Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВОСКРЕСЕНСК УРТА МӘКТӘБЕ

ВОСКРЕСЕНСК УРТА МӘКТӘБЕ, Мәләүез р‑ны. 1860 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1866 й. алып башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1937 й. хәҙ. статусын ала. Токарлыҡ‑слесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, спорт залы, хоккей майҙансығы һ.б. бар....

ГАЛАНОВА Лидия Андреевна

ГАЛАНОВА Лидия Андреевна (7.11.1876, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Зәй ҡсб, хәҙ. Зәй ҡ., — 2.4.1956, Өфө), педагог. РСФСР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1936), БАССР‑ҙың Хеҙмәт Геройы (1922), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1947). Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарында уҡыған (Мәскәү, 1903—05). 1898—1903 йй. Минзәлә ҡ. ҡыҙ...

ГИМНАЗИЯ №3

ГИМНАЗИЯ №3. 1860 й. Өфөлә 1‑се разряд Ырымбур ҡыҙ балалар уч‑щеһы булараҡ асыла, 1865 й. алып Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы. 1919 й. үҙгәртелеп, башланғыс кластарҙан 1‑се һанлы 1‑се баҫҡыс мәктәп, өлкән кластарҙан 1‑се һанлы 2‑се баҫҡыс мәктәп ойошторола; 1920 й. улар 1‑се һанлы 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс...

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №1

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №1. Өфөлә урынлашҡан. 1944 й. етем балаларҙы, Бөйөк Ватан һуғышы фронтовиктарының һәм инвалидтарының балаларын уҡытыу һәм тәрбиәләү өсөн интернат тибындағы 9-сы башҡ. урта мәктәбе булараҡ асыла. 1956 й. алып 1-се Башҡ. респ. мәктәп-интернаты, 1991 й. — 1‑се Башҡ. респ. гимназия-интернаты....

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №2

ГИМНАЗИЯ‑ИНТЕРНАТ №2. Ишембай  љ. урынлашљан. 1937 й. 3‑сї урта  мєктєп булараљ асыла, 1961 й. алып  2‑се мєктєп‑интернат, 1992 й. — 2‑се  Башљ. респ. гимназия‑интернаты (Є.Є.  Вєлидов исеме бирелгєн), 2012 й. башлап  Є.Є.Вєлиди ис. 2‑се Башљ. гимназия‑интернаты. Аѓас эше, слесарлыљ ћєм теген оѕтаханалары,...

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №3

ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТ №3. Күмертау ҡ. урынлашҡан. 1959 й. 2-се мәктәп-интернат булараҡ асыла, 1962 й. Ю.А.Гагарин исеме бирелә, 1993 й. алып мәктәп-интернат-гимназия, 1997 й. — 3‑сө Башҡ. респ. гимназия-интернаты. Китапханаһы, компьютер класы, сәнғәт-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, мед. блогы, спорт залы бар....

ГИМНАЗИЯЛАР

ГИМНАЗИЯЛАР, дөйөм белем биреү урта уҡыу йорттары (нигеҙҙә, гуманитар‑филол. йүнәлешле). Рәсәйҙә беренсе Г. 1726 й. С.-Петербургта барлыҡҡа килә, 1804 й. алып һәр губерна ҡалаһында асыла. “Университеттар ҡарамағындағы уҡыу йорттары уставы”на (1804), “Университеттар ҡарамағында торған гимназиялар һәм...

ГРАМОТА МӘКТӘПТӘРЕ

ГРАМОТА МӘКТӘПТӘРЕ, 1) Рәсәйҙә 19 б. — 20 б. башында элементар типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Ауыл халҡының ихтыяры б‑са уларҙың аҡсаһына асыла. Халыҡ мәғарифы министрлығының 1882 й. 14 февр. циркулярына ярашлы, Г.м. тейешле танытмаһы булмаған кешеләр ҙә уҡыта алған. Дәүләт мөлкәте министрлығы һ.б....

ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы

ҒАФАРОВ Булат Баҡый улы (27.8.1938, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Өмбәт а. — 26.1.2003, Стәрлетамаҡ ҡ.), педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1978), проф. (1995). РФ‑тың атҡ. уҡытыусыһы (1996), БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1984), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), БР-ҙың мәғариф отличнигы (1998)....

ҒӘЛИМОВА Флүзә Кәбир ҡыҙы

ҒӘЛИМОВА Флүзә Кәбир ҡыҙы (14.9.1948, БАССР‑ҙың Асҡын р‑ны Ҡубыяҙ а.), педагог. БР- ҙың халыҡ (2011) һәм атҡ. (2006) уҡытыусыһы, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Нуриман р‑нының Байгилде урта мәктәбендә эшләй. 1975 й. алып 108‑се урта мәктәп, 1980 й. — 1‑се урта мәктәп,...

