Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БРИОЛОГИЯ

БРИОЛОГИЯ (гр. bryon — мүк һәм ...логия), ботаниканың мүктәрҙе өйрәнеүсе бүлеге. Мүктәрҙең морфол., анатомияһын, эмбриологияһын, физиол., биохимияһын, мүк һымаҡтар төрҙәренең һәм бергәлектәренең экологияһын һәм геогр. өйрәнә. Башҡортостан мүктәрен тикшереү тәүге тапҡыр 19 б. аҙ. үткәрелә (Ю.Шелль, О.А.Федченко,...

БРИЛЛИАНТОВ Александр Иванович

БРИЛЛИАНТОВ Александр Иванович (1870—?), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1907 й. алып Социал-революционерҙар партияһы, 1917 й. — Һул социал‑революционерҙар (интернационалистар) партияһы ағзаһы. Священник ғаиләһенән. 1890 й. башлап Енисей губ. Еловский а., 1902 й. — Минусинск ҡ. священник. Партияға ингән...

БРИКС

БРИКС (ингл. BRICS), Бразилия Федератив Респ., Рәсәй Федерацияһы, Һиндостан, Ҡытай, Көньяҡ Африка Республикаһының формаль булмаған дәүләт-ара берекмәһе. БРИКС-тың халыҡ-ара ареналағы йоғонтоһоноң нигеҙен ҡатнашыусы илдәрҙең үҫешкән иҡт. ҡеүәте, глобаль иҡт. үҫешенең төп этәргес көстәренең береһе булараҡ...

БРИЗДАР

БРИЗДАР, диңгеҙ, ҙур күл, һыуһаҡлағыс һәм йылға ярҙары буйлап тәүлек әйләнәһенә ҡабатланып тороусы термик сығышлы урындағы еңелсә ел. Көндөҙгө Б. һыу өҫтөнән йылынған ярға табан, төнгө Б. һыуынған ярҙан һыу ятҡылығына иҫә. Тропиктарға хас. Уртаса киңлектәрҙә Б. көсһөҙөрәк, аҙ болотло һауа торошо шарттарында...

БРЕШКО‑БРЕШКОВСКАЯ Екатерина Константиновна

БРЕШКО‑БРЕШКОВСКАЯ Екатерина Константиновна (13.1.1844, Витебск губ. Иванов а. — 12.9.1934, Хвалы‑Почернице а., Чехословакия), революция хәрәкәте эшмәкәре. Дворяндарҙан. Социал‑революционерҙар партияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1874—96 йй. һәм 1907—17 йй. төрмәлә, каторгала һәм һөргөндә була. Революция...

БРЕХОВА Галина Николаевна

БРЕХОВА Галина Николаевна (4.6.1945, Находка ҡ.), журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1997). Журналистар союзы ағзаһы (1988). Ҡазан ун‑тын тамамлаған (1969). 1965 й. алып “Знамя победы” (“Еңеү байрағы”; ҡара: “Белебеевские известия”) Бәләбәй р‑н гәзите эргәһендәге радиотапшырыуҙың хәбәрсе‑ойоштороусыһы....

БРЕСТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ

БРЕСТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯҺЫ, 1939 й. сент. Өфөлә 98‑се тау уҡсылар див. нигеҙендә 186‑сы уҡсылар див. булараҡ ойошторола. Див. составына 238‑се, 290‑сы һәм 298‑се (Белорет ҡ. ойошторола) уҡсылар, 327‑се еңел һәм 446‑сы гаубица (Бөрө ҡ. ойошторола) артиллерия полктары, 227‑се танкыға ҡаршы мылтыҡтар һәм...

БРЕКЧИЯ, тау тоҡомо

БРЕКЧИЯ (итальянса breccia), бер төрлө йәки төрлө‑төрлө тигеҙһеҙ ватыҡтарҙан (10 мм ашыу) һәм цементтан торған тау тоҡомо. Б. ингән ватыҡтар составы буйынса ғәҙәттә цементтан ҡырҡа айырыла, тик ҡайһы берҙә уға оҡшаш булыуы мөмкин. Ватыҡтарының үлсәме буйынса Б. ҙур киҫәклеләргә (1000 мм ашыу), эре,...

БРАУН Николай Варфоломеевич

БРАУН Николай Варфоломеевич (25.4.1925, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Воскресенск утары, хәҙер БР‑ҙың Күгәрсен районы Воскресенск а. — 10.4.1997, Ырымбур ҡ.), Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Совет армияһында. 1944 й. октябренән башлап 3‑сө Белоруссия фронтында 1‑се һауа...

БРАДИС Елизавета Модестовна

БРАДИС Елизавета Модестовна (13.8.1900, Псков ҡ.— 5.5.1975, Киев ҡ.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (1952), профессор. Фәнни эшмәкәрлеге һаҙлыҡтарҙы өйрәнеү һәм геоботаник районлаштырыу менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ССР‑ы ФА‑ның Ботаника институты составында БАССР‑ға эвакуациялана....

