Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИЩЕРИКОВ Пётр Фёдорович

ИЩЕРИКОВ Пётр Фёдорович (15.6.1892, Түбәнге Новгород губ. Яново а. — 5.9.1961, Ленинград), тыуған яҡты өйрәнеүсе. Беренсе донъя, Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Сиркәү‑мәхәллә уч‑щеһын тамамлаған. 1909 й. алып Өфө губернаһының төрлө учреждениелары хеҙм‑ре. 1923 й. башлап БАССР Дәүләт ғилми...

ИЩЕНКО Иван Митрофанович

ИЩЕНКО Иван Митрофанович (15.9.1912, Херсон губ. Яңы Подымка а. — 17.1.1979, Өфө), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. нояб. алып Көнбайыш, Калинин, 1‑се Балтик буйы, 3‑сө һәм 2‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 43‑сө армия 179‑сы уҡсылар див. 234‑се уҡсылар...

ИШУКОВ Ғашим Хөсәйен улы

ИШУКОВ Ғашим Хөсәйен улы (1894 й. ғинуары, Сембер ҡ. — 1979, Өфө ҡ.), ветеринар врач. Ветеринария фәндәре докторы (1936). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, БАССР‑ҙың атҡаҙанған ветеринар врачы, СССР‑ҙың ауыл хужалығы отличнигы (1942). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан ветеринария институтын тамамлаған...

ИШТУҒАН, Мәләүез р-нындағы ауыл

ИШТУҒАН, Мәләүез р-нындағы ауыл, Иштуған а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. буйында, Башҡортостан милли паркы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 642 кеше; 1920 — 844; 1939 — 824; 1959 — 529; 1989 — 435; 2002 — 315; 2010 — 339 кеше. Башҡорттар...

ИШТУҒАН ҠУРҒАНДАРЫ

ИШТУҒАН ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 16—1 бб. ҡараған археологик ҡомартҡы. Мәләүез р‑ны Иштуған а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ағиҙел й. уң ярында урынлашҡан. 1976 й. М.Ф.Обыдённов тарафынан асыла, 1977 й. һәм 1982 й. өйрәнелә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы (диам. 18—30 м, бейеклеге 0,2—1,5 м) ҡәберлектәр...

ИШТИРӘК, Илеш р‑нындағы ауыл

ИШТИРӘК, Илеш р‑нындағы ауыл, Ҡарабаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта Көрпә й. (Баҙы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1289 кеше; 1920 — 1670; 1939 — 1266; 1959 — 839; 1989 — 556; 2002 — 552; 2010 — 492 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ИШТИРӘК, Балтас р‑нындағы ауыл

ИШТИРӘК, Балтас р‑нындағы ауыл, Үрге Янаҡтай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 15 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 84 км алыҫлыҡта Ҡарыш й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 824 кеше; 1920 — 625; 1939 — 669; 1959 — 533; 1989 — 276; 2002 — 269; 2010 — 201 кеше....

ИШТИРӘК ЗАВОДЫ

ИШТИРӘК ЗАВОДЫ, 1749 й. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Байраш й. (Кама й. басс.) буйында сауҙагәр С.Е.Иноземцев тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Иноземцевтар, 1828 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1826) алып М.Ф.Ярцев, 1846 й. — М.И.Кузьмина,...

ИШТЕБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл

ИШТЕБАЙ, Мишкә р‑нындағы ауыл, Оло Шаҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 13 км һәм Загородная т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 132 км алыҫлыҡта Кесе Энәк й. (Бөрө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1054 кеше; 1920 — 1147; 1939 — 890; 1959 — 648; 1989 — 398; 2002 — 360; 2010 — 295 кеше. Татарҙар...

ИШТӘК

ИШТӘК, 9—19 бб. ҡаҙаҡ, нуғай һ.б. төрки телле халыҡтарҙа башҡорттарҙың атамаһы. Күп кенә тикшеренеүселәр, И. этнонимы төрки телдәргә барып тоташа һәм уғыҙҙар м‑н үҙ‑ара бәйләнеш процесын, ш. иҫ. ғаилә‑никах мөнәсәбәттәрен, сағылдыра; икенселәре — фин‑уғыр телдәренә бәйле һәм башҡорттар м‑н уғырҙарҙың,...

