Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГУЛИНА Эльвира Александровна

ГУЛИНА Эльвира Александровна (27.9.1936, Нальчик — 21.1.2012, БР-ҙың Благовещен р-ны Ильина Поляна а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1973). . БАССР‑ҙың атҡ. малсыһы (1973). 1954—59 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ының Аҡсай р‑нында эшләй. 1960—88 йй. Благовещен р‑ны “Степановский" с‑зы һауынсыһы, машина м‑н һауыу оҫтаһы. Һауымдың...

ГУЛЕВАТЫЙ Кирилл Дмитриевич

ГУЛЕВАТЫЙ Кирилл Дмитриевич (17.3.1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Ҡолсом а. — 18.10.1996, Пятигорск ҡ.), артиллерист, гвардия полковнигы (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет­финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1952). 1932 й. тиклем...

ГУЛАК Сергей Викторович

ГУЛАК Сергей Викторович (5.11.1984, Өфө), спортсы. Пуля менән атыу б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2006). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (2008). 26-сы СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.Б.Гулак). Үҫмер спортсылар араһында шәхси зачётта Рәсәй чемп. (2000—03), Рәсәй беренселектәренең көмөш (4 тапҡыр,...

ГУЗАКОВ Пётр Васильевич

ГУЗАКОВ Пётр Васильевич [4.11.1889, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Бейә а. (Силәбе өлк. Әшә р‑ны) — 9.12.1944, Мәскәү], рев‑ция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. 1906 й. башлап Өфө төрмәһендә ултыра, 1909 й. ҡаса, 1909—11 йй. эмиграцияла; 1912 й. алып Иркутск губ. һөргөндә. 1911 й. Вятка, Златоуст,...

ГУДРОН

ГУДРОН (фр. goudron), нефттән бензин, кәрәсин, дизель фракцияларын һәм май фракцияһының байтаҡ өлөшөн ҡыуҙырғандан һуң ҡалған ыҫмала рәүешендәге ҡара масса. Төп компоненттары: углеводородтар, нефть ыҫмалалары, асфальтендар һәм ш. уҡ нефттә булған металдар. Тығыҙлығы 960—1050 кг/м3, һыуҙа эремәй, бензинда...

ГУДКОВТАР

ГУДКОВТАР, тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ирле-ҡатынлы. Георгий Фёдорович Г. (8.1.1916, Өфө — 24.12.1995, шунда уҡ), БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм-ре (1990). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.В.Куйбышев ис. Мәскәү инженерлыҡ‑төҙөлөш ин-тын тамамлаған (1941). Өфөнөң төҙөлөш ойошмаларында һәм уҡыу йорттарында эшләгән....

ГУДАЙЕРА

ГУДАЙЕРА (Goodaera), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Азия тропиктарында һәм Яңы Каледонияла таралған. Башҡортостанда һырылыусан Г. үҫә. Бау һымаҡ горизонталь тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, ябай, бейеклеге...

ГУВЕР Герберт Кларк

ГУВЕР Герберт Кларк (10.8.1874, Уэст-Бранч ҡ., АҠШ – 20.10.1964, Нью‑Йорк ҡ., тыуған ҡалаһында ерләнгән), АҠШ‑тың дәүләт эшмәкәре, эре сәнәғәтсе. Стэнфорд ун‑тын тамамлаған (1895). 1900 й. башлап Рус–Азия корпорацияһын, Халыҡ-ара Рәсәй синдикатын ойоштороусы. 1910 й. алып Ҡыштым тау заводтары йәмғиәтенең,...

ГУБКИН Иван Михайлович

ГУБКИН Иван Михайлович (9.9.1871, Владимир губернаһы Поздняково а. — 21.4.1939, Мәскәү ҡ.), геолог-нефтсе. СССР ФА академигы (1929; 1936 й. алып вице-президенты), профессор (1920). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника хеҙмәткәре (1929). Фәнни эшмәкәрлеге нефттең барлыҡҡа килеү теорияһы нигеҙҙәрен эшләүгә,...

ГУБИНДАР

ГУБИНДАР, завод хужалары. Династияға нигеҙ һалыусы — Михаил Павлович Г. (1744—1818), 1‑се гильдия сауҙагәре. Орёл сауҙагәрҙәренән. Коммерция советнигы (1801). Атаҡлы граждан (1789; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1790). 1789—92, 1802—04 йй. Мәскәү ҡала башлығы. 19 б. ҡарай Калуга, Мәскәү һ.б. губерналарҙа ҡағыҙ,...

