Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНТРОПОЛОГИЯ

АНТРОПОЛОГИЯ (антропо... һәм ...логия), кешенең килеп сығышы һәм эволюцияһы, кеше расалары барлыҡҡа килеү һәм кешенең физик төҙөлөшөнөң нормаль вариациялары т‑дағы фән. А. төп бүлектәре: морфология (кеше организмы һәм уның өлөштәре үҙгәреүсәнлегенең енес һәм йәш, этнотерр., проф. һ.б. законлыҡтарын...

АНТРОПОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР

АНТРОПОЛОГИК ЭКСПЕДИЦИЯЛАР, антропология ысулдары ярҙамында кешеләрҙең билдәле бер төркөмдәрен (ҡара: Антропологик типтар) һүрәтләүсе физик төҙөлөштөң нәҫел билдәләрен йыйыу һәм өйрәнеү б‑са фәнни‑тикшеренеү саралары. Башҡортостанда тәүге антропологик тикшеренеүҙәр 1875 й. Н.А.Малиев тарафынан үткәрелә:...

АНТРОПОЛОГИК ТИПТАР

АНТРОПОЛОГИК ТИПТАР, кешеләрҙең билдәле бер төркөмдәрен һүрәтләүсе физик төҙөлөштөң нәҫел билдәләре комплексы. А.т. расогенез һәм этногенез һөҙөмтәһендә формалаша. Антропологик тикшеренеүҙәр (ҡара: Антропология) башҡорттарҙың төп 4 антропологик тибы барлығын күрһәтә: субурал, понтий, аҡһыл европеоид,...

АНТРОПОГЕН ҮҪЕМЛЕКТӘР

АНТРОПОГЕН ҮҪЕМЛЕКТӘР, синантроп үҫемлектәр, кеше йоғонтоһо һөҙөмтәһендә формалаша. Агрофитоценоздарҙы (а.х. культуралары сәсеүлектәре), сегеталь (а.х. культуралары сәсеүлектәрендәге ҡый үләндәре) һәм рудераль (ташландыҡ ерҙәрҙең һ.б. кеше боҙған йәшәү урындарының үҫемлек бергәлектәре) үҫемлектәрҙе...

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР

АНТРОПОГЕН ТАШЛАНДЫҠТАР, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә атмосфераға таралған матдәләр. Стационар (сәнәғәт пр‑тиелары, а.х. объекттары) һәм күсмә (транспорт) сығанаҡтар А.т. айыралар. Айырыуса йыш осраусы А.т. — саң-туҙан, газдар (азот, көкөрт һәм углерод оксидтары, углеводородтар), парҙар,...

АНТРОПОГЕН ЛАНДШАФТ

АНТРОПОГЕН ЛАНДШАФТ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә үҙгәргән йәки барлыҡҡа килгән географик ландшафт. Ф.Н.Мильков классификацияһына ярашлы, барлыҡҡа килеүенә ҡарап техноген, пироген, дигрессион, һөрөнтө ер һ.б. айырыла; антропоген йөкләнеш характерына ҡарап — а.х. (культуралы көтөүлектәр,...

АНТРОПОГЕН ЙӨКЛӘНЕШ

АНТРОПОГЕН ЙӨКЛӘНЕШ, кешенең хужалыҡ эшмәкәрлегенең экосистемаларға йоғонтоһо интенсивлығын сағылдырыусы комплекслы күрһәткес. А.й. тирә-яҡ мөхитте бысратыу (сығарған һәм ташыған ваҡытта нефть түгелеүе һ.б.), ерҙәрҙе һөрөү, урмандарҙы ҡырҡыу һ.б. м‑н бәйле (ҡара: Антропоген ландшафт). А.й. айырыуса...

АНТРОПО...

АНТРОПО... (гр. anthropos — кеше), ҡушма һүҙҙәрҙең “кешегә ҡағылышлы” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., антропология, антропонимика). Тәрж. Р.М.Шәрипова  

АНТОШКИН Николай Тимофеевич

АНТОШКИН Николай Тимофеевич (19.12.1942, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Кузьминовка а. — 17.1.2021, Мәскәү ҡ., Мытищи ҡ. ерләнгән), лётчик, генерал‑полковник (1994). Советтар Союзы Геройы (1986). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1996). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1993). Совет‑Ҡытай сик буйы...

