Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДАУЫТОВ Салауат Булат улы

ДАУЫТОВ Салауат Булат улы (1.5.1956, БАССР-ҙың Бүздәк р-ны Ҡаҙаҡлар‑Ҡобау а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1984 й. тиклем Учалы үҙәк район дауаханаһында, Өфө һәм Бәләбәй ҡҡ. дауалау-иҫкәртеү учреждениеларында эшләй. 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта...

ДАУЫТОВ Рөстәм Хәзит улы

ДАУЫТОВ Рөстәм Хәзит улы (28.11.1965, Өфө), спортсы. Шахмат б-са халыҡ-ара гроссмейстер (1989). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.Н.Васильев, Х.М.Дауытов, В.И.Лойша), 1996 й. алып Германия йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Германия асыҡ чемпионаты еңеүсеһе (1996), Бөтә донъя шахмат олимпиадаһының...

ДАУЫТОВ Нур Әсғәт улы

ДАУЫТОВ Нур Әсғәт улы (5.1.1956, БАССР-ҙың Бәләбәй р-ны Пахарь ҡсб, хәҙ. БР-ҙың ш. уҡ р-ны Пахарь а.), композитор. БР‑ҙың (1993) һәм РФ‑тың (2007) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Композиторҙар союзы ағзаһы (1992). ӨДСИ‑не тамамлаған (1986; З.Ғ.Исмәғилев класы). 1982 й. алып Башҡ. филармонияһының муз. етәксеһе,...

ДАУЫТОВ Зиҡәф Нәби улы

ДАУЫТОВ Зиҡәф Нәби улы (1.5.1935, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Бәҙрәш а. — 3.1.2020, Өфө ҡ.), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1971). 1954—98 йй. Өфө НЭЗ‑ында эшләй: 1966 й. алып өлкән оператор, 1986—88 йй. өлкән мастер. 8-се биш йыллыҡ планды ваҡытынан...

ДАУЫТОВ Әкрәм Сөнәғәт улы

ДАУЫТОВ Әкрәм Сөнәғәт улы [17.11.1914, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Йәрмөхәмәт а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 9.1.1986, Туймазы ҡ., Ҡандра ҡсб ерләнгән], йырҙар авторы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1947 й. алып Ҡандра ҡасабаһының 2‑се урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1964 й. башлап...

ДАУЫТЛАР, Борай р-нындағы ауыл

ДАУЫТЛАР, Борай р-нындағы ауыл, Кәшкәләү а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 94 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 824 кеше; 1920 – 1113; 1939 – 857; 1959 – 853; 1989 – 373; 2002 – 293; 2010 – 220 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ДАУЫТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ДАУЫТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Асҡар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 50 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 284 кеше; 1920 — 303; 1939 — 213; 1959 — 212; 1989 — 224; 2002 — 306; 2010 — 352 кеше. Башҡорттар...

ДАУЫТ-ҠАЙЫП, Күгәрсен р‑нындағы ауыл

ДАУЫТ-ҠАЙЫП, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Теләүембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 54 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.-Көнс. табан 80 км алыҫлыҡта Боҙйылға (Һаҡмар й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 340 кеше; 1920 — 439; 1939 — 305; 1959 — 363; 1989 — 158; 2002 — 187; 2010 — 141 кеше. Башҡорттар...

ДАУЫТ ЙӘНАЛИН

ДАУЫТ ЙӘНАЛИН, мәғдән белгесе һәм мәғдән эҙләүсе. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1759 й. Исәт провинцияһының Щуково а. һәм Верхнеурал ҡәлғәһе тирәһендә мәғдән ятҡылыҡтары аса. Тикшеренеүҙәр мәғдәндә марганец, аҡ ҡурғаш һәм көмөш барлығын асыҡлай. Башҡорт ихтилалын...

ДАУҠАЕВ Марат Фуат улы

ДАУҠАЕВ Марат Фуат улы (12.9.1952, Өфө), балет артисы. РСФСР‑ҙың атҡ. артисы (1983). Пермь хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1973; педагогы Ю.И.Плахт) БДОБТ, 1974 й. алып Пермь опера һәм балет театры, 1977 й. – Мариин театры (С.‑Петербург) солисы. 1997 й. башлап АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй. Д. бейеүенә...

ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ

ДАУАХАНАНАН ТЫШ МЕДИЦИНА ЯРҘАМЫ, халыҡҡа поликлиникаларҙа, амбулаторияларҙа, диспансерҙарҙа, ҡатын‑ҡыҙҙар консультацияларында һәм бала табыу йорттарында, ауыл фельдшер‑акушерлыҡ пункттарында, сәнәғәт пр‑тиеларының һаулыҡ һаҡлау пункттарында, ашығыс медицина ярҙамы станцияларында, ш. уҡ мед. хеҙм‑рҙәре...

ДАУАХАНАЛАР

ДАУАХАНАЛАР, халыҡҡа стационар ярҙам, поликлиникаһы булғанда дауахананан тыш медицина ярҙамы күрһәткән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары. Д. терр. принцип б‑са – респ. (өлкә), ҡала, үҙәк район, район, участка, линия (һыу һәм т. юл транспортында); күрһәткән хеҙмәт төрҙәре б‑са – күп профилле, махсуслаштырылған...

ДАУАР, һаҙлыҡ

ДАУАР, Ағиҙел й. басс. һаҙлыҡ. Краснокама р‑ны Николо‑Берёзовка а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 30 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 1004 га, торф ҡатламының уртаса ҡалынлығы 2,7 м, иң ҡалыны — 8,5 м. Ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Бүленгән эт дегәнәге, тимгелле һаңғырау кесерткән, уҫаҡ,...

ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ

ДАУАЛАУ-ИҪКӘРТЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕЛАРЫ. Д.‑и.у. ололар һәм балалар өсөн дауаханалар һәм поликлиникалар, диспансерҙар, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау учреждениелары, ҡан менән тәьмин итеү хеҙмәте, ашығыс медицина ярҙамы станциялары, һуғыш ветерандары госпиталдәре, медицина үҙәктәре, клиникалар (вуздар һәм ҒТИ‑лар...

ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ

ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ, махсус һайланған физик күнекмәләр, тәбиғәт факторҙарын ҡулланып ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ауырығандарҙы дауалау һәм мед. реабилитациялауы ысулдарын эшләүсе медицина бүлеге. Д.ф. үҙ эсенә механотерапия, хеҙмәт терапияһы һәм дауалау массажын ала. Д.ф. төрҙәре: гигиеник, дауалау һәм...

ДАСТАН

ДАСТАН (ғәр.), Яҡын һәм Урта Көнсығыш, Урта һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия халыҡтары әҙәбиәте һәм фольклорындағы эпик жанр. Төрки телле классик әҙәбиәттә Д. айырым романтик (“Мөхәббәтнамә”, “Хөсрәү вә Ширин”), дини, өгөт‑нәсихәтле (“Гөлөстан бит‑төрки”, “Жөмжөмә солтан”) әҫәрҙәрҙе йәки ҙур эпик әҫәр бүлектәрен...

ДАРЬИНО, Мәләүез р‑нындағы ауыл

ДАРЬИНО, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Партизан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта Мәкәтәүле й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1625 кеше; 1920 – 2078; 1939 – 1608; 1959 – 1169; 1989 – 829; 2002 – 925; 2010 — 801 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ДАРЬИНО, Ғафури р‑нындағы ауыл

ДАРЬИНО, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 2 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 508 кеше; 1920 – 503; 1939 – 632; 1959 – 522; 1989 — 266; 2002 – 296; 2010 — 250 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға...

ДАРЫУХАНАЛАР

ДАРЫУХАНАЛАР(гр. apothеkе — склад), дарыуҙарҙы, гигиена әйберҙәрен һәм башҡа мед. тауарҙарын әҙерләү, һаҡлау һәм һатыуҙы ғәмәлгә ашырған һаулыҡ һаҡлау учреждениелары. Өфөлә 1787 й. — тәүге Б.Миллерҙың хосуси Д., 1807 й.  хөкүмәт Д. асыла. 1880 й. Өфөлә һәм 1881 й. Стәрлетамаҡ ҡ. тәүге земство Д. (ҡара:...

ДАРЫУҘАР

ДАРЫУҘАР, ауырыуҙы иҫкәртеү, диагностикалау, дауалау һәм ауырға ҡалыуҙы булдырмау өсөн ҡулланылған матдәләр. Химик синтез ысулдары м‑н йәки биотехнологиялар ярҙамында кеше йәки хайуан ҡанынан, ағзаларынан һәм туҡымаларынан, микроорганизмдарҙан, үҫемлектәрҙән һәм минералдарҙан алына. РФ‑та Д. дәүләт...