Список материалов
ЕРИЛИН Михаил Васильевич
ЕРИЛИН Михаил Васильевич (16.11.1945, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). 1968—99 йй. “Башкирэнерго” ААЙ‑нда эшләй. “Дуҫыма хат” (“Письмо к другу”) исемле тәүге китабы 1977 й. сыға. Е. ижады үҙенсәлекле тасуирлау һәм ассоциативлыҡ м‑н айырылып тора. “Башҡортостан...” (“Башкортостан...”), “Димдең...
ЕРИКӘЙ (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы
ЕРИКӘЙ (Ерикеев) Әхмәт Фазыл улы [3.12.1902, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 15.9.1967, Мәскәү], шағир. Дәүләт журналистика ин‑тын (Мәскәү, 1930) тамамлаған. 1927 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: “Эшче” (“Эшсе”) гәз. хеҙм‑ре, 1932 — 33 йй. Дәүләт нәфис әҙәбиәт нәшриәте эргәһендәге СССР...
ЕРЕМЙӘБАШ 2‑се, Тәтешле р-нындағы ауыл
ЕРЕМЙӘБАШ 2‑се, Еремйәбаш, Тәтешле р-нындағы ауыл, Күрҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 27 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.Көнс. табан 13 км алыҫлыҡта 2-се Еремйәбаш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 264 кеше; 1959 — 190; 1989 — 149; 2002 — 156; 2010 — 151 кеше. Башҡорттар...
ЕРЕМЙӘБАШ 1-се, Тәтешле р-нындағы ауыл
ЕРЕМЙӘБАШ 1-се, Болғар, Тәтешле р-нындағы ауыл, Күрҙем а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 23 км һәм Рабак т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Еремйәбаш й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 216 кеше; 1939 — 164; 1959 — 238; 1989 — 87; 2002 — 118; 2010 — 106 кеше. Башҡорттар...
ЕРЕМЙӘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл
ЕРЕМЙӘ, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Аҡсәйет а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 12 км алыҫлыҡта Еремйә й. (Беүә й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 248 кеше; 1920 — 317; 1939 — 349; 1959 — 327; 1989 — 190; 2002 — 173; 2010 — 196 кеше. Башҡорттар...
ЕРЁМИН Михаил Иванович
ЕРЁМИН Михаил Иванович [17.5.1920, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Денисовка а. — 4.10.1944 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 9.5.1945), Седльце ҡ., Польша], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апреленән алып Калинин, Брянск, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт...
ЕРЁМЕНКО Николай Яковлевич
ЕРЁМЕНКО Николай Яковлевич (19.4.1913, Харьков губ. Берёзовка а. — 24.10.1993, Стәрлетамаҡ ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1977). Днепропетровск химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1939) Кемерово һәм Черногорск ҡҡ. химия з‑дтарында эшләй; 1949 й. алып 18‑се комб‑ттың (Салауат ҡ.)...
ЕРЁМЕНКО Игорь Леонидович
ЕРЁМЕНКО Игорь Леонидович (13.6.1950, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик-технолог. РФА акад. (2006), химия ф. д‑ры (1986). Мәскәү нескә химия технологияһы ин‑тын тамамлаған (1973). 1976 й. алып Мәскәү физика-техника ин-тының өлкән ғилми хеҙм-ре, 1981 й. башлап РФА‑ның Н.С.Курнаков ис. Дөйөм һәм органик булмаған...
ЕРЕМЕЕВ Пётр Васильевич
ЕРЕМЕЕВ Пётр Васильевич (11.6.1911, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бердина Поляна а. — 2.10.1941, Калинин өлк. Красуха а. янында), лётчик, өлк. лейтенант. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1995). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Златоуст металлургия техникумын (1930), Ырымбур хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1933) тамамлаған....
