Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

УЛЬЯНОВ Илья Иванович

УЛЬЯНОВ Илья Иванович (яҡынса 1744 й. — 1775, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ., хәҙ. Палдиски ҡ., Эстония), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казагы. 1773 й. нояб. аҙ. Пугачёв тарафынан артиллерия орудиелары һәм боеприпастар етештереү һәм ебәреүҙе ойошторор өсөн...

УЛЬЯНОВ Илья Кузьмич

УЛЬЯНОВ Илья Кузьмич (28.7.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Кожай‑Андреев а.), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1985). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Медногорск баҡыр‑көкөрт комб‑тының (Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.) ярҙамсы хужалығында, 1955 й. алып БАССР‑ҙың А.х. министрлығында...

УЛЬЯНОВ Пётр Васильевич

УЛЬЯНОВ Пётр Васильевич (2.6. 1952, БАССР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка ҡсб), тренер. Самбо б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (2004) һәм Рәсәйҙең спорт мастеры (1993), дзюдо б‑са бөтә Рәсәй категориялы судья (1997) һәм СССР‑ҙың спорт мастеры (1974). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1998). РФ‑тың физик культура...

УМАРТАСЫЛЫҠ

УМАРТАСЫЛЫҠ, бал ҡорттарын бал, бал ҡорто балауыҙы һ.б. продукттар (бал ҡорто ағыуы, инә ҡорт һөтө, прополис һ.б.) алыу, ш. уҡ энтомофиль а.х. культураларын һеркәләндереү өсөн үрсетеү; малсылыҡ тармағы. У. үҫешендә бер нисә этап айырыла: ҡырағай У. (бал һәм балауыҙ алыу), солоҡ У. (ҡара: Солоҡсолоҡ),...

УМАРТАСЫЛЫҠ СОВХОЗЫ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл

УМАРТАСЫЛЫҠ СОВХОЗЫ АУЫЛЫ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Красноусол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 10 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 47 км алыҫлыҡта Тоҙйылға й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 210 кеше; 1989 — 138; 2002 — 162; 2010 — 169 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар....

УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ

УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ, ДУАХП. Башҡорт бал ҡортон һаҡлау, селекциялау һәм үрсетеү, интенсив технологиялар булдыру һәм умартасылыҡ продукцияһын етештереү б‑са эштәр башҡара. 1930 й. Йоматау а.х. техникумы (ҡара: Йоматау аграр техникумы) базаһында Башҡ‑н зона умарт‑ҡ тәж. ст. булараҡ ойошторола, 1933 й....

УМАРТАСЫЛЫҠ ҺӘМ АПИТЕРАПИЯ ҮҘӘГЕ

УМАРТАСЫЛЫҠ ҺӘМ АПИТЕРАПИЯ ҮҘӘГЕ, дәүләт бюджет учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й Башҡ‑н умарт‑ҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге булараҡ ойошторола. Составына умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеү б‑са тәж.‑эксперименталь комб‑т, респ. халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге, Архангел, Ғафури,...

УМОВ Сафрон Сергеевич

УМОВ Сафрон Сергеевич [20.3.1901, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Терәпә а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 28.10. 1995, Өфө], селекционер. А.х. ф. канд. (1948). СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1944). Һамар а.х. ин‑тын (1926), Маркс — Энгельс — Ленин ин‑тын (Өфө, 1947) тамамлаған. 1926 й. алып БАССР Игенселек ХК‑ның...

УМЫРЗАЯ

УМЫРЗАЯ, 1) (Coronaria), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда һағыҙут үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы бураҙналы, төҙ, яңғыҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, бейеклеге 30—90 см. Тамыр яны розеткаһы япраҡтары оҙонса айырса формаһында,...

УМЫРТҠАЛЫЛАР

УМЫРТҠАЛЫЛАР, б а ш һ ө й ә к л е л ә р (Vertebrata, Craniata), хордалылар ярым тибы. 42 меңгә яҡын төрө билдәле, беренсел һыу (түңәрәҡ ауыҙлылар, кимерсәкле балыҡтар, һөйәкле балыҡтар, ер‑һыу хайуандары) һәм беренсел ер өҫтө (һөйрәлеүселәр, ҡоштар, имеҙеүселәр) хайуандар төркөмөнә берләшкән. Бөтә Ер...

