Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЭЛЕКТРОХИМИК КҮСЕРЕҮ‑ТИШЕҮ СТАНОГЫ

ЭЛЕКТРОХИМИК КҮСЕРЕҮ‑ТИШЕҮ СТАНОГЫ, электродлы инструменттың тишкес башын күсереү һәм ток үткәргән материалдарҙан яһалған әҙерләмәләрҙә даими киҫелештәге тишектәр эшләү технологик операцияһын башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән. Э.к.‑т.с. тирбәлеүсе электродлы инструмент ярҙамында импульслы электрохимик эшкәртеү...

ЭЛЕКТРОХИМИК СТАНОК, ҡара: Электрохимик күсереү тишеү станогы

ЭЛЕКТРОХИМИК СТАНОК, ҡара: Электрохимик күсереү‑тишеү станогы. 

ЭЛЕКТРОХИМИЯ

ЭЛЕКТРОХИМИЯ, физик химияның фазалар бүленеү сигендәге зарядланған өлөшсәләр (иондар, электрондар) ҡатнашҡан ионлы системаларҙы (эретмәләр, иретмәләр, ҡаты электролиттар) һәм процестарҙы өйрәнгән бүлеге. Теоретик Э. электролиттарҙың төҙөлөшө һәм уларҙың электр үткәреүсәнлеге, электрод м‑н эретмә араһындағы...

ЭЛЕКТРОЭРОЗИОН СТАНОК

ЭЛЕКТРОЭРОЗИОН СТАНОК, ток үткәргән материалдарҙы электродлы инструмент ярҙамында эшкәртеү өсөн тәғәйенләнгән. Тәғәйенләнеше б‑са ҡырҡыу, күсереү‑тишеү, үткерләү, ҡырҡыу, махсус Э.с. айырыла. Э.с. һан м‑н программаланған система, баҡыр, еҙ, графиттан, вольфрам иретмәләренән, баҡыр‑вольфрамлы композицион...

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, углерод — элемент химик бәйләнеше булған (углеродтың азот, галогендар, кислород, көкөрт м‑н ябай һәм теүәл бәйләнешле берләшмәлә­ренән тыш) органик берләшмәләр. Тәбиғәттә тимер‑(гемоглобин), магний‑порфирин (хлорофилл) берләшмәләр, нефттең металл‑порфирин комплекстары рәүешендә...

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР

ЭЛЕМЕНТОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР, мономер быуынында углеводород төркөмдәре һәм органик булмаған фрагменттар булған полимерҙар. Төп сылбырҙары — органик булмаған (органик төркөмдәр м‑н уратып алынған; полиорганосилазандар, ‑силоксандар, ‑фосфазендар һ.б.), органик булған (элементорганик төркөмдәр; полиалкиленсиландар...

ЭЛЕМТӘ

ЭЛЕМТӘ, төрлө техник саралар ярҙамында мәғлүмәт тапшырыу һәм ҡабул итеү; иҡтисад тармағы. Почта элемтәһе һәм электр элемтәһе айырыла. Башҡортостанда даими почта элемтәһе 1735 й. алып эшләй. 1863 й. Петербург—Ырымбур телеграф элемтәһе линияһында аралыҡ пункты булған Өфө телеграфы асыла. Һамар­Златоуст...

ЭЛЕМТӘ КАНАЛЫ

ЭЛЕМТӘ КАНАЛЫ, т а п ш ы р ы у к а н а л ы, мәғлүмәт булған сигналдар тапшырғыстан ҡабул иткескә тиклем таралған техник ҡоролмалар һәм физик мөхит. Тапшырғыс, Э.к. һәм ҡабул иткес күп каналлы элемтәнең төрлө системаларын барлыҡҡа килтерә (тәғәйенләнеше б‑са: телефон, тауыш тапшырыу, телевизион, фототелеграф,...

ЭЛИЗИЯ

ЭЛИЗИЯ (лат. elisio — бүлеп сығарыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙәр ҡушылған урында ике һуҙынҡы өндөң береһе (күбеһенсә тәүгеһе) төшөп ҡа­лыуы. Э. башлыса сингармонизм булған телдәргә хас. Башҡорт телендә: 1) бер төрлө һуҙынҡылар, мәҫ., “йылға аша” [йылғаша], “һөйлә әле” [һөйләле],...

ЭЛЛИПТИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ЭЛЛИПТИК ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, бүлендек сығарылмалы һәм юғары коэффициенттар матрицаһы ыңғай билдәләнгән дифференциаль тигеҙләмәләр класы. Йылы үткәреүсәнлек, диффузия, сәнәғәт ҡулайламаларында т‑ра ҡырҙары бүленеүен, файҙалы ҡаҙылмаларға электроразведка үткәргәндә электр һәм йылылыҡ ҡырҙарының бүленеүен һ.б....

ЭЛМӘЛЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ЭЛМӘЛЕ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Байыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 101 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 70 км алыҫлыҡта Ҡаҫмарт й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 591 кеше; 1920 — 639; 1939 — 379; 1959 — 237; 1989 — 205; 2002 — 223; 2010 — 205 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ЭЛМӘЛЕК”, башҡорт халыҡ йыры

“ЭЛМӘЛЕК”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. Тәүге тапҡыр 1938 й. Л.Н.Лебединский тарафынан яҙып алына, Н.Иҙелбай яҙмаһында “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Йырҙың вариантын Ғ.З.Сөләймәнов К.М.Дияровтан яҙып ала. Лирик‑драматик йыр. Төп темаһы — соц. тигеҙһеҙлек. Үҙ дәрәжәһен белгән ярлылар...

ЭЛОДЕЯ

ЭЛОДЕЯ (Elodea), һыу һылыуҡастары ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 18 төрө билдәле, Америкала таралған. Башҡортостанда канада Э. үҫә. Һыу аҫтында үҫкән күп йыллыҡ ике өйлө үлән. Һабағы тарбаҡлы, ҡуйы япраҡлы, оҙонлоғо 2 м тиклем, төбөндә йөҙөп йөрөүсе оҙон тамырҙары була. Япраҡтары 3—4‑әрләп суҡтарҙа...

ЭЛЬЦИН Борис Михайлович

ЭЛЬЦИН Борис Михайлович (1875, Киев губ. Звенигородка ҡ. — 27.11. 1937), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1897 й. алып РСДРП ағзаһы. Новороссийск ун‑тын тамамлаған (Одесса ҡ., 1898). Революцион эшмәкәрлеге өсөн Өфө губернаһына һөргөнгә ебәрелә. 1910 й. алып Бәләбәй һәм Бөрө өйәҙҙәрендә санитар табип. 5...

ЭМАНИН, Благовещен р‑нындағы ауыл

ЭМАНИН, Благовещен р‑нындағы ауыл, Бедеева Поляна а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 73 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 78 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 470 кеше; 1920 — 580; 1939 — 240; 1959 — 154; 1989 — 76; 2002 — 98; 2010 — 79 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй...

ЭМАНУЭЛЬ Николай Маркович

ЭМАНУЭЛЬ Николай Маркович (18.9.1915, Курск губ. Тим ҡ. — 8.12. 1984, Мәскәү өлк. Черноголовка ҡсб), физик‑химик. СССР ФА акад. (1966), химия ф. д‑ры (1949), проф. (1959). Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ленинград индустриаль ин‑тын тамамлаған (1938). 1975 й. алып СССР ФА‑ның Дөйөм...

ЭМБРИОЛОГИЯ

ЭМБРИОЛОГИЯ (гр. embrion яралғы һәм ... логия), аталанғандан алып тыуғанға †— тиклем яралғының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеүе (тере бала тыуҙырыусы хайуандар), йомортҡанан сығыу (йомортҡа һалыусы хайуандар), метаморфоз осоро тамамланыу (ҡарышлауыҡ үҫеше стадияһы булған хайуандар) йәки йомортҡа күҙәнәгендәге...

ЭМИГРАЦИЯ

ЭМИГРАЦИЯ (лат. emigro — күсеп китеү), граждандарҙың даими йәшәгән урынын алмаштырып бер илдән икенсе илгә күсеүе. Э. ирекле һәм мәжбүри; кире ҡайтмай торған, ваҡытлыса ҡайтмай торған һәм ҡайта торған; легаль һәм легаль булмаған; иҡт., сәйәси, соц., дини, этник, мәҙәни, хәрби һ.б. төрҙәре айырыла. Тышҡы...

ЭМИХ Тея Адамовна

ЭМИХ Тея Адамовна (11.2.1913, Һарытау ҡ. — 5.4.2012, Өфө), үҫемлектәр физиологы. Биол. ф. д‑ры (1963), проф. (1966). М.Н. Покровский ис. Пед. ин‑тын тамамлаған (1937). 1941 й. алып П.Ф.Лесгафт ис. Тәбиғи‑ғилми ин‑ттың (икеһе лә — Ленинград) өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1942 й. башлап эвакуациянан һуң Красноярск...

ЭМС ЯРУСЫ

ЭМС ЯРУСЫ, аҫҡы девон бүлегенең өҫкө бүлексәһе. Прага ярусында ята, эйфель ярусы м‑н ҡаплана. К.Дорлодо тарафынан Эмс ерендә (Германия) айырып күрһәтелә (1900). Стратотибы вулкан тоҡомдары ҡатыш ҡомташтарҙан, кварциттарҙан, һәүерташтарҙан тора; ҡалынлығы 2000 м. БР терр‑яһында Э.я. ултырмалары Көньяҡ...