Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛЬБАНОВ Валериан Иванович

АЛЬБАНОВ Валериан Иванович (26.5.1882, Өфө ҡ. — 1919, ?), алыҫҡа йөҙөү штурманы, поляр тикшеренеүсе. 1891—94 йй. Өфө ир балалар гимназияһында уҡый. Санкт‑Петербург ҡ. алыҫҡа йөҙөү училищеһын тамамлағандан һуң (1904) Балтик флоты судноларында хеҙмәт итә. 1905 й. башлап төрлө гидрографик һәм сауҙа судноларында...

АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС

АЛЫҪЛЫҠТЫ ҮЛСӘГЕС, объектҡа тиклем араны контактһыҙ (уға теймәйенсә тороп) билдәләү өсөн ҡоролма. Эшләү принцибына ҡарап оптик (алыҫлыҡты үлсәү билдәле булған нигеҙе һәм уға ҡаршы ятҡан мөйөшө б‑са тура мөйөшлө өсмөйөштө сығарыуға ҡайтып ҡала); акустик, радиотулҡынлы, электрооптик (ебәрелгән һәм, объекттан...

АЛЫМОВ Алексей Михайлович

АЛЫМОВ Алексей Михайлович (18.3.1923, Орлов губернаһы Маслово а. — 22.2.2009, БР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), Советтар Союзы Геройы (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур педагогия институтын тамамлаған (1967). 1943 й. октябренән алып 2‑се Балтик буйы һәм 1‑се...

АЛЪЯҒЫШ, Асҡын р‑нындағы ауыл

АЛЪЯҒЫШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡаҙансы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 40 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Алъяғыш й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 153 кеше; 1920 — 159; 1939 — 266; 1959 — 238; 1989 — 132; 2002 — 123; 2010 — 94 кеше....

АЛФАВИТ

АЛФАВИТ (грекса alphάbētos), телдең өндәрен билдәләү өсөн ҡабул ителгән һәм билдәле бер тәртиптә урынлаштырылған тамғалар системаһы.  Башҡорттар хәрефле яҙма ҡабул ителгәнгә тиклем ырыу тамғаларын файҙалана, уларға боронғо төрки рун яҙмаһы билдәле була. Ислам динен ҡабул итеү менән, ғәрәп яҙмаһын ҡуллана...

АЛТЫНҺЫУ ЫЛЫМЫҠТАР

АЛТЫНҺЫУ ЫЛЫМЫҠТАР (Chrysophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында, башлыса сөсө, һирәгерәк тоҙло һыу ятҡылыҡтарында һәм диңгеҙҙәрҙә, бер нисә төрө тупраҡта таралған. Эукариот, бер күҙәнәкле (яңғыҙ йәки колониаль) йәки күп күҙәнәкле, микроскопик, хәрәкәтһеҙ йәки ирекле...

АЛТЫНҺЫУ СӘПСӘҮ, ҡош

АЛТЫНҺЫУ СӘПСӘҮ (Pluvialis apricaria), сәпсәүҙәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Башлыса Евразияла (Көнбайыш Европанан алып Таймырға тиклем) таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 26—29 см, ауырлығы 170—220 г, ҡанаттарының ҡоласы 67—76 см. Яҙын ата ҡоштарҙың арҡаһы ҡараһыу төҫтә, алтынһыу һары таплы, маңлайынан...

АЛТЫНБАШ

АЛТЫНБАШ (Trollius), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 30‑ҙан ашыу төрө билдәле. Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм субарктик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда европа А. таралған. Бейеклеге 30—60 см булған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай (ҡайһы ваҡыт аҙ тармаҡлы), һутлы, шыма. Тамыр эргәһе...

АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы

АЛТЫНБАЕВ Ғәли Мансур улы (19.11.1956, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Аллағыуат а.), баянсы. БР-ҙың атҡ. (1994) һәм халыҡ (2012) артисы. Салауат музыка уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1977; Н.А.Гредин класы) 1978 й. тиклем музыка мәктәбе уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта район мәҙәниәт йортоноң (Мәләүез ҡ.) халыҡ...

АЛТЫН УРҘА

АЛТЫН УРҘА, Жуси улусы, 13 б. 2‑се сиреге — 15 б. уртаһында көнбайышта Түбәнге Дунайҙан алып көнсығышта Иртыш й. басс. тиклем, көньяҡта Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренән һәм Балхаш күленән алып төньяҡта Новгород ерҙәренә тиклем терр‑ялағы дәүләт. Монголдарҙың яулап алыу походтары һөҙөмтәһендә Батый хан...

