Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АНИЧКОВТАР, Оничковтар

АНИЧКОВТАР, Оничковтар, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Берк мырҙа, ул 14 б. башында Мәскәү кенәзе Даниил Александровичҡа хеҙмәткә инә һәм Оникий исеме м‑н суҡына. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Владимир Александрович А. 1590 й. алып Ҡазан стрелецтары башлығы. 1603 й. ҡалмыҡтарға барған илселеккә...

АНИЧКОВ, ауыл, Черниковка ҡасабаһы эсендә

АНИЧКОВ, ауыл, 1932 й. алып Черниковка ҡасабаһы (ҡара: Черниковск) эсендә. 17 б. башында Аничковтар ауылы булараҡ нигеҙ һалына, 1647 й. 9 йортта 20 ир‑ат иҫәпкә алынған. 19 б. А. теркәлмәй. 20 б. башында яңынан тергеҙелә. 1902 й. 1 йорт (элекке дәүләт крәҫтиәндәре) теркәлгән. 30‑сы йй. уртаһында А....

АНИЧКОВ Сергей Иванович

АНИЧКОВ Сергей Иванович (яҡынса 1733; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1731 — 25.5.1802), Өфө провинцияһы дворяндарынан Уложенный комиссия депутаты. Надворный советник (1782). Аничковтар нәҫеленән. 1747—66 йй. рус армияһында, секунд‑майор (1766). Комиссияға ер биләү һәм дворяндарҙың ерҙе файҙаланыу хоҡуҡтарын...

АНИСКИН Михаил Александрович

АНИСКИН Михаил Александрович (19.11.1922, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Костин Күле артеле — 25.6.1944, Белорус ССР‑ының Студёнка а. янында, Пустынки а. ерләнгән), танкист, гвардия лейтенанты (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау танк училищеһын тамамлаған (1943). 1941 й....

АНИСИФОРОВА Нина Николаевна

АНИСИФОРОВА Нина Николаевна (24.12.1914, Өфө — 27.2.1989, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (1944). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1937; педагогтары А.Э.Тюлькин, И.И.Урядов). 1940 й. алып Башҡ‑н ижади-производство комб‑тының рәссам‑биҙәүсеһе. А. портрет...

АНИСИМОВА ПОЛЯНА, Шаран р‑нындағы ауыл

АНИСИМОВА ПОЛЯНА, Шаран р‑нындағы ауыл, Писарев а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 22 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 52 км алыҫлыҡта Бузюк й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 346 кеше; 1920 — 455; 1939 — 547; 1959 — 399; 1989 — 112; 2002 — 117; 2010 — 83 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

АНИСИМОВА Нина Александровна

АНИСИМОВА Нина Александровна (14.1.1909, С.‑Петербург — 23.9.1979, Ленинград), балет артисы, балетмейстер. БАССР‑ҙың халыҡ артисы (1957), РСФСР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре. (1957). Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1926; педагогтары А.Я.Ваганова, А.В.Ширяев) Ленинград Кесе опера театрының...

АНИМИЗМ

АНИМИЗМ (лат. anima — йән, рух), матди донъялағы бөтә әйберҙәр һәм күренештәр, ш. иҫ. кеше, м‑н идара иткән рухтарҙың, йәндәрҙең барлығына ышаныу. А. аниматизмдан (бар тәбиғәттең һәм айырым тәбиғәт көстәренең эйәһеҙ йәнлелеген күҙаллау) айырыла. Әгәр рух ниндәйҙер айырым йән эйәһе йәки әйбер м‑н бәйләнешкә...

АНИМАЦИЯ КИНОҺЫ

АНИМАЦИЯ КИНОҺЫ, мультипликация киноһы, әҫәрҙәре һүрәттәрҙе һәм күләмле композицияларҙы фазалап төшөрөү ысулы м‑н ижад ителгән киносәнғәт төрө. Анимация төрҙәре: һүрәтле, күләмле (ҡурсаҡтар м‑н), күләгәле, күсереп йөрөтөүле, ш. уҡ компьютер графикаһы. Башҡортостанда тәүге анимация фильмын 1967 й. Ә.М.Вәлиев...

АНИКИЕНКО Пётр Никанорович

АНИКИЕНКО Пётр Никанорович (5.2.1903, Һамар губ. Новоузенский өйәҙе Красный Кут а. — 3.3.1971, Өфө), йырсы (бас). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). 1933 й., 1948 й. Һарытау филармонияһында эшләй, 1934—48 йй. Һарытау һәм Куйбышев ҡҡ. опера театрҙарында йырлай. 1949—63 йй. БДОБТ солисы. Бай обертонлы һәм...