ҒӘЛЛӘМОВ Абдрахман Әбдрәхим улы

ҒӘЛЛӘМОВ Абдрахман Әбдрәхим улы [15.10.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Күсей а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) – 19.2.1989, Өфө], педагог-методист, тел белгесе. Пед. ф. канд. (1967). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1967). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1947) Баймаҡ р‑ны, Сибай ҡ. мәктәптәрендә,...

ҒИМАЛОВА Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы

ҒИМАЛОВА Мәрйәм Ғилметдин ҡыҙы [22.6.1922, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Дыуан‑Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 24.9.2006, Өфө], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1961). РСФСР (1987) һәм БАССР (1969) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, РСФСР- ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967, 1976), БР‑ҙың мәғариф отличнигы...

ҒИСМӘТУЛЛИН Абдулла Төхвәтулла улы

ҒИСМӘТУЛЛИН Абдулла Төхвәтулла улы (14.3.1883, Турғай өлк. Ҡустанай ҡсб – 10.6.1938, Өфө), педагог, дәүләт эшмәкәре, журналист. Троицк ҡ. мәҙрәсә тамамлаған, 1911—14 йй. Психоневрология ин‑тында уҡый (С.-Петербург). 1907 й. алып “Мөхәмәҙиә” мәҙрәсәһендә (Ҡазан) уҡыта. 1918 й. башлап Милләттәр эштәре...

ДӘҮЛӘКӘН БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ №3

ДӘҮЛӘКӘН БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯ-ИНТЕРНАТЫ №3, 1936 й. 2‑се башҡ. урта мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1940 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1949 й. — урта мәктәп, 1954 й. — 1‑се тулы булмаған урта Мәктәп м‑н берләштерелгәндән һуң 3‑сө урта мәктәп, 2007 й. — 3‑сө гимназия, 2010 й. хәҙ. статусын ала. Интернаты,...

ДӘҮЛӘКӘН ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ДӘҮЛӘКӘН ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1930 й. нигеҙ һалына. 1955 й. Бәләбәй пед. уч‑щеһы составына инә (ҡара: Бәләбәй педагогия колледжы). Көндөҙгө уҡыу бүлектәре эшләгән: башҡ. һәм татар, 1939 й. алып урыҫ (1945 й. тиклем ситтән тороп уҡыу). Урыҫ бүлегендә 1939—45 йй. экстернат булған. Училище башланғыс класс...

ДВОРЖЕЦКИЙ Станислав Антонович

ДВОРЖЕЦКИЙ Станислав Антонович (25.3.1859, Вильна губ. Вилейка ҡ. — 16.2.1939, Тәтеш ҡ.), педагог, халыҡ мәғарифын ойоштороусы. Статский советник (1902). Вильна уҡытыусылар ин‑тын тамамлағандан һуң (1880) Ырымбур уҡытыусылар ин‑ты ҡарамағындағы 2 класлы халыҡ уч‑щеһы уҡытыусыһы, 1886 й. алып 2 класлы...

ДИДАКТИКА

ДИДАКТИКА (гр. didaktikos — өйрәтеүсе, уҡытыуға ҡағылышлы), белем биреү һәм уҡытыу теорияһы, педагогика тармағы. Уҡытыусы м‑н уҡыусыларҙың үҙ‑ара эшмәкәрлегенә нигеҙләнгән уҡытыу процесын тикшерә. Уҡытыу процесының төрлө өлөштәре араһындағы факттарҙы, үҙ‑ара бәйләнештәрҙе асыҡлау ярҙамында уҡытыуҙың...

ДОКТОРАНТУРА

ДОКТОРАНТУРА, ғилми һәм ғилми-пед. кадрҙар әҙерләү системаһының юғары баҫҡысы, өҙлөкһөҙ белем биреү системаһының бер өлөшө. Д. юғары уҡыу йорттарында, ғилми учреждениеларҙа фән һәм техника өлкәһендә юғары квалификациялы ғилми кадрҙарҙы планлы әҙерләү маҡсатында ойошторола. Д. фән канд. ғилми дәрәжәһе,...

ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ

ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘПТӘРЕ, дөйөм мәғариф процесын тормошҡа ашырған уҡытыу-тәрбиә учреждениелары. Башланғыс (ҡара: Башланғыс белем), төп дөйөм һәм урта (ҡара: Урта белем); дәүләт, муниц. һәм дәүләт ҡарамағында булмаған (ҡара: Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттары) төрҙәргә бүленә. Революциянан...

ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1

ДҮРТӨЙЛӨ УРТА МӘКТӘБЕ №1. 1930 й. крәҫтиән йәштәре мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1934 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Токарлыҡслесарлыҡ һәм тегеү оҫтаханалары, 2 спорт залы, мәктәп тарихы музейы бар. Урта мәктәпте 5,5 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар...