Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АҠЪЯР ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

АҠЪЯР ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Ташлы йылғаһында (Таналыҡ й. ҡушылдығы). Быуаның һыу ағыҙғыс ҡапҡаһы йылға тамағынан һәм Хәйбулла районы Аҡъяр а. 3,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысынан өҫтә йылғаның һыу йыйыу майҙаны 423 км2, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 49,4 млн м3, файҙалы күләме 49,2 млн м3; һыу өҫтө...

АҠЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ №1

АҠЪЯР УРТА МӘКТӘБЕ №1, Хәйбулла р‑ны. 1919 й. яңы ысуллы мәҙрәсә (1908 й. нигеҙләнгән) нигеҙендә 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ асыла, 1933 й. алып колхоз йәштәре мәктәбе, 1934 й. — тулы булмаған урта мәктәп, 1937 й. — башҡ. урта мәктәбе, 1946 й. — урыҫ‑башҡ. урта мәктәбе, 1970 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Уҡытыу...

АҠЪЮЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

АҠЪЮЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Аҡъюл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 71 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 127 км алыҫлыҡта Йылайыр й. тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 485 кеше; 1920 — 582; 1939 — 354; 1959 — 289; 1989 — 132; 2002 — 122; 2010 — 84 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

АҠҺЫРҒАҠ

АҠҺЫРҒАҠ (Veratrum), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда аҡ А. (ябай А.) үҫә. Күп һанлы һутлы тамырлы, ҡыҫҡа йыуан тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, йыуан, йомро, өҫкө...

АҠҺЫМДАР

АҠҺЫМДАР, аминокислоталар ҡалдығынан торған юғары молекуляр органик берләшмәләр. Химик составы б‑са ябайҙарға (протеиндар, тик аминокислоталарҙан тора) һәм ҡатмарлыларға (составында аминокислоталар м‑н бер рәттән липидтар — липопротеидтар, нуклеин кислоталары — нуклеопротеидтар, углеводтар — гликопротеидтар...

АҠҺЫЛ ОРТОТРИХУМ

АҠҺЫЛ ОРТОТРИХУМ (Orthotrichum pallens), мүк һымаҡтар төрө. Бейеклеге 1 см тиклем булған йыйнаҡ, асыҡ йәшел кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ бер өйлө ос емешле мүк. Япрағы ланцет формаһында, осо тупаҫ, ситтәре төрөлгән. Һеңерсәһе япраҡтың осона тиклем етә. Ҡумтаһы кире йомортҡа формаһында, тәрән...

АҠҺАРЫ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

АҠҺАРЫ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Мораптал а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 26 км һәм Мораптал т. юл ст. Т. табан 4 км алыҫлыҡта, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында, Туғыҙтимер й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан.  Халҡы: 1920 й. — 459 кеше; 1939 — 369; 1959 — 241; 1989 — 160; 2002 — 335; 2010 —...

АҠҺАҠ ТИМЕР

АҠҺАҠ ТИМЕР, Тамерлан, Тимур [8.4.1336, Шәһрисәбез (Кеш) ҡ. янында — 19.1.1405, Отрар ҡ., Сәмәрҡәнд ҡ. ерләнгән], Урта Азияның хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Аҡһаҡ Тимер нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Барлас ҡәбиләһе башлығы Тарағайҙың улы. 1361 й. алып Моғолстандың Ҡашҡадаръя вилайәтенә етәкселек итә. Балх һәм...

АҠҺАҠ КИЛЕМБӘТ

АҠҺАҠ КИЛЕМБӘТ, А. Килмәмәт, А. Килмөхәмәт, 17 б. тәүге ярт. нуғай мырҙаһы (А.Н.Усманов билдәләүенсә, 16 б. тәүге ярт.), Иҙеүкәй вариҫы. А.К. көньяҡ‑көнбайыш башҡорттары өҫтөнән хакимлыҡ итеү маҡсатында Ҡарағөлөмбәт м‑н һуғыш алып бара. Нуғай мырҙаларының үҙ‑ара һуғышы “Мең ырыуы шәжәрәһе” ндә сағылыш...

АҠТҮБӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

АҠТҮБӘ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Муса а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Ҡарлыман т. юл. ст. К.‑Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Эләңке й. (Өршәк й. басс.) буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 224 кеше; 1939 — 342; 1959 — 237; 1989 — 110; 2002 — 243; 2010 — 103 кеше....

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы

АҠТУҒАНОВ Мәхмүт Сафа улы [25.12.1924, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны (БР‑ҙың Мишкә районы) Яңы Сәфәр а. — 24.1.1971, Ленинград ҡ.], Советтар Союзы Геройы (1943). Майор (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби пехота училищеһын тамамлаған (Боровичи ҡ., 1956). 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. сентябренән...

АҠТУҒАН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

АҠТУҒАН, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Иҫке Йәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 48 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 63 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 519 кеше; 1920 — 529; 1939 — 435; 1959 — 450; 1989 — 299; 2002 — 356; 2010 — 326 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, клуб бар. Ауылға...

АҠТАШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

АҠТАШ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Ивановка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 43 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т. табан 99 км алыҫлыҡта Ташкисеү й. (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 89 кеше; 1959 — 169; 1989 — 165; 2002 — 158; 2010 — 140 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АҠТАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

АҠТАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Ҡауарҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 61 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 76 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 165 кеше; 1920 — 232; 1939 — 256; 1959 — 285; 1989 — 175; 2002 — 147; 2010 — 126 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ...

АҠТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

АҠТАУ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Аҡморон а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 11 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 42 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 103 кеше; 1959 — 184; 1989 — 299; 2002 — 283; 2010 — 266 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. 1932 й....

АҠТАР ХӘРӘКӘТЕ

АҠТАР ХӘРӘКӘТЕ, самодержавие ҡолатылғандан һуң Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙҙәре емерелеүгә реакция булараҡ революция (1917) барышында барлыҡҡа килә. А.х. йүнәлтеүсе көсө булып Рус армияһының офицерҙар корпусы сығыш яһай. Элекке Рәсәй империяһы халҡының күпселек өлөшө (православие руханиҙары; буржуазия,...

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ

АҠТАНЫШ‑ШИШМӘ БӨГӨЛӨ, тау тоҡомдары менән тулып етмәгән кире тектоник структура. Кама-Кинәле бөгөлдәре системаһының үҙәк өлөшөн биләй. Сарапул бөгөлөнән Урал алды бөгөлөнә тиклем һуҙыла. Төньяҡ‑көнсығыш борты — Башҡорт палеокөмбәҙенең, көньяҡ-көнсығыш борты Көньяҡ Татар көмбәҙенең ситке өлөштәре менән...

АҠТАМЫРСЫҠ

АҠТАМЫРСЫҠ (Elymus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 100 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Йәйелеүсе ер аҫты үренделәре булмаған күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, шыма, бейеклеге 80—150 см тиклем. Япрағының киңлеге 3—12 мм, ҡыяҡ, яҫы, яланғас йәки һирәк...

АҠТАМЫР

АҠТАМЫР (Elytrigia), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, ике ярымшарҙың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә: төклө А., тиле А., һырылыусан А. һ.б. Күп йыллыҡ оҙон тамырһабаҡлы йәки кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе үлән. Һабағы төҙ, нәҙек,...

АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы

АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21.1.1949, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Иҫке Ҡалмаш а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БАХИ‑ны (1974), Мәскәү ветеринария акад. (1978) тамамлаған. 1967—69 йй. Саҡмағош р‑ны  мәктәптәрендә уҡытыусы. 1974 й. алып БНИИСХ‑ла эшләй (өҙөклөк м‑н): 1990—91 йй. өлкән...