Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕРҘЕ ФАЙҘАЛАНЫУ

ЕРҘЕ ФАЙҘАЛАНЫУ, йола йәки закон ҡуйған тәртиптә ер м‑н файҙаланыу. Е.ф. системалары ер биләү формалары, тәбиғәт үҙенсәлектәре һәм хужалыҡты алып барыу традициялары м-н билдәләнә. Башҡорттарҙа Е.ф. аҫабалыҡ хоҡуғы нигеҙендә формалаша (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы). Б.э. 1-се мең йыллығының 2-се...

ЕРҘЕ БЕРГӘЛӘП ЭШКӘРТЕҮ ШИРҠӘТЕ

ЕРҘЕ БЕРГӘЛӘП ЭШКӘРТЕҮ ШИРҠӘТЕ, ерҙе уртаҡ файҙаланыуҙы һәм етештереү сараларына шәхси милекте һаҡлап ҡалыу шарты м‑н уның ағзалары хеҙмәтен дөйөмләштереүҙе күҙ уңында тотҡан а.х. производство кооперацияһының иң ябай формаһы; коллектив хужалыҡ формаһы. Е.б.э.ш. ширҡәт ағзаларының дөйөм аҡсаһына алынған...

ЕРҘӘРҘЕ ЯҢЫРТЫУ

ЕРҘӘРҘЕ ЯҢЫРТЫУ, деградацияға бирелгән ерҙәрҙең (ҡара: Тупраҡтың боҙолоуы) уңыш биреүсәнлеген һәм иҡт. ҡиммәтен яңынан тергеҙеү, тирә-яҡ мөхит шарттарын яҡшыртыу б‑са эштәр комплексы. Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын эшкәрткәндә, төҙөлөш, геология-разведка эштәрен һ.б. башҡарғанда тупраҡ япмаһы боҙола,...

ЕРҘӘ ҺИРӘК ЭЛЕМЕНТТАР

ЕРҘӘ ҺИРӘК ЭЛЕМЕНТТАР, Д.И.Менделеев периодик системаһының III төркөмөнә ҡараған 17 химик элемент (скандий, иттрий, лантан, еңел лантаноидтар — церий, празеодим, неодим, прометий, самарий, европий һәм ауыр лантаноидтар — гадолиний, тербий, диспрозий, гольмий, эрбий, тулий, иттербий, лютеций). Металдар...

ЕРГИН Юрий Викторович

ЕРГИН Юрий Викторович (16.6.1940, Мәскәү ҡ.), журналист, физик. Физика‑математика фәндәре кандидаты (1966). БР‑ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре (2017), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). Журналистар союзы ағзаһы (2009). БДУ‑ны тамамлаған (1962), 1965 й. алып шунда уҡ...

ЕРГӘН, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ЕРГӘН, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Ергән а/с үҙәге, т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т. 31 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Куйбышев т. юлында (Дим—Мораптал участкаһы), Өфө— Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 3675 кеше; 1920 — 5345; 1939 — 4230; 1959 — 4826; 1989 — 4791; 2002 — 4075; 2010 —...

ЕРГӘН УРТА МӘКТӘБЕ

ЕРГӘН УРТА МӘКТӘБЕ, Мәләүез р‑ны. 1877 й. башланғыс 2 класлы халыҡ уч‑щеһы булараҡ асыла, 1918 й. алып 1‑се баҫҡыс мәктәп, 1937 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1940 й. хәҙ. статусын ала. 1956 й. Е.у.м. Ергән татар тулы булмаған урта мәктәбе ҡушыла. Мәләүез р‑ны Үрге Юл даш, Һабаш аа. филиалдары эшләй....

ЕРӘНСӘ СӘСӘН

ЕРӘНСӘ СӘСӘН, башҡ. халыҡ шағир-импровизаторы. Е.с. тормошо т-да документаль сығанаҡтар һаҡланмаған. Уның исеме “Ерәнсә сәсән”, “Бәндәбикә менән Ерәнсә сәсән” һ.б. башҡ. риүәйәттәрендә осрай, уларға ярашлы, Е.с. 14—15 йәки 17—18 бб. йәшәгән, уның ҡатыны Бәндәбикә булған (ҡара: Бәндәбикә кәшәнәһе). Байым...

ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ

ЕР-ҺЫУ ХАЙУАНДАРЫ, амфибиялар (Amphibia), умыртҡалылар класы. Е.‑һ.х. онтогенезында һыу ҡарышлауығы стадияһы һаҡланған; һыу мөхите м‑н бәйләнеш күпселек төрҙәрҙең өлкән заттарына хас. Ярым кластарға бүләләр: ҡойроҡһоҙ ер-һыу хайуандарының хәҙ. отрядын үҙ эсенә алған дуға умыртҡалылар, аяҡһыҙ һәм ҡойроҡло...

ЕР ЭШКӘРТЕҮГӘ БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР

ЕР ЭШКӘРТЕҮГӘ БӘЙЛЕ ЙОЛАЛАР, ер эштәрен үтәүгә (ҡара: Игенселек) тап килтерелгән традицион йолалар. Башҡорттарҙың Е.э.б.й. шартлы рәүештә 2 төркөмгә бүленә: беренсеһе — сәсеүгә әҙерләнеү һәм уны үткәреүгә (яҙ һәм йәй), икенсеһе уңышты үҫтереүгә һәм йыйып алыуға (йәй һәм көҙ) бәйле. Е.э.б.й. изге теләктәр...

