Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГЕОГРАФИЯ

ГЕОГРАФИЯ (гео... һәм ...графия), тәбиғи һәм терр. хужалыҡ комплекстарын, уларҙың компоненттарын өйрәнеүсе фәндәр тупланмаһы. Г. урындағы, төбәк һәм глобаль кимәлдә геогр. мөхит компоненттарының урынлашыу законлыҡтарын, кеше һәм тәбиғәт бәйләнеше процестарын, йәмғиәт һәм тәбиғәтте файҙаланыуҙың терр....

ГЕОГРАФИК ПАТОЛОГИЯ

ГЕОГРАФИК ПАТОЛОГИЯ, край патологияһы, организмдың һәм тирә-яҡ мөхиттең үҙ-ара тәьҫир итешеү процестарын, кеше, хайуан һәм үҫемлек ауырыуҙарының билдәле бер терр‑яла тәбиғәттең урындағы үҙенсәлектәренә (кеше өсөн ш. уҡ соц.‑иҡт. факторҙарға) бәйле характерын һәм клиник сағылышын өйрәнгән медицина һәм...

ГЕОГРАФИК ЛАНДШАФТ

ГЕОГРАФИК ЛАНДШАФТ. Хәҙ. география фәнендә Г.л. билдәләмәһен асыҡлауҙың 3 йүнәлеше бар: төбәк (Н.А.Солнцев, А.Г.Исаченко һ.б.), типологик (Н.А.Гвоздецкий һ.б.) һәм дөйөм (Ф.Н.Мильков һ.б.). Төбәк йүнәлеше билдәләмәһенә ярашлы, барлыҡҡа килеүе менән бер‑береһенә оҡшаш тәбиғәт биләмәләре Г.л. тип атала....

ГЕОГРАФИК КАРТАЛАР

ГЕОГРАФИК КАРТАЛАР, Ер өҫтөнөң яҫылыҡтағы кесерәйтеп дөйөмләштерелгән һүрәттәре, картаның тәғәйенләнешенә ярашлы һайлап алынған һәм һүрәтләнгән ижт. һәм тәбиғәт күренештәренең урынлашыуын, бәйләнештәрен күрһәтәләр. Г.к. тамғаларҙан торған мәғлүмәт биреүсе, оригиналға ҡарата аралыҡ-ваҡыт б‑са оҡшаш,...

ГЕОГРАФИК АТЛАС

ГЕОГРАФИК АТЛАС, альбом йәки китап рәүешендә эшләнгән һәм билдәле системаға һалынған географик карталар йыйынтығы. Г.а. төрҙәре: терр‑ялар б‑са — донъя, ҡитғалар, илдәр һ.б. атластары; йөкмәткеһе б‑са — дөйөм геогр., тематик, комплекслы; тәғәйенләнеше б‑са — уҡыу, фәнни-белешмә, туристик, юл һ.б. атластар....

ГЕОБОТАНИКА

ГЕОБОТАНИКА (гео... һәм ботаника), үҫемлек япмаһын фитоценоздар берләшмәһе булараҡ өйрәнеүсе фән. Г. составына фитоценология, ботаник география (флористика һәм үҫемлектәр географияһы), үҫемлектәрҙең популяцион биологияһы, үҫемлектәр экологияһы (аутэкология) инә. Г. айырым бүлектәре (урмандарҙы өйрәнеү...

ГЕО...

ГЕО... (грекса ge — Ер), ҡушма һүҙҙәрҙең “Ергә, уны өйрәнеүгә ҡараған” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫәлән, геология, геоморфология, геофизика). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов...

ГЕО...

ГЕО... (гр. ge — Ер), ҡушма һүҙҙәрҙең “Ергә, уны өйрәнеүгә ҡараған” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., геология, геоморфология, геофизика). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ГЕНИНГ Владимир Фёдорович

ГЕНИНГ Владимир Фёдорович (10.5.1924, Алтай губ. Подсосново а. — 30.10.1993, Киев), археолог. Тарих ф. д‑ры (1974), проф. (1985). Пермь ун‑тын тамамлағандан һуң (1952) Ижевскиҙа (1954 й. алып Удмурт республика тыуған яҡты өйрәнеү музейында) эшләй. 1960 й. алып Урал дәүләт ун‑ты (Свердловск ҡ.) уҡытыусыһы;...

ГЕНЕТИКА

ГЕНЕТИКА (гр. genesis — килеп сығыш), организмдарҙың нәҫеллеге һәм үҙгәреүсәнлеге закондары һәм уларға идара итеү ысулдары т‑дағы фән. Тикшеренеү объектынан сығып үҫемлектәр Г., хайуандар Г., микроорганизмдар Г., кеше Г.; башҡа фәндәр ҡулланған ысулдарҙан сығып биохимик Г., мед. Г., экологик Г. һ.б....

