Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАТТАЛОВА Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы

БАТТАЛОВА Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (22.12.1965, Өфө), тележурналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ы балалар һәм үҫмерҙәр тапшырыуҙары мөхәррире, 1999—2010 йй. ижт.‑сәйәси тапшырыуҙарҙың баш мөхәррире, 2011 й. алып “Боронғо Өфө”...

БАТТАЛОВ Эдварт Миңләхмәт улы

БАТТАЛОВ Эдварт Миңләхмәт улы (4.3.1951, БАССР-ҙың Мәсетле р-ны Дыуан‑Мәсетле а.), химик. Химия ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Органик химия ин-тында эшләй (1993 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре винил мономерҙары һәм олигомерҙарының радикаль полимерлашыуына, фотополимерлашыуға;...

БАТТАЛОВ Магомед‑Расул Вагидович

БАТТАЛОВ Магомед‑Расул Вагидович (13.6.1960, Буйнаҡ ҡ.), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987). А.‑Б.В.Батталовтың ҡустыһы. ӨТСИ‑не тамамлаған (1997). “Зенит” ДСО‑һы йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. 1982—87 йй. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай (тренерҙары...

БАТТАЛОВ Абдул-Басир Вагидович

БАТТАЛОВ Абдул-Басир Вагидович (21.5.1958, Буйнаҡ ҡ.), спортсы. Грек-рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1981), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1988). М.-Р.В.Батталовтың ағаһы. ӨТСИ‑не тамамлаған (1992). “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы (Өфө) тәрбиәләнеүсеһе. 1979—87 йй. Гастелло Н.Ф. исемендәге...

БАТТАЛ, Учалы р‑нындағы ауыл

БАТТАЛ, Учалы р‑нындағы ауыл, Озёрный а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 87 км һәм Уралтау т. юл ст. К.‑Көнс. табан 39 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 221 кеше; 1920 — 222; 1939 — 196; 1959 — 206; 1989 — 242; 2002 — 344; 2010 — 316 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Озёрный урта мәктәбе...

БАТРАКТАР

БАТРАКТАР, 18 б. — 20 б. башында Рәсәйҙә халыҡтың ялланып эшләгән соц. төркөмө. Фәҡирлеккә төшкән крәҫтиәндәр, кулак һәм алпауыт хужалыҡтарына ялланып, Б. әүерелгән. Билдәле бер эш күләменә ҡарап һәм ваҡытлы (ай, осор, йыл өсөн) түләүҙәр эшкә яллауҙың төп формалары булған. 19 б. аҙ. Б. Өфө губернаһында...

БАТРАК, Баҡалы р‑нындағы ауыл

БАТРАК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Урсай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 437 кеше; 1920 — 639; 1939 — 535; 1959 — 337; 1989 — 115; 2002 — 107; 2010 — 39 кеше. Урыҫтар, татарҙар...

БАТМАН

БАТМАН, 1) 4,1 кг (Ҡазан Б.) һәм 131,04 кг (Ырымбур Б.) тиң ауырлыҡ үлсәме. Б. (нигеҙҙә, Ҡазан Б.) башҡорттар солоҡ ерҙәре (ҡара: Солоҡсолоҡ) өсөн яһаҡ түләгән. 2) Соҡоп яһалған алынмалы төплө һәм ҡапҡаслы ағас һауыт (диам. 25—30 см, бейеклеге 35—45 см; ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы). Нигеҙҙә,...

БАТИЩЕВ Владимир Яковлевич

БАТИЩЕВ Владимир Яковлевич (1.1.1947, Новотроицк ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1974; педагогтары Н.А.Пономарёв, О.С.Савостюк) — Өфөлә, 1988 й. алып Мәскәүҙә эшләй. Портрет һәм тормошҡа бәйле һынлы сәнғәт оҫтаһы, урыҫ реалистик...

БАТИК

БАТИК (малай теленән), туҡыма биҙәү техникаһы, ш. уҡ биҙәлгән туҡыма үҙе. Ява утрауында барлыҡҡа килгән Б. традицион техникаһында нескә ҡатлам м‑н балауыҙҙан һүрәт төшөрөлә һәм туҡыма буяуға маныла, ул балауыҙ яғылмаған урындарҙы буяй. 20 б. Б. техникаһы ҡатмарлаштырыла, технологияһы камиллаштырыла —...

БАТАНОВ Николай Яковлевич

БАТАНОВ Николай Яковлевич (16.9.1916, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Берёзовка а. — 13.3.1983, Өфө), совет партия-дәүләт эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ырымбур пед. ин‑тын тамамлаған (1936). 1946 й. алып КПСС‑тың Боҙаяҙ район ком‑тының 2‑се секретары, 1952 й. — Хәйбулла...

БАТАЛОВА Рима Аҡбирҙе ҡыҙы

БАТАЛОВА Рима Аҡбирҙе ҡыҙы [1.1.1964, БАССР‑ҙың Туймазы районы Саҡты а. (БР‑ҙың Шаран районы)], спортсы. Еңел атлетика буйынса СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (1992). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Урал физик культура академияһын тамамлаған (1996)....

БАТАЛИН Юрий Петрович

БАТАЛИН Юрий Петрович [28.7.1927, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Ҡалҡан а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 22.7.2013, Мәскәү], дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1983), проф. (1990). С.М.Киров ис. Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1950) төҙөлөш идаралығы прорабы, өлкән прорабы,...

БАТАЙ Жан

БАТАЙ Жан (19.1.1939, Монлюсон ҡ., Франция), инженер-механик. БР ФА‑ның сит ил ағзаһы (1998). Физика ф. д‑ры (1968), проф. (1978). Юғары астронавтика һәм йыһанды өйрәнеү милли мәктәбен (Париж, 1961), Париж ун‑тын (1962) тамамлаған. 1961—70 йй. Милли фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге (Париж) хеҙм‑ре, 1970 й....

БАҪЫУСЫЛЫҠ

БАҪЫУСЫЛЫҠ, баҫыу культуралары продукцияһы етештереү; үҫемлекселек тармағы. Баҫыу культураларын баҫыу һәм мал аҙығы сәсеү әйләнештәрендә үҫтерәләр; ҡулланылышы б‑са ҡауын‑ҡарбуз культуралары, иген культуралары, мал аҙығы культуралары, бүлбелеләр һәм тамыраҙыҡтар, май биреүсе культуралар, наркотик, сүс...

БАҪЫУ, Архангел р‑нындағы ауыл

БАҪЫУ, Архангел р‑нындағы ауыл, Баҡалды а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 16 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 22 км алыҫлыҡта Баҫыу й. (Инйәр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 119 кеше; 1959 — 254; 1989 — 139; 2002 — 152; 2010 — 133 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....

БАҪЫМ

БАҪЫМ, фонетик саралар ярҙамында телмәр берәмектәрен (ижек, һүҙ, һүҙбәйләнеш) айырыу. Һүҙ, такт һәм фраза Б. була. Б. айырым төрө — логик Б. (һөйләмдә мәғәнәүи көскә эйә булған һүҙҙе айырыу). Б. төрлө ысулдар м‑н тормошҡа ашырыла: тын сығарыу көсө м‑н (көс Б., йәки экспираторлы Б.); тауыш тоны юғарылығын...

БАҪМАСЫЛЫҠ

БАҪМАСЫЛЫҠ (төрки баҫмаҡ — һөжүм итеү), Урта Азия төрки халыҡтарының Совет власына ҡаршы баш күтәреүселәр хәрәкәте. Хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың үҙ атамаһы — “мөжәһиттәр”, “ҡорбаштар”. 1918 й. февр. “Коканд автономияһы” (1917 й. нояб. — 1918 й. февр. Төркөстан авт. хөкүмәте) ҡолатылғандан һуң башлана,...

БАҪМАН

БАҪМАН, нуғай мырҙаһы (15 б. 2‑се ярт.). Иҙеүкәй нәҫеленән. 15 б. һуңғы сирегендә Башҡортостандың көньяҡ өлөшө м‑н идара итә. Б. ставкаһы — Аҡтүбә — Яйыҡ й. буйында (хәҙ. Ырымбур ҡ.) урынлашҡан була. Б. 17 мең көймәле арбанан торған урҙаһы Ағиҙел, Яйыҡ йй. һәм уларҙың ҡушылдыҡтары буйлап күсеп йөрөй....

БАҪҠЫТАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл

БАҪҠЫТАУ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Яңы Йәнйегет а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 56 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнб. табан 49 км алыҫлыҡта Әлбәк күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 507 кеше; 1959 — 447; 1989 — 373; 2002 — 317; 2010 — 270 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...