УМЫРТҠАҺЫҘҘАР

УМЫРТҠАҺЫҘҘАР (Invertebrata), умыртҡалығы булмаған хайуандар. 20‑нән ашыу тибы (саркомастигофорҙар, споровиктар, инфузориялар, яҫы ҡорттар, беренсел ҡыуышлы селәүсендәр, балдаҡлы селәүсендәр, моллюскылар, быуынтығаяҡлылар һ.б.), 1,5 млн яҡын төрө билдәле. Бөтә ерҙә таралған. Башҡортостанда У. 17 меңгә...

УН

УН (һыу‑ун, һунарсы), башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: байҡы, ҡыр‑У., һыу‑У., ун. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. У. формалашыуына уларҙың Арал буйы төрки‑бәшнәк һәм Азов буйы болғар‑уғыр ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13—14 бб. У. көньяҡ Урал...

УН БЕР КҮЛ ТӨРКӨМӨ

УН БЕР КҮЛ ТӨРКӨМӨ, Ағиҙел й. туғайындағы һаҙлыҡтар. Ғафури р‑ны Баҡраҡ, Урта Үтәш, Яҡтыкүл һәм Еҙем‑Ҡаран аа. тирәһендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡтар, майҙандары 26—147 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,0—2,1 м. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Тал, ябай балан, ҡара ҡарағат, ат ҡуҙғалағы, бейек андыҙ,...

УН ИКЕ БАЙРАМ

УН ИКЕ БАЙРАМ, Иисус Христостың (8 Раббы байрамы) һәм Божья Матерҙың (4 Богородица байрамы) ерҙәге тормошо ваҡиғаларына арналған 12 иң мөһим (Пасха м‑н бер рәттән) православие байрамы. Дин хеҙмәте айырыуса тантаналығы м‑н айырыла; күсмәй торған (тәғәйен даталы) һәм күсә торған (датаһы Пасхаға бәйле)...

УН ИКЕНСЕ ЗАПАС УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

УН ИКЕНСЕ ЗАПАС УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1941 й. 28 авг. Өфөлә 17‑се запас уҡсылар бригадаһы булараҡ ойошторола; 1943 й. февр. алып 9‑сы өйрәнсек бригада, апр. — У.и.з.у.д. Составына 27‑се, 30‑сы, 97‑се уҡсылар һәм 6‑сы артиллерия полктары, 22‑се айырым сапёр батальоны һәм 6‑сы айырым элемтә батальоны инә....

УНАСОВ Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы

УНАСОВ Хажиәхмәт Ғәбиҙулла улы [7.11.1887, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байыш а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 17.1.1921, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Тәкәһуҡҡан утары эргәһендә], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—19 йй. Башҡорт ғәскәрендә каптенармус...

УНГЕР Феликс Гергардович

УНГЕР Феликс Гергардович (27.3. 1937, Украина ССР‑ы Тиге а.), инженер‑электрик. Химия ф. д‑ры (1984), проф. (1988). Урал политехник ин‑тын (Свердловск ҡ., 1964) тамамлаған. 1959 й. алып Органик химия ин‑тында эшләй. 1964 й. башлап Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1965 й. — сектор етәксеһе,...

УНИВЕРСИТЕТТАР

УНИВЕРСИТЕТТАР (лат. universitas — йыйылма), әҙерлек йүнәлештәренең (һөнәрҙәрҙең) киң спектры б‑са юғары белем һәм вуздан һуң проф. белем биреү программаларын тормошҡа ашырған юғары ғилми уҡыу йорттары; юғары квалификациялы хеҙм‑рҙәрҙе, ғилми һәм ғилми‑пед. хеҙм‑рҙәрҙе әҙерләй, яңынан әҙерләй һәм (йәки)...

УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ

УҢЫШТЫ ПРОГРАММАЛАУ, а.х. культураларының уңышын формалаштырыу процесы м‑н идара итеү, майҙан берәмегенән юғары сифатлы продукцияның макс. күләмен алыуға йүнәлтелгән. У.п. этаптары: 1) һәр бер баҫыуҙан тәбиғәт ресурстарының торошо һәм уңышты формалаштырыу факторҙары т‑да мәғлүмәт йыйыу; 2) тәбиғәт һәм...

УҢЫШТЫ УРЫП‑ЙЫЙЫУ

УҢЫШТЫ УРЫП‑ЙЫЙЫУ, баҫыуҙан (баҡсанан, теплицанан) үҫемлекселек продукцияһын йыйып алыуҙы, әҙер продукцияны йыйып алғандан һуң эшкәртеүҙе, һаҡлау йәки һатыу урынына ташыуҙы, һаҡлауға һалып ҡуйыуҙы үҙ эсенә алған технологик ысул. Урып‑йыйыу ысулы культураның биол. үҙенсәлектәрен, климат шарттарын һәм...