Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АРХЕОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

АРХЕОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, археологик мираҫ объекттарын (ҡара: Археологик ҡомартҡылар) асыҡлау һәм өйрәнеү б‑са ялан фәнни‑тикшеренеү саралары. Археологик разведка (археологик ҡомартҡыларҙы асыҡлау, улар т‑дағы мәғлүмәттәрҙе аныҡлау йәки уларҙың һаҡланыуын тәьмин итеү б‑са саралар үткәреү маҡсатында...

АРХЕОЛОГИК МӘҘӘНИӘТТӘР

АРХЕОЛОГИК МӘҘӘНИӘТТӘР, тотороҡло мәҙәни билдәләр (торамалар, торлаҡтар, керамика, ерләүҡомартҡылары, ҡоралдар һ.б. тибы) бәйләнешенә нигеҙләнгән, айырым дәүергә, билдәле бер терр‑яға ҡараған һәм урындағы үҙенсәлектәр м‑н айырылып торған археологик ҡомартҡылар берлеге. Билдәле бер терр‑яла бер уҡ ваҡытта...

АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫЛАР

АРХЕОЛОГИК ҠОМАРТҠЫЛАР, кешелек йәмғиәте тарихын күҙ алдына килтерергә мөмкинлек биреүсе матди сығанаҡтар (кеше тарафынан эшләнгән, ер өҫтөндә, ер һәм һыу аҫтында һаҡланып ҡалған боронғо әйберҙәр, ҡоролмалар, зыяраттар). Археологик тикшеренеүҙәр объекты (ҡара: Археология). А.ҡ. иҫәбенә эш ҡоралдары,...

АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ

АРХЕОГРАФИЯ КОМИССИЯҺЫ, ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу һәм нәшер итеү учреждениеһы. Император Николай I 1834 й. 24 дек. указы м‑н С.‑Петербургта Халыҡ мәғарифы министрлығы эргәһендә ойошторола. 1917 й. алып — РСФСР Мәғариф ХК, 1922 й. — Рәсәй ФА, 1925 й. СССР ФА эргәһендә: 1926 й....

АРХЕОГРАФИЯ

АРХЕОГРАФИЯ (архео... һәм ...графия), ҡулъяҙма, баҫма һ.б. документаль ҡомартҡыларҙы йыйыу, тасуирлау һәм нәшер итеү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарихи дисциплина. Сығанаҡтар өйрәнеү, архив ғилеме, палеография, текстология һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Ялан (ҡулъяҙмалар, боронғо баҫма китаптар һ.б. эҙләү...

АРХЕОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

АРХЕОГРАФИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, ҡулъяҙма китаптар, иҫке баҫма китаптар һ.б. тарихи сығанаҡтарҙы йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. 1973 й. алып археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе тарафынан ТТӘИ м‑н берлектә үткәрелә. Башҡортостанда һәм башҡорттар тупланып йәшәгән төбәктәрҙә (ТР,...

АРХЕО...

АРХЕО... (гр. archaios — боронғо), ҡушма һүҙҙәрҙең “боронғо”, “боронғолоҡҡа бәйләнеше булған” мәғәнәләрен аңлатыусы өлөшө (мәҫ., археография, археология). Тәрж. Р.М.Шәрипова

АРХЕЙ

АРХЕЙ (гр. archaios — боронғо), археозой, архей эраһы, архей акротемаһы, кембрий алдының түбәнге бүлексәһе, Ерҙең геологик тарихында иң боронғоһо. 1 млрд йылдан ашыу дауам итә. Йәшенең үрге сиге — 2500±50 млн йыл. Түбәнге (400 млн йылдан ашыу) һәм үрге (650 млн йылға яҡын) эонотемаға бүленә. Архей ҡатламдары...

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Николай Васильевич

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Николай Васильевич, сәйәси эшмәкәр. Социал‑революционерҙар партияһы ағзаһы. 1917 й. яҙында Силәбе крәҫтиән депутаттары советы рәйесе урынбаҫары һәм Силәбе эшсе һәм һалдат депутаттары советы ағзаһы. 27 июндән Ваҡытлы хөкүмәттең Ырымбур губернаһы б‑са комиссары, бер үк ваҡытта 1 июлдән Ырымбур...

АРХАНГЕЛЬСКИЙ МЕСТНЫЙ, клевер сорты

АРХАНГЕЛЬСКИЙ МЕСТНЫЙ, туғай клеверының урындағы селекция сорты. Бейеклеге 90 см тиклем, 7—9 быуын аралары булған төҙ һабаҡлы. Япраҡлылығы 40—50%, ҡайһы йылдарҙа 60%‑ҡа тиклем. Япрағы өсәрле, йәшел, йәймәһенең урта өлөшөндә аҡ таптары бар. Сәскәһе сағыу ҡыҙыл, сәскәлеге тумалаҡ. Орлоғо ваҡ, йөрәк формаһында....

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович

АРХАНГЕЛЬСКИЙ Василий Викторович (1.4.1889, Пермь губ. Веретье а. — 1960, Мәскәү), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1906 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1906 й. алып РСДРП‑ның Өфө ком‑ты хәрби дружинаһы ағзаһы. 1906 й. һәм 1910 й. ҡулға алына. 1915—17 йй. рус армияһында, 1918 й. Ҡыҙыл...

АРХАНГЕЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл

АРХАНГЕЛ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 24 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 974 кеше; 1939 — 790; 1959 — 392; 1989 — 141; 2002 — 198; 2010 — 145 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт...

АРХАНГЕЛ, ауыл, Архангел р‑ны үҙәге

АРХАНГЕЛ, Скимка, ауыл, Архангел р‑ны (1930—63 йй. һәм 1965 й. алып) һәм Архангел а/с үҙәге. Өфөнән К.‑Көнс. 100 км һәм Приуралье т. юл ст. К. табан 6 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Өфө—Инйәр—Белорет автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1906 й. — 2,7; 1920 — 3,2; 1939 —...

АРХАНГЕЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1

АРХАНГЕЛ УРТА МӘКТӘБЕ №1, Архангел р‑ны. 19 б. 40‑сы йй. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе булараҡ нигеҙ һалына, 1884 й. алып 1 класлы башланғыс халыҡ уч‑щеһы, 1917 й. — юғары башланғыс уч‑ще, 1918 й. — 2‑се баҫҡыс мәктәп, 1930 й. — 7 йыллыҡ мәктәп, 1934 й. хәҙ. статусын ала. 1980 й. Архангел тулы булмаған урта...

АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ААЙ. Ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиеһы. 1936 й. Архангел район-ара ағас, тара әҙерләү контораһы булараҡ нигеҙ һалына, 1938 й. алып Башҡортостан ағас әҙерләү контораһы, 1962 й. — А.у.с.х., 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. 1958 й. башлап “Башлеспром” ААЙ‑на ингән....

АРХАНГЕЛ СУЙЫН ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ

АРХАНГЕЛ СУЙЫН ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ, Архангел баҡыр иретеү заводынан 2,1 км алыҫлыҡта Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында Өфө тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте тарафынан нигеҙ һалына. 1899 й. эшләй башлай. 2 домна мейесе, 3 һауа йылытҡысы, 4 пар ҡаҙаны, газ таҙартҡысы, мәғдән онтағысы, һауа өрҙөргөс машинаһы...

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ

АРХАНГЕЛ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ-көнсығышта — Силәбе өлк., көнсығышта — Белорет, көньяҡта — Ғафури, көнбайышта — Ҡырмыҫҡалы, төньяҡ-көнбайышта Иглин р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола (ҡара: Административ район), район составына Өфө кантоны улустары инә. 1963 й. 1 февр....

АРХАНГЕЛ ЗАКАЗНИГЫ

АРХАНГЕЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1967 й. һунар йәнлектәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында зоол. заказник булараҡ ойошторола. Архангел р‑ны ш. уҡ исемле ауылдың көнсығыш ситендә Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Майҙаны 1,9 мең га, терр‑яның 45,1%‑ын урман ҡаплаған, бер өлөшө һаҙланған...

АРХАНГЕЛ БАҠЫР ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ

АРХАНГЕЛ БАҠЫР ИРЕТЕҮ ЗАВОДЫ, 1753 й. Нуғай даруғаһы Күрпәс‑Табын улусы Шәке а. башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Аҫҡын й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында И.Б.Твердышев (ҡара: Твердышевтар) һәм И.С. Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан нигеҙ һалына. Хужалары: Твердышевтар һәм Мясниковтар, 1783 й....

АРХАНГЕЛ (ШАРАН) ЗАВОДЫ

АРХАНГЕЛ (ШАРАН) ЗАВОДЫ, 1754 й. Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Шаран й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында Г.С.Красильников (ҡара: Красильниковтар) баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һала. Хужалары — Красильниковтар. 1754 й. эшләй башлай. 4 баҡыр иретеү мейесе, 2 гармахер...