БӨТӨН ФУНКЦИЯ

БӨТӨН ФУНКЦИЯ, комплекслы үҙгәреүсәндең бөтә яҫылығында (бәлки, сикһеҙ алыҫлыҡтағы нөктәһенән башҡа) билдәләнгән аналитик функция. Бөтә яҫылыҡ буйлап сикләнә барған дәрәжәләр рәтенә тарҡала. Б.ф. миҫалдары: алгебраик күпбыуын, күрһәткесле функция. Гармоник анализда, спектраль теорияла, функциялар теорияһында,...

БӨТНӨК(Mentha)

БӨТНӨК (Mentha), ирен сәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 25 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы50—80 см бейеклектә, төҙ, дүрт ҡырлы, ябай йәки тармаҡлы, бер аҙ төклө. Япрағы төклө, ҡапма‑ҡаршы теҙелешле,...

БӨТӘ СОЮЗ ЛЕНИНСЫ КОММУНИСТИК ЙӘШТӘР СОЮЗЫ

БӨТӘ СОЮЗ ЛЕНИНСЫ КОММУНИСТИК ЙӘШТӘР СОЮЗЫ, комсомол, Советтар Союзы Коммунистар партияһы резервы булараҡ эш иткән ижт.‑сәйәси йәштәр ойошмаһы. 1918 й. 29 окт. Мәскәүҙә 1‑се Бөтә Рәсәй эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союздары съезында Рәсәй коммунистик йәштәр союзы (РКСМ) булараҡ ойошторола; 1924 й. алып...

БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ АҒЗАЛАРЫ СЪЕЗЫ

БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ АҒЗАЛАРЫ СЪЕЗЫ, 1918 й. сент. аҙағында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетын үҙгәртеп төҙөү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Төп бурысы — 1919 й. ғин. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышының яңы саҡырылышын ойоштороу. Ойоштороу ком‑тынан айырмалы рәүештә власлыҡ вәкәләттәренә...

БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ АҒЗАЛАРЫ КОМИТЕТЫ

БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ АҒЗАЛАРЫ КОМИТЕТЫ, Комуч, 1918 й. 8 июнендә Һамарҙа ҡаланы Чехословак айырым корпусы подразделениелары баҫып алғандан һуң ойошторолған хөкүмәт. Комитет үҙен Рәсәй Демократик Федератив Республикаһында Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы исеменән эш итеүсе юғары власть тип иғланитә;...

БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ

БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ, идара итеү формаһын билдәләү һәм конституция әҙерләү өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы нигеҙендә ойошторолған вәкәләтле учреждение. Һайлауҙар 1917 й. нояб. — 1918 й. башында Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар т‑да положениеға (1917 й. 20 июлендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡабул итә; 27 окт. һайлауҙар...

БӨТӘ РӘСӘЙ МОСОЛМАН ШУРАҺЫ

БӨТӘ РӘСӘЙ МОСОЛМАН ШУРАҺЫ, Бөтә Рәсәй үҙәк мосолман шураһы, Рәсәй мосолмандары шураһы, Милли шура, 1917 й. 11 майында Мәскәүҙә Рәсәй мосолмандары хәрәкәтенә етәкселек итеү өсөн 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ойошторола. Петроградта урынлаша. Советҡа эске Рәсәй (Волга буйы һәм Урал) һәм Себер...

БӨТӘ РӘСӘЙ МИЛЛИ СОЮЗЫ

БӨТӘ РӘСӘЙ МИЛЛИ СОЮЗЫ, сәйәси ойошма. 1918 й. окт. Өфөлә “Берҙәмлек” (1914—19 йй. соц.‑демократик ойошма) төркөмө, Милли үҙәк (1918 й. буржуаз-демократик ойошма), Халыҡ азатлығы партияһы, Ватанды һәм Азатлыҡты һаҡлау союзы (1917—19 йй. офицерҙар ойошмаһы) ағзалары һәм партияһыҙҙар йыйылышында ойошторола....

БӨТӘ ДОНЪЯ УНИВЕРСИАДАҺЫ

БӨТӘ ДОНЪЯ УНИВЕРСИАДАҺЫ, студенттарҙың халыҡ-ара спорт ярыштары. Ике йылға бер тапҡыр үткәрелә. Беренсе Халыҡ-ара университет уйындары 1923 й. Парижда Студенттарҙың халыҡ-ара конфедерацияһы яҡлауы аҫтында уҙғарыла; Икенсе донъя һуғышы башланыу сәбәпле туҡтатыла. 1947 й. уйындар Прагала Бөтә донъя йәштәр...

БӨТӘ ДОНЪЯ ҠЫРАҒАЙ ТӘБИҒӘТ ФОНДЫ

БӨТӘ ДОНЪЯ ҠЫРАҒАЙ ТӘБИҒӘТ ФОНДЫ (World Wide Fund for Nature, WWF), төп маҡсаты тәбиғи мөхит деградацияһын булдырмау, кеше һәм тәбиғәттең гармонияла йәшәүенә булышлыҡ итеү, тәбиғәтте һаҡлау өсөн матди саралар йәлеп итеү булған хөкүмәткә ҡарамаған ойошма. Штаб-квартираһы Глан ҡ. (Швейцария) урынлашҡан....