ИШМЫРҘИН Хәйрулла Ғәйнан улы

ИШМЫРҘИН Хәйрулла Ғәйнан улы [1870, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Иҫке Монасип а. (БР‑ҙың Бөрйән р‑ны) — 1947, шунда уҡ], шағир-импровизатор. Тыуған ауылында йәшәй һәм эшләй. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән “Совет иле хаҡында”, “Ҡыҫҡа йырҙар” шиғырҙары авторы. “Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосының...

ИШМЫРҘИН Сөләймән Ғәләүетдин улы

ИШМЫРҘИН Сөләймән Ғәләүетдин улы, Ишмырҙин II [5.6.1893, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) – 1937], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ә.Ғ.Ишмырҙиндың ҡустыһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен (1913), 1‑се Житомир прапорщиктар...

ИШМЫРҘИН Әүхәҙи Ғәләүетдин улы

ИШМЫРҘИН Әүхәҙи Ғәләүетдин улы, Ишмырҙин I [1890 й. һуң, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Кинйәбулат а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 1923, Мәскәү], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. С.Ғ.Ишмырҙиндың ағаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡазан татар уҡытыусылар мәктәбен, кесе офицерҙар әҙерләү...

ИШМЫРҘИН Әбүбәкер Әхмәҙулла улы

ИШМЫРҘИН Әбүбәкер Әхмәҙулла улы [3.12.1936, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Сәйетбаба а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны)], тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2005). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2016). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) “Башвостокнефтеразведка”...

ИШМЫРҘА, Баймаҡ р-нындағы ауыл

ИШМЫРҘА, Йүкәләр, Баймаҡ р-нындағы ауыл, Ишмырҙа а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 22 км һәм Сибай т. юл ст. 63 км алыҫлыҡта Көҙәнйылға (Таналыҡ й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 260 кеше; 1920 — 432; 1939 — 444; 1959 — 624; 1989 — 938; 2002 — 911; 2010 — 806 кеше. Башҡорттар...

ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Исмәғил Хажиәхмәт улы (1.2.1901, Стәрлетамаҡ ҡ. — 23.3.1971, Өфө ҡ.), химик. Химия фәндәре кандидаты (1933). РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). Өфө халыҡ мәғарифы институтын тамамлаған (1928). 1919 й. алып БАССР-ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны (БР‑ҙың Белорет районы), Стәрлетамаҡ һәм Өфө...

ИШМӨХӘМӘТОВ Альберт Зәйнетдин улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Альберт Зәйнетдин улы (25.7.1948, Ишембай ҡ.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996), проф. (1997). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Мәскәү радиотехника з‑дының махсуслаштырылған КБ‑нда, 1978 й. алып МДУ‑ның ғилми‑тикшеренеү Иҫәпләү үҙәгендә (1980 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р) эшләй, бер үк...

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы (4.8.1932, Өфө — 29.2.2004, Мәскәү), физиолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1970), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). И.Х.Ишмөхәмәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 1959 й. тиклем Тирлән участка...

ИШМӨХӘМӘТОВ Айҙар Айрат улы

ИШМӨХӘМӘТОВ Айҙар Айрат улы (1.7.1957, Өфө), терапевт, фарм. маркетологы. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). А.И.Ишмөхәмәтовтың улы. И.М.Сеченов ис. 1‑се Мәскәү мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 2001 й. алып лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эске ауырыуҙарҙы дауалағанда иммунология проблемаларына,...

ИШМӨХӘМӘТ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ИШМӨХӘМӘТ, Ҡарамалы, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Ишмөхәмәт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 31 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Оло Уртаҙым й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 393 кеше; 1920 — 547; 1939 — 282; 1959 — 276; 1989 — 528; 2002 — 562; 2010 — 526...