Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИСМӘҒИЛЕВ Закир Сәйет улы

ИСМӘҒИЛЕВ Закир Сәйет улы [30.12.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Йәрми а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) – 22.9.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], бейеүсе. РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. С.Ә.Исмәғилевтең улы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан...

ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы

ИСМӘҒИЛЕВ Ғәләү Сиражетдин улы [3.7.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Балыҡлыкүл а. (БР‑ҙың Ауырғазы районы) — 16.3.1995, Өфө ҡ.], философ. Философия фәндәре кандидаты (1955). БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ашхабад педагогия институтын тамамлаған (1939). 1942 й....

ИСМӘҒИЛЕВ Абдулла Ғиниәт улы

ИСМӘҒИЛЕВ Абдулла Ғиниәт улы [10.3.1929, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Мәзит а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 21.12.2010, Өфө], журналист. Тарих ф. канд. (1966). БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1999). Журналистар союзы ағзаһы (1966). Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын (1952), Орск пед. ин‑тын (1957), КПСС ҮК эргәһендәге...

ИСМӘҒИЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

ИСМӘҒИЛ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Ҡаҙанғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 12 км алыҫлыҡта Шунтаҡ күле (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 293 кеше; 1920 — 347; 1939 — 265; 1959 — 244; 1989 — 135; 2002 — 137; 2010 — 150 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ИСМӘҒИЛ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

ИСМӘҒИЛ, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 8 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 19 км алыҫлыҡта Арйылға й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 747 кеше; 1920 — 964; 1939 — 684; 1959 — 424; 1989 — 132; 2002 — 101; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ИСМӘҒИЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ИСМӘҒИЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Исмәғил а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 19 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Өйәҙән й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1246 кеше; 1920 — 1629; 1939 — 1338; 1959 — 1021; 1989 — 797; 2002 — 828; 2010 — 918 кеше. Татарҙар...

ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ

ИСМӘҒИЛ ТАСИМОВ, мәғдән сәнәғәтсеһе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Ҡуян а. башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Атаһы Тасим Мәмәтов һәм ағаһы Мөхәмәтрәхим Тасимов менән бергә баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтарын эҙләү һәм эшкәртеү, Ялан заводын, Йоҡ заводын, Ягошиха,...

ИСМӘҒИЛ БИКМӨХӘМӘТ

ИСМӘҒИЛ БИКМӨХӘМӘТ (ысын исеме Бикмөхәмәтов Исмәғил Бикмөхәмәт улы; 18 б., Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Сәйет биҫтәһе, хәҙ. Ырымбур өлк. Татар Ҡарғалыһы а.), яҙыусы. 1751 й. тирәһендә сауҙа юлдарын асыу маҡсатында 4 ауылдашы м‑н Һиндостанға сәйәхәт ҡыла. И.Б. маршруты Урта Азия, Афғанстан,...

ИСМӘҒИЛ АЙЫТҠОЛОВ

ИСМӘҒИЛ АЙЫТҠОЛОВ (?—1755, Ырымбур), башҡорт ихтилалы (1755—56) юлбашсыларының береһе. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың сотнигы. Әликәш Һөйөндөков һәм Бикбулат Арҡаев м‑н берлектә Нуғай даруғаһының баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә. Ҡулға алына, төрмәлә язалауҙарға...

ИСМӘҒИЛ

ИСМӘҒИЛ (?—1563), Нуғай Урҙаһы мырҙаһы. Иҙеүкәй нәҫеленән. Муса бейҙең улы, Алтаҡар м‑н Йософтоң туғаны. 1538—45 йй. Башҡортостан наместнигы, 1545 й. алып Нуғай Урҙаһы нуратдины. Рәсәй м‑н яҡынайыу сәйәсәтен үткәрә. 1552 й. Мәскәү дәүләте м‑н көрәштә Ҡазан ханлығын яҡлауҙан баш тарта, Иван IV батшаға...

ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы

ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы (4.3.1958, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып ғилми-тикшеренеү секторының нач. урынбаҫары, 1987 й. – нач., 1988—2007 йй....

ИСМАҠАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл

ИСМАҠАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Үрге Әүжән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 121 км һәм Олойылға т. юл ст. 50 км алыҫлыҡта Оло Әүжән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 672 кеше; 1920 — 948; 1939 — 624; 1959 — 509; 1989 — 280; 2002 — 322; 2010 — 273 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Соц.‑мәҙәни...

ИСМАИЛ, Туймазы р-нындағы ауыл

ИСМАИЛ, Туймазы р-нындағы ауыл, Кәкребаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 9 км алыҫлыҡта Өҫән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 902 кеше; 1920 — 1060; 1939 — 605; 1959 — 256; 1989 — 113; 2002 — 169; 2010 — 197 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға 17 б....

ИСМАИЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ИСМАИЛ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Исмаил а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.-Көнб. 18 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 141 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1815 кеше; 1920 — 2315; 1939 — 2114; 1959 — 1548; 1989 — 1997; 2002 — 2006; 2010 — 2081 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). И. “Башволготанкер”...

ИСЛАХОВ Фазлетдин Фәррәх улы

ИСЛАХОВ Фазлетдин Фәррәх улы (17.6.1944, БАССР‑ҙың Балаҡатай р‑ны Монас а. – 18.4.2016, БР-ҙың ш. уҡ районы Яңыбай а.), график. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000). Журналистар союзы ағзаһы (1979). Өфө сәнғәт уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969; педагогы Р.М.Нурмөхәмәтов) Баймаҡ ҡ. мәҙәниәт учреждениеларында,...

ИСЛАМОВА София Ғиззәт ҡыҙы

ИСЛАМОВА София Ғиззәт ҡыҙы [26.7.1948, Чкалов өлк. Бәшир а. (Ырымбур өлк.)], зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2011), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2005). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумында, 1973 й. алып Баймаҡ р‑нының Ҡуянтау урта мәктәбендә...

ИСЛАМОВА Регина Марат ҡыҙы

ИСЛАМОВА Регина Марат ҡыҙы (11.2.1982, Сахалин өлк. Көньяҡ Курил ҡсб), химик. Химия ф. д‑ры (2010). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (2004) Органик химия ин‑тында эшләй (2008 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р), бер үк ваҡытта 2012 й. башлап БДАУ-ҙың дөйөм химия каф. мөдире. 2013 й. алып Санкт‑Петербург ун‑тының Химия...

ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы

ИСЛАМОВ Фидус Әмир улы (19.8.1946, БАССР‑ҙың Яңауыл р‑ны Костин а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2000), проф. (2001). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Баймаҡ тәж.‑производство хужалығында ғилми хеҙм‑р, баш зоотехник. 1986 й. алып БАССР А.х. министрлығының баш зоотехнигы, 1991 й. — БР МС‑нда баш белгес,...

ИСЛАМОВ Рәшит Сәхипкамал улы

ИСЛАМОВ Рәшит Сәхипкамал улы [10.6.1930, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ташлытамаҡ а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 10.8.1988, Бәләбәй ҡ.], сыр яһау оҫтаһы. 1946 й. алып Дәүләкән р‑нының “Большевик” к‑зында, 1950 й. — Дәүләкән май з‑дында, 1962 й. — Шафран сыр з‑дында, 1967—88 йй. Бәләбәй һөт комб‑тында эшләй....

ИСЛАМОВ Рафаэль Ғәле улы

ИСЛАМОВ Рафаэль Ғәле улы (1.3.1954, Өфө — 12.10.1998, шунда уҡ), фоторәссам. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Фоторәссамдар союзы ағзаһы (1991). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) «Башфото “Нур”» Башҡ. респ. фоторәсем эштәре ПБ инженеры, 1978 й. алып 1‑се СПТУ, 1981 й. — 70‑се СПТУ уҡытыусыһы. И. ижады...