Список материалов
ГРЕЧИШНИКОВА Евдокия Юрьевна
ГРЕЧИШНИКОВА Евдокия Юрьевна (9.12.1982, Өфө), спортсы. Хәҙерге бишбәйге б-са Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2002), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2006). “Динамо” физкультура-спорт йәмғиәте (тренерҙары А.В.Гривцов, П.Е.Судовиков, В.М.Сухарев) тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта Донъя кубоктары этаптары...
ГРЕЧАНИНОВ Александр Тихонович
ГРЕЧАНИНОВ Александр Тихонович (13.10.1864, Мәскәү — 4.1.1956, Нью‑Йорк ҡ.), композитор. Г. ижади мираҫында опералар, симфониялар, камера-инструменталь пьесалар, вокаль (а cappella хор циклдары, 200‑ҙән ашыу романс), дини һәм балалар өсөн музыка бар. С.‑Петербург консерваторияһында уҡығанда, ул С.Г.Рыбаков...
ГРЕМУЧИЙ КЛЮЧ, Илеш р‑нындағы ауыл
ГРЕМУЧИЙ КЛЮЧ, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡужбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 486 кеше; 1959 – 242; 1989 – 123; 2002 – 120; 2010 – 101 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Ҡужбаҡты урта мәктәбе филиалы),...
ГРЕКОВА Анастасия Ивановна
ГРЕКОВА Анастасия Ивановна [24.11.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Үмәр а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.6.2000, Өфө], иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (1971), проф. (1978). РСФСР‑ҙың (1984), БАССР‑ҙың (1974) атҡ. фән эшмәкәре. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1950), КПСС ҮК эргәһендәге Ижт. фәндәр акад. (Мәскәү,...
ГРЕК-РИМ КӨРӘШЕ ҺӘМ МИЛЛИ КӨРӘШ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ
ГРЕК-РИМ КӨРӘШЕ ҺӘМ МИЛЛИ КӨРӘШ БУЙЫНСА ОЛИМПИЯ РЕЗЕРВЫ СПОРТ МӘКТӘБЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. грек-рим көрәше б-са махсус ДЮСШ булараҡ ойошторола, 2007 й. алып грек-рим көрәше һәм милли көрәш б‑са олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе. Бокс, грек-рим көрәше, көрәш бүлектәре эшләй....
ГРЕК-РИМ КӨРӘШЕ
ГРЕК-РИМ КӨРӘШЕ, классик көрәш, спорт төрө, ҡулдарҙың һәм кәүҙәнең хәрәкәттәренә нигеҙләнгән алымдар ҡулланып (билдән түбән алыу, аяҡ салыу, аяҡҡа төртөп йығыу һ.б. алымдарҙан тыш), бер-береһен арҡаға һалырға ынтылған ике спортсының бергә-бер алышы. Башҡортостанда Г.‑р.к. 1926 й. Өфөлә Тимер юлсылар...
ГРЁЗЫ МӘМЕРЙӘҺЕ
ГРЁЗЫ МӘМЕРЙӘҺЕ, Шүлгәнташ мәмерйәһенән көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, урта девондың аҡһыл һоро эзбизташында барлыҡҡа килгән. Оҙонлоғо 1154 м, тәрәнлеге 85 м, амплитудаһы 91 м, майҙаны 2800 м2, күләме 8400 м3. Мәмерйә ауыҙы (киңлеге 4,5 м,...
ГРАЧЁВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл
ГРАЧЁВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Шайморатов а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 14 км һәм Ҡабаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 111 кеше; 1959 — 157; 1989 — 75; 2002 — 95; 2010 — 70 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002).
Ауылға 1921—24 йй. Өфө кантонында нигеҙ һалына....
ГРАЧЁВА Валентина Павловна
ГРАЧЁВА Валентина Павловна (17.7.1933, Семёнов ҡ. — 2.1.2008, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1979). Семёнов художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1954) “Хохлома биҙәге” производство-художество берекмәһе (Семёнов) рәссамы. 1974—92 йй. «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» ПБ‑нда эшләй:...
ГРАЧЁВ Иван Николаевич
ГРАЧЁВ Иван Николаевич [1903, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Углич а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 20.10.1943, Украина ССР‑ы Ковпыта а.], Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып Өфө р‑нының “Ҡарламан” с‑зында эшләй, 1938—41 йй. Йәрмәкәй р‑нының 8‑се Март ис. с‑зы дир. урынбаҫары....
