Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БЕРЕНСЕ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

БЕРЕНСЕ ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, Өфөлә урынлашҡан. 1830 й. Ырымбур мосолман дини йыйылышы мөфтөйө Ғ.Ғәбдрәхимов юллауы б‑са Өфөнөң 1‑се гильдия сауҙагәре М.Таһиров Хажмәтов (Хужасәйетов) аҡсаһына Фроловский урамында (хәҙ. Туҡай урамы) төҙөлә. 19 б. аҙ. — 20 б. башында инженер‑архитектор И.Мяловтың Өфө губерна...

БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ

БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ (1914—18), бер яҡтан — Англия, Рәсәй, Франция, икенсе яҡтан Австро‑Венгрия һәм Германия араһында. Колонияларҙы, йоғонто яһау сфераларын һәм тауар һатыу баҙарҙарын яңынан бүлеү өсөн көрәш һөҙөмтәһендә тыуа. Б.д.һ. 38 дәүләт ҡатнаша. Ҡоро ер ғәскәрҙәренең һуғыш хәрәкәттәре — Азияла,...

БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

БЕРЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, Башҡорт хәрби шураһы бойороғо м‑н 1918 й. 13 авг. Верхнеурал өйәҙе һәм Силәбе өйәҙендә 1‑се Башҡ. пехота див. булараҡ ойошторола, окт. алып Б.Б.у.д. Дивизия составына 2‑се, 3‑сө һәм 5‑се Башҡ. пехота полкы, окт. башлап — таратылған Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһының...

БЕРЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла

БЕРЕНСЕ АРМИЯ, РККА‑ла. 1918 й. июнендә Реввоенсовет директиваһы б‑са Сызрань һәм Сембер ҡҡ. тирәһендә һуғышыусы Ҡыҙыл Армияның айырым отрядтарынан ойошторола. Сембер, Инза һәм Пенза див. тора. Көнсығыш фронт (1919 й. апр. алып Көньяҡ армиялар төркөмөндә), авг. алып Төркөстан фронты составына инә. Граждандар...

БЕРЕК-АЛҒА ТОРАҒЫ

БЕРЕК-АЛҒА ТОРАҒЫ, Алтын Урҙа дәүере археологик ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Бәләбәй р‑ны Берек‑Алға а. янында урынлашҡан. 1967 й. Берек‑Алға хазинаһы булараҡ асыла [Аксаков ҡасабаһы (Бәләбәй ҡ.) урта мәктәбе уҡыусылары таба]. 2004 й. БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын...

БЕРЕЗОВСКИЙ Иван Афанасьевич

БЕРЕЗОВСКИЙ Иван Афанасьевич (20.5.1906, Екатеринослав губ. Мариуполь ҡ. — 1993, Мәскәү), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1965). Днепропетровск химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1932) Тамбов ҡ. инженер булып эшләй, 1935 й. алып Сталиногорск ҡ. химия комб‑ты инженеры,...

БЕРЁЗОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл

БЕРЁЗОВКА, Өфө р‑нындағы ауыл, Зубов а/ с ҡарай. Өфөнән К. 20 км һәм Өршәк т. юл ст. Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Бәрҫеүән й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 325; 1939 — 317; 1959 — 296; 1989 — 186; 2002 — 137; 2010 — 115 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Сиркәү...

БЕРЁЗОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл

БЕРЁЗОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Ҡананикольский а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 83 км һәм Сибай т. юл ст. Көнб. табан 138 км алыҫлыҡта Берёзовка й. (Һаҡмар й. басс.) өҫкө ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 99 кеше; 1920 — 201; 1939 — 363; 1959 — 406; 1989 — 165; 2002 — 122; 2010 — 77 кеше....

БЕРЕЗОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

БЕРЕЗОВКА, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Алға а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 25 км алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 351 кеше; 1939 — 183; 1959 — 299; 1989 — 92; 2002 — 129; 2010 — 145 кеше. Урыҫтар, немецтар йәшәй (2002). Ауылға 19 б. аҙ. Бәләбәй...

БЕРЁЗОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл

БЕРЁЗОВКА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Табын а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 27 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Бирҙәүес й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 150 кеше; 1920 — 186; 1939 — 201; 1959 — 236; 1989 — 123; 2002 — 126; 2010 — 154 кеше. Урыҫтар, башҡорттар...

БЕРЕЗОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл

БЕРЕЗОВКА, Бөрө р‑нындағы ауыл, Березовка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 63 кеше; 1939 — 1011; 1959 — 960; 1989 — 449; 2002 — 532; 2010 — 534 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

БЕРЁЗОВКА СВЯТИТЕЛЬ НИКОЛАЙ ЧУДОТВОРЕЦ ИКОНАҺЫ

БЕРЁЗОВКА СВЯТИТЕЛЬ НИКОЛАЙ ЧУДОТВОРЕЦ ИКОНАҺЫ. Омофор кейгән, яланбаш святитель Николайҙың күкрәккә тиклемге һыны төшөрөлгән мөғжизәле икона. Үлсәме яҡынса 34 х 27 см. Киң таралған риүәйәттәрҙең береһенә ярашлы, 16 б. 50—60‑сы йй. Өфө өйәҙе Никольский а. (хәҙ. Краснокама р‑ны Николо-Берёзовка а.) эргәһендә...

БЕРЕЗНЯКИ

БЕРЕЗНЯКИ, Өршәк й. басс. һаҙлыҡ, Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 140 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,6 м, иң ҡалыны — 4,5 м. Ер аҫты һыуҙары м‑н туйына. Ҡара ерек, муйыл, тәлгәш ҡайын, күрән, ҡуһа, һаҙ бажаты, һаҙ томбойоғо...

БЕРЕЗИН Геннадий Николаевич

БЕРЕЗИН Геннадий Николаевич (9.11.1927, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1997). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Краснодар пед. ин‑тын тамамлаған (1965; педагогы Г.В.Беда). 1952 й. алып “Октябрь” һәм “Родина” к/ т (Өфө), 1954—70 йй. “Восток” к/ т, “Аксаковнефть” НГДУ‑һы (Бәләбәй ҡ.) рәссам-биҙәүсеһе....

БЕРЕЗИН Всеволод Леонидович

БЕРЕЗИН Всеволод Леонидович (16.12.1922, Тамбов губ. Ил-Рождественское а. — 3.8.2016, Мәскәү), инженер-механик. БР ФА‑ның почётлы акад., техник ф. д‑ры (1970), проф. (1969). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1968) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың (1982), РФ-тың (1995) Нефть һәм газ сәнәғәте пр‑тиелары...

БЕРЕЗИН Виктор Матвеевич

БЕРЕЗИН Виктор Матвеевич (9.3.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Балтика колонияһы утары, хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Балтика а. — 15.6.2002, Нефтекама ҡ.), геофизик. 1951 й. алып Туймазы геофизика контораһында (Октябрьский ҡ.) эшләй; 1962—2002 йй. “Башнефтегеофизика” тресы Арлан промысла-геофизика контораһының...

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович (1924, Төркөстан АССР‑ының Кременчуг а. — 10.4.1944, Перекоп муйыны, Ҡырым АССР‑ының Суворов а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авгусына тиклем Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында слесарь булып эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла....

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович

БЕРЕЖНОЙ Иван Михайлович (1924, Төркөстан АССР‑ының Кременчуг а. — 10.4.1944, Перекоп муйыны, Ҡырым АССР‑ының Суворов а. ерләнгән), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. авгусына тиклем Стәрлетамаҡ станоктар эшләү заводында слесарь булып эшләй. 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла....

БЕРЕГОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл

БЕРЕГОВКА, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Арыҫлан а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 20 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 976 кеше; 1920 — 1198; 1939 — 762; 1959 — 370; 1989 — 174; 2002 — 150; 2010 — 129 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

БЕРЕГОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

БЕРЕГОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары төркөмө, Мәләүез р‑ны сиктәрендә Ағиҙел й. (уға Нөгөш й. ҡойған урынға тиклем) уң ярында урынлашҡан. Иҫке үҙән күлдәре м‑н бергә һыубаҫар туғайҙы һәм унан өҫтәге киртләстәрҙе биләй. Б.а.м. торамалар, торалар һәм ҡәберлектәр инә....