АНТОШКИН Виктор Николаевич

АНТОШКИН Виктор Николаевич (26.9.1956, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Бала Сытырман а.), социолог. Философия фәндәре кандидаты (1990), социология фәндәре докторы (2005), профессор (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1983) Орск ҡ. 31‑се мәктәбендә, 1986 й. алып БАХИ‑ла, 1989 й. башлап БДУ‑ла, 1991 й. — БДПУ‑ла...

АНТОНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/ с үҙәге

АНТОНОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Шевченко а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡарабуғат й. (Мәләүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 642 кеше; 1939 — 504; 1959 — 178; 1989 — 364; 2002 — 370; 2010 — 443 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002)....

АНТОНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/ с ҡарай

АНТОНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ефремкин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 13 км һәм Таҙлар т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Ҡарлыман й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 101 кеше; 1939 — 188; 1959 — 198; 1989 — 188; 2002 — 222; 2010 — 238 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002)....

АНТОНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/ с ҡарай

АНТОНОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 21 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Аҡкүл буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 542 кеше; 1920 — 687; 1939 — 894; 1959 — 905; 1989 — 627; 2002 — 652; 2010 — 592 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

АНТОНИМДАР

АНТОНИМДАР (анти… һәм гр. onyma — исем), бер үк һүҙ төркөмөнә ҡараған, ҡапма‑ҡаршы мәғәнә аңлатҡан һәм контраст күренештәрҙе билдәләү өсөн ҡулланылған һүҙҙәр. А., бер үк ваҡытта сифат, үҙенсәлек, ваҡиға һ.б. сиген билдәләү менән бергә, ҡапма‑ҡаршылыҡтарҙың айырылғыһыҙ бәйләнешен күрһәтә.    Мәғәнәләре...

АНТОНИЙ III

АНТОНИЙ III (донъяуи исеме Храповицкий Алексей Павлович; 17.3.1863, Новгород губ. — 10.8.1936, Белград), дин әһеле һәм сәйәси эшмәкәр, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1900—02). Дини тәғлимәт ф. д‑ры (1890). Архиепископ (1902), архимандрит (1890). Монахлыҡ ҡабул иткән (1885). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан...

АНТОНИЙ II

АНТОНИЙ II (донъяуи исеме Радонежский Александр; 1808, Түбәнге Новгород губ. Тепелев а. — 23.12.1872, Смоленск ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1858—59). Дини тәғлимәт бакалавры (1844), проф. (1846). Архимандрит (1848). Монахлыҡ ҡабул иткән (1841). Мәскәү дини акад. тамамлағандан һуң (1834)...

АНТОНИЙ I

АНТОНИЙ I (донъяуи исеме Шокотов Алексей Андреевич; 1800, Харьков губ. Изюм ҡ. — 13.3.1871, Кишинёв), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1853—58). Дини тәғлимәт магистры (1834). Архиепископ (1861), архимандрит (1836). Монахлыҡ ҡабул иткән (1834). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1823) шунда уҡ филос....

АНТОЛОГИЯ

АНТОЛОГИЯ (гр. anthologiá — сәскәләр йыйылмаһы), төрлө авторҙарҙың билдәле бер осорҙо, йүнәлеште, халыҡты сағылдырған һайлап алынған әҫәрҙәре (әҙәби, фәлсәфәүи, муз.) йыйынтығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге А. — М.М.Биксурин төҙөгән “Башҡорт хикәйәләре һәм повестары” (1845—1849) китабы. Башҡ. халыҡ йырҙары...

АНТИЦИКЛОН

АНТИЦИКЛОН (анти... һәм циклон), үҙәктән периферияға табан яйлап түбәнәйә барған юғары атмосфера баҫымы өлкәһе. Төньяҡ ярымшарҙа һауа сәғәт уғы ыңғайына хәрәкәт итә (һүрәт), Көньяҡ ярымшарҙа — сәғәт уғына ҡаршы һәм шул уҡ ваҡытта үҙәк өҫтөнә төшә, был ваҡытта һауа динамик рәүештә йылына һәм туйыныу...

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

АНТИФРИКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, ышҡылыу шарттарында эшләүсе деталдәрҙе, башлыса шыуыу подшипниктары деталдәрен яһау өсөн материалдар. Файҙаланыу шарттарына бәйле А.м. сифатында металдар, иретмәләр, композиттар, керамика һ.б. ҡулланалар. А.м. подшипникты һәм валды ашалыуға сыҙамлы итә, ышҡылыу коэффициентын...