Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҺАРҒАМЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл

ҺАРҒАМЫШ, Салауат р‑нындағы ауыл, Миәшәгәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 30 км һәм Мөрсәлим т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 112 кеше; 1920 — 103; 1939 — 247; 1959 — 785; 1989 — 359; 2002 — 303; 2010 — 256 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ҺАРҒАЯ, Бөрйән р‑нындағы ауыл

ҺАРҒАЯ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Ҡолғана а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 49 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 115 км алыҫлыҡта Оло Һарғая й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында, Башҡорт ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 134 кеше; 1959 — 148; 1989 — 137; 2002 — 168; 2010 — 146 кеше....

ҺАРНАУ

ҺАРНАУ (речитатив м‑н йырлау), башҡорт фольклоры жанры, арбау‑имләү формулалары (ҡара: Арбау). Исламға тиклемге дини инаныуҙарға барып тоташа. Ҡамлау йолаһы ваҡытында баҡсы тарафынан әйтелә. Аныҡ ритмға һалынған текст махсус хәрәкәттәр м‑н оҙатыла. Дөңгөр, ҡумыҙ йәки ҡыл ҡумыҙға ҡушылып һамаҡ стилендә...

ҺАРТ‑ЛАБАУ, Иглин р‑нындағы ауыл

ҺАРТ‑ЛАБАУ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 306 кеше; 1920 — 431; 1939 — 835; 1959 — 576; 1989 — 403; 2002 — 424; 2010 — 423 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҺАРТ‑НАУРЫҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҺАРТ‑НАУРЫҘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Прибельский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 25 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. Көнс. табан 6 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 741 кеше; 1920 — 879; 1939 — 920; 1959 — 743; 1989 — 494; 2002 — 467; 2010 — 404 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ҺАРТ‑ШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҺАРТ‑ШИШМӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Ҡыйышҡы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 18 км һәм Шәкәр заводы т. юл ст. К.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1207 кеше; 1920 — 952; 1939 — 1079; 1959 — 1018; 1989 — 905; 2002 — 993; 2010 — 908 кеше. Башҡорттар йәшәй...

ҺАРЫ АБДУЛЛИН

ҺАРЫ АБДУЛЛИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһының Бала‑Ҡатай улусы Һары а. башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. Исәт провинцияһында баш күтәреүселәрҙең етәкселәренең береһе. 1774 й. көҙөнә тиклем Һ.А. отряды Исәт провинцияһының Силәбе ҡәлғәһе һәм Сыбаркүл...

ҺАРЫ БӘШМӘК

ҺАРЫ БӘШМӘК (Cantharellus cibarius), базидиомицеттар класының селтәр бәшмәк һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған бәшмәк. Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Емешлек тәне борғаҡҡа оҡшаш, асыҡ һары, ерәнһыу йәки тоноҡ ҡыҙғылт һары төҫтә, итләс, тығыҙ. Эшләпәһенең диам. 3—7 см, ҡайһы берҙә 10 см тиклем, йомро, шыма, йәш...

ҺАРЫ БЕЙӘ”, художество төркөмө

“ҺАРЫ БЕЙӘ”, художество төркөмө. 1989 й. Өфөлә ойошторола. Ойоштороу инициаторы — Н.А. Пахомов. Төп составҡа И.Ҡ. Ғәзизуллин, М.И.Дәүләтбаев, Д.Н. Ишемғолов, Н.С.Латфуллин, С.А.Лебедев, М.А. Назаров, Мәскәү рәссамы М.М. Саттаров инә. “Һ.б.” тәүге күргәҙмәләре Мәскәүҙә (1989 й. апр., июне), артабан Йошкар‑Ола,...

ҺАРЫ БИЛСӘН

ҺАРЫ БИЛСӘН (Sonchus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 40‑тан ашыу төрө билдәле, башлыса Евразияла һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Һөт һымаҡ һуты булған бер (баҡса Һ.б., ҡытыршы Һ.б.), күп (һаҙ Һ.б., ялан Һ.б., йәки Һ.б.) йыллыҡ үлән. Һабағы 60—200 см тиклем бейеклектә,...