ГРАЧЁВ Анатолий Дмитриевич
ГРАЧЁВ Анатолий Дмитриевич (12.7.1937, БАССР-ҙың Ишембай ҡсб, хәҙ. Ишембай ҡ. – 20.5.2005, Мәскәү), актёр. РФ-тың халыҡ (1998), РСФСР‑ҙың атҡ. (1978) артисы. ГИТИС‑ты тамамлағандан һуң (1959; И.М.Раевский курсы) — Бәләкәй Бронный урамындағы Мәскәү драма театры, 1992 й. алып “Et Cetera” Мәскәү театры...
ГРАХОВ Николай Леонидович
ГРАХОВ Николай Леонидович (26.11.1946, Өфө), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1985) “Китап” нәшриәте хеҙм‑ре, 2003 й. алып “Бельские просторы” ж. бүлек мөдире. “Мин бында йәшәйем” (“Я просто здесь живу”) исемле тәүге китабы 1985 й. сыға. Г. әҫ. оптимизм, еңелсә юмор хас....
ГРАФСКИЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл
ГРАФСКИЙ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Кәлтәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 29 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 85 км алыҫлыҡта Кесе Кәлтәй й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 241 кеше; 1920 – 606; 1939 – 522; 1959 – 300; 1989 – 77; 2002 – 134; 2010 — 64 кеше. Урыҫтар, мариҙар...
ГРАФИЯ
...ГРАФИЯ (гр. grapho — яҙам), ҡушма һүҙҙәрҙең “тасуирлама, яҙма, һыҙма, һүрәт һ.б.” аңлатҡан өлөшө; фән, нимәнелер яңынан тергеҙеү, һүрәтләү ысулдары, ш. уҡ был ысулдар файҙаланылған пр‑тиелар атамаһы булған терминдарҙың ҡушма өлөшө булараҡ ҡулланыла (мәҫ., археография, библиография, типография).
Тәрж....
ГРАФИТ
ГРАФИТ (гр. grapho — яҙам), минерал, углеродтың аллотроп модификацияһы, С. Һоро-ҡара төҫтәге металл ялтырауыҡлы кристаллик матдә, гексагональ-ҡатламлы структуралы; tиреү 3850°С, ҡатылығы 1—2, тығыҙлығы 2230 кг/м3, йәбешмәлеге ярайһы камил. Ҡыҙҙырыуға сыҙамлы, электр үткәреүсән, анизотроп үҙсәнлектәргә...
ГРАФИКА лингвистикала
ГРАФИКА лингвистикала, 1) яҙыуҙың графемалар, тыныш билдәләре, транскрипция, баҫым билдәһен һ.б. үҙ эсенә алған һыҙма саралар йыйылмаһы; графема һәм фонемалар араһындағы үҙ‑ара бәйләнеш системаһы. Алфавит һәм орфография һымаҡ уҡ, фонематик яҙыуҙың бер яғы булып тора. Башҡорт яҙыуы 1928 й. тиклем — ғәрәп...
ГРАФИКА
ГРАФИКА (гр. graphike, grapho — яҙам, һыҙам, һүрәт төшөрәм), рәсем һәм баҫма художестволы һүрәттәрҙе үҙ эсенә алған һынлы сәнғәт төрө. Г. төп һүрәтләү саралары — һыҙыҡ, штрих, тап. Тәғәйенләнеше б‑са станокта башҡарылған Г. (рәсем, акварель, эстамп, ябай һүрәт), китап графикаһы һәм гәзит-журнал Г. (иллюстрация,...
ГРАФ ТЕОРИЯҺЫ
ГРАФ ТЕОРИЯҺЫ, математиканың мәғлүмәт моделдәренең һәм идара итеү системаларының структураһын һәм геом. үҙенсәнлектәрен өйрәнгән бүлеге. Төп төшөнсә — граф — түбәләр һәм ҡабырғалар күмәклеге м‑н бирелә һәм хәҙ. тәбиғәт белеменең, теоретик программалаштырыуҙың, мәғлүмәт системаларын анализлауҙың төрлө...
ГРАНОВ Лев Григорьевич
ГРАНОВ Лев Григорьевич (18.12.1906, Минск губ. Игумен ҡ. — 1997, Мәскәү), хирург. Мед. ф. д‑ры (1955), проф. (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Белорус ун‑тын тамамлаған (Минск, 1928). 1959—66 йй. БДМИ‑ның госпиталь хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге хәрби-ялан һәм дөйөм хирургия, ш. иҫ. бейек...
ГРАНИТ
ГРАНИТ (латинса granum — бөртөк), әсе составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Кварцтан (20—40%, һирәгерәк — 60%‑ҡа тиклем) һәм биотит, мусковит, мөгөҙ обманкаһы һ.б. ҡушылмалары булған (5—10%‑ҡа тиклем) ялан шпатынан тора. Ялан шпаттарының составы һәм һан нисбәте буйынса калишпатлы, плагиоклазлы һ.б.,...