ЕРЕМЕЕВ Вячеслав Юрьевич
ЕРЕМЕЕВ Вячеслав Юрьевич (10.5.1981, Стәрлетамаҡ ҡ.), спортсы. Бокс б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2003). ӨЮИ‑ны тамамлаған (2006). “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары М.М.Ғәлләмов, Р.Б.Ғилуанов). Рәсәй чемпионаттарының көмөш (2004) һәм бронза (2005—07)...
ЕРЕКЛЕ, Шаран р-нындағы ауыл
ЕРЕКЛЕ, Шаран р-нындағы ауыл, Ерекле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.Көнб. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 30 км алыҫлыҡта Ерекле й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1457 кеше; 1920 — 1547; 1939 — 1541; 1959 — 1224; 1989 — 990; 2002 — 914; 2010 — 835 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....
ЕРЕКЛЕ, Күгәрсен р-нындағы ауыл
ЕРЕКЛЕ, Күгәрсен р-нындағы ауыл, Мәҡсүт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 55 км һәм Төйлөгән т. юл ст. (Ырымбур өлк.) К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Ерекле й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 296 кеше; 1920 — 315; 1939 — 228; 1959 — 196; 1989 — 118; 2002 — 178; 2010 — 186 кеше. Башҡорттар...
ЕРЕКЛЕ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл
ЕРЕКЛЕ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 53 км алыҫлыҡта Ерекле й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 951 кеше; 1920 — 1117; 1939 — 1080; 1959 — 804; 1989 — 572; 2002 — 555; 2010 — 506 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....
ЕРЕКЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ
ЕРЕКЛЕ УРТА МӘКТӘБЕ, Шаран р‑ны. 1923 й. 1-се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1932 й. алып крәҫтиән йәштәре мәктәбе, 1938 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 2010 й. И.Ә.Абдуллин исеме бирелә. Шаран р‑нының Бурһыҡ, Ҡыртүтәл һәм Һарыһаҙ аа. 3 филиалы эшләй. Производство участкаһы, а.х....
ЕРЕК, Мәләүез р‑нындағы ауыл
ЕРЕК, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Әбет а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 35 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 138 кеше; 1929 — 169; 1939 — 155; 1959 — 253; 1989 — 197; 2002 — 145; 2010 — 180 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.
Ауылға...
ЕРЕК, Ғафури р‑нындағы ауыл
ЕРЕК, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бурлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 37 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.-Көнс. табан 55 км алыҫлыҡта Ҡуҙғауыл й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 327 кеше; 1920 — 405; 1939 — 401; 1959 — 377; 1989 — 228; 2002 — 198; 2010 — 161 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....
ЕРЕК ҠУРАҺЫ
ЕРЕК ҠУРАҺЫ (Filipendula), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, аҙ япраҡлы, бейеклеге 30—200 см. Япрағы өҙөк‑өҙөк ҡауырһын һымаҡ, һирәкләп бармаҡ һымаҡ...
ЕРЕК АБАҒАҺЫ
ЕРЕК АБАҒАҺЫ, страусопёр (Matteuccia), оноклея һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. 3 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай Е.а. үҫә. Ҡыҫҡа йыуан һәм оҙон үренде һымаҡ тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Вайялары диморф: көрәндәре — спора туплаусы (спорофилдар);...
ЕРЕК
ЕРЕК (Alnus), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда аҡ Е. һәм ҡара йәки һаҙ Е. таралған. 60—200 йәшкә етеүсе яҡтылыҡ яратҡан япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры ҡуйы, йомортҡа, тар пирамида йәки цилиндр рәүешендә, олоно...
ЕРҘЕҢ ИҠТИСАДИ БАҺАҺЫ
ЕРҘЕҢ ИҠТИСАДИ БАҺАҺЫ, төрлө тәбиғи-иҡт. шарттарҙа төрлө сифатлы ерҙәрҙең сағыштырмаса килемлелеген билдәләү. Дөйөм (бөтә үҫтерелеүсе а.х. культуралары б‑са сығымдарҙың һәм алынған һөҙөмтәләрҙең иҫәбен алыу нигеҙендә эшләйҙәр) һәм шәхси (айырым а.х. культуралары, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр...