Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИНФРАСТРУКТУРА

ИНФРАСТРУКТУРА (лат. infra – түбәнге, аҫҡы; structura – төҙөлөү, урынлашыу), йәмғиәттең нормаль йәшәйешенә булышлыҡ итеүсе иҡтисадтың етештереүсе һәм етештереүгә бәйле булмаған тармаҡтары берлеге. Матди етештереү өлкәһен хеҙмәтләндереүсе пр‑тиелар етештереү И. барлыҡҡа килтерә (һыу менән тәьмин итеү,...

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА

ИНФРАҠЫҘЫЛ ТЕХНИКА, инфраҡыҙыл нурланышты (оҙонлоғо 0,76‑нан 1000 мкм тиклем булған тулҡындар спектры) барлыҡҡа килтереү, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү ҡорамалдары, приборҙары, ш. уҡ фән һәм техниканың инфраҡыҙыл нурланышты, уның физик үҙенсәлектәрен ҡулланыуға нигеҙләнгән ысулдарҙы һәм техник сараларҙы...

ИНФОРМАТИКА

ИНФОРМАТИКА, мәғлүмәттең төҙөлөшөн һәм дөйөм үҙенсәлектәрен, ш. уҡ уны йыйыу, һаҡлау, эҙләү, эшкәртеү, үҙгәртеү, таратыу һәм кеше эшмәкәрлегенең төрлө өлкәләрендә файҙаланыу м‑н бәйле мәсьәләләрҙе өйрәнеүсе фән тармағы. И. төп йүнәлештәре: теоретик (ғәмәли һәм техник И. фәнни нигеҙен, мәғлүмәт теорияһын,...

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР

ИНФЕКЦИОН АУЫРЫУҘАР, ауырыу тыуҙырғыс микроорганизмдар барлыҡҡа килтергән ауырыуҙар, улар сирле кешенән йәки хайуандан һау кешегә йоға. Һәр бер И.а. айырым бактерия, вирус, бәшмәк, риккетсия һ.б. тыуҙыра. И.а. күбеһенә киң таралыу һәләте, патологик процесс барышының цикллығы һәм инфекциянан һуң иммунитет...

ИНТРОДУКЦИЯ

ИНТРОДУКЦИЯ (лат. introductio — индереү), ниндәй ҙә булһа организмдың төрөн, ярым төрөн, үҫемлек сортын йәки хайуан тоҡомон улар элек осрамаған ергә күсереү. И. маҡсатлы рәүештә биологик төрлөлөктө арттырыу, организмдарҙың генофондын һаҡлап ҡалыу, культуралы флораны, йорт хайуандарының төр һәм тоҡом...

ИНТЕРПОЛЯЦИЯ

ИНТЕРПОЛЯЦИЯ (лат. Interpolation – үҙгәреү), ниндәйҙер дәүмәлдең мөһим нөктәләрҙәге билдәле ҡиммәттәре б‑са аралаш ҡиммәттәрен табыу, аппроксимацияның төрө. И. алымдары функциялар теорияһында һәм ғәмәли фәндәрҙә (яҡынса интеграциялау, тигеҙләмәләр сығарғанда), статистикала (осраҡлы хаталарҙы алып ташлау...

ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР

ИНТЕРНАЦИОНАЛИЗМДАР, төрлө телдәрҙә тышҡы төҙөлөшө (һәр телдең фонетик һәм график үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып) һәм мәғәнәһе б‑са тап килгән һүҙҙәр; үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең бер төрө. Башҡорт телендә нигеҙҙә урыҫ теле аша үтеп ингән И. йәшәп килә (ҡара: Урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Улар ике төркөмгә...

ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР

ИНТЕРМЕТАЛЛИДТАР (лат. inter — араһында һәм металл), ике йәки бер нисә металдың иретеү, ныҡ ҡыҙҙырып йәбештереү, электролиз йәки механик ҡатыштырыу юлы м‑н алынған үҙ‑ара химик берләшмәһе (алю- минид, борид, силицид һ.б.). 20 б. 80‑се йй. башынан Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында...

ИНТЕЛЛИГЕНЦИЯ

ИНТЕЛЛИГЕНЦИЯ (лат. intelligens — белеүсе, аңлаусы, аҡыллы), кешеләрҙең проф. нигеҙҙә аҡыл хеҙмәте м‑н шөғөлләнеүсе соц. ҡатламы. “Интеллигенция” термины 19 б. 70‑се йй. урыҫ яҙыусыһы П.Д.Боборыкин тарафынан индерелә. Башҡортостанда И. формалашыуҙа мәҙрәсәләр, мәктәптәр ҙур роль уйнай. Башҡорттарҙың...

ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР

ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР, интеграл тамғаһы аҫтында үҙгәреүҙәр функцияһы булған функциональ үҙгәреүҙәр. И.ү. интеграциялау һәм дифференциациялау ғәмәлдәрен ниндәйҙер алгебраик операциялар берләшмәһе м‑н алмаштырырға мөмкинлек бирә һәм акустика, кибернетика, математик биология, математик физика (йылылыҡтың...

ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ИНТЕГРАЛЬ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, интеграл тамғаһы аҫтында торған билдәһеҙ функцияһы булған тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡһыҙ, тиң һәм тиң булмаған И.т. айырыла. Күренештәрҙе һәм процестарҙы (ҡылдарҙың һәм мембраналарҙың тирбәлеүен, нурланыш энергияһының күсерелеүен, диффузияны, ваҡиғаның ихтималлығын һ.б.)...

ИНТЕГРАЛЛАНЫУСЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР

ИНТЕГРАЛЛАНЫУСЫ ТИГЕҘЛӘМӘЛӘР, билдәле сығарылыштарҙың сикһеҙ йыйылмаһына эйә һыҙыҡлы булмаған дифференциаль тигеҙләмәләр. Һыҙыҡлы булмаған (эволюцион, гиперболик) һәм һыҙыҡлы И.т. айырыла. Математика, физика һәм техника мәсьәләләрен (атмосфералағы циклик ҡойондарҙы, гравитация ҡырын, сүсле‑оптик кабелдәрҙә...

ИНСУЛЬТ

ИНСУЛЬТ (лат. insultus — өйәнәк), баш мейеһендә ҡан әйләнешенең киҫкен боҙолоуы, мейе туҡымаһының үлеүенә килтерә. И. мейе функцияларының ҡапыл боҙолоуы йәки юға- лыуы (24 сәғәттән ашыуыраҡҡа) һәм сығанаҡлы неврологик һәм (йәки) дөйөм мейе симптомдары хас. И. төрҙәре: ишемик (мейе инфаркты), мейене...

ИНСТРУМЕНТАЛЬ КӨЙ

ИНСТРУМЕНТАЛЬ КӨЙ, халыҡ инструменталь, ғәҙәттә, бейеү көйө. И.к. өсөн төрлө жанр һәм тематика хас. Ҡыҫҡа саҡырыу‑сигналдан ғибәрәт булған һунарсы, ҡарауылсы И.к., хәрби марштарға, төҫлө тауышҡа оҡшатыу характерындаƒы программа-һүрәтләү пьесаларына (ҡара: Программалы музыка) һ.б. айырыла. Йыш ҡына И.к....

ИНСТРУМЕНТАЛЬ АНСАМБЛДӘР

ИНСТРУМЕНТАЛЬ АНСАМБЛДӘР, бергә сығыш яһар өсөн берләшкән музыканттар коллективы. Ҡатнашыусылар һанына ҡарап дуэт, трио, квартет, квинтет, секстет һ.б. айырыла. Ансамблдә уйнау элементтары инструменталь халыҡ музыкаһында йәшәп килгән. Башҡортостанда ҡала мөхитендә өйҙә музыка ҡоралында уйнау традициялары...

ИНСТИТУТТАР

ИНСТИТУТТАР (лат. institutum – булдырыу, ойоштороу), төрлө махсус уҡыу йорттары (урта, юғары, квалификацияны күтәреү системаһындағы һ.б.), ш. уҡ ғилми‑тикшеренеү учреждениелары. Башҡортостанда юғары белем биреү программаһын тормошҡа ашырған беренсе И. Уҡытыусылар институты була. 1919 й. Өфөлә Физика...

ИНСТАЛЛЯЦИЯ

ИНСТАЛЛЯЦИЯ (ингл. installation), хәҙ. һынлы сәнғәттә йыйыу объекты булып торған әҫәр; унда формаһы, күләме, фактураһы, төҫө м‑н айырылған, нигеҙҙә, элек ҡулланылған предметтар һәм уларҙың өлөштәре авторҙың уйына ярашлы төрлө ысулдар м‑н эшкәртелә (семәрләү, балауыҙлау, үртәү, быраулау, шымартыу, төҫләндереү,...

ИНСЕКТИЦИДТАР

ИНСЕКТИЦИДТАР, (лат. insectum — бөжәк һәм caedo — үлтерәм), ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәшеү өсөн химик препараттар. И. ш. уҡ акарицидтар (талпандарҙы бөтөрә), овицидтар (бөжәктәрҙең йомортҡаларын юҡ итә) һәм ларвицидтар (бөжәктәрҙең балағорттарын үлтерә) инә. Бөжәктәрҙең организмына үтеп инеү характеры...

ИНОЗЕМЦЕВ Алексей Михайлович

ИНОЗЕМЦЕВ Алексей Михайлович (13.3.1912, Пенза губ. Наровчат а. — 27.10.1967, Белорет ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1958). СССР‑ҙың почётлы металлургы (1952). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында ҡатнашыусы. 1933 й. алып Белорет металлургия комб‑тында ҡорос иретеүсе ярҙамсыһы, 1943—62 йй. ҡорос иретеүсе булып...

ИННОВАЦИЯЛЫ ҒИЛМИ-ТЕХНОЛОГИК ПАРК

ИННОВАЦИЯЛЫ ҒИЛМИ-ТЕХНОЛОГИК ПАРК, технопарк, фәнни, белем биреү ойошмалары, сәнәғәт пр‑тиелары, финанс ин‑ттары, идаралыҡтың һәм властың терр. органдары ҡатнашлығында инновациялы (күп фән ҡаҙаныштары талап иткән) кесе эшҡыуарлыҡҡа дисциплина- ара һәм ведомство‑ара ярҙам күрһәтеү инфраструктураһы. Башҡортостанда...