Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ВАҺАПОВА Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы

ВАҺАПОВА Вәсилә Шәрифйән ҡыҙы (11.7.1942, БАССР‑ҙың Күгәрсен районы Үрге Санъяп а.), анатом. Медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1991). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре (2002), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002), БР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы...

ВАҺАПОВ Сабир Әхмәтйән улы

ВАҺАПОВ Сабир Әхмәтйән улы [10.5.1904, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Дыуан-Мәсетле а. (БР‑ҙың Мәсетле р‑ны) — 7.8.1992, Өфө], совет партия-дәүләт эшмәкәре. Сәнәғәт акад. Урал филиалын тамамлаған (Свердловск, 1936). 1924 й. алып Дыуан-Мәсетле улус (рәйес) һәм Мәсәғүт кантон башҡарма ком‑ттарында эшләй. 1930...

ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич

ВАХРУШЕВ Георгий Васильевич (30.11.1894, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Некрасовка а. — 6.5.1966, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1942), профессор (1943). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1945), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң...

ВАХРОМЕЕВ Игорь Сергеевич

ВАХРОМЕЕВ Игорь Сергеевич (18.1.1924, Ярославль ҡ. — 16.1.1998, Өфө ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1986). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1951) Учалы геологик разведка партияһында өлкән геолог булып эшләй; 1956 й. алып Иркутск...

ВАФИН Альберт Закир улы

ВАФИН Альберт Закир улы (6.7.1937, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шәрип а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). РФ‑тың атҡ. табибы (1996). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1964 й. тиклем Баймаҡ р-нының Түбә участка дауаханаһында эшләй. 1967 й. алып Ставрополь мед. акад. уҡыта (1990—2011 йй. госпиталь...

ВАТАН ҺУҒЫШЫ (1812)

ВАТАН ҺУҒЫШЫ (1812), Рәсәйҙең Францияға ҡаршы азатлыҡ һуғышы. Һуғышта Башҡортостандан 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Ырымбур губернаһында 1—20‑се башҡорт полктары, Бутырск пехота полкы, Вильманстранд пехота полкы, 25‑се, 26‑сы, 29—31‑се егерь полктары, 1‑се һәм 2‑се мишәр полктары, Ырымбур драгун полкы,...

ВАСКУЛИТ

ВАСКУЛИТ (лат. vasculum — тамыр), ваҡ ҡан тамырҙарының көбө шешеү. Тәрән һәм өҫкө В. айырыла. В. барлыҡҡа килеүгә инфекцион ауырыуҙар, дарыу препараттарына үтә ныҡ һиҙгерлек, нәҫелдән килгән бирешеүсәнлек, аҙыҡ м‑н ағыуланыу, травма һ.б. булышлыҡ итә. Киҫкен һәм хроник формала үтә. Төп симптомдары:...

ВАСЙЫЛҒА, Балаҡатай р-нындағы ауыл

ВАСЙЫЛҒА, Балаҡатай р-нындағы ауыл, Майғаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 68 км алыҫлыҡта Васйылға й. (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 36 кеше; 1959 — 397; 1989 — 242; 2002 — 285; 2010 — 178 кеше. Башҡорттар, урыҫтар...

ВАСИН Рудольф Алексеевич

ВАСИН Рудольф Алексеевич (11.8.1937, Иваново өлкәһе Вязники станцияһы ҡсб — 18.12.2019, Мәскәү ҡ.), механик. Физика-математика фәндәре докторы (1988), профессор (1992). МДУ‑ны тамамлаған (1959). 1962 й. алып МДУ‑ның Механика ҒТИ‑нда эшләй: 1973 й. алып өлкән, 1987 й. — төп, 1995 й. башлап баш ғилми...

ВАСИЛЬЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ВАСИЛЬЕВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 768 кеше; 1989 — 752; 2002 — 707; 2010 — 655 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға, 1936...

ВАСИЛЬЕВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл

ВАСИЛЬЕВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл, Партизан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т. табан 18 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1218 кеше; 1920 — 1347; 1939 — 936; 1959 — 618; 1989 — 400; 2002 — 324; 2010 — 290 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ВАСИЛЬЕВКА, Йылайыр р-нындағы ауыл

ВАСИЛЬЕВКА, Йылайыр р-нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 22 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 138 км алыҫлыҡта Ботороз й. (Йылайыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 276 кеше; 1920 — 657; 1939 — 710; 1959 — 247; 1989 — 115; 2002 — 100; 2010 — 66 кеше. Урыҫтар...

ВАСИЛЬЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл

ВАСИЛЬЕВКА, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡарасәй й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 619 кеше; 1920 — 746; 1939 — 926; 1959 — 764; 1989 — 758; 2002 — 760; 2010 — 729 кеше. Сыуаштар...

ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна

ВАСИЛЬЕВА Нина Петровна (12.3.1959, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), ультратауыш диагностикаһы табибы. Мед. ф. д‑ры (2005). БР‑ҙың атҡ. табибы (1999), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Респ. балалар клиник дауаханаһында эшләй (1990 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ВАСИЛЬЕВ Фёдор Павлович

ВАСИЛЬЕВ Фёдор Павлович (24.7.1935, БАССР-ҙың Йәрмәкәй р-ны 1-се Һыуыҡҡул а., хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Һыуыҡҡул а.), математик. Физика- матем. ф. д-ры (1986), проф. (1989). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). МДУ-ны тамамлаған (1960), 1963 й. алып шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре хисаплау...

ВАСИЛЬЕВ Серафим Алексеевич

ВАСИЛЬЕВ Серафим Алексеевич [21.6.1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 22.6.1989, Түб. Троицк ҡсб (Туймазы ҡ.), хәҙ. БР‑ҙың Туймазы р‑ны], шағир. Б.В. һуғышында, 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 1936—42 йй., 1945—63 йй. Түб. Троицк буҫтау ф‑каһында эшләй. “Әсә” (1969;...

ВАСИЛЬЕВ Павел Ефимович

ВАСИЛЬЕВ Павел Ефимович (14.1.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Яңы‑Сиҙәк‑Васильевка а., хәҙ. БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны Ерекле а., — 29.7.1978, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. 30‑сы йй. Бәләбәй һәм Бишбүләк р‑ндарында комсомол һәм партия эшендә,...

ВАСИЛЬЕВ Леонид Михайлович

ВАСИЛЬЕВ Леонид Михайлович (14.6.1926, Псков губернаһы Красино а. — 2.9.2015, Өфө ҡ.), тел белгесе. БР ФА‑ның почётлы академигы (2002), филология фәндәре докторы (1972), профессор (1974). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1970), РФ‑тың почётлы профессиональ белем...

ВАСИЛЬЕВ Леонид Леонидович

ВАСИЛЬЕВ Леонид Леонидович (7.8. 1891, Псков ҡ. — 8.2.1966, Ленинград), психофизиолог. СССР Мед. ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1950). Биол. ф. д‑ры (1936), проф. (1940). 1917— 21 йй. Өфөлә эшләй: беренсе совет мәктәбе (ҡара: Гимназия №3) уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1919 й. алып дир., Халыҡ мәғарифы ин‑ты, ҡатын-...

ВАСИЛЬЕВ Дмитрий Викторович

ВАСИЛЬЕВ Дмитрий Викторович (26.12.1979, Өфө ҡ.), спортсы. Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001). Урал физик культура академияһын тамамлаған (2002). Трамплиндан саңғыла һикереү буйынса һәм саңғы буйынса икебәйге СДЮШОР‑ы тәрбиәләнеүсеһе (Өфө ҡ.; тренерҙары...