АЛТЫН ТАМЫР

АЛТЫН ТАМЫР (Rhodiola), ҡалынъяпраҡ һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 65 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Американың Атлантик һәм Тымыҡ океан ярҙарында таралған. Башҡортостанда ирәмәл А.т. үҫә. Ҡыҫҡа йыуан алтынһыу көрән тамырһабаҡлы, төп һәм күп һанлы ҡушымта тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы...

АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ

АЛТЫН ТАБЫУ СӘНӘҒӘТЕ, алтын мәғдәне ятҡылыҡтарынан һәм һибелмә ятҡылыҡтарҙан алтын табыу б‑са тау сәнәғәте тармағы. 18 б. уртаһынан Башҡортостанда алтын һәм башҡа затлы металдарҙы эҙләү һәм табыуҙы мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр алып бара. Ырымбур губернаһында сәнәғәт өсөн алтын табыу 1823 й....

АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

АЛТЫН МӘҒДӘНЕ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, Ер аҫтындағы алтын мәғдәндәренең ҙурлығы, сифаты һәм ятыш шарттары б‑са сәнәғәттә эшкәртеүгә яраҡлы тәбиғи тупланмалары. Барлыҡҡа килеүе б‑са А.м.я. эндоген һәм экзоген ятҡылыҡтарға бүленә. Экзогендары — химик ашалыу ҡатлауҙары һәм окисланыу зоналарынан (карст зонаһы, “тимер...

АЛТЫН

АЛТЫН (Аurum), Au, Д.И.Менделеев периодик системаһының I төркөм химик элементы; затлы металдарға ҡарай. Тәбиғәттә бер тотороҡло изотобы бар. Юғары дәрәжәләге деформация тәьҫирендә һығылмалылығын һаҡлап ҡалыусы йомшаҡ һары металл; tиреү 1046,5°С, tҡайнау 2947°С, тығыҙлығы 19320 кг/м3. Юғары т‑раларҙа...

АЛТЕЙ, һиҙәп үлән

АЛТЕЙ, һиҙәп үлән (Althaea), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 12 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда шифалы А. үҫә. Күп йыллыҡ бәрхәт төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 70—130 см. Тамырһабағы итләс тамырлы. Япрағы йомортҡа формаһында, бармаҡса уйымлы....

АЛТАҠАР

АЛТАҠАР, Алсағыр (16 б. 1‑се ярт.), Нуғай мырҙаһы, Иҙеүкәй нәҫеленән. Муса бейҙең улы, Исмәғил м‑н Йософтоң туғаны. Баҫманға яҡын кешеләр иҫәбендә була. Баҫман яҡлауын алған Байтирәк мырҙа м‑н ер өсөн бәхәскә инә. А. үҙ улусы м‑н Эмба й. буйына күсеп китергә мәжбүр була, унан Баҫман биләмәләренә сапҡындар...

АЛТАЙЫУ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с ҡарай

АЛТАЙЫУ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Тере Танып й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 488 кеше; 1920 — 490; 1939 — 496; 1959 — 460; 1989 — 408; 2002 — 375; 2010 — 261 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ваныш-Алпауыт...

АЛТАЙ ТОҠОМО

АЛТАЙ ТОҠОМО, һарыҡтарҙың нәҙек йөнлө, йөн‑ит йүнәлешле тоҡомо. 1930—49 йй. Алтай крайы хужалыҡтарында урындағы меринос һарыҡтарын рамбулье, австралия мериносы, аскания, кавказ тоҡомдары тәкәләренән ҡасырыу ысулы м‑н сығарылған. Башҡортостанда А.т. һарыҡтар 60‑сы йй. аҙ. үрсетелә. Малдар эре, кәүҙәһе...

АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе

АЛТАЙ ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡырғыҙ‑ҡыпсаҡ төркөмө). 1948 й. тиклем ойрот теле тип йөрөтөлә. Алтайҙарҙың милли теле, Алтай Респ. дәүләт теле. Шулай уҡ Кемерово өлкәһендә һәм Ҡаҙағстанда таралған. А.т. һөйләшеүселәр һаны 70 меңдән ашыу (1989). Фонетик системаһы б‑са айырыуса ҡырғыҙ теленә яҡын....

АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ

АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ, төрки телдәрҙе, монгол телдәрен, тунгус‑манжур телдәрен, ш. уҡ корей һәм япон телдәрен берләштереүсе, телдәрҙең гипотезаға нигеҙләнгән ҙур ғаиләһе. А.т. генетик ҡәрҙәшлеге т‑дағы гипотеза Н.А.Баскаков, З.Гомбоц, М.З.Зәкиев, Ж.Ғ.Кейекбаев, Е.Д.Поливанов, Н.Н.Поппе, Г.И.Рамстедт, М.Рясянен...