Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДЫУАН АГРАР ТЕХНИКУМЫ

ДЫУАН АГРАР ТЕХНИКУМЫ, Дыуан р‑ны Дыуан а. урынлашҡан. 1898 й. һөнәрселек уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — а.х. техникумы. 1983 й. техникум һәм “Дыуан” с‑зы нигеҙендә “Дыуан” совхоз‑техникумы ойошторола, 2000 й. башлап аграр техникум. 2016 й. ябыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм...

ДЫУАН УРТА МӘКТӘБЕ

ДЫУАН УРТА МӘКТӘБЕ, Дыуан районы. 1840 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1865 й. алып өйәҙ писарҙар уч‑щеһы, 1870 й. — башланғыс халыҡ мәктәбе, 1906 й. — башланғыс земство мәктәбе, 1918 й. —1‑се баҫҡыс мәктәп, 1932 й. — крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1934 й. – тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. хәҙ....

ЕВЛАМПИЕВА Вера Фёдоровна

ЕВЛАМПИЕВА Вера Фёдоровна (17.4.1880, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Зәй ҡсб, хәҙ. ТР‑ҙың Зәй ҡ., – 7.6.1970, Өфө), педагог. РСФСР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1944). Епархия ҡыҙ балалар училищеһын тамамлағандан һуң (1896) Успение сиркәү-мәхәллә уч‑щеһында, 1907—12 йй. шәхси ирҙәр гимназияһында, 1907—14 йй....

ЕР ҮЛСӘҮ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЕР ҮЛСӘҮ УЧИЛИЩЕҺЫ, ерҙәрҙе ыҙанлау һәм ер төҙөлөшө б‑са белгестәр әҙерләү өсөн урта махсус уҡыу йорто. 1877 й. Ырымбур ҡ. асыла, 1879 й. Өфөгә күсерелә. Игенселек министрлығы ҡарамағында була; уҡыу барышы м‑н составында училище начальнигы, уҡытыусылар һәм күҙәтеүселәр булған уҡытыу һәм хужалыҡ итеү...

ЕРГӘН УРТА МӘКТӘБЕ

ЕРГӘН УРТА МӘКТӘБЕ, Мәләүез р‑ны. 1877 й. башланғыс 2 класлы халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 1956 й. Е.у.м. Ергән татар тулы булмаған урта мәктәбе ҡушыла. Мәләүез р‑ны Үрге Юл даш, Һабаш аа. филиалдары эшләй....

ЕРЕКЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ

ЕРЕКЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ, Шаран р‑ны. 1923 й. 1-се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1932 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1938 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 2010 й. И.Ә.Абдуллин исеме бирелә. Шаран р‑нының Бурһыҡ, Ҡыртүтәл һәм Һарыһаҙ аа. 3 филиалы эшләй. Производство участкаһы, а.х....

ЕРМОЛАЕВКА УРТА МӘКТӘБЕ №1

ЕРМОЛАЕВКА УРТА МӘКТӘБЕ №1, Көйөргәҙе р‑ны. 1894 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1917 й. алып башланғыс мәктәп, 1936 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2 технология кабинеты, спорт залы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы һ.б. бар. Урта мәктәпте 4 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында...

ЕФРЕМКИН УРТА МӘКТӘБЕ

ЕФРЕМКИН УРТА МӘКТӘБЕ, Ҡырмыҫҡалы р‑ны. 1893 й. башланғыс земство мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1917 й. — 1-се баҫҡыс мәктәп, 1936 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1969 й. хәҙ. статусын ала. Уҡыу оҫтаханаһы, компьютер кабинеты, хәрби дан музейы, биҙәүҡулланма сәнғәте художество галереяһы бар. Урта мәктәпте...

ЖЁЛТЫЙ ТАТАР-БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЖЁЛТЫЙ ТАТАР-БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1920 й. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһе базаһында Ырымбур татар халыҡ мәғарифы ин‑ты булараҡ асыла, 1923 й. алып Ырымбур татар пед. техникумы (1927 й. башҡ. бүлексәһе асыла). 1935 й. Боғорослан ҡ. татар‑башҡ. пед. техникумы итеп күсерелә, 1937 й. башлап татар‑башҡ. пед....

ЗАЙЛАЛОВА Сажиҙә Хәмәҙийәр ҡыҙы

ЗАЙЛАЛОВА Сажиҙә Хәмәҙийәр ҡыҙы [1.11.1919, Өфө өйәҙе Өфө губ. Баштирмә а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 26.11.2005, Өфө], педагог‑методист. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1962). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын тамамлаған (1950). 1936 й. алып Шишмә р‑ны Ябалаҡлы тулы булмаған урта мәктәбе уҡытыусыһы,...

