (2013). Иң ҡиммәтлеләре булып уңдырышлы үҫемлектәр япмаһынан торған...

ТӘБИҒИ ПАРК

ТӘБИҒИ ПАРК, тәбиғәт комплекстарына зыян килтереүсе хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйылған төбәк әһәмиәтендәге махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре категорияһы. Т.п. тәбиғәтте һаҡлау, ғилми‑тикшеренеү һәм экологик ағартыу учреждениелары статусы бар. Т.п. бурыстары: уникаль тәбиғәт комплекстарын, тәбиғи һәм тарихи‑мәҙәни...

ТӘБИҒИ СПИРТТАР

ТӘБИҒИ СПИРТТАР. Ирекле хәлдә йәки ҡатмарлы эфирҙар рәүешендә үҫемлектәрҙә таралған. Мәҫ., майҙар — глицерин; балауыҙҙар — юғары алифатик спирттарҙың эфирҙары; фенилэтил спирты һәм ментол — ярашлы рәүештә әлморон һәм бөтнөк эфир майҙарының ҡушма өлөшө; цетил, мирицил һәм ҡайһы бер Т.с. бал ҡорто балауыҙынан...

ТӘБИҒИ СҮСТӘР

ТӘБИҒИ СҮСТӘР, н а т у р а л ь с ү с т ә р, еп һәм туҡыу әйберҙәре алыр өсөн ҡулланылған тәбиғи сығанаҡлы оҙон һығылмалы һәм ныҡ есемдәр. Органик (аҡһымлы — йөн, ебәк; целлюлозалы — джут, етен, сүс, мамыҡ, ҡара: Целлюлоза) һәм органик булмаған (минераль сүс — асбест) Т.с. айырыла. Т.с. сикләнгән оҙонлоҡ...

ТӘБИҒИ ШӘКӘРҘӘР

ТӘБИҒИ ШӘКӘРҘӘР, тере организмдар составына ингән полигидроксикарбониллы берләшмәләр һәм уларҙың химик модификациялар һөҙөмтәһендә (окисланыу, ҡайтарылыу, урын алыштырыусылар индереү) алынған бик күп сығарылмалары. Т.ш. үҫемлектәр составында осрай. Моно‑ (глюкоза, фруктоза, галактоза, рибоза һ.б.),...

ТӘВКИЛЕВ Алексей Иванович

ТӘВКИЛЕВ Алексей Иванович (ысын исеме Ҡотломөхәммәт Мәмәшев; яҡынса 1674—1766), башҡорт ихтилалдарын (1735— 40), башҡорт ихтилалын (1755—56) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Ген.‑майор (1755). Тәвкилевтәрҙең Өфө тармағын башлап ебәреүсе. 1711 й. Прут походында, 1717 й. Хиуа походында, 1722—23 йй. фарсы походында...

ТӘВКИЛЕВ Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы

ТӘВКИЛЕВ Ҡотломөхәмәт Батыргәрәй улы [4.8.1850, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Килем а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — ?], Өфө губернаһынан 1—4‑се саҡырылыш Дәүләт думаһы (1906—17) депутаты. Дворян. Тәвкилевтәр нәҫеленән. Рәсәй мосолмандары иттифағы ағзаһы. 1877—78 йй. рус‑төрөк һуғышында ҡатнашыусы. Паж корпусын...

ТӘВКИЛЕВ Сәлимгәрәй Шәңгәрәй улы

ТӘВКИЛЕВ Сәлимгәрәй Шаһингәрәй улы [1805, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Килем а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 2.1.1885, Өфө, Беренсе йәмиғ мәсете терр‑яһында ерләнгән], дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1865—85). Тәвкилевтәр нәҫеленән. 1828—29 йй. рус‑төрөк һуғышында, 1830—31 йй. поляк ихтилалын...

ТӘВКИЛЕВТӘР

ТӘВКИЛЕВТӘР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүселәр — Дәүләтмәмәт, Уразлай, Уразмәмәт мырҙалар. Дәүләтмәмәт Т. Ярославль өйәҙендә хеҙмәт иткән, Владимир һәм Ярославль өйәҙҙәрендә поместьеһы булған. Уның улдары: Мәмеш, Болош, Сәфәр һәм Мәмәт. 17 б. — 18 б. башында Т. мырҙаларға Владимир, Ҡасим,...