Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ШАФИҠОВ Мөнир Тәғдил улы

ШАФИҠОВ Мөнир Тәғдил улы (5.1. 1958, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Нөрлө а.), философ. Филос. ф. д‑ры (2007). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) Благовещен р‑ны Ахлыстин тулы булмаған урта мәктәбе директоры. 1983 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре онтология, гносеология, социаль философия, логика проблемаларына...

ШАФИҠОВ Сәғит Ғәйли улы

ШАФИҠОВ Сәғит Ғәйли улы (24.10. 1952, Өфө), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1975), 1980 й. алып шунда уҡ уҡыта (1999 й. башлап инглиз теле, 2016 й. — инглиз теле һәм мәҙәниәт‑ара бәйләнештәр каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге лингв....

ШАФИҠОВ Таймаҫ Шафиҡ улы

ШАФИҠОВ Таймаҫ Шафиҡ улы (19.2.1899, Ырымбур губ. Силәбе өйәҙе Ҡуйһары а., хәҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны Оло Ҡуйһары а., — 1947), дәүләт эшмәкәре. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1931—33 йй. Соц. игенселек акад. уҡыған (Мәскәү). 1919 й. февр.—июнендә Рус армияһында, 1919—22 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1922 й....

ШАФИҠОВА Гөлсирә Мазһар ҡыҙы

ШАФИҠОВА Гөлсирә Мазһар ҡыҙы (16.5.1955, БАССР‑ҙың Мәсетле р‑ны Яңы Мишәр а.), шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). 1976 й. алып Мәсетле р‑нында эшләй: район хеҙмәтсән депутаттар советының башҡарма ком‑ты хеҙм‑ре, 1978 й. башлап Йонос ауыл китапханаһында китапханасы, 2006—11 йй. мөдир. Балалар өсөн...

ШАФИҠОВА Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы

ШАФИҠОВА Кәүсәриә Фиҙаи ҡыҙы (3.1.1949, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Иҫәнбай а. — 4.5.2017, шунда уҡ), шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1999). “Был йырым һинең хаҡта” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1985 й. сыға. Ш. шиғриәте шәфҡәтлелек, эскерһеҙлек м‑н һуғарылған. “Күҙ йәштәрем — көмөш тамсы” (2001), “Йәнемдә...

ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ

ШАФРАН КИПТЕРЕҮ КОМБИНАТЫ. 1956 й. Әлшәй р‑ны Ыҫлаҡ а. Знаменка спирт з‑ды базаһында Башҡ‑н респ. ҡулланыусылар йәмғиәте союзы составында Ш.к.к. булараҡ ойошторола, 1995 й. ябыла. Составына консервалау, киптереү, кондитер цехтары; алкоголһеҙ эсемлектәр, крахмал производстволары ингән. 1995 й. 40‑тан...

ШАФРАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ШАФРАН, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Шафран а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 13 кеше; 1920 — 259; 1939 — 2137; 1959 — 3669; 1989 — 2774; 2002 — 2620; 2010 — 2362 кеше. Татарҙар, башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, мәктәп‑интернат,...

ШАФРАНОВТАР, дворяндар

ШАФРАНОВТАР, дворяндарҙан. Николай Семёнович Ш. (1844—1903), тайный советник, профессор. Урман һәм ыҙанлау ин‑тын тамамлаған (С.‑Петербург). 1867 й. алып С.‑Петербург урман ин‑ты директоры. 1899 й. башлап Өфө губерна ста­тистика ком‑ты һәм Өфө губерна музейы ком‑ты ағзаһы. 1895 й. Һамар—Златоуст т....

ШАХМАТ БУЙЫНСА СПОРТ МӘКТӘБЕ

ШАХМАТ БУЙЫНСА СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. Шахмат б‑са респ. балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе булараҡ ойошторола. Мәктәптә 720‑нән ашыу уҡыусы шөғөлләнә, 17 тренер‑уҡытыусы эшләй (2008). Тәрбиәләнеүселәре араһында Э.Р.Хәсәнова бар. Мәктәп м‑н Е.В.Калегин, И.А.Копылов һ.б. эшмәкәрлеге...

