Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИҘРИС, Әлшәй р-нындағы ауыл

ИҘРИС, Түбәнге Сураҡай, Әлшәй р-нындағы ауыл, Шафран а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 7 км һәм Шафран т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ҡорҫаҡ й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 492 кеше; 1920 — 612; 1939 — 583; 1959 — 613; 1989 — 462; 2002 — 445; 2010 — 389 кеше. Башҡорттар...

ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ

ИҘРИС ЯҘЫУҘАРЫ, палеолиттың археологик ҡомартҡыһы. Салауат р‑ны Иҙрис а. көньяҡ‑көнбайышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. һул ярында урынлашҡан. 2 яҙма (ҡара: Ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр) табылған. И.я.I Иҙрис мәмерйәһенә ингән урында ҡая киртләсендә урынлашҡан. 1934 й. М.И.Касьянов тарафынан асыла,...

ИҘРИС МӘМЕРЙӘҺЕ

ИҘРИС МӘМЕРЙӘҺЕ, Краснополь, Киҫәташ, Һарай. Салауат р‑ны Иҙрис а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 1 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең һул битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, аҫҡы һәм урта карбондың эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ һәм көнбайыш йүнәлешле горизонталь коридор булып тора. Оҙонлоғо 93,0 м,...

ИҘРИС Ғабдулла

ИҘРИС Ғабдулла [Иҙрисов Абдулла Ғәббәс улы; 1910, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1952 й. декабре (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1953 й. октябре), шунда уҡ], драматург. Мәскәү тарих, философия һәм әҙәбиәт ин‑тында уҡыған (1935—38). Яҙыусылар союзы ағзаһы. 30‑сы йй. “Коммуна” (ҡара:...

ИҘЕҮКӘЙ

ИҘЕҮКӘЙ (1352—1419), Алтын Урҙаның хәрби начальнигы, Нуғай Урҙаһына нигеҙ һалыусы. Манғыт ҡәбиләһенән. 14 б. 70‑се йй. Аҡ Урҙа ханы Ырыҫ ваҡытында әмир була, 1376 й. Аҡһаҡ Тимергә ҡушыла. 1377—78 йй. Туҡтамышҡа Күк Урҙала хан булырға ярҙам итә. Туҡтамышҡа ҡаршы ойошторолған фетнәнән һуң (1389) яңынан...

ИҘЕРКӘЙ БАЙМӘКОВ

ИҘЕРКӘЙ БАЙМӘКОВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Башҡорттарҙан. Яйыҡ казак ғәскәрендә хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1773 й. сент. ҡушыла. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. Башҡорттарға һәм ҡаҙаҡтарға Пугачёв өндәмәләрен төҙөүҙә ҡатнашҡан. 8—9 нояб. И.Н.Зарубин, Ҡотлогилде...

ИҘЕЛҒУЖИН Кәрим Абдулла улы

ИҘЕЛҒУЖИН Кәрим Абдулла улы [2.10.1895, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Мерәҫ а. (Ырымбур өлк. Яңы Сергиевск р‑ны) — 8.12.1937, Коми АССР‑ы], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған (1914). 1914—17 йй. рус армияһында; 1918—19 йй....

ИҘЕЛБӘК, Ейәнсура р-нындағы ауыл

ИҘЕЛБӘК, Овцевод, Ейәнсура р-нындағы ауыл, Ҡаҙанболаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 87 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 54 км алыҫлыҡта Ҡаҙанболаҡ й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 442 кеше; 1920 — 516; 1939 — 818; 1959 — 1191; 1989 — 1373; 2002 —...

ИҘЕЛБАЙ Нәжип

ИҘЕЛБАЙ Нәжип (ысын исеме Иҙелбаев Нәжип Сафа улы; 12.3.1912, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҙелбай а., хәҙ. Медногорск ҡ. составында, — 1.10.1991, Өфө), шағир, тәржемәсе. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1974). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡыған (1937—38). 1931 й. алып “Ҡыҙыл...

ИҘЕЛБАЙ 2-cе, Салауат р-нындағы ауыл

ИҘЕЛБАЙ 2-cе, Баҙраҡ 2-се, Салауат р-нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 41 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 70 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 607 кеше; 1939 — 602; 1959 — 510; 1989 — 439; 2002 — 408; 2010 — 32 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ИҘЕЛБАЙ 1-се, Салауат р‑нындағы ауыл

ИҘЕЛБАЙ 1-се , Б а ҙ р а ҡ 1‑се, Салауат р‑нындағы ауыл, Таймый а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 41 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) 70 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 902 кеше; 1920 — 434; 1939 — 349; 1959 — 229; 1989 — 107; 2002 — 112; 2010 — 108 кеше....

ИҘЕЛБАЕВ Урал Мирас улы

ИҘЕЛБАЕВ Урал Мирас улы (15.12.1972, Сибай ҡ.), композитор.БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2014). 1987—90 йй. Өфө сәнғәт уч‑щеһында уҡый. ӨДСИ‑не тамамлаған (1997; З.Ғ.Исмәғилев һәм Р.Р.Йыһанов класы). 1991 й. алып Башҡ‑н ТВ эргәһендәге “Аманат” муз. төркөмө артисы, 1992 й. — “Àšéîíä ижади фирмаһы дир.,...

ИҘЕЛБАЕВ Мирас Хәмзә улы

ИҘЕЛБАЕВ Мирас Хәмзә улы (9.12.1945, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Ишбирҙе а.), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. Филол. ф. д‑ры (2001), проф. (2014). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1995). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1987). БДУ‑ны тамамлаған (1971). 1970 й. алып...

ИҘЕЛБАЕВ Ғабдулла Сәфәрғәле улы

ИҘЕЛБАЕВ Ғабдулла Сәфәрғәле улы [1893, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Теләүембәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны) — 7.3.1918, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Баймаҡ а., хәҙ. Баймаҡ ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Ырымбур ир балалар гимназияһын тамамлаған (1914). Ҡазан...

ИҘЕЛ

ИҘЕЛ, башҡ. фольклоры персонажы, Урал батыр м‑н Һомайҙың улы. “Урал батыр” эпосында ул бала сағында әсәһенә һөжүм иткән дейеүҙе үлтерә. Әсәһенең фатихаһын алып, И. яуыз көстәргә ҡаршы көрәшеүсе атаһына ярҙамға китә. Урал батыр, И. һәм уның ағалары Нөгөш, Һаҡмар, Яйыҡ м‑н дошманды еңеп сыға. Атаһының...

ИҘЕБАЙ АҠБАЕВ

ИҘЕБАЙ АҠБАЕВ, И.Янбаев (1732; башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1733—1800), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Бөрөбаш а. (Мишкә р‑ны) марийы. 1773 й. декабрендә И.А. отряды Йәлдәк ҡәлғәһен ала. 1774 й. ғин.—апр. Уҫы һәм Себер даруғаларында баш күтәреүселәр отрядтары...

ИҘӘШБАШ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ИҘӘШБАШ, Яңы Сабай, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Сабай а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 46 км алыҫлыҡта Шығай й. (Сәрмәсән й. басс.) үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 174 кеше; 1939 — 267; 1959 — 256; 1989 — 208; 2002 — 192; 2010 — 154 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй...

ИҘӘШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

ИҘӘШ, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Үтәғол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 71 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Ҡаҫмарт й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 581 кеше; 1920 — 605; 1939 — 412; 1959 — 474; 1989 — 549; 2002 — 665; 2010 — 613 кеше....

ИҘӘШ ҠУСҠАРЫ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

ИҘӘШ ҠУСҠАРЫ, Иҙәштамаҡ, Иҙәш, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Гусев а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 12 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 59 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Оло Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 340 кеше; 1920 — 126; 1939 — 115; 1959 — 119; 1989 — 160; 2002 —...

ИҘӘК, йылға

ИҘӘК, Эҙәк, Оло Иҙәк, йылға, Ҡариҙел й. уң ҡушылдығы. Благовещен р‑ны Александровка а. төньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан аға һәм Ҡариҙел й. (тамағынан 71 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 72 км, басс. майҙаны 706 км2. Ҡатнаш, башлыса ер аҫты...