ЗАКИРЙӘНОВ Кәбир Закирйән улы

ЗАКИРЙӘНОВ Кәбир Закирйән улы [10.4.1931, БАССР‑ҙың Үрге Ҡыйғы р‑ны Йыланлы а. (БР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны)], тел белгесе, педагог-методист. Пед. ф. д‑ры (1979), проф. (1981). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1981), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2007), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973), СССР-ҙың юғары...

ЗАЛЕЖСКИЙ Андрей Александрович

ЗАЛЕЖСКИЙ Андрей Александрович (1825, Тубыл губ. – 15.12.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем а., хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙыл Еҙем а., Өфөлә ерләнгән), педагог. Действительный статский советник (1874). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1850) Пермь ирҙәр гимназияһы уҡытыусыһы, 1861 й. алып инспекторы,...

ЗЕМСТВО МӘКТӘПТӘРЕ

ЗЕМСТВО МӘКТӘПТӘРЕ, башланғыс халыҡ училищелары, башланғыс дөйөм белем биреү уҡыу йорттары. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” б‑са ойошторола (1864). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Башлыса ауыл ерендә асылалар, земстволар һәм айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар....

ИГЛИН УРТА МӘКТӘБЕ №1

ИГЛИН УРТА МӘКТӘБЕ №1, Иглин р‑ны. 1861 й. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ асыла, 1919—23 йй. һәм 1925 й. 1‑се баҫҡыс, 1924 й. һәм 1926 й. алып 2‑се баҫҡыс (7 йыллыҡ) мәктәп, 1934 й. 1‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1935 й. башлап өлгөлө урта мәктәп, 1937 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Йорт хужалығы...

ИКЕНСЕ КЛАСЛЫ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘПТӘРЕ

ИКЕНСЕ КЛАСЛЫ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘПТӘРЕ, православие идаралығына ҡараған грамота мәктәптәренә уҡытыусылар әҙерләү өсөн Рәсәйҙәге урта пед. уҡыу йорттары. 1895 й. ойошторолалар. Икенсе класлы уҡытыусылар мәктәптәре т‑дағы положениеға (1902) ярашлы эшләйҙәр. Изге Синод ҡарамағында булалар һәм уның аҡсаһы...

ИҠТИСАД ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТЫ

ИҠТИСАД ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТЫ, 1996 й. Өфөлә 28‑се һөнәрселек училищеһы базаһында Респ. иҡтисад-лицей интернаты булараҡ асыла. 6‑сы класты тамамлаған уҡыусылар ҡабул ителә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡытыла. Профилле уҡытыу физика-матем., соц.‑иҡтисад йүнәлештәрендә алып барыла. 3 компьютер класы, 2 китапханаһы,...

ИЛЬМИНСКИЙ Николай Иванович

ИЛЬМИНСКИЙ Николай Иванович (23.4.1822, Пенза ҡ. – 27.12.1891, Ҡазан), педагог-миссионер, шәрҡиәтсе. Император С.‑Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1870). Ҡазан дини акад. тамамлағандан һуң (1846) шунда уҡ уҡыта. 1851 й. алып Мысырҙа, Фәләстанда, Сүриәлә ислам һәм ғәрәп телен өйрәнә. 1854—58 һәм 1863—70 йй....

ИСКӘНДӘРОВ Рим Сәйетбаттал улы

ИСКӘНДӘРОВ Рим Сәйетбаттал улы (28.2.1931, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл-Уңғар а.), педагог. Филол. ф. канд. (1980). РФ (1993) һәм БАССР (1982) мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы, СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1977). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын (1957), БДУ‑ны (1965)...

ИСКӘНДӘРОВА Хәнифә Сиражи ҡыҙы

ИСКӘНДӘРОВА Хәнифә Сиражи ҡыҙы [20.3.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яхъя а. (БР‑ҙың Салауат районы) — 4.9.2020, шул уҡ райондың Арҡауыл а.], педагог. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1968). СССР‑ҙың халыҡ уҡытыусыһы (1982), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967). Өфө уҡытыусылар институтын (1949),...

ИСҠУЖИН Мөхәмәтғәле Ғәли улы

ИСҠУЖИН Мөхәмәтғәле Ғәли улы (23.3.1927, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Урта Мотал а.  — 22.2.2000, Өфө), педагог, йәмәғәт эшмәкәре. БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1995). Үзбәк ун‑тын (Сәмәрҡәнд ҡ., 1954) тамамлаған. 1960 й. алып 1‑се Башҡ. респ. мәктәп‑интернаты уҡытыусыһы, 1961 й. — “Кабель” КБ инженер‑конструкторы,...