ГЕНЕРАЛЬ ЫҘАНЛАУ

ГЕНЕРАЛЬ ЫҘАНЛАУ, Рәсәйҙә 1765—1861 йй. ер биләмәләре сиктәрен урында билдәләү һәм уларҙы юридик яҡтан рәсмиләштереү б‑са үткәрелгән хөкүмәт саралары (ҡара: Ер сәйәсәте). 1765 й. 19 сент. “Бөтә империя буйынса ерҙәрҙе генераль ыҙанлау тураһындағы манифест”ҡа ярашлы, ыҙанлау үткәргән ваҡытҡа милексенең...

ГЕНЕЗ

...ГЕНЕЗ (гр. genesis — барлыҡҡа килеү, килеп сығыу), ҡушма һүҙҙәрҙең “барлыҡҡа килеү, килеп сығыу процесы менән бәйле” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., орогенез, расогенез, этногенез). Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

ГЕНЕАЛОГИЯ

ГЕНЕАЛОГИЯ (гр. genealogia — шәжәрә), айырым ырыуҙарҙың барлыҡҡа килеүен өйрәнеү, ғаилә, туғанлыҡ бәйләнештәрен билдәләү, ш. уҡ шәжәрәләр төҙөү м‑н шөғөлләнеүсе махсус тарих фәне. Археография, биографика, геральдика, ономастика, палеография, сфрагистика, сығанаҡтар өйрәнеү, этнология м‑н тығыҙ бәйләнештә...

ГЕН ИНЖЕНЕРИЯҺЫ

ГЕН ИНЖЕНЕРИЯҺЫ, маҡсатлы рәүештә яңы, тәбиғәттә булмаған ген берләшмәләрен сығарыуға бәйле молекуляр биология һәм генетика ысулдары. Г.и. нигеҙендә бер организм күҙәнәктәренән генды (йәки гендар төркөмөн) айырып алыу, уны башҡа организм күҙәнәктәренә, ш. иҫ. уның геномына, үтеп  инергә һәм уларҙа үрсергә...

ГЕМОСПОРИДИЯЛАР

ГЕМОСПОРИДИЯЛАР, ҡан споровиктары (Haemosporidia), споровиктар класына ҡараған иң ябайҙар ярым отряды. 5 заты, 100‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә ерҙә лә, башлыса тропиктарҙа һәм субтропиктарҙа таралған. Башҡортостанда Plasmodium затына ҡараған 3 төрө бар. Тереклек итеү циклы хужа алмаштырыу м‑н барған...

ГЕМОРРОЙ

ГЕМОРРОЙ (гемо... һәм гр. rheo – ағам), тура эсәктең аҫҡы өлөшөндәге каверноз ҡан тамырҙарының киңәйеүе. Эске, тышҡы һәм ҡатнаш Г. була. Г. көсәйеп китеүенә хроник эс ҡатыу, гиподинамия, йөклө булыу, ҡан тамырҙарының варикоз киңәйеүе, ауыр физик эш һ.б. ваҡытында тура эсәктең каверноз сырмалсыҡтарынан...

ГЕМОРРАГИК БИҘГӘК

ГЕМОРРАГИК БИҘГӘК, бөйөр синдромлы: кешенең киҫкен инфекцион ауырыуы. Г.б. тыуҙырыусы — Hantavirus затына ҡараған РНК‑лы вирус. Г.б. тыуҙырыусының 10 серотибы асыҡланған, БР‑ҙа Puumala серотибы (Вирустарҙың халыҡ-ара каталогында — Өфө-CJ-1820) ауырыу тыуҙыра, уны сысҡан һымаҡ кимереүселәр тарата. Һауалағы...

ГЕМО..., ГЕМ..., ГЕМАТО...

ГЕМО..., ГЕМ..., ГЕМАТО... (гр. haima, эйәлек килеш haimatos — ҡан), ҡушма һүҙҙәрҙең “ҡан м‑н бәйле, ҡанға ҡараған” мәғәнәһен аңлатҡан өлөшө (мәҫ. гематология, геморрой).

ГЕМАТОЛОГИЯ

ГЕМАТОЛОГИЯ (гемо... һәм ...логия), ҡан һәм ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзалар т-дағы фән. Морфологик (ҡан барлыҡҡа килтереүсе ағзаларҙың һәм ҡандың формалы элементтарының төҙөлөшөн өйрәнә), серологик (плазма һәм ҡан һүле үҙенсәлектәрен) һәм клиник (ҡан системаһы ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын,...

ГЕЛЬМИНТТАР

ГЕЛЬМИНТТАР (гр. helmins, эйәлек килеш helminthos — ҡорт, глист), яҫы ҡорттар, беренсел ҡыуышлы селәүсендәр һәм сәнскебаш ҡорттар тибына ҡараған паразит селәүсендәр. 17 меңдән ашыу (БР‑ҙа 680‑дән ашыу) төрө билдәле. Г. өсөн юғары үрсемлелек, енесһеҙ һәм партеногенетик юл м‑н үрсеү, анаэроб мөхиттә йәшәүгә...