ҺАРЫ МӘРГӘН

ҺАРЫ МӘРГӘН (? — 1663 й. башы), башҡорт ихтилалы (1662—64) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы башҡорто. 1662 й. июлендә Урал аръяғында ихтилалға етәкселек итә. Авг.—сент. Һ.М. отряды Верхотур өйәҙенең Ощепков ҡәлғәһен, Павлов пустынын, Белослудск һәм Эрбэттамаҡ биҫтәләрен, Тубыл өйәҙенең Мырҙа биҫтәһен...

ҺАРЫ МӘТРҮШ

ҺАРЫ МӘТРҮШ (Hypericum), һары мәтрүш һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 400 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да субтропик бүлкәтендә, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм тропик тауҙарҙа таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары цилиндр формаһында, һирәгерәк 4...

ҺАРЫ ТОМБОЙОҠ

ҺАРЫ ТОМБОЙОҠ (Nuphar), аҡ томбойоҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 10 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 25‑кә тиклем) төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Һыу төбө субстратына күмелгән 3—4 м тиклем оҙонлоҡтағы тарбаҡлы тамырһабағы булған күп...

ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ

ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ, төньяҡ‑көнсығыш төркөмгә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Һары уйғырҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың Ганьсу провинцияһы Минхуа р‑нында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 4 меңгә яҡын кеше (1985). Айырыуса хакас теленә һәм шор теленә яҡын. Боронғо уйғырҙар теленә барып тоташа, тип фараз ителә...

ҺАРЫ УМЫРЗАЯ

ҺАРЫ УМЫРЗАЯ (Adonis), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 20‑нән ашыу төрө билдәле, Төньяҡ Африкала һәм Евразияның уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: себер Һ.у., яҙғы Һ.у., иҙел Һ.у., йәйге Һ.у. Бер йәки күп йыллыҡ үләндәр, япраҡтары күп тапҡыр тар өлөштәргә теленгән....

ҺАРЫ ҮЛӘНЕ

ҺАРЫ ҮЛӘНЕ (Erysimum), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер, ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 20—100 см. Япраҡтары ҡыяҡ, таҫмалы ланцет формаһында,...

ҺАРЫ‑ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР

ҺАРЫ‑ЙӘШЕЛ ЫЛЫМЫҠТАР, төрлө ҡамсылы ылымыҡтар (Xanthophyta, Heterocontae), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 600 төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап һыу ятҡылыҡтарында (күбеһенсә сөсө), тупраҡта, ер өҫтөндәге йәшәү урындарында, ҡайһы берҙә һауа ҡатламында таралған. Эукариоттар, бер күҙәнәкле (яңғыҙ, һирәгерәк...

ҺАРЫ, археологик ҡомартҡы

ҺАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 5 б. ҡарай. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны Һары ҡасабаһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 6 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1928 й. Д.И.Захаров тарафынан асылған һәм тикшерелгән, 1993 й. В.Н.Васильев һәм В.К.Фёдоров өйрәнгән. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр...

ҺАРЫГҮҘ

ҺАРЫГҮҘ (Centaurium), бабасыр уты һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Көньяҡ Африканан һәм Азияның ҙур өлөшөнән башҡа ике ярымшарҙың да тропик булмаған бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Бер йәки ике йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары 4 ҡырлы, төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге...

ҺАРЫҒОШ

ҺАРЫҒОШ, ү т ә б и к ә (Oriolus oriolus), турғай һымаҡтар отрядының һарығоштар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (Көнсығышта Урта Себерҙең һәм Һиндостандың көньяғына тиклем), Төньяҡ һәм Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 25 см, ауырлығы 50—90 г, ҡанат йәйеме 45 см тиклем. Ҡауырһыны...