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР

АНИЗОТРОП МАТЕРИАЛДАР, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө йүнәлештәрҙә бер төрлө булмаған материалдар. А.м. кристалдар, магнит үҙенсәлекле һәм утҡа сыҙамлы иретмә һәм ҡорос әҙерләмәләре (табаҡ, сым, ҡойолмалар), ҡайһы бер тәбиғи сығышлы кристалл булмаған матдәләр (мәҫ., үҙағас), сүсле композициялы...

АНЕСТЕЗИОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАНИМАТОЛОГИЯ

АНЕСТЕЗИОЛОГИЯ ҺӘМ РЕАНИМАТОЛОГИЯ, ауыртыуҙы баҫыу, операцияға тиклем, операция ваҡытында һәм унан һуң, ш. уҡ ауыр хәлдәрҙә организмдың йәшәү өсөн мөһим функциялары м‑н идара итеү проблемаларын өйрәнеүсе клиник мед. фәне бүлеге. Башҡортостанда А.һ.р. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 60‑сы йй. Н.Ғ.Ғатауллин,...

АНЕМОНАСТРУМ

АНЕМОНАСТРУМ (Anemonastrum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Елбегәй затынан айырып сығарылған. Рәсәйҙә 10 төрө билдәле. Башҡортостанда пермь А. үҫә. Күп йыллыҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге 15—65 см. Тамыр яны япрағы бармаҡса теленгән, оҙон һаплы. Нигеҙендә ҡушылып үҫкән бармаҡ...

АНЕМИЯ, аҙ ҡанлылыҡ

АНЕМИЯ (гр. an- — кире приставка һәм haima — ҡан), аҙ ҡанлылыҡ, ҡан күләме берәмегендә гемоглобин һәм (йәки) эритроциттарҙың кәмеүе. Постгеморрагик (ҡан юғалтыуҙан барлыҡҡа килә), тимер дефицитлы (организмда тимеретешмәгәндә), фолий ҡытлығы (B12 витамины етешмәгәндә), нәҫелдән килгән гемолитик (эритроциттарҙа...

АНДЫҘ

АНДЫҘ (Inula), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 150‑нән ашыу төрө билдәле, Африкала һәм Евразияла таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: британ А., йәки һарыҡ күҙе, бейек А., йәки дарыу А., герман А., йәки ҡуян күҙе, шөпшә бото, ҡытыршы А., шыраулы А. Күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы...

АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, галактика

АНДРОМЕДА ТОМАНЛЫҒЫ, Андромеда йондоҙлоғондағы ҙур спираль галактика (NGC 224; M31). Диам. — яҡынса 200 мең яҡтылыҡ йылы. Ҡош юлына иң яҡын тышҡы галактика, Ерҙән 2 млн. яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. БР терр‑яһында Андромеданан саҡ ҡына юғарыраҡ тоноҡ томанлы тап булып йыл әйләнәһенә күренә....

АНДРИАНОВА Людмила Прокопьевна

АНДРИАНОВА Людмила Прокопьевна (30.3.1943, Өфө), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2008). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) ӨПЭЗ‑дә эшләй. 1970 й. алып ӨДАТУ‑ла, 1998 й. — БДАУ‑ҙа (2005—10 йй. а.х. электр энергияһы м‑н тәьмин итеү һәм ҡулланыу каф. мөдире), бер үк ваҡытта 2014 й. башлап...

АНДРИАНОВ Юрий Анатольевич

АНДРИАНОВ Юрий Анатольевич (13.2.1953, Өфө — 21.8.2007, шунда уҡ), шағир, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1980) “Китап” нәшриәтендә эшләй. 1998—2007 йй. “Бельские просторы” ж. баш мөхәррире. “Көндәр”...

АНДРИАНОВ Денис Андрианович

АНДРИАНОВ Денис Андрианович (4.8.1940, БАССР-ҙың Мишкә районы Сурай а. — 9.11.2020, Өфө ҡ.), агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968), профессор (1999). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). А.А.Андриановтың ҡустыһы....

АНДРИАНОВ Андрей Андрианович

АНДРИАНОВ Андрей Андрианович (24.4.1939, БАССР-ҙың Мишкә р‑ны Иҫке Ҡолсобай а. — 16.4.2010, Йошкар-Ола), актёр. Мари АССР-ының халыҡ (1989) һәм атҡ. (1973) артисы. Д.А.Андриановтың ағаһы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1965; П.В.Лесли, Н.В.Чефранова курсы) М.Шкетан ис. Мари драма театры актёры, 1989—95 йй....