ГУБИН Евгений Иванович

ГУБИН Евгений Иванович (25.2.1923, БАССР‑ҙың Тамъян-Ҡатай кантоны Тирлән Заводы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Тирлән а., – 4.3.1991, Һамар ҡ.), лётчик, подполковник (1975). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында  ҡатнашыусы. Свердловск хәрби авиация пилоттар мәктәбен (1941), Тамбов лётчиктарҙы...

ГУБИН Виктор Евдокимович

ГУБИН Виктор Евдокимович (17.3.1919, Амур өлк. Александровское а. – 3.9.1996, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1973), проф. (1974). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1969), СССР-ҙың нефть сәнәғәте  отличнигы (1969). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин-тын тамамлаған (1948). 1952—96 йй. (өҙөклөк...

ГУБЕРНАТОР ЙОРТО

ГУБЕРНАТОР ЙОРТО, 19 б. ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Туҡай урамы, 23). 1850 й. төҙөлә (архитекторы А.Д.Захаров). 2 ҡатлы таш бина архитектураһында һуң классицизм стиле күҙәтелә; ҡаланың башҡа биналарынан ябай һәм формаларының ярашлы булыуы м‑н айырыла....

ГУБЕРНАТОР

ГУБЕРНАТОР, 1708—1917 йй. Рәсәйҙә губерналағы иң юғары хөкүмәт чиновнигы. Император тарафынан тәғәйенләнгән, дәүләт власының юғары һәм үҙәк органдары (Дәүләт советы, Сенат, Министрҙар комитеты, Министрҙар советы, министрлыҡтар һ.б.) контролендә булған. Адм., полиция, финанс, суд функцияларын үтәгән;...

ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТТАРЫ

ГУБЕРНА СТАТИСТИКА КОМИТЕТТАРЫ, Рәсәйҙә статистик материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү, анализлау һәм баҫтырып сығарыу эшмәкәрлеген ғәмәлгә ашырыусы урындағы дәүләт органдары. 1834 й. алып губерна һәм өлкә идаралары эргәһендә эшләгәндәр, ЭЭМ‑дың — Статистика бүлегенә, 1858 й. башлап Үҙәк статистика ком‑тына...

ГУБЕРНА

ГУБЕРНА, 18 б. — 20 б. башында Рәсәйҙә адм.-терр. берәмек. 1708 й. 18 дек. указ м‑н индерелә. Г. өйәҙҙәргә, 1719—80 йй. провинцияларға бүленә; губернаторҙар етәкселек итә. 1775—96 йй. Г. наместниклыҡтарға үҙгәртелә. 18 б. аҙ. — 19 б. Г. (2 һәм унан да күберәк) ген.-губернаторлыҡтарға берләшә. 18 б....

ГУБАРЕВ Евгений Михайлович

ГУБАРЕВ Евгений Михайлович (13.12.1903, Һарытау губ. Иҫке Жуковка а. — 3.4.1963, Дондағы Ростов ҡ.), биохимик. Биол. (1939) һәм мед. (1942) ф. д‑ры, проф. (1935). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1926). 1934—45 йй. Өфөлә эшләй: БДМИ‑ның биохимия каф. мөдире, бер үк ваҡытта...

ГУБАНОВ Иван Васильевич

ГУБАНОВ Иван Васильевич [яҡынса 1730 — 19.10. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24.10.) 1774, Өфө], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казактарҙан. Ырымбур казак ғәскәре пятидесятнигы. Г. отряды 1773 й. окт. Пугачёвтың Төп ғәскәренә инә, Ырымбур ҡ. янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша....

ГРЯЗНОВ Иван Никифорович

ГРЯЗНОВ Иван Никифорович [1725, Ҡазан губ. Синбирск ҡ. — 15.7. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 12.7.) 1774, Ҡазан ҡ. янында], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Е.И.Пугачёв полковнигы. Сауҙагәрҙәрҙән. 18 б. 60-сы йй. аҙ. алып мастеровой (ҡара: Мастеровой һәм эшсе кешеләр), Ырымбур губернаһы  металлургия...

ГРЯЗНОВ Владимир Иванович

ГРЯЗНОВ Владимир Иванович (22.9.1918, Бәләбәй ҡ. — 19.8.2002, Стәрлетамаҡ ҡ.), режиссёр. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1969). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1948 й. алып Бәләбәй ҡ. мәҙәниәт бүлеге мөдире, 1952—79 йй. “Стерлитамакстрой” тресының “Төҙөүсе” мәҙәниәт һарайы директоры. Урыҫ театр коллективын...