ШАХМАТ БУЙЫНСА СПОРТ МӘКТӘБЕ

ШАХМАТ БУЙЫНСА СПОРТ МӘКТӘБЕ. 1992—2016 йй. Өфөлә республика балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе булараҡ эшләй. Тәрбиәләнеүселәре араһында Э.Р.Хәсәнова бар. Мәктәп менән Е.В.Калегин, И.А.Копылов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Н.В.Хәсәнова Тәрж. Г.А.Миһранова   ...

ШАХМАТ, спорт төрө

ШАХМАТ, с а т р а ш, спорт төрө, ике ярышыусы өсөн 64 шаҡмаҡлы таҡтала махсус фигуралар м‑н уйын. Башҡортостанда Ш. 20 б. 20‑се йй. уртаһынан үҫешә. 1932 й. Өфөлә Башҡ‑н ҮБК эргәһендәге Юғары физик культура һәм спорт советы тара­фынан Үҙәк шахмат клубы ойошторола; 1961 й. ҡала, 1963 й. респ. Шахмат‑шашка...

ШАХТЁР", стадионы

“ШАХТЁР”, Күмертау педагогия колледжы стадионы. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1956 й. “Башкируголь” пр‑тиеһының “Ш.” стадионы булараҡ асыла, 1996 й. хәҙ. статусын ала. 2 футбол майҙаны (100×67, 102×65 м), еңел атлетика йүгереү юлы (400 м), трибуналары (3400 урын), бейеклеккә һәм оҙонлоҡҡа һикереү өсөн секторҙары,...

ШАҺАБЕТДИНОВ Филарет Һаҙый улы

ШАҺАБЕТДИНОВ Филарет Һаҙый улы [12.2.1947, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Әхмәр а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны)], рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2014). Рәссамдар союзы ағзаһы (1977). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлаған (1966; педагогы К.П.Чару­гин). 1969 й. алып Өфөлә, 1971 й. — Белово ҡ. йәшәй һәм эшләй. 1974 й. башлап...

ШАҺАПОВ Владислав Шәйхуләғзәм улы

ШАҺАПОВ Владислав Шәйхуләғзәм улы (17.3.1948, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Яңы Ҡото а.), механик. БР ФА акад. (2012), физика‑матем. ф. д‑ры (1989), проф. (1993). МДУ‑ны тамамлаған (1971). 1974 й. алып БДУ‑ла эшләй, 1984 й. — СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика һәм матем. бүлегендә өлкән ғилми хеҙм‑р. 1988—96 йй....

ШАҺИӘХМӘТОВА Светлана Георгиевна

ШАҺИӘХМӘТОВА Светлана Георгиевна (8.8.1939, Өфө), композитор, педагог. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2011), БАССР‑ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1977). Композиторҙар союзы ағзаһы (1964). Ҡазан консерваторияһын тамамлағандан һуң (1964; А.С.Леман класы) 1967 й. тиклем һәм 1972—2013 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡыта,...

ШАҺИМӘРҘӘНОВ Фазыл Вәлиәхмәт улы

ШАҺИМӘРҘӘНОВ Фазыл Вәлиәхмәт улы [1906, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Үрге Ҡыйғы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны) — 3.8.1968, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. ВКП(б) ҮК эргәһендәге Партия ойоштороусылары юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1937). 1928 й. алып ВКП(б)‑ның Мәсәғүт кантон ком‑ты инструкторы, ойоштороу...

ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы

ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы [10.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 29.12.2011, С.‑Петербург], химик. Химия ф. д‑ры (1972), проф. (1974). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989)....

ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы

ШАҺИСОЛТАНОВА Ғәҙилә Әхәт ҡыҙы [10.2.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ районы) — 29.12.2011, Санкт‑Петербург ҡ.], химик. Химия фәндәре докторы (1972), профессор (1974). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың юғары белем биреү отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ...

ШАҺМАНОВ Тәлғәт Ғиндулла улы

ШАҺМАНОВ Тәлғәт Ғиндулла улы (6.5.1959, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Оло Моҡас а.), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (2006). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1982) Мәләүез р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1987 й. алып “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, 1990 й. — Мәғарифта милли мәсьәләләр...

ШАШИН Валентин Дмитриевич

ШАШИН Валентин Дмитриевич (16.6. 1916, Баҡы — 22.3.1977, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1943). 1931 й. алып “Сызраньнефть” тресында токарь; 1932 й. башлап “Ишимбайнефть” тресында: бы­раулау мастеры, отряд нач.; 1942 й. — “Туймазанефть” тресында: быраулау төркөмө...