Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҮРНӘК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

ҮРНӘК, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Үрнәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнс. 15 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 82 км алыҫлыҡта Сәғәҙи й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 474 кеше; 1959 — 857; 1989 — 891; 2002 — 830; 2010 — 665 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҮРНӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ҮРНӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Әбеш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 48 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 105 км алыҫлыҡта, Шайтантау заказнигында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 142 кеше; 1959 — 84; 1989 — 146; 2002 — 169; 2010 — 149 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҮРШИҘЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл

ҮРШИҘЕ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Урмияҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 129 км алыҫлыҡта Сарыс й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 513 кеше; 1920 — 597; 1939 — 454; 1959 — 469; 1989 — 319; 2002 — 325; 2010 — 276 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ҮҪӘРГӘН

ҮҪӘРГӘН, м ө й т ә н, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: айыу, бишәй, бүре, сураш, шешәй. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт. Арал буйына һәм Һырдаръя й. түбәнге ағымына күсеп ултырған Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Мөйтән” этнонимы ҡарағалпаҡтарҙа, үзбәктәрҙә билдәле....

ҮҪӘРГӘН КАНТОНЫ

ҮҪӘРГӘН КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Орск өйәҙенең Демократик, Ҡансыра, Ҡоруйыл, Ҡыуандыҡ, Поимка, Сәлих, Үҫәргән-Хәйбулла, 1‑се, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се, 6-сы Үҫәргән, Фёдоровка, Һамар һәм Чеботарёвка улустары нигеҙендә АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған авт. Башҡортостандың Ү.к. сиктәре...

ҮҪЕМЛЕК АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

ҮҪЕМЛЕК АРОМАТИК БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, молекулалары 1, йышыраҡ 2 һәм унан күберәк эйәртеүле бәйләнешле системаһы булған, составына гидроксил төркөмдәр ингән планар циклдарҙан торған тәбиғи берләшмәләр. Ү.а.б. ябай һәм күп атомлы фенолдар, флавоноидтар, кумариндар, хромондар, антрахинондар, лигнандар, гидролизланыусы...

ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК

ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК, 1) ауыл хужалығы тармағы, үҫемлекселек продукцияһы (халыҡ өсөн аҙыҡ‑түлек, малсылыҡ өсөн мал аҙыҡтары, сәнәғәт тармаҡтары өсөн сеймал) етештереү өсөн а.х. культураларын үҫтереү м‑н шөғөлләнә. Малс‑ҡ м‑н тығыҙ бәйле. Баҫыусылыҡ, йәшелсәселек, емешселек, виноградсылыҡ, болонсолоҡ, урмансылыҡ,...

ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ

ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ, дәүләт ғилми учреждениеһы. Башҡортостан өсөн селекция һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы булып тора. А.х. культуралары сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, а.х. культуралары етештереүҙең технологияларын эшләүгә һәм индереүгә махсуслаша. 1912...

ҮҪЕМЛЕКТӘР

ҮҪЕМЛЕКТӘР (Plantae, йәки Vegetabilia), организмдар батшалығы. Башҡа тере организмдарҙан автотроф туҡланыуға (органик булмаған матдәләрҙән кәрәкле органик матдәләрҙе синтезлау) һәләте булыуы м‑н айырыла, ш. уҡ ваҡытта йәшел Ү. фотосинтез башҡара. Ҡайһы бер Ү. (паразиттар, сапрофиттар) гетеротроф туҡланыу...

ҮҪЕМЛЕКТӘР АНАТОМИЯҺЫ

ҮҪЕМЛЕКТӘР АНАТОМИЯҺЫ, үҫемлектәрҙең эске төҙөлөшөн өйрәнгән ботаника бүлеге. Хәҙ. Ү.а. төрлө экологик төркөмдәргә ҡараған үҫемлектәрҙең ағзаларының төҙөлөш үҙенсәлектәрен (экологик Ү.а.), ҡоротҡостар һәм ауырыу тыуҙырыусылар тәҫьире аҫтында туҡымаларҙың һәм ағзаларҙың үҙгәреүен (патологик Ү.а.), үҫемлектәрҙең...

ҮҪЕМЛЕКТӘР ДОНЪЯҺЫ

ҮҪЕМЛЕКТӘР ДОНЪЯҺЫ, Ерҙең йәки уның айырым терр‑яларының үҫемлектәр төркөмө йыйылмаһы. Ү.д. таралыуы башлыса дөйөм климат шарттары м‑н билдәләнә, зона һәм бүлкәтлелек ҡанундарына буйһона. Тәбиғәт (климат, рельеф, тупраҡ һ.б.), антропоген (көтөүлек, бысраныу, рекреация һ.б.) факторҙар йоғонтоһонда формалаша....

ҮҪЕМЛЕКТӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ

ҮҪЕМЛЕКТӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ, с и н т а к с о н о м и я, төрлө рангылы үҫемлек төркөмө типтарын айырыу. Ү.к. үҫемлектәр донъяһын рациональ ҡулланыуҙы ойоштороу һәм уның торошон мониторингылау, биологик төрлөлөктө һаҡлау өсөн кәрәк. Ү.к. нигеҙендә геоботаник районлаштырыу, геоботаник карталар, урмандарҙың,...

ҮҪЕМЛЕКТӘР ТӨРКӨМӨ

ҮҪЕМЛЕКТӘР ТӨРКӨМӨ, ф и т о ц е н о з, терр‑яның йәшәү шарттары бер төрлө булған участкаһында үҫкән ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр төрҙәре йыйылмаһы. Башҡортостанда тәбиғи һәм кеше тарафынан булдырылған (урман ултыртмалары, парктар һәм баҡсалар, культуралы үҫемлектәр сәсеүлектәре) Ү.т. таралған. Ү.т....

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ БИОТЕХНИК ҺАҠЛАУ ЫСУЛЫ

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ БИОТЕХНИК ҺАҠЛАУ ЫСУЛЫ, ҡоротҡос бөжәктәрҙән үҫемлектәрҙе һаҡлауҙың (а.х., урман, декоратив) интеграциялы ысулының ҡушма өлөшө, биол., химик һәм техник саралар ҡулланыуҙы үҙ эсенә ала. Айырым бөжәк төрҙәренең үҙ‑үҙен тотошона ҡарап уларҙы йәлеп итеү йәки ҡурҡытыу өсөн билдәле физик (тауыш,...

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ, 1) ауыл хужалығында һәм урман хужалығында үҫемлектәргә ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ауырыуҙары һәм ҡый үләндәре килтергән зарарға юл ҡуймау һәм уны бөтөрөү б‑са саралар системаһы. Агротехник, биол., химик һ.б. ысулдарҙы...

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ СТАНЦИЯҺЫ

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕ ҺАҠЛАУ СТАНЦИЯҺЫ, федераль дәүләт учреждениеһы. Ҡоротҡостарҙың, культуралар ауырыуҙарының фитосанитария мониторингыһын үткәрә, уларҙың үҫешен күҙаллай, зарарлыҡ кимәлен билдәләй; химик һәм биологик препараттарҙың сифатына лаб. тикшереү үткәрә, үҫтерелгән продукцияла ҡалдыҡ пестицидтар һанының...

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҮҪЕҮЕН КӨЙЛӘГЕСТӘР, органик берләшмәләр, үҫемлектәрҙең үҫеүен һәм морфогенезын стимуллаштыра (бик түбән концентрацияларҙа) йәки туҡтата. Тәбиғи (фитогормондар — ауксиндар, гиббереллиндар һ.б.; гормональ булмаған тәбиғәт берләшмәләре — ҡайһы бер фенолдар, мочевина сығарылмалары һ.б.; эндофит...

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҺИРӘК ТӨРҘӘРЕ

ҮҪЕМЛЕКТӘРҘЕҢ ҺИРӘК ТӨРҘӘРЕ, аҙ популяцияла йәки ареал эсендә йә уның бер өлөшөндә аҙ осраған төрҙәр. Дәүләт һаҡлауына мохтаж булған Ү.һ.т., хужалыҡ ҡулланылышынан сығарылып, Ҡыҙыл китаптарға индерелә, уларҙың йәшәү урындарын юҡҡа сығарыу тыйыла. Башҡортостанда Ү.һ.т. популяцияларының күп өлөшө сағыштырмаса...

ҮҪЕШ КӘМСЕЛЕГЕ

ҮҪЕШ КӘМСЕЛЕГЕ, ү ҫ е ш а н о м а л и я л а р ы, организмдың нормаль төҙөлөшөнән тайпылыш, ҡарында саҡта үҫеү процесында (башлыса йөклөлөктөң 6—12 аҙнаһында) барлыҡҡа килә. Эске ағзаларҙағы (ашҡаҙан‑эсәк юлдары, бәүел‑енес системаһы, йөрәк етешһеҙлектәре), терәк‑хәрәкәт системаһындағы (тыумыштан быуын...

ҮҪМЕРҘӘР КИТАПХАНАҺЫ

ҮҪМЕРҘӘР КИТАПХАНАҺЫ, Милли китапхана филиалы (1988). Үҫмерҙәр уҡыу үҙәге (2009). Өфөлә урынлашҡан. 1974 й. 6‑сы ҡала китапханаһы базаһында Респ. үҫмерҙәр китапханаһы булараҡ ойошторола. Фондта 180 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 172 мең баҫма документ, 14 мең аудио- һәм видеодокумент; 61 ваҡытлы...