Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ӘХТӘМОВ Исмәғил Хәмит улы

ӘХТӘМОВ Исмәғил Хәмит улы (15.1. 1937, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Мәндәғол а. — 3.6.2008, Белорет ҡ.), металлург. БАССР‑ҙың атҡ. металлургы (1981). 1955—59 йй. Күгәрсен р‑нында Мораҡ МТС‑ы комбайнсыһы, 1962—66 йй. СПТУ мастеры, 1966—2002 йй. Белорет металлургия комб‑тында һуҙыу станы операторы. СССР‑ҙың...

ӘХТӘМОВ Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы

ӘХТӘМОВ Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы [15.1.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Башҡорт Үргене а. (БР‑ҙың Ейәнсура районы) — 19.10.2020, Өфө ҡ.], тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1996), профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәктәп уҡытыусыһы (1989), РФ‑тың почётлы юғары...

ӘХТӘМОВ Хәбибулла Абдулхаҡ улы

ӘХТӘМОВ Хәбибулла Абдулхаҡ улы [7.1.1883, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Төркәй а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 6.2.1938, Өфө], дин әһеле. Ахун (1917). 1918 й. аҙ. тиклем Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Һынташ а. мәсетендә, Өфөнөң 6‑сы йәмиғ мәсетендә имам‑хатип, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты...

ӘХТӘМОВ Хәсән Баһҙый улы

ӘХТӘМОВ Хәсән Баһҙый улы (1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Аллағыуат а. — 30.5.1944, Редиул‑Алдей а., Румыния), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1944 й. февр. алып 2‑се Украина фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 52‑се армияның 294‑се уҡсылар див. 857‑се уҡсылар полкы уҡсыһы...

ӘХТӘМОВА Ләйлә Абдрахман ҡыҙы

ӘХТӘМОВА Ләйлә Абдрахман ҡыҙы (23.12.1915, Өфө — 14.3.1986, шунда уҡ), актриса. БАССР‑ҙың халыҡ (1969) һәм атҡ. (1954) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1957). Башҡорт сәнғәт техникумын тамамлағандан һуң (1935; Х.Бохарский курсы) БАДТ актриса­һы. Ә. төрлө планлы сәнғәтенә тормош ысынбарлығы һәм...

ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы

ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы [15.3.1915, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Һаҫыҡкүл а.; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Бүләк а. (ТР‑ҙың Мөслим р‑ны) — 29.10.1988, Туймазы ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). 1938 й. Хәсән күле янындағы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы

ӘҺЛЕТДИНОВ Фәйзулла Хәзи улы [15.3.1915, Һамар губ. Бөгөлмә өйәҙе Һаҫыҡкүл а.; башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләк а. (ТР‑ҙың Мөслим районы) — 29.10.1988, Туймазы ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). 1938 й. Хәсән күле янындағы совет‑япон ҡораллы бәрелешендә, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

ӘҺЛЕТДИНОВ Эдуард Феликс улы

ӘҺЛЕТДИНОВ Эдуард Феликс улы (13.10.1974,БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Первомайск ҡсб), биохимик. Мед. ф. д‑ры (2011).БДМУ‑ны тамамлағандан һуң (1997) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге тирә‑яҡ мөхиттәге тотороҡло органик бысратыусыларҙың организмдағы биохимик процестарға һәм ир‑егеттәрҙең репродуктив функцияһына...

ӘҺЛИУЛЛИН Миңлеәхмәт Кәбир улы

ӘҺЛИУЛЛИН Миңлеәхмәт Кәбир улы (23.2.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Талас‑Моҡша а., хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Талас а., — 21.8.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1982). К.А. Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1955).1953—87 йй. Стәрлетамаҡ р‑ны мәктәптәрендә эшләй....

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы [20.3.1919, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 15.10.1943, Белорус ССР‑ының Лоев ҡсб янында], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й. февр. башлап Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә...

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы

ӘҺЛИУЛЛИН Хәмит Шәмсетдин улы [20.3.1919, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Өйҙөрәкбаш а. (БР‑ҙың Благовар районы) — 15.10.1943, Белорус ССР‑ының Лоев ҡсб янында], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1939 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. февраленән Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә...

ӘШӘ‑БАЛАШОВ ЗАВОДЫ

ӘШӘ‑БАЛАШОВ ЗАВОДЫ, 1899 й. ағалы‑ҡустылы Н.П. һәм И.П. Балашовтар тарафынан Эҫем заводтары дайсаһында суйын иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Ба­лашовтар, 1913 й. алып “Эҫем тау заводтары йәмғиәте” составында; 1917 й. национализациялана. Эҫем тау округына ингән. 1899 й. эшләй башлай. 1913...

ӘШӘ, Иглин р‑нындағы ауыл

ӘШӘ, Иглин р‑нындағы ауыл, Красный Восход а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 105 км һәм Әшә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 3 км алыҫлыҡта Әшә й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.Халҡы:1920 й.– 117 кеше; 1939 – 210; 1959 – 162; 1989 – 136; 2002 – 148; 2010 – 121 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). 20...

ӘШӘЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ӘШӘЙ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 39 км һәм Наҙыпетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡарағай й. (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 267 кеше; 1939 — 294; 1959 — 290; 1989 — 270; 2002 — 280; 2010 — 233 кеше. Башҡорттар...

ӘШӘЛСӘ

ӘШӘЛСӘ (Orchis), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Йомортҡа рәүешендәге тамырбүлбеле күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 10— 50 см. Япраҡтары бөтөн, ҡыяҡ йәки ланцет формаһында,...

ӘШӘЛСӘ ҺЫМАҠТАР

ӘШӘЛСӘ ҺЫМАҠТАР (Orchidaceae), бер өлөшлөләр ғаиләһе. Яҡынса 750 заты, 25 меңдән ашыу төрө билдәле,бөтә Ер шары буйлап таралған.Күп йыллыҡ үләндәр.Башҡортостанда 21 зат­ҡа (калипсо, липарис, малаксис, офрис һ.б.) ҡараған 35 төрө үҫә. Тамырһабаҡлы йәки бүлбеле күп йыллыҡ үләндәр. Күбеһенсә автотрофтар....

ӘШРӘПОВ Әсхәт Тажетдин улы

ӘШРӘПОВ Әсхәт Тажетдин улы [15.4.1931, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Ҡыяуыҡ а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) – 19.4.2008], кинооператор. Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1979). Бөтә Союз дәүләт кинематография ин‑тын тамамлағандан һуң (1955; Э.К.Тиссэ һәм А.В.Гальперин оҫтаханаһы) “Казахфильм” к/ст кинооператоры,...