ЕР ЭШКӘРТЕҮ ҠОРАЛДАРЫ

ЕР ЭШКӘРТЕҮ ҠОРАЛДАРЫ. Башҡорттар, ғәҙәттә, ер эшкәртеү һәм уңыш йыйыу өсөн ҡул (кәтмән, көрәк, тырма, салғы, ураҡ һ.б.) һәм ат егеүле (һабан, һуҡа, тырма һ.б.) эш ҡоралдары ҡулланған. Һабан төп һөрөү ҡоралы булған, йыш ҡына алғы яҡтан ике тәгәрмәс ҡуйып, уға 3—6 (ҡайһы саҡта 8‑гә тиклем) ат еккәндәр....

ЕР ЭШКӘРТЕҮ

ЕР ЭШКӘРТЕҮ, үҫтереләсәк а.х. культуралары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға булышлыҡ иткән тупраҡҡа механик тәьҫир итеү алымдары. Е.э. — агротехниканың бер өлөшө, тупраҡтың һөрөнтө ҡатламы төҙөлөшөн көйләү, һыу, һауа, йылылыҡ һәм туҡланыу режимдарын яҡшыртыу, микробиологик әүҙемлеген күтәреү ысулы һ.б....

ЕР ХОҠУҒЫ

ЕР ХОҠУҒЫ, ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыуҙы һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү, тәбиғи мөхитте һаҡлау һәм яҡшыртыу, ерҙә хужалыҡ итеүҙең бөтә формаларын үҫтереүгә ҡулай шарттар тыуҙырыу, дәүләттең, юридик һәм физик шәхестәрҙең хоҡуҡтарын һаҡлау маҡсатында ер мөнәсәбәттәрен көйләүсе хоҡуҡ тармағы. Е.х. нормалары дәүләт...

ЕР ФОНДЫ

ЕР ФОНДЫ, адм.‑терр. берәмектәрҙең һәм хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың юридик яҡтан рәсмиләштерелгән сиктәре эсендәге барлыҡ ерҙәр. 2001 й. 25 окт. төҙөлгән РФ Ер кодексына ярашлы, Е.ф. айырым тәғәйенләнеш б‑са 7 категорияға бүленә: а.х. тәғәйенләнешендәге ерҙәр; кеше йәшәү өсөн тәғәйенләнгән ерҙәр; сәнәғәт,...

ЕР ҮЛСӘҮ УЧИЛИЩЕҺЫ

ЕР ҮЛСӘҮ УЧИЛИЩЕҺЫ, ерҙәрҙе ыҙанлау һәм ер төҙөлөшө б‑са белгестәр әҙерләү өсөн урта махсус уҡыу йорто. 1877 й. Ырымбур ҡ. асыла, 1879 й. Өфөгә күсерелә. Игенселек министрлығы ҡарамағында була; уҡыу барышы м‑н составында училище начальнигы, уҡытыусылар һәм күҙәтеүселәр булған уҡытыу һәм хужалыҡ итеү...

ЕР ТӨҘӨЛӨШӨ

ЕР ТӨҘӨЛӨШӨ, ерҙе файҙаланыуҙы өйрәнеү һәм тәртипкә һалыу саралары системаһы. Геодезия һәм картография эштәрен, тупраҡ, геоботаника һ.б. б‑са тикшеренеүҙәрҙе һәм эҙләнеүҙәрҙе, ерҙәрҙе иҫәпкә алыу һәм баһалауҙы, терр‑яларҙы тәбиғәт-ауыл хужалығы б‑са районлаштырыуҙы, ерҙәрҙе маҡсатҡа ярашлы ҡулланыу...

ЕР ТОҠОМОН ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

ЕР ТОҠОМОН ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, инженерлыҡ геологияһының ер тоҡомон бина һәм ҡоролма фундаменттарының нигеҙе сифатында, ер өҫтөндәге ҡоролмаларҙы төҙөгәндә материал, техник мелиорация объекты, минераль төҙөлөш материалдарын сығарыу өсөн сеймал, ҙур ҡалалар һәм сәнәғәт комплекстарының ер аҫты арауыҡтарын...

ЕР ТОҠОМДАРЫН ЗОНД МЕНӘН ТИКШЕРЕҮ

ЕР ТОҠОМДАРЫН ЗОНД МЕНӘН ТИКШЕРЕҮ, тупраҡтың арауыҡта үҙгәреүен, составын һәм үҙенсәлектәрен тиҙ баһалау ысулы (экспрессысул). Зонд (башы конус формаһындағы стержень рәүешендәге ҡоролма) ярҙамында тупраҡтың ҡаршылығын үлсәүгә нигеҙләнә. Е.т.з.м.т. динамик (зондты тупраҡҡа һуғып индереп, уның батыу тәрәнлегенең...

ЕР ТЕТРӘҮ

ЕР ТЕТРӘҮ, ер ҡабығының йәки мантияның өҫкө өлөшөнөң ҡапыл шыуыуы һәм өҙөлөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән һәм ҙур араларға күскән ер аҫты тетрәүе һәм ер өҫтө тирбәлеүе. Килеп сығышы б‑са тектоник, вулканик, ишелмә һәм техноген Е.т. айырыла. Е.т. энергетик характеристикаһы өсөн магнитуда ҡулланыла....

ЕР СӘЙӘСӘТЕ

ЕР СӘЙӘСӘТЕ, дәүләттең ер мөнәсәбәттәре өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Башҡорттарҙың ер мөнәсәбәттәрен дәүләт тарафынан көйләү 13 б. барып тоташа: Алтын Урҙа хакимдары башҡорттарға башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының аҫаба ерҙәрен һаҡлап ҡалдырыуҙы гарантиялаған ярлыҡтар биргән. Башҡортостандың Рус дәүләтенә...