Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗАПАС ПОЛКТАР

ЗАПАС ПОЛКТАР, хәрби хәрәкәттәге армияны тулыландырыу өсөн ғәскәри частар. Башлыса ҡалаларҙа урынлаша һәм уларҙың гарнизондары нигеҙен тәшкил итә. Беренсе донъя һуғышы йылдарында Ҡазан хәрби округында 103‑сө, 127‑се һәм 144‑се (Өфө), 104‑се, 105‑се һәм 331‑се (Ырымбур ҡ.), 109‑сы һәм 163‑сө (Силәбе ҡ.),...

ЗАПАС ҒӘСКӘРҘӘР ИДАРАЛЫҒЫ

ЗАПАС ҒӘСКӘРҘӘР ИДАРАЛЫҒЫ, 1920 й. февр. Стәрлетамаҡ ҡ. АСБР З.ғ.и. булараҡ ойошторола. Составына строевой, сәйәсәт, санитария, тәьминәт бүлектәре инә. Башҡ. республикаһы Хәрби эштәр б‑са ХК‑ның 1919 й. 8 мартындағы 85‑се бойороғо б‑са З.ғ.и. начальнигына Башҡ. запас уҡсылар полкы, Айырым Башҡ. еңел...

ЗАПАДНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл

ЗАПАДНЫЙ, Благовар р-нындағы ауыл, Ҡашҡалаша а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 100 кеше; 1920 — 166; 1939 — 135; 1959 — 263; 1989 — 201; 2002 — 232; 2010 — 256 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс...

ЗАМАНОВ Мәсғүт Фәйзрахман улы

ЗАМАНОВ Мәсғүт Фәйзрахман улы [15.1.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫәнбәт а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 16.2.1988, шунда уҡ], Соц. Хеҙмәт Геройы (1957). 1939—40 йй. советфинлянд һуғышында ҡатнашыусы. 1931 й. алып Үзбәк ССР‑ында эшләй. 1934 й. башлап Баймаҡ р‑нында: 1938 й. тиклем механик, 1941 й. алып трактор...

ЗАЛЫГИН Сергей Павлович

ЗАЛЫГИН Сергей Павлович (23.11.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Сухаревский ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Сухаревка а., — 19.4.2000, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1988). РФА акад. (1991), а.х. фәндәре канд. (1948). Омск а.х. ин‑тын тамамлаған (1939). 1970 й. алып Мәскәүҙә йәшәй: М.Горький ис....

ЗАЛИКИН Александр Тарасович

ЗАЛИКИН Александр Тарасович (1893, Мәскәү губ. Серпухов ҡ. — 1953 й. ғин.), совет партия-дәүләт эшмәкәре. 1912 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлаған (1924). 1914—18 йй. рус хәрби‑диңгеҙ флотында; 1919—20 йй. Ҡыҙыл Армияла. 1918—19 йй. һәм 1920 й....

ЗАЛИВНОЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЗАЛИВНОЙ, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Наумовка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К. табан 5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 299 кеше; 1989 — 389; 2002 — 403; 2010 — 401 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Наумовка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ...

ЗАЛЕЖСКИЙ Андрей Александрович

ЗАЛЕЖСКИЙ Андрей Александрович (1825, Тубыл губ. – 15.12.1887, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Еҙем а., хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙыл Еҙем а., Өфөлә ерләнгән), педагог. Действительный статский советник (1874). Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1850) Пермь ирҙәр гимназияһы уҡытыусыһы, 1861 й. алып инспекторы,...

ЗАЛАВИН Константин Петрович

ЗАЛАВИН Константин Петрович (19.9.1915, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы а., хәҙ. Белорет ҡ., — 11.9.2001, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. химигы (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған (1954). 1932 й. алып Белорет металлургия з‑дында эшләй,...

ЗАКОНДАР СЫҒАРЫУ ВЛАСЫ

ЗАКОНДАР СЫҒАРЫУ ВЛАСЫ, дәүләт власының закондар ҡабул итеү вәкәләте бирелгән үҙ аллы тармағы (ҡара: Ҡануниәт), ш. уҡ был вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыусы дәүләт органдары системаһы. Башҡортостанда З.с.в. бурыстарын Өфө губерна эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советы, Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары,...

ЗАКИРОВА Римма Рәйес ҡыҙы

ЗАКИРОВА Римма Рәйес ҡыҙы (28.12.1977, Өфө), балет артисы. БР‑ҙың халыҡ (2010) һәм атҡ. (1998) артисы. Өфө хореография уч‑щеһын тамамлаған (1995; педагогы Л.С.Ҡыуатова). 1992 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДОБТ, 1995 й. “Францияның йәш балеты” труппаһы (Париж), 2001— 02 йй. Ҡаһирә опера театры солисы. Лирик‑драматик...

ЗАКИРОВА Нэлли Эрик ҡыҙы

ЗАКИРОВА Нэлли Эрик ҡыҙы (10.6.1971, Өфө), кардиолог. Мед. ф. д‑ры (2006). Ә.Н.Закированың ҡыҙы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1995) Өфөлә эшләй: ҡала неврология диспансерында, 1997—99 йй. һәм 2000—06 йй. 13‑сө дауаханала (2005 й. алып баш табип урынбаҫары), 1999 й. башлап 15‑се, 2007 й. — 21‑се дауахананың...

ЗАКИРОВА Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы

ЗАКИРОВА Әләрә Нурмөхәмәт ҡыҙы (24.7.1941, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк станцияһы ҡсб), кардиолог. Мед. ф. д‑ры (1995), проф. (1998). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001), БР‑ҙың атҡ. табибы (1996), РФ‑тың почётлы кардиологы (2011). БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1965) 1966 й. тиклем Өфөнөң 1‑се поликлиникаһында,...

ЗАКИРОВ Фәрит Шәрифулла улы

ЗАКИРОВ Фәрит Шәрифулла улы (27.3.1952, Өфө), тренер. Саңғы буйынса икебәйге б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1993), СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1973) һәм бөтә Союз категориялы судья (1991). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). “Хеҙмәт” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры...

ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы

ЗАКИРОВ Сөмбәт Нәби улы (9.10.1936, Өфө ҡ. — 30.12.2020, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. Техник фәндәр докторы (1972), профессор (1973). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) И.М.Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтында эшләй; 1987 й. алып РФА‑ның Нефть һәм газ проблемалары институтында...

ЗАКИРОВ Рәүеф Абдулхаҡ улы

ЗАКИРОВ Рәүеф Абдулхаҡ улы (13.10.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Дәүләкән а., хәҙ. Дәүләкән ҡ., — 14.8.1995, Өфө), дәүләт эшмәкәре. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1957). 1931 й. алып Өфө паровоз‑вагон ремонтлау з‑дында, 1934 й. — Ленин град металл з‑дында эшләй, 1945 й. —...

ЗАКИРОВ Мөхәмәтхан Хазый улы

ЗАКИРОВ Мөхәмәтхан Хажи улы [17.9.1934, БАССР‑ҙың Нуриман р‑ны Үктәй а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 5.6.1996, Өфө], китапханасы, библиограф. Пед. ф. канд. (1971). БАССР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976). Мәскәү китапхана ин‑тын тамамлағандан һуң (Химки ҡ., 1956) Ә.Вәлиди ис. Милли китапхананың библиография...

ЗАКИРОВ Игорь Рәүеф улы

ЗАКИРОВ Игорь Рәүеф улы (2.1.1945, Черниковск ҡ., хәҙ. Өфө эсендә), лётчик, капитан. Рәсәй Федерацияһы Геройы (1994). СССР‑ҙың атҡ. һынаусы лётчигы (1990). И.С.Полбин ис. Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктар уч‑щеһын (1967), СССР Авиация сәнәғәте министрлығының Һынаусы лётчиктар мәктәбен (1973) һәм...

ЗАКИРОВ Әхмәт Закир улы

ЗАКИРОВ Әхмәт Закир улы [19.3.1911, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Кәшкәләү а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 29.3.1988, Өфө], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия лейт. (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Владивосток хәрби пехота уч‑щеһын тамамлаған (1941). 1933—35 йй., 1937—39 йй. һәм 1941 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1943 й....

ЗАКИРНИЧНАЯ Марина Михайловна

ЗАКИРНИЧНАЯ Марина Михайловна (23.8.1974, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2002). ӨДНТУ‑ны тамамлағандан һуң (1996) шунда уҡ эшләй. Фәнни хеҙмәттәре углеродлы ҡоростарҙа һәм суйындарҙа фуллерендар барлыҡҡа килеү механизмын өйрәнеүгә; нефть һәм газ эшкәртеү ҡорамалдарын, технологик